text
stringlengths
11
900k
id
stringlengths
2
6
url
stringlengths
31
146
title
stringlengths
1
115
# Адорф (Фогтланд) Адорф (Фогтланд) (нем. Adorf/Vogtl.) — Германиялағы, Ирекле дәүләт Саксония ерендәге ҡала. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 5323 кеше йәшәй. Майҙаны — 42,80 км². UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта ҡала менән Бургомистр Марихен Банг идара итә.
28200
https://ba.wikipedia.org/wiki/Адорф_(Фогтланд)
Адорф (Фогтланд)
# Яра-Яха (Торомю-Яха ҡушылдығы) Яра-Яха — Рәсәй йылғаһы. Ямал-Ненец АО, Ненец АО, Коми Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Торомю-Яха йылғаһының уң ярына тамағынан 23 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 40 км. # Яра-Яха (Торомю-Яха ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Кара диңгеҙе йылғалары бассейны Бол. Ою йылғаһының көнбайыш сигенән Скуратов моронона тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Печора һәм Обь йылғалары араһындағы, Кара диңгеҙенә ҡойоусы, йылғалар бассейны. Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 15010000112115300037139 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115303713 * Бассейн коды — 15.01.00.001 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 15 * ГӨ буйынса сығарылыш — 3
24049
https://ba.wikipedia.org/wiki/Яра-Яха_(Торомю-Яха_ҡушылдығы)
Яра-Яха (Торомю-Яха ҡушылдығы)
# Урҙы (йылға) Урҙы (рус. Урды) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостанда, Белорет районында аға. Йылға Кесе Ҡыҙыл йылғаһының һул ярына тамағынан 81 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 14 км. Тумһаташ тауы итәгендә башлана, Сатанташ янынан ағып үтә. Йылға аша Мөхәмәт — Абҙаҡ юлы үтә, күпер һалынған. Иң ҙур ҡушылдығы—Сырҙан йылғаһы. # Урҙы (йылға) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Верхнеурал һыуһаҡлағысынан Магнитогорск һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө). Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000212112200001664 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200166 * Бассейн коды — 12.01.00.002 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12 * ГӨ буйынса сығарылыш — 2 # Урҙы (йылға) ## Этимологияһы Гидроним башҡорт телендәге диалект һүҙе «ур» һәм «-ҙы (лы)» суффиксы ярҙамында барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип аңлатыла «Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлегендә». «Ур — тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор; тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙылған хәрби нығытма» тигән аңлатма бирә башҡорт теле һүҙлектәре. Ҡайһылай булғанда ла, йылға атамаһы ҡаҙылған тәрән соҡор менән бәйле. Ихтимал, йылғаны ситтән һөжүмдәр булған саҡта һаҡланыу сараһы итеп ҡулланғандарҙыр йә иһә быуа эшләгәндәрҙер.
18756
https://ba.wikipedia.org/wiki/Урҙы_(йылға)
Урҙы (йылға)
# Уктым Уктым — Рәсәйҙәге йылға. Коми Республикаһы, Архангельск өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Яренга йылғаһының уң ярына тамағынан 82 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 60 км. # Уктым ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Вычегда йылғаһы Сыктывкар ҡалаһынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Вычегда, йылға бассейны — Төньяҡ Двина. Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03020200212103000023351 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103002335 * Бассейн коды — 03.02.02.002 * ГӨ буйынса томы — 03 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
51024
https://ba.wikipedia.org/wiki/Уктым
Уктым
# Радиус Радиус (лат. radius — тәгәрмәс киреге; нур) — әйләнмәнең (йәки сфера өҫлөгөнөң) теләһә ҡайһы нөктәһен уның үҙәге менән тоташтырыусы теләһә ниндәй киҫек. Был киҫектең оҙонлоғон да радиус тип йөрөтәләр. Радиус диаметрҙың яртыһын тәшкил итә.
73608
https://ba.wikipedia.org/wiki/Радиус
Радиус
# Карсдорф Карсдорф (нем. Karsdorf) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан коммуна. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 2045 кеше йәшәй. Майҙаны — 19,84 км². Диңгеҙ кимәленән 149 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 6638 һәм автомобиль коды — BLK.
29850
https://ba.wikipedia.org/wiki/Карсдорф
Карсдорф
# Шәрипов Әмир Усман улы Шәрипов Әмир Усман улы (3 февраль 1933 йыл) — ғалим-тау инженеры, 1991—2003 йылдарҙа Көнбайыш Себер тәрән разведка быраулау технологияһы ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструктор институты директоры. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1993), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996). Рәсәй Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). # Шәрипов Әмир Усман улы ## Биографияһы Әмир Усман улы Шәрипов 1933 йылдың 3 февралендә БАССР-ҙың Миәкә районы (хәҙерге Әлшәй районы) Иҫке Аҡҡулай ауылында тыуған. 1956 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. 1956-1960 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһе (Бөрө) «Башвосткнефтеразведка» тресының Күлтөбә разведка яһап быраулау конторында быраулаусы, производство бүлексәһенең өлкән инженеры. 1961-1964 йылдарҙа Һиндостанда совет белгестәре төркөмөндә быраулау буйынса инженер булып эшләй. Артабан 1964-1983 йылдарҙа Өфө ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙер Нефть сәнәғәте институты) хеҙмәт юлын дауам итә. 1983-1990 йылдарҙа институт директорының урынбаҫары вазифаһын биләй. 1991 йылдан алып «ЗапСиббурНИПИ» (Төмән) институты директоры. Ә. У. Шәрипов Башҡортостанда тәрән һәм айырата тәрән скважиналарҙы быраулауҙа яңы техника һәм технологияларҙы уйлап табып эшләүгә ҙур өлөш индерә. Шәрипов тәрән нефть сығарыу һәм разведкалау скважиналарына полимерлы иҙелмәләрҙең яңы системаларын ҡулланыуҙы индерә. Уның был эштәре ҙур иҡтисади файҙа килтерә. «Башнефть» һәм «Главтюменьгеология» производство берекмәләре өсөн быраулау һәм скважиналарҙы тултырыу өлкәһен үҫтереү фәнни-техник программаһының авторы. # Шәрипов Әмир Усман улы ## Ғилми хеҙмәттәре * 150-нән артыҡ ғилми эш, 1 монография һәм 9 брошюра авторы. 100-ҙән артыҡ уйлап табыуы һәм патенты бар. # Шәрипов Әмир Усман улы ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
141825
https://ba.wikipedia.org/wiki/Шәрипов_Әмир_Усман_улы
Шәрипов Әмир Усман улы
# Аҡъяр (альбом) Аҡъяр — «Рух» башҡорт рок-төркөмөнөң 2003 йылда «Моң» студияһы тарафынан нәшер ителгән студия альбомы. Кассетала баҫтырылған.
199367
https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡъяр_(альбом)
Аҡъяр (альбом)
# Бунгарап Бунгарап — Рәсәй йылғаһы. Кемерово өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Томь йылғаһының һул ярына тамағынан 441 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 50 км. # Бунгарап ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Томь йылғаһы, Новокузнецк ҡалаһынан Кемерово ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Томь, йылға бассейны — Обь (өҫкө өлөшө) Иртыш ҡушылғанға тиклем. Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 13010300312115200011098 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115201109 * Бассейн коды — 13.01.03.003 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 15 * ГӨ буйынса сығарылыш — 2
17996
https://ba.wikipedia.org/wiki/Бунгарап
Бунгарап
# П. И. Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы Пётр Чайковский һәм Надежда фон Мекк исемендәге музей(укр. Музей Петра Ілліча Чайковського і Надії Філаретівни фон Мекк) — Украинала Браилов ҡала тибындағы ҡасабала (Винница өлкәһе Жмеринка районы) урынлашҡан музей. Ров йылғаһы ярында урынлашҡан Һарай-парк комплексы, 1868 йылда тимер юлы магнаты Карл фон Мекк тарафынан төҙөлгән. # П. И. Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы ## Тарихы XIX быуат башында Браилов хужаһы Фелециан Юковский була. 1868 йылда ул усадьбаны билдәле тимер юлы эшҡыуары Карл фон Мекка һата. Фон Мекк (1821—1876) Жмеринка-Одесса тимер юлы инженеры булып эшләй. XIX быуаттың 60-сы йылдарында классицизм стилендә ике ҡатлы һарай төҙөй. Һарайҙы 7 гектарлыҡ иҫ китмәле парк уратып алған. Парк уның ҡатыны Надежда фон Мекк проекты буйынса һалынған: өс күлдән торған каскад бар, күлдәрҙе күперҙәр тоташтыра. Хәҙерге ваҡытта һаҡланып ҡалған күперҙәрҙең береһе ҡабатланмаҫлыҡ романтик тәьҫораттар ҡалдыра. Парк менән бер үк ваҡытта ҡапҡа ҡарауылсыһы өсөн матур биҙәлгән аласыҡ төҙөлгән. Надежда Филаретовна Мекк (1831—1894) үҙенең бөйөк урыҫ композиторы Петр Чайковский (1840—1893) менән дуҫлығы арҡаһында тарихҡа инә. Мәскәү филармонияһы директоры Николай Рубинштейндың тәҡдиме буйынса 1876 йылда фон Мекк ғаиләһе Чайковскийға музыкаль әҫәрҙе ижад итергә заказ бирә. Шулай башлана имение хужабикәһәнең күренекле композитор менән дуҫлығы. Фон Мекктың вафатынан һуң уның ҡатыны баронесса Надежда Филаретовна фон Мекк үҙе бар мөлкәте менән идара итә башлай. Бай тол ҡатынды меценатлыҡ мауыҡтыра. Браиловтағы усадьба хужабикәһе бөйөк композитор Чайковскийҙың талантына ғашиҡ булған кеше була. Етеш йәшәгән кеше булараҡ, ул Чайковскийға йыл һайын бирелә торған субсидия тәҡдим итә (6 мең һум) һәм ошо сәбәп менән башланған хатлашыу дуҫлыҡҡа әүерелә. Уларҙың танышыуы ситтән тороп танышыу була. 13 йылдан ашыу улар хатлашалар һәм бер тапҡыр ҙа осрашмайҙар. Үҙ-ара килешеү буйынса улар осрашмаҫҡа ҡарар итәләр һәм сит кешеләргә үҙ дуҫлыҡтары тураһында хәбәр итмәҫкә килешәләр. Бөгөнгө көндә лә был мөнәсәбәттәрҙең сере аңлатылмаған сер булып ҡала. Тарихҡа ла әлеге усадьба Надежда Филаретовна менән Петр Чайковскийҙың ошо серле, ныҡ һәм оҙайлы дуҫлыҡ арҡаһында инә. Бөтәһе Браиловта Чайковский биш тапҡыр (башҡа сығанаҡтар буйынса — өс тапҡыр) була. Бында ул беренсе оркестр сюитаһын, «Орлеан ҡыҙы» оркестр операһын ижад итә, шулай уҡ бында ул 14 романс һәм бик күп башҡа әҫәрҙәрен яҙа. Браилов тирәһендә Ров йылғаһы өҫтөнән Чайковский ҡаяһы күтәрелгән — композитор бында ижад итергә яратҡан. Бына нисек Чайковский Браилов тураһында яҙып ҡалдырған: «Браиловҡа сәфәрҙәрем минең хәтеремдә ғүмеремдең иң илһамлы көндәренең бәхетле хәтирәләре булып ҡаласаҡ». Композитор матур биҙәлгән манарала ижадҡа бирелгән, бынан урындағы монастырға иҫ китерлек күренеш асыла. 1881 йылда Надежда фон Мекк йорт композиторы сифатында Париж консерваторияһы студенты Клод Дебюссины (1862—1913) саҡыра. Чайковский ижады менән һуғарылған атмосфера йәш композиторҙың ижадына йоғонто яһамай ҡалмай, һуңғараҡ Дебюсси күрекле француз композиторы булып китә. Икенсе донъя һуғышы осоронда һарай бик ҙур зыян күрә. Бөйөк композиторға хөрмәт йөҙөнән уны тергеҙәләр, әммә архитектура үҙенсәлектәре һаҡланмай. Берҙән-бер Чайковскийҙы хәтерләткән урын — йорт мөшөндәге декоратив манара. Бөгөнгө көндә элекке усадьбала лицей урынлашҡан, ә имение базаһында Петр Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы ойошторолған. # П. И. Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы ## Музейҙы ойоштороу. Бөгөнгө торошо Музей 1979 йылда Браилов ПТУ эргәһендә ойошторола һәм хәҙерге көндә фон Мекк ғаиләһенең һарай комплексында урынлашҡан. Музей коллекцияһы яҡынса 2 000 экспонат тәшкил итә һәм бөйөк композиторҙың һәм уның дуҫы һәм меценат Надежда фон Мекктың үҙ-ара бәйләнештәренә арналған. Уникаль музыкаль китапханаһында композиторҙың тормошо һәм ижады тураһында тасуирлаған бай экспозиция тупланған, Чайковский эшендә ҡулланған һирәк нота баҫмалары ҡуйылған. Бөтә экспонаттарҙы — мебель, музыкаль ҡоралдар, кәнсәләр кәрәк-яраҡтары — музейға фон Мекк вариҫтары ҡулланыу өсөн бүләк иткәндәр. Иғтибарҙы фонарь-бүлмә йәлеп итә — элек Н. Фон Мекктың һәм П. Чайковскийҙың эш кабинеты, уның экспозицияһы музыка даһийының тормошо һәм ижады хаҡында һөйләй. Зал интерьерында Надежда Филаретовнаның шәхси әйберҙәре урынлашҡан. Артабанғы экспозиция залында Надежда фон Мекктың шәхси фотоальбомынан фотокүсермәләре ҡуйылған, улар элекке Браиловты, уның эргә-тирәһен һәм архитектураһын сағылдыра. Витриналарҙа П. Чайковскийҙың үҙе йәшәгән саҡтағы әҫәрҙәр баҫмалары урынлашҡан. Музей фондтарына иң ҙур өлөштө йылдар дауамында фон Мекк ғаиләһенә һәм композитор Чайковскийға ҡағылышы булған мемориаль һәм тематик әйберҙәрҙе йыйған коллекционер П. Пляцек эшләй. Йыл һайын музейҙы донъяның төрлө мөйөштәренән меңләгән туристар килеп күрә, музыканы баһалай белеүселәргә был мауыҡтырғыс музейҙа күрерлек нәмәләр бик күп.
157412
https://ba.wikipedia.org/wiki/П._И._Чайковский_һәм_Надежда_фон_Мекк_музейы
П. И. Чайковский һәм Надежда фон Мекк музейы
# Тёмная (Егорлык ҡушылдығы) Тёмная — Рәсәйҙәге йылға. Ставрополь крайы биләмәләрендә аға. Йылға Егорлык йылғаһының һул ярына тамағынан 414 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 20 км. # Тёмная (Егорлык ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Дон һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Егорлык йылғаһы башынан Сенгилеев һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Дон ҡушылдыҡтары бассейны, Северский Донец тамағынан түбән, йылға бассейны — Дон (бассейндың рәсәй өлөшө). Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 05010500312107000016730 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 107001673 * Бассейн коды — 05.01.05.003 * ГӨ буйынса томы — 07 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
52494
https://ba.wikipedia.org/wiki/Тёмная_(Егорлык_ҡушылдығы)
Тёмная (Егорлык ҡушылдығы)
# Өлкә (Рәсәй) Өлкә — Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 65-се статьяһына ярашлы илден төбәк төрө. Рәсәйҙә 46 өлкә. # Өлкә (Рәсәй) ## Рәсәй Федерацияһы өлкәләре | № | Өлкә исеме | Флагы | Гербы | Терри- торияһы (км²) | Халыҡ һаны (2010 й. Иҫәп алыу буйнса) | Админист- ратив үҙәге | Административ-территорриаль бүленеше (ОКАТО ярашлы) | ОКАТО коды | Муниципаль берәмектәр | Эре ҡалалар (кеше) | | | Республикалар | Республикалар | Республикалар | Республикалар | Республикалар | Республикалар | Республикалар | Республикалар | Республикалар | Республикалар | | | Өлкәләр | Өлкәләр | Өлкәләр | Өлкәләр | Өлкәләр | Өлкәләр | Өлкәләр | Өлкәләр | Өлкәләр | Өлкәләр | | 31 | Амур өлкәһе | | | 361 900 | 829 200 | Благовещенск | 20 районов и 7 городов | 10 | 20 муниципальных районов, 8 городских округов | | | 32 | Архангельск өлкәһе | | | 589 900 | 1 228 100 | Архангельск | 20 районов и 8 городов | 11 | 19 муниципальных районов, 7 городских округов | | | 33 | Әстерхан өлкәһе | | | 49 000 | 1 010 700 | Әстерхан | 11 район, 3 ҡала | 12 | 11 муниципаль район, 2 ҡала округы | | | 34 | Белгород өлкәһе | | | 27 100 | 1 532 700 | Белгород | 21 район и 6 городов | 14 | 19 муниципальных районов, 3 ҡала округы | | | 35 | Брянск өлкәһе | | | 34 900 | 1 278 100 | Брянск | 27 районов и 5 городов | 15 | 27 муниципаль район, 7 ҡала округы | | | 36 | Владимир өлкәһе | | | 29 100 | 1 444 600 | Владимир | 16 район, 10 ҡала | 17 | 16 муниципаль район, 5 ҡала округы | | | 37 | Волгоград өлкәһе | | | 112 900 | 2 611 200 | Волгоград | 33 район, 6 ҡала | 18 | 33 муниципаль район, 6 ҡала округы | | | 38 | Вологда өлкәһе | | | 144 500 | 1 202 300 | Вологда | 26 район, 4 ҡала | 19 | 26 муниципаль район, 2 ҡала округы | | | 39 | Воронеж өлкәһе | | | 52 200 | 2 335 800 | Воронеж | 32 район, 7 ҡала | 20 | 31 муниципаль район, 3 ҡала округы | | | 40 | Иваново өлкәһе | | | 21 400 | 1 062 600 | Иваново | 21 район, 6 ҡала | 24 | 21 муниципаль район, 6 ҡала округы | | | 41 | Иркутск өлкәһе | | | 775 300 | 2 428 700 | Иркутск | 33 район, 14 ҡала | 25 | 27 муниципаль район, 9 ҡала округы | | | 42 | Калининград өлкәһе | | | 15 100 | 941 500 | Калининград | 13 район, 6 ҡала | 27 | 15 муниципаль район, 6 ҡала округы | | | 43 | Калуга өлкәһе | | | 29 800 | 1 011 600 | Калуга | 24 район, 4 ҡала | 29 | 24 муниципаль район, 2 ҡала округы | | | 44 | Кемерово өлкәһе | | | 95 700 | 2 763 400 | Кемерово | 19 районов и 18 городов | 32 | 28 муниципальных районов, 16 ҡала округы | | | 45 | Киров өлкәһе | | | 120 400 | 1 341 300 | Киров | 39 районов и 5 городов | 33 | 39 муниципаль район, 6 ҡала округы | | | 46 | Кострома өлкәһе | | | 60 200 | 667 500 | Кострома | 24 района и 8 городов | 34 | 24 муниципальных района, 6 ҡала округы | | | 47 | Ҡурған өлкәһе | | | 71 500 | 910 900 | Ҡурған | 24 района и 9 городов | 37 | 24 муниципальных района, 2 ҡала округы | | | 48 | Курск өлкәһе | | | 30 000 | 1 126 500 | Курск | 28 районов и 5 городов | 38 | 28 муниципальных районов, 5 ҡала округы | | | 49 | Ленинград өлкәһе | | | 83 900 | 1 712 700 | Санкт-Петербург | 17 районов и 20 городов | 41 | 17 муниципаль район, 1 ҡала округы | Гатчина (95 135), Выборг (80 896), Сосновый Бор (66 967), Всеволожск (62 129), Тихвин (58 497), Кириши (52 996) | | 50 | Липецк өлкәһе | | | 24 000 | 1 172 800 | Липецк | 18 районов и 2 города | 42 | 18 муниципальных районов, 2 ҡала округы | | | 51 | Магадан өлкәһе | | | 462 500 | 157 000 | Магадан | 8 район и 2 города | 44 | 8 муниципальных районов, 1 ҡала округы | | | 52 | Мәскәү өлкәһе | | | 45 800 | 7 092 900 | факт. Красногорск, офиц. Мәскәү | 38 районов и 56 городов | 46 | 36 муниципальных районов, 36 ҡала округы | | | 53 | Мурманск өлкәһе | | | 144 900 | 796 100 | Мурманск | 5 районов и 13 городов | 47 | 5 муниципальных районов, 14 ҡала округы | | | 54 | Түбәнге Новгород өлкәһе | | | 76 600 | 3 310 600 | Түбәнге Новгород | 48 районов и 12 городов | 22 | 48 муниципальных районов, 4 ҡала округы | | | 55 | Новгород өлкәһе | | | 54 500 | 634 100 | Бөйөк Новгород | 21 район, 3 ҡала | 49 | 21 муниципальный район, 1 ҡала округы | | | 56 | Новосибирск өлкәһе | | | 177 800 | 2 665 900 | Новосибирск | 30 районов и 7 городов | 50 | 30 муниципальных районов, 5 ҡала округы | | | 57 | Омск өлкәһе | | | 141 100 | 1 977 500 | Омск | 32 район, 6 ҡала | 52 | 32 муниципальных района, 1 ҡала округы | | | 58 | Ырымбур өлкәһе | | | 123 700 | 2 032 900 | Ырымбур | 35 районов и 12 городов | 53 | 35 муниципальных районов, 13 ҡала округы | Орск, Боғорослан, Быҙаулыҡ, Ҡыуандыҡ | | 59 | Орел өлкәһе | | | 24 700 | 787 200 | Орёл | 24 района и 3 города | 54 | 24 муниципальных района, 3 ҡала округы | | | 60 | Пенза өлкәһе | | | 43 400 | 1 386 200 | Пенза | 28 районов и 5 городов | 56 | 28 муниципальных районов, 5 ҡала округы | | | 61 | Псков өлкәһе | | | 55 400 | 673 500 | Псков | 24 района и 2 города | 58 | 24 муниципальных район, 2 ҡала округы | | | 62 | Ростов өлкәһе | | | 101 000 | 4 279 200 | Дондағы Ростов | 43 района и 16 городов | 60 | 43 муниципальных района, 12 ҡала округы | | | 63 | Рязань өлкәһе | | | 39 600 | 1 154 200 | Рязань | 25 районов и 4 города | 61 | 25 муниципальных районов, 4 ҡала округы | | | 64 | Һамар өлкәһе | | | 53 600 | 3 215 700 | Һамар | 27 район, 10 ҡала | 36 | 27 муниципальных районов, 10 ҡала округы | | | 65 | Һарытау өлкәһе | | | 101 200 | 2 521 800 | Һарытау | 38 район, 13 ҡала | 63 | 38 муниципальных районов, 4 ҡала округы | | | 66 | Сахалин өлкәһе | | | 87 100 | 497 900 | Южно-Сахалинск | 17 районов и 9 городов | 64 | 2 муниципальных района, 17 ҡала округы | | | 67 | Свердловск өлкәһе | | | 194 300 | 4 298 000 | Екатеринбург | 30 районов и 34 города | 65 | 5 муниципальных районов, 67 ҡала округы | | | 68 | Смоленск өлкәһе | | | 49 800 | 985 500 | Смоленск | 25 районов и 2 города | 66 | 25 муниципальных районов, 2 ҡала округы | | | 69 | Тамбов өлкәһе | | | 34 500 | 1 092 400 | Тамбов | 23 района и 7 городов | 68 | 23 муниципальных района, 7 ҡала округы | | | 70 | Тверь өлкәһе | | | 84 200 | 1 353 500 | Тверь | 36 районов и 12 городов | 28 | 36 муниципальных районов, 7 ҡала округы | | | 71 | Томск өлкәһе | | | 314 400 | 1 045 500 | Томск | 16 районов и 6 городов | 69 | 16 муниципальных районов, 4 ҡала округы | | | 72 | Тула өлкәһе | | | 25 700 | 1 553 900 | Тула | 23 район, 9 ҡала | 70 | 23 муниципаль район, 3 ҡала округы | | | 73 | Төмән өлкәһе | | | 1 464 200 | 3 395 200 | Төмән | 38 район и 26 городов (с ХМАО и ЯНАО) | 71 | 21 муниципальный район, 5 ҡала округы (ХМАО һәм ЯНАО иҫәпкә алынманы) | Тобольск (100 000 кеше) | | 74 | Ульяновск өлкәһе | | | 37 200 | 1 292 200 | Ульяновск | 21 район и 6 ҡала | 73 | 21 муниципаль район, 4 ҡала округы | | | 75 | Силәбе өлкәһе | | | 88 500 | 3 478 600 | Силәбе | 24 района и 23 ҡала | 75 | 24 муниципаль район, 16 ҡала округы | Магнитогорск, Мейәс, Ҡыштым, Златоуст | | 76 | Ярославль өлкәһе | | | 36 200 | 1 272 500 | Ярославль | 17 районов и 6 ҡала | 78 | 17 муниципаль район, 3 ҡала округы | |
70322
https://ba.wikipedia.org/wiki/Өлкә_(Рәсәй)
Өлкә (Рәсәй)
# Монархия Монархия (лат. monarchia от бор. грек. μοναρχία «единовластие» < μόνος «яңғыҙ, бер бөтөн» + ἀρχή «власть, хакимлыҡ») — дәүләт башлығы тейешле исем йөрөткән монарх (батша, батша, император, солтан, әмир, фирғәүен һ. б.) булған дәүләт ҡоролошо формаһы. Монархтың сикләнмәгән вәкәләтлек мөҙҙәте бар, шул уҡ ваҡытта уның хоҡуҡтары конституция йәки парламент менән сикләнеүе мөмкин. Эш буйынса монархтарҙың власы абсолюттан алып тик формальға тиклем үҙгәреп тора. Ҡағиҙә булараҡ, дәүләт башлығының монархия аҫтындағы вазифаһы мираҫ итеп алына. Хәҙерге заманда иң киң таралған парламент монархияһы — монарх власы формаль булған, ә ғәмәлдә дәүләт менән парламент идара итә. Монархияның классик формаһының (абсолютизм) төп һыҙаттары: * үҙ власын ғүмерлеккә йә унан баш тартҡанға тиклем (батша, батша, император, шаһ) тормошҡа ашырған берҙән-бер дәүләт башлығының булыуы;)ү; * ҡағиҙә булараҡ, нәҫелдән килгән (йола йә закон буйынса) юғары власты тапшырыу тәртибе; * монарх милләт берҙәмлеген, традицияларҙың тарихи өҙлөкһөҙлөгөн кәүҙәләндерә, халыҡ-ара аренала дәүләтте кәүҙәләндерә * контрасигнатура (минстрҙарҙың имзаһы һәм яуаплылығы) институтына баҫым яһаған монархтың хоҡуҡи иммунитеты һәм бойондороҡһоҙлоғо. Йыш ҡына монархия тип һаналған дәүләттәр үрҙә һаналған һыҙаттарға тура килмәй. Өҫтәүенә, ҡайһы бер осраҡтарҙа монархия менән республика араһындағы сикте теүәл билдәләүе ҡыйын. Римда, мәҫәлән, Принсипат осоронда һайланма монархия булған. Речь Посполитая, монархия булып, элеккесә үҙенең республика институттарын һаҡлап ҡала. Европа императоры, башта республика ғәҙәттән тыш магистратураһы була, ә «Речь Посполитая» атамаһы һүҙмә-һүҙ «республика» тип тәржемә ителә. # Монархия ## Монархия төрҙәре ### Күләме буйынса сикләүҙәр * Абсолют монархия — монархия монархтың сикләнмәгән власын күҙҙә тота. Бындай монархияла власты мираҫ итеп алалар йәки монарх уның вариҫын тәғәйенләй. Абсолют монархия осоронда бөтә власть тулыһынса монархҡа буйһона, халыҡ ихтыярын рәсми рәүештә, мәҫәлән, кәңәшмә орган (әлеге ваҡытта Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге, Оман, Катар) аша белдерергә мөмкин. * Конституцион монархия — монарх власы конституция, яҙылмаған хоҡуҡ, башҡа закондар йәки традициялар менән сикләнгән монархия. Конституцион монархия ике формала була ала: дуалистик монархия (Австро-Венгрия империяһы 1867—1918, Япония империяһы 1889—1945, Германия империяһы 1871—1918, әлеге ваҡытта Марокко, Иордания, Күвейт һәм ҡайһы бер резервациялар менән Монако һәм Лихтенштейнда) һәм парламент монархияһы (хәҙер Дания, Швеция). ** Парламент монархияһы — монарх реаль көскә эйә булмаған һәм вәкиллекле функциялар башҡарған конституцион монархия төрө. Парламент монархияһында хөкүмәт дәүләттең башҡа органдарына ҡарағанда ҡеүәте күберәк булған парламент алдында яуаплы (был илдән-илгә үҙгәреп торһа ла) (Бөйөк Британия, Япония парламент монархияһы өлгөһө булып тора). ** Дуалистик монархия (лат. Dualis — ике яҡлы) — конституцион монархия төрө, унда монархтың власы закондар сығарыу өлкәһендә конституция һәм парламент менән сикләнә, әммә улар билдәләгән сиктәрендә хаким ҡарарҙар ҡабул итеү азатлығына эйә (әлеге ваҡытта Марокко, Иордания). Монарх хөкүмәтте тәғәйенләү хоҡуғына эйә. * Теократик монархия — бик һирәк осрай торған монархия төрө, унда бөтә сәйәси власть монарх ҡулында туплана, ул дәүләт власынан тыш рухи власты ла тормошҡа ашыра (Сиркәү башлығы). Икенсе шарт — дин менән сәйәсәттең тығыҙ бәйләнеше. Монарх — Ерҙә Алланың идара башлығы һәм бөтә мөһим мәсьәләләр Алла күрһәтмәләре, вәхшилектәре йәки ҡанундары буйынса хәл ителә. (хәҙерге Ватикан һәм Сәғүд Ғәрәбстаны, элекке Черногория). # Монархия ## Монархия төрҙәре ### Төҙөлөш традицияһы буйынса * Боронғо Көнсығыш монархияһы — кешелек тарихында беренсе идара итеү формаһы, уға ғына хас уникаль һыҙаттарға эйә булған.р. * Феодаль монархия (урта быуат монархияһы) — бер-бер артлы өс осор үҫеш кисерә: иртә феодаль монархия, ҡатлам вәкилдәре монархия, абсолют монархия. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр беренсе һәм икенсе баҫҡыстар араһына аҫабалыҡ монархияһын ҡуя.. ** Иртә феодаль монархия — хронологик яҡтан төньяҡ илдәрендә идара итеүҙең беренсе формаһы, ул иртә феодаль империялар барлыҡҡа килгән осорҙа ла, артабанғы феодаль тарҡалыу осоронда ла булған.. ** <i>Аҫабалыҡ монархияһы</i> — монархия, юғары власть ҡабаттан реаль булып китә һәм уны тапшырыу тәртибе төп феодаль лордтарҙың ихтыярына бәйле булыуҙы туҡтата, монарх рыцарлыҡ һәм өсөнсө ҡатлам менән союзға инә һәм дәүләтте үҙәкләштереү процесын башлай. ** Ҡатламлы-вәкәләтле монархия — монархия власы, аҫабалыҡ монархияһындағы кеүек, вассал вәкилдәре менән генә түгел, ә өсөнсө ҡатлам вәкилдәре менән дә сикләнгән. ** Абсолют монархия — ҡатламдарҙың өҫтөнлөгө булған монархия, аҫабалыҡ монархияһындағы кеүек вассал вәкилдәре менән генә сикләнмәгән, өсөнсө ҡатлам вәкилдәре менән дә сикләнгән. * Диократик монархия — сиркәү башында йәки дин әһелендә сәйәси власҡа эйә булған монархия. * Шәхси монархия — легитимлығы нәҫелдән килгән хоҡуҡҡа түгел, ә монархтың шәхси сифаттарына нигеҙләнгән монархия. Бындай монарх, ҡағиҙә булараҡ, власты хәрби көстәр, түңкәрелеш һәм башҡа көс ҡулланыу юлы менән ала. Шәхси монархтарҙың типик вәкилдәре булып Диадохтар тора, улар үҙҙәренең батшалыҡтарын Александр Македонский империяһы өлөштәренән төҙөгәндәр.. # Монархия ## Монархия теорияһы Монархия монархизм күҙлегенән ҡарағанда Юғары власть принцибы булып тора, ул Алла ихтыяры монархының үтәлеүенә нигеҙләнгән һәм ошонан үҙ власын ала. Монарх, был төшөнсә буйынса, Власты Алланан ала. Шуның нигеҙендә монархистар монархияны республиканан айыралар (унда юғары дәүләт власы кешегә консенсус — дөйөм һайлауҙар һөҙөмтәһендә бирелә) һәм аристократиянан (унда юғары власть йәмғиәттең иң аҫыл вәкилдәре аҙсылығына ҡарай).. Монархист өсөн монарх тәү сиратта юридик түгел, ә әхлаҡи абруй булып тора. Шуға ярашлы, монархия идара итеүҙең «Аллаға ярайһы ғына» формаһы тип һанала, шул уҡ ваҡытта республиканы йыш ҡына «шайтан уйҙырмаһы» тип һанайҙар. "Күк ерҙән һис шикһеҙ яҡшыраҡ, ә күк ерҙән яҡшыраҡ булғанға күрә, һис шикһеҙ, ерҙәге иң яҡшыларҙы, алланы күреүсе Мусаға әйтелгәнсә, күк образында урынлаштырылған тип танырға кәрәк: «виждь, да сотвориши вся по образу показанному тебе на горе» (Исх. 25:40), йәғни Алла Ерҙә батшаны раҫлай; ул ерҙә нәҫелдән килгән батша урынлаштыра (Изге Филарет Москва). # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте Исемлектә 2020 йылғы монархиялар. Айырым исемлекте доминиондар — монархиялар — элекке инглиз колониялары күрһәтелә, уларҙа дәүләт башлығы — Бөйөк Британия королеваһы (короле) . # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте ### Европа * Андорра — князья-соправители Эммануэль Макрон (2017) һәм Жоан Энрик Вивес-и-Сисилья (c 2003) * Бельгия — король Филипп (2013) * Ватикан — папа Франциск (2013) * Бөйөк Британия — королева Елизавета II (1952) ** Гернси — герцог Елизавета II (1952) ** Джерси — герцог Елизавета II (1952) ** Мэн утрауы — лорд Елизавета II (1952) * Дания — королева Маргрете II (1972) * Испания — король Филипп VI (2014) * Лихтенштейн — кенәз Ханс-Адам II (1989) кенәз Алоиза регент (монарх урынына дәүләткә ваҡытлыса етәкселек итеүсе)(2004) * Люксембург — Бөйөкй герцог Анри (2000, 1998 йылдан регент (монарх урынына дәүләткә ваҡытлыса етәкселек итеүсе)) * Мальта ордены — кенәз һәм Бөйөк Магистр Марко Луццаго (с 2020) * Монако — кенәз Альбер II (2005) * Нидерланд — король Виллем-Александр (2013) * Норвегия — король Харальд V (1991) при регентстве кронпринц Хокон регентлығы. * Швеция — король Карл XVI Густав (1973) # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте ### Азия * Афғанстан — әмир Һибәтулла Ахунзадә (2021) * Бахрейн — король Хамад ибн Иса Әл Хәлифә (2002, әмир в 1999—2002) * Бруней — солтан Хассанал Болкиах (1967) * Бутан — король Джигме Кхесар Намгьял Вангчук (2006) * Иордания — король Ғабдуллаһ II (1999) * Камбоджа — король Нородом Сиамони (2004) * Катар — әмир Тамим бин Хамад Әл Тани (2013) * — әмир Наваф әл-Ахмед әл-Джабер ас-Сабах (2002) * Малайзия — Янг ди-Пертуан Агонг Ғабдулла II (2019) ** Джохор — солтан Ибраһим Исмәғил (2010) ** Кедах — солтан Туанку Сәлеһуддин ибни Әл-Мархум Султан Бадлишах (2017) ** Келантан — солтан Мөхәммәт V Фарис Петра (2010) ** Негри-Сембилан — Янг ди-Пертуан Бесар Мухриз (2008) ** Паханг — солтан Ғабдулла (2002) ** Перак — солтан Назрин Муизуддин Шах (2014) ** Перлис — раджа Сайед Сираджуддин (2000) ** Селангор — солтан Шарафутдин Идрис (2001) ** Тренгану — солтан Мизан Зайнал Абидин (1998) * — президент Хәлифә ибн Зайд ан-Нахайян (2004) ** Абу-Даби — әмир Хәлифә ибн Зайд ан-Нахайян (2004) ** Аджман — әмир Хумайд IV ибн Рашид ан-Нуайми (1981) ** Дубай — әмир Мөхәммәт ибн Рашид әл-Мактум (2006) ** Рас-эль-Хайма — әмир Сәғүд бин Сакр әл-Касими (с 2010) ** Умм-эль-Кайвайн — әмир Сәғүд бин Рашид әл-Муалла (2009) ** Эль-Фуджайра — әмир Хамад II бин Мөхәммәт аш-Шарки (1974) ** Шарджа — әмир Султан III бин Мөхәммәт әл-Касими (1972 йылдан 1987 йылға тиклем һәм 1987 йылдан) * Оман — солтан Хейсам бен Тарик (с 2020) * Сәғүд Ғәрәбстаны — король Салман ибн Абдул-Азиз Әл Сәғүд (2015) * Таиланд — король Маха Вачиралонгкорн (с 2016) * Япония — император Нарухито (с 2019) # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте ### Африка * Лесото — король Летсие III (с 1990 по 1995 и с 1996) * Марокко — король Мөхәммәд VI (с 1999) * Эсватини — король Мсвати III (с 1986) # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте ### Океания * Самоа — О ле Ао О ле Мало Ваалетоа Суалауви II (с 2017) * Тонга — король Тупоу VI (с 2012) # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте ### Милләттәр берләшмәһе Милләттәр берләшмәһе башлығы посты титул түгел һәм нәҫел буйынса күсмәй. Хөкүмәт башлығы булып бөйөк британия монархы алышанғандан һуң, берләшмә дәүләт-ағзаларының яңы ойошмаһының формаль башлығы тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итә. # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте ### Милләттәр берләшмәһе #### Берләшмә Короллектәре Берләшмә короллектәре (доминион тип элек тип аталған) монархы дәүләт башлығы булып тора, Бөйөк британия генерал-губернатор тәҡдим иткән. # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте ### Милләттәр берләшмәһе #### Берләшмә Короллектәре ##### Америка * Антигуа һәм Барбуда * Багам Утрауҙары‎ * Барбадос * Белиз * Гренада * Канада * Сент-Винсент һәм Гренадин * Сент-Китс һәм Невис * Сент-Люсия * Ямайка # Монархия ## Хәҙерге заман монархия дәүләте ### Милләттәр берләшмәһе #### Берләшмә Короллектәре ##### Океания * Австралия * Яңы Зеландия ** Кук Утрауҙары ** Ниуэ * Папуа — Яңы Гвинея * Соломон Утрауҙары * Тувалу # Монархия ## Монарх идара иткән административ берәмек ### Азия * Индонезия ** Джокьякарта айырым округы — губернатор X Хаменгкубувоно (1998) — губернатор тауыш биреү юлы менән һайлана, әммә был вазифаға Джокьякарта Пакуаламан кенәздәреһәм солтандары ғына һайлана ала # Монархия ## Элекке һәм урындағы монархтарға юридик яҡтан айырым хоҡуҡтар йәки өҫтөнлөктәр бирелгән дәүләттәр ### Европа * Черногорияла Черногория король йорто вариҫтары статусы «Петрович-Ньегос династияһы вариҫтарының статусы тураһында» закон менән көйләнгән. Атап әйткәндә, хөкүмәт Петрович-Негошей фондын булдыра, уның эшмәкәрлеге «Черногория мәҙәниәтен үҫтереүгә, гуманитар проекттарҙа ҡатнашыуға һәм Черногория һәм уның традициялары мәнфәғәтендә эшмәкәрлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән» төҙөлөшө бер нисә династияһы вариҫтарына түләү бирелгән, династия вариҫтарына ҡулланыу өсөн бер нисә бина бирелә, шул иҫәптән Негушиҙа батша Николай I йорто, йәнәшәләге баҡсалар һәм болондар менән файҙаланыу хоҡуғына эйә була, ә батша йорто башлығына «династия вариҫтары вәкиле» статусы һәм ошо исем менән бәйле ҡайһы бер өҫтөнлөктәр һәм бурыстар бирелә: ** Уларға династия символын ҡулланырға мөмкин. ** Улар Черногория президенты, Хөкүмәт рәйесенең тулы хоҡуҡлы вәкиле була ала. ** Петрович-Негоше фондының етәксе комитеты рәйесе була алалар. ** Улар билдәләнгән тәртипкә ярашлы дәүләт объекттары менән файҙалана алалар. ** Улар дәүләи церемониялары үткән Подгорица Һарайының беренсе ҡатын файҙалана алалар һәм өҫтөнләктәре бар.. ** Улар ай һайын эш хаҡы ала, улырҙың эш хаҡы Черногория президентының эш хаҡына тигеҙ. ** Улар административ һәм дәүләт тәьмине хоҡуғына эйә. *** Хәҙерге династияһы вәкиле Никола Петрович-Негош (с 2011) # Монархия ## Элекке һәм урындағы монархтарға юридик яҡтан айырым хоҡуҡтар йәки өҫтөнлөктәр бирелгән дәүләттәр ### Европа #### Танылмаған дәүләттәр * Танылмаған Днестр буйы Молдова Республикаһы Рәсәй Император йорто статусы ПМР Президентының «Приднестровье Молдавия Республикаһында Рәсәй Император йортоноң статусы тураһында» указы һәм уның ҡушымтаһы менән көйләнгән.. # Монархия ## Элекке һәм урындағы монархтарға юридик яҡтан айырым хоҡуҡтар йәки өҫтөнлөктәр бирелгән дәүләттәр ### Африка * Ботсвананың консультатив органы — юлбашсылар палатаһы. Кәңәшләшеү органы булып тора һәм ун биш ағзанан тора — иң эре ҡәбиләләрҙең һигеҙ юлбашсыһы — ғүмерлек ағзалар, дүртәүһе бәләкәй райондар тарафынан биш йылға һайлана, өсәүһе Палата тарафынан тәғәйенләнә. Әммә, атамаһына ҡарамаҫтан, был палата парламентҡа индерелмәгән. * Зимбабвела ике палаталы парламент палаталарының береһе булып Сенат тора, уның 16 урыны юлбашсылар Советы һайлаған вәкилдәр өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ юлбашсылар Советы рәйесе һәм урынбаҫары өсөн тәғәйенләнгән. # Монархия ## Элекке һәм урындағы монархтарға юридик яҡтан айырым хоҡуҡтар йәки өҫтөнлөктәр бирелгән дәүләттәр ### Океания * Яңы Зеландия ** Яңы Зеландия идара иткән үҙидаралыҡлы булмаған Токелауҙа Хөкүмәт — Файпул советы, ул территорияны тәшкил иткән атоллдарҙың өс юдбашсыһынан тора. Хөкүмәт Башлығы Совет ағзаларынан бер йылға һайлана. # Монархия ## Традицион монархиялар ### Азия * Индонезия ** Джокьякарта — солтан X Хаменгкубувоно (1989) ** Пакуаламан — кенәз X Алам Пак (2016) * Непал ** Ло Короле — 2016 йылдан вакант урын # Монархия ## Традицион монархиялар ### Африка * Ботсвана ** Бамангватый — король (Kgôsi) Ә ян Серетс (c 1979) * Гана ** Ашанти — король II Отумфо Осеи Н Туту (1999) * Нигерия ** Сокото — әмир Әл-Мөмьин Солтан Абубакар Кабкаб (2006) * Уганда ** Анколь — король Чарльз Рвебишенгье Арьяйдж (2011) ** Буганда — король Мувенд Рональд (1993) ** Буньоро — король Сөләймән I Гафабус Игур (1994) ** Бусога — конфедерация башлығы Эдуард Мулок Вамбузить Колумбус (2009); Британлы уильям уилберфорс Кадумбула Габула <a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A3%D0%B8%D0%BB%D1%8C%D1%8F%D0%BC_%D0%A3%D0%B8%D0%BB%D0%B1%D0%B5%D1%80%D1%84%D0%BE%D1%80%D1%81_%D0%9A%D0%B0%D0%B4%D1%83%D0%BC%D0%B1%D1%83%D0%BB%D0%B0_%D0%93%D0%B0%D0%B1%D1%83%D0%BB%D0%B0_%D0%9D%D0%B0%D0%B4%D0%B8%D0%BE%D0%BF%D0%B5_IV{{Недоступная ссылка|date=October 2022 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}" rel="mw:ExtLink" title="Уильям Уилберфорс Кадумбула Габула Надиопе IV" class="new cx-link" data-linkid="338">IV</a> (иғлан ителгән; хәҙерге ваҡытта оппозицияла) (2014) ** Рвензурур — король Ирема Чарльз Мумбер Кибанзанг Уэсли II (2009) ** Торо — король Игур Рукиди Нуимба Кабамба IV (2010) * КАР ** Квазулу-Наталь — король Зулу Мисузула (2021 с) # Монархия ## Традицион монархиялар ### Океания * Яңы Зеландия ** Маори — король Тухеитиа Паки (2006) * Уоллис и Футуна (заморская территория Франции) ** Ало — Лино Лелейвай (2018) ** Сигав — король Эуфенио Такала (2016) ** Увеа — король Паталионе Канимоа (2016)
7239
https://ba.wikipedia.org/wiki/Монархия
Монархия
# Ногор-Юган (Назым ҡушылдығы) Ногор-Юган — Рәсәйҙәге йылға. Ханты-Манси АО биләмәләрендә аға. Йылға Назым йылғаһының уң ярына тамағынан 367 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 22 км. # Ногор-Юган (Назым ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Обь йылғаһы Нефтеюганск ҡалаһынан Иртыш йылғаһы ҡушылғанға тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Вах, йылға бассейны — (Үрге) Обь, Иртыш ҡушылғанға тиклем. Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 13011100212115200050901 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115205090 * Бассейн коды — 13.01.11.002 * ГӨ буйынса томы — 15 * ГӨ буйынса сығарылыш — 2
64344
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ногор-Юган_(Назым_ҡушылдығы)
Ногор-Юган (Назым ҡушылдығы)
# Пша Пша (Потьма) — Рәсәй йылғаһы. Түбәнге Новгород өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Теша йылғаһының уң ярына тамағынан 281 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км. # Пша ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Ока һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Теша йылғаһы, инештән тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ока ҡушылдыҡтары бассейны Мокша йылғаһы ҡушылған урынға тиклем, йылға бассейны — Ока. Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 09010300212110000030427 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 110003042 * Бассейн коды — 09.01.03.002 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 10 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
17779
https://ba.wikipedia.org/wiki/Пша
Пша
# Инфляция Инфля́ция (лат. inflatio «күбеү») — тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың дөйөм кимәле күтәрелеүе. Инфляция ваҡытында тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең баҙар хаҡтары даими арта бара, бер үк аҡсаға уларҙы элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ һатып алып була. Асылда, аҡсаның һатып алыу һәләте кәмей, уның ҡиммәте арзаная. Аҡсаның арзанайыуы баҙар иҡтисадында хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтерә. Хужалыҡ итеүҙең административ-команда системаһында аҡсаның арзанайыуы хаҡтар үҫеүенә килтермәүе лә ихтимал, әммә ул ваҡытта тауар дефициты күҙәтелә. Инфляция оҙайлы, тотороҡло процесс булараҡ ҡарала. Инфляция бөтә хаҡтарҙың да бер ваҡытта күтәрелеүен аңлатмай, сөнки айырым тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың түбәнәйеүе йәки үҙгәрешһеҙ ҡалыуы ихтимал. Хаҡтарҙың дөйөм кимәле, йәғни ВВП дефляторы үҫеүе инфляцияға килтерә. # Инфляция ## Инфляция сәбәптәре Иҡтисад фәнендә инфляцияның түбәндәге сәбәптәре билдәләнә: * Дәүләтттең үҙ сығымдарын ҡаплау өсөн өҫтәмә аҡса эмиссияһын индерәүе, тауар әйләнеше ихтыяжынан күберәк булған аҡса күләмен арттырыуы инфляцияға килтерә. Хәрби хәрәкәттәр йәки иҡтисади көрсөк осоронда айырыуса сағыу күренә. * Банктар тарафынан ҡуланыусыларҙы күпләп кредитлау иҫәбенә әйләнештәге аҡса күләмнең артыҡ күбәйеүе инфляцияға килтерә. Был бигерәк тә тауар менән тәьмин ителмәгән валюта эмиссияһы иҫәбенә эшләнгәндә һиҙелә. * Эре, айырыуса сеймал тармаҡтарындағы, компанияларҙың, етештереү сығымдарын һәм тауар хаҡын үҙ аллы билдәләү монополияһы йыш ҡына инфляцияға килтерә. * Профсоюздарҙың эш хаҡын кәметеүҙе сикләү монополияһы дөйөм сығымдарҙың артыуына һәм инфляцияға килтерә. * Милли етештереүҙең реаль күләменең кәмеүе, әйләнештәге аҡса күләменең шул хәлдә ҡалған осраҡта, хаҡтарҙың артыуына килтерә. Сөнки тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең аҙыраҡ күләменә элекке аҡса күләме тура килә. * Әйләнештәге аҡса күләменең тотороҡло осоронда дәүләттең яңы һалымдар, пошлиналар, акциздар индереүе йәки арттырыуы хаҡтарҙың артыуына килтерә. # Инфляция ## Инфляцияны үлсәү ысулдары ### Ҡулланыусылар хаҡтары индексы Инфляцияны үлсәүҙең иң киң таралған ысулы булып ҡулланыусылар хаҡтары индексы (ИПЦ) тора. Ул алдан билдәләнгән тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар кимәлен даими күҙәтеү аша иҫәпләнә. Билдәләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр исемлеге ҡулланыусылар кәрзине тип атала. Ҡулланыусылар кәрзиненең дөйөм хаҡы үлсәнә һәм алдағы осорға ҡарата үҙгереү индексы билдәләнә. Рәсәйҙә Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте инфляция кимәлен даими күҙәтә, ҡулланыусылар хаҡтары индексын иҫәпләй һәм рәсми баҫтырып сығара. Рәсми индекстар йыш ҡына кешеләр мәнфәғәтендә төҙәтеү коэффициенттары булараҡ, мәҫәлән, компенсация, зыян күләмен иҫәпләгәндә файҙаланыла. Был индекстан тыш, шулай уҡ ҡулланыусылар хаҡтарының база индекстары (БИПЦ) ла иҫәпләнә. База инфляцияһы индексы ҡулланыусылар хаҡтары индексына инә. Был индекс хаҡтарҙың административ, осраҡлы ваҡиға, миҙгел йоғонтоһо аҫтында хаҡтарҙың ҡыҫҡа осорҙа киҫкен үҙгәрештәренән тыш иҫәпләнә. БИПЦ ғәҙәти ИПЦ кеүек, үк шул уҡ тауарҙар һәм хеҙмәттәр кәрзине өсөн иҫәпләнә. Әммә, хаҡтарҙың ваҡытлыса үҙгәреүенә йоғонтоло тауарҙар һәм хеҙмәттәр иҫәпкә алынмай. # Инфляция ## Инфляцияны үлсәү ысулдары ### Башҡа индекстар Ҡулланыусылар хаҡтары индексынан тыш инфляцияны иҫәпләүҙең башҡа ысулдар ла бар. Ҡағиҙә булараҡ, бер нисә төп ысул ҡулланыла: * Етештереүселәр хаҡтары индексы — дистрибуцияның өҫтәмә хаҡын һәм һатыу һалымдарын иҫәпкә алмайынса етештереүҙең үҙҡиммәте үҙгәреүен сағылдыра. * Йәшәү сығымдар индексы — килемдәрҙең һәм сығымдарҙың үҫеш балансын иҫәпкә ала. * Активтар хаҡы индексы — акцияларҙың, күсемһеҙ милектең, заем капиталы хаҡтары үҙгәреүен күрһәтеүсе индекс. * ВВП дефляторы - бер төрлө тауарҙар төркөмөнә хаҡтарҙың үҙгәреүе булараҡ иҫәпләнә. * Милли валютаның һатып алыу һәләте паритеты һәм валюталар курсы үҙгәреүен күрһәтә.
186017
https://ba.wikipedia.org/wiki/Инфляция
Инфляция
# Ҡарағай шифаханаһы Ҡарағай шифаханаһы — балнеология шифаханыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә урынлашҡан. Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре исемлеге : Тәбиғәт ҡомартҡылары : Иҫкәрмәләр: $^М$ — милли парк; $^Л$ — ландшафт паркы; $^Ю$ — тәбиғәт ҡорматҡыһы статусын юғалтҡандар :
109538
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡарағай_шифаханаһы
Ҡарағай шифаханаһы
# Анатолий Собино исемендәге парк Анатолий Собино исемендәге парк — Дондағы Ростов ҡалаһының Тимер юл районында урынлашҡанмәҙәниәт һәм ял паркы . Паркка революционер Анатолий Собино исеме бирелгән. Йыш ҡына был урынды ҡала халҡы үҙенең әшәке скверы тип атай. Йәшел массивтың атамаһы паркта һаҡланып ҡалған Анатолий Собиноның ҡәбере менән бәйле. # Анатолий Собино исемендәге парк ## Тарих Ҡасандыр Анатолий Собино исемендәге баҡса урынында Ленгород баҡсаһы булған. Ул Затемерницкий биләмәһендәге төп парк булып һаналған. Советтар Союзы ваҡытында сквер ҙур булмаған йәшел участканан ғибәрәт булған. Парк территорияһында күҙәтеү тәгәрмәсе, балалар аттракционы, йәйге эстрада, асыҡ һауа кинотеатры һәм планетарий булған. Парк территорияһындағы күп ҡоролмалар ХХI быуатта авария хәлендә һәм реставрациялауға мохтаж. Бөтә территорияла иҫке биналар ҡалдығы, сәхнә майҙансығы ҡалдыҡтары, уларҙы кирбес һәм төҙөлөш блоктары менән кирбес стена уратып алған. Ҡасандыр ҡуйылған күп кенә эскәмйәләр ватылған һәм юҡҡа сыҡҡан, тротуарҙар — емерелгән. 2006 йылда паркка сквер статусы бирелгән һәм ул район дирекцияһының муниципаль милеге һәм төҙөкләндереү балансына тапшырылған. Парк территорияһында ҡайһы бер үҙгәрештәр эшләнгән: авария хәлендәге ағастарҙың баштары ҡырҡылған, емерек объекттарға өлөшләтә демонтаж яһалған. 2013 йылдың майында паркты төҙөкләндереүҙә ҡатнашыусы инициатив төркөм түтәлдәрҙе төҙөкләндерә башланы. Үҙәк аллеялағы баҫҡыстарҙы спорт майҙансығына тиклем тергеҙеү планлаштырыла, шулай уҡ Анатолий Собино мемориалын реставрациялау ҡарала. 2014 йылда парк өлөшләтә тергеҙелә башлай. Бында ағастарҙыңҡойолған япраҡтарын йыйыу башлана. Ҙур булмаған балалар майҙансығы барлыҡҡа килә. 2015 йыл аҙағынаса Анатолий Собино исемендәге парк территорияһы төҙөкләндереләсәк тип иғлан ителә.Территорияны төҙөкләндереүҙең төрлө варианттары булдырыла, әммә ул ваҡытта төҙөкләндереүҙең төп һуңғы варианты әле һайланмаған була.
118774
https://ba.wikipedia.org/wiki/Анатолий_Собино_исемендәге_парк
Анатолий Собино исемендәге парк
# Тюрарка Тюрарка — Рәсәй йылғаһы. Сыуашстан биләмәләрендә аға. Йылға Кесе Цивиль йылғаһының һул ярына тамағынан 29 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 14 км. # Тюрарка ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Цивиль йылғаһы, инештән тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Волга ҡушылдыҡтары Ҡуйылыһыу аралығында, йылға бассейны — Волганың өҫкө өлөшө, Куйбышев һыуһаҡлағысына тиклем (Ока йылғаһын индермәйенсә). Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 08010400412112100000445 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100044 * Бассейн коды — 08.01.04.004 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12 * ГӨ буйынса сығарылыш — 1
19288
https://ba.wikipedia.org/wiki/Тюрарка
Тюрарка
# Ҡәҙер кисәһе Ҡәҙер кисәһе (ғәр. لَيْلَةُ الْقَدْر‎‎‎ — ләйләтү-әл-ҡәҙер; Ҡөҙрәт төнө) — Әл-Ҡадр — Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә мосолмандар билдәләгән төн. Ошо төндә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә Рәсүл, йәғни Пәйғәмбәрлек вазифаһы иңә, ул «Уҡы!» тип башланған тәүге сүрә — Әл-Ғәләҡ сүрәһен ала. # Ҡәҙер кисәһе ## Тарихы Миләди 610 йылда тап ошо төндә Джәбәл ән-Нур тауындағы Һира мәмерйәһендә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре иңдерелә башлаған. Ошо төндә Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм янына Ябраил фәрештә килә һәм яҙмалы төргәк күрһәтеп: «Уҡы!» — ти. (Әл-Ғәләҡ сүрәһе, Ҡөрьән) Әл-Ҡадр сүрәһе ошо төн хаҡында бәйән итә: # Ҡәҙер кисәһе ## Тарихы ### Транскрипцияһы Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим! * Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр * Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-ҡадр. * Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр. * Тәнәззәлүл-мәләә'икәтүү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раббиһим миң күлли әмр. * Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр. Мәғәнәһе: * Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим! * Ысынлап та, Беҙ уны [Ҡөрьәнде] ҡөҙрәт төнөндә Күктән төшөрҙөк. * Ҡәҙер төнөнөң нимә икәнен һиңә нимә белдерер? * Ҡәҙер төнө ул мең айҙан да изгерәк бит. * Ул төндө Раббыларының рөхсәтенән төрлө бойороҡтар менән Күктән фәрештәләр һәм рух төшә. * Ул — таң атҡанға тиклем тыныслыҡ. * Әл-Ҡәҙер 97:1—5 إِنَّا أَنْزَلْنَاهُ فِي لَيْلَةِ الْقَدْرِ وَمَا أَدْرَاكَ مَا لَيْلَةُ الْقَدْرِ لَيْلَةُ الْقَدْرِ خَيْرٌ مِنْ أَلْفِ شَهْرٍ تَنَزَّلُ الْمَلَائِكَةُ وَالرُّوحُ فِيهَا بِإِذْنِ رَبِّهِمْ مِنْ كُلِّ أَمْرٍ سَلَامٌ هِيَ حَتَّى مَطْلَعِ الْفَجْرِ # Ҡәҙер кисәһе ## Әһәмиәте Ҡәҙер кисе — йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисендә эшләнгән игелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала Ислам динендә. Был кисәлә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул ителә, гонаһтар ғәфү ителә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең, Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ һәм көтөгөҙ, тиеүе билдәле. # Ҡәҙер кисәһе ## Ҡәҙер кисе билдәләре Мәғлүм итеүҙәренсә, был төндә бик тыныс була, йондоҙҙар атылмай, болот һәм яуым-төшөм булмай, һауа температураһы эҫе лә, һыуыҡ та түгел. Ай яҡтыртып тора. Был таңға тиклем шулай дауам итә.Был төн үҙенә башҡа нурлы, ә ҡояш тулы ай кеүек, күҙҙе сағылтмай ғына сыға. Башҡорт халҡында был мәл «Күк ҡапусы асылыу» тип атала. Ул төндөң бер мәлендә ҡапыл көн кеүек яҡтырып китеп, шул арала теләк теләп өлгөрөргә кәрәк тигән инаныс та бар. # Ҡәҙер кисәһе ## Ҡәҙер кисәһендә ғибәҙәттәр Ҡайһы төн Ҡәҙер кисәһе икәне аныҡ әйтелмәгән булғанға күрә, һуңғы ун көнлөктә сәннәт намаҙҙар уҡыу, игелектәр ҡылыу, гонаһтар өсөн тәүбә итеү хупланыла. Мөхәммәт Пәйғәмбәр был төндә ошо доғаны әйтә торған булған: "Аллаһумә инәкә ғәфүү, түхәббәл ғәфү фәғәфә ғәннә ", йәғни: «Аллаһым! Хаҡ ки, һин ғәфү һорағандарҙы ғәфү итеүсе, кисереүсе, беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа». Тотош төн ғибәҙәттә тороп булмаһа, һис юғы төндөң һуңғы өстән берен доғала үткәреү хупланыла. Был төндә ҡалдырылған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылыу, тәүбә итеү, кешеләрҙе кисереү хәйерле ғәмәл һанала. Ҡәҙер төнө мосолмандар өсөн Аллаһы тәғәләнең айырым бер рәхим-рәхмәте, шәфәғәте, шуның өсөн уны иғтибарһыҙ үткәреп ебәрмәү мөһим, сөнки был төндә доғалар ҡабул ителә. # Ҡәҙер кисәһе ## Урыҫ әҙәбиәтендә Урыҫ әҙәбиәтендә Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Федор Тютчев, Федор Достоевский, Лев Толстой Ислам темаһына мөрәжәғәт иткән классиктар. Пушкин аһәңле «Подражания Корану» теҙмәһен ижад иткән;Ислам илдәрен яратып Лев Гумилев һүрәтләгән. Мәгәр Бунин Иван Алексеевич тиклем Исламға дан йырлаусы булмағандыр. Ҡөрьәндең урыҫ теленә тәржемәһен ул даими үҙе менән йөрөткән, уҡыған. Шиғырҙар яҙған. Бына шуларҙың береһе: | И. А. Бунин. «Ночь Аль-Кадра» Ночь Аль-Кадра. Сошлись, слились вершины, И выше к небесам воздвиглись их чалмы. Пел муэдзин. Еще алеют льдины. Но из теснин, с долин уж дышит холод тьмы. Ночь Аль-Кадра. По темным горным склонам Еще спускаются, слоятся облака. Пел муэдзин. Перед великим Троном Уже течет, дымясь, Алмазная река. И Гавриил — неслышно и незримо — Обходит спящий мир. Господь, благослови Незримый путь святого пилигрима И дай земле твоей ночь мира и любви! 1903 г. | И. А. Бунин. Ҡәҙер кисәһе (Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе) Был төндә фәрештәләр Ғәрештән ергә төшә. Ҡөрьән(97:4) Ҡәҙер кисе. Һырттар ҡушылышты, Салмалары бейек күккә менде. Аҙан моңо. Боҙ ҡаялар алһыу. Тик тарлауыҡ һалҡын бөркә инде. Ҡәҙер кисе. Бөләңгерт үңергә Ялпы-ялпы төшә әле болот, Аҙан моңо. Ғәреш тәхетенән Аҫылташтар аға йылға булып. Ябраилдың өнһөҙ-тынһыҙ юлы Донъя иңләй. Мәрхәмәтле Илаһ, Фәрештәнең изге сәфәренән Ҡалдырһаңсы ерҙә һөйөү-иман ! |
91809
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡәҙер_кисәһе
Ҡәҙер кисәһе
# Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (4 ғинуар 1960 йыл) — театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992) артисы. # Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы ## Биографияһы Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова 1960 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәп менән бер рәттән музыка мәктәбен тамамлаған. Урта белем алғас, Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлегенә уҡырға инә һәм уның өс курсынан һуң уҡыуын Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында (профессор Рәфҡәт Исрафилов курсы) дауам итә. Институттың өсөнсө курсында уҡығанда уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры спекталдәрендә уйнарға саҡырыла. Шул иҫәптән билдәле режиссёр Рәфҡәт Исрафилов сәхнәләштергән Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым…» драмаһында (1981) Гөлнариса, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» комедияһында (1983) Зәмзәгөл кеүек төп ролдәрҙе башҡара. «Апалы-һеңлеле өсәү» драмаһындағы (Антон Чехов, русса — «Три сестры») Маша роле йәш актрисаның, 1983 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағанда, диплом эше була, икенсе йылына ул республикабыҙҙың төп драма театры сәхнәһендә күрһәтелә башлай. 1983—2008 йылдарҙа Эльвира Юнысова Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы һәм бер үк ваҡытта 1988—1995 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институты (2003 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) уҡытыусыһы. Театрҙа эшләү дәүерендә ул үҙен оҫта актриса итеп танытты һәм бер нисә быуын тамашасыларының ныҡлы һөйөүен яуланы. # Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы ## Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге 2008 йылда Эльвира Юнысова Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Шул уҡ йылдан ул даими нигеҙҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеттың рәйес урынбаҫары. Бер нисә йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Советы, ә 2006—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзының президиум ағзаһы була. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе ағзаһы. # Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы ## Спектаклдәрҙә һәм телефильмдә ролдәре * Зәмзәгөл (Йәйәүле Мәхмүт. Мостай Кәрим). * Ғәлиә (Ғәлиә. Таһир Таһиров). * Мария — Тереза (Ярлыҡау. Мостай Кәрим). * Шәфәҡ (Ай тотолған төндә. Мостай Кәрим). * Диләфрүз (Диләфрүзгә дүрт кейәү. Туфан Миңнуллин). * Иркә (Әстәғәфирулла. Наил Ғәйетбай). * Стелла (Иҫ китмәле мөгөҙлө ир. Ф. Кроммелинк). * Дилемма (Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр. Туфан Миңнуллин). * Мисс Гнусен (Кәкүк ояһы. К.Кизи романы буйынса Әхтәм Абушахманов спектакле). * Гөлнур (Ҡанатланып ос һин, Толпарым. Флорид Бүләков). * Миңниса, Бибинур (Бибинур, эй, Бибинур. Флорид Бүләков). * Коринкина (Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр. А. Островский). * Энид (Хәйерле иртә, Энид. В. Аллен) * Рәшиҙә — Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһының «Ай ҡыҙы» нәфис телефильмы (2001, 2002). # Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992). * Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989). * Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007). * Халыҡ-ара һәм Бөтөн Рәсәй театр фестивалдәре лауреаты. * Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһы лауреаты. * Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы. * Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы. # Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы ## Актёр тураһында * «Медиакорсеть» порталы. Айгуль ХАФИЗОВА. Эльвира Юнусова: «У актёров и депутатов много общего» 2013 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) * Талант, посвященный зрителям (К юбилею актрисы Эльвиры Юнусовой) (рус.) * Актриса Эльвира Юнысова «Әбейүшкә@.тущка.ru» спектаклендә юбилейын билдәләй
75623
https://ba.wikipedia.org/wiki/Юнысова_Эльвира_Әхтәм_ҡыҙы
Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы
# Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры. # Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы ## Биографияһы Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районында тыуған. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың декабрендә Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкында санинструктор булып хеҙмәт итә. 1943 йылда «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән (батырлыҡ күрһәткән көнө: 14.11.1943), ә 1944 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән Наградлау ҡағыҙында Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улының батырлығы тураһында ошолай тасуирлана: * Һуғыш ваҡытында ҡоралдары менән 20 яралы һалдатты командиры менән бергә һуғыш яланынан сығарҙы. 14.11.1943 йылдың 14 ноябре көнө Малодуша (белор. Маладуша) ауылы янындағы һуғышта сафтан сыҡҡан миномент тоҫҡаусыһын алмаштыра һәм минометтан атып дошмандың һуғыш припастары тейәлгән автомашинаһын шартлата. # Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы ## Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре * «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943) * «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944) * «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945) * Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
176519
https://ba.wikipedia.org/wiki/Әйүпов_Фәрүәз_Фәррәх_улы
Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы
# Ельгов-Тарка Ельгов-Тарка — Рәсәй йылғаһы. Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Песчанка йылғаһының уң ярына тамағынан 48 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 36 км. # Ельгов-Тарка ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — яр һыҙатының 03.04.00 гидрографик берәмеге эсендәге, Рәсәй Федерацияһының һыу территориялары һәм эске диңгеҙ һыуҙарындағы Баренц диңгеҙендәге утрауҙар, Колгуев утрауын керетеп. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Печора һәм Мезень йылғалары араһындағы, Баренц диңгеҙенә ҡойоусы, йылғалар бассейны. Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03040010012103000092013 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103009201 * Бассейн коды — 03.04.00.100 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
20847
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ельгов-Тарка
Ельгов-Тарка
# Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе (нем. Deutsch-Nichtangriffspakt sowjetischer; шулай уҡ Мо́лотов — Риббентроп пакты булараҡ билдәле) — 1939 йылдың 23 авгусында Германия һәм Советтар Союзы сит ил эштәре ведомствоһы башлыҡтары ҡул ҡуйған хөкүмәт-ара килешеү. СССР Германия менән ошондай ике яҡлы документҡа (Польша, Бөйөк Британия, Франция, Литва, Латвия һәм Эстониянан һуң, Төркиә алдынан) ҡул ҡуйған. Совет-герман килешеүе СССР-ҙың Германияның Антикомминтерн пакт буйынса союздашы Япония араһында барған Халхин-Гол хәрби хәрәкәттәре барған осорҙа төҙөлгән. Уға ярашлы, килешеү яҡтары бер береңә һөжүм итеүҙән туҡтап тороу йөкләмәһен һәм бер яҡ өсөнсө яҡтың хәрби хәрәкәттәре объекты булғанда нейтралитет үтәүҙе аңлатҡан. Шулай уҡ килешеүҙә ҡатнашыусылар башҡа державалар менән «икенсе яҡҡа туранан-тура йәки ситләтеп ҡаршы йүнәлтелгән» союздаш мөнәсәбәттәре урынлаштырыуҙан баш тартҡан. Яҡтарҙың мәнфәғәттәренә ҡағылған мәғлүмәт менән үҙ-ара алмашыу ҡаралған. Килешеүҙең төп һыҙаты булып Көнсығыш Европала «территориаль-сәйәси үҙгәртеп ҡороу» осрағына вәкәләтлектәрҙе айырыу тураһындағы Йәшерен өҫтәмә протокол торҙо. Протоколда Латвия, Эстония, Финляндия, «Поляк дәүләте составындағы көнсығыш өлкәләр», Бессарабия һәм Төньяҡ Буковинаны СССР мәнфәғәте өлкәһенә, ә Литва һәм Польшаның көнбайыш өлөшө Германия мәнфәғәттәре сфераһына индерелгән. Килешеүгә ҡул ҡуйыу, Германиялағы власҡа Милли-социалистик немец эщсе партияһы — НСДАП һәм Адольф Гитлерҙың власҡа килеүе һөҙөмтәһендә, совет-герман сәйәси һәм иҡтисади мөнәсәбәттәренең һыуыныу осорон тамамлаған. 1938 йылдың көҙөндә Мюнхенда бөйөк державаларҙың СССР-ҙың Европа сәйәсәтендәге фекерен иҫәпкә алырға әҙер булмауына сираттағы асыҡ дәлил алғас, совет етәкселеге совет мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмаған Европа тупланыу тенденцияһын өҙөү яҡлы була. Был йәһәттән 1939 йыл башында Германия экспансияһын дауам итеү Мәскәүҙең мәнфәғәттәренә яуап бирҙе, сөнки ике Европа хәрби-сәйәси төркөмөнөң дә СССР менән килешеүҙә ҡыҙыҡһыныуын ҡапыл арттырҙы, сөнки совет етәкселеге уның үҙ мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып кем менән һәм ниндәй шарттарҙа һөйләшәсәген һайлай алды. Совет тарихнамәһенең традицион фекере иһә Советтар Союзының нацистар власҡа килгәндән һуң Европала тыныслыҡты һаҡлау өсөн ҙур тырышлыҡ һалыуына ҡайтып ҡала, бының өсөн 1935 йылда Франция-совет һөжүм итмәү һәм үҙ-ара ярҙам тураһында бер нисә сара күрә. 1938 йылдан 1939 йылдың авгусына тиклем СССР Европала Германия агрессияһын ҡаты тәнҡитләү менән бер нисә тапҡыр сығыш яһай һәм ошо ҡурҡынысҡа ҡаршы тороу өсөн киң халыҡ-ара коалиция, шулай уҡ туранан-тура хәрби ярҙам тәҡдим итә. Шулай итеп, совет-герман һөжүм итмәү тураһындағы пакт Англия менән Францияның агрессияға тәьҫирле ҡаршы тороу тураһында көслө килешеү төҙөргә теләмәүе асыҡтан-асыҡ билдәле булғанда эшләнгән мәжбүри аҙым кеүек тойолған. Өҫтәмә йәшерен килешеүҙәр төҙөү тураһындағы хәбәрҙәр килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң күп тә үтмәҫтән тарала. Йәшерен протокол тексы 1948 йылда фотокүсермәләр буйынса, ә 1993 йылда яңы табылған төп нөсхәләр буйынса баҫыла. 1939 йылдың 1 сентябрендә Германия Польшаға баҫып инә башлай, ә 1939 йылдың 17 сентябрендә Польша биләмәһенә совет ғәскәрҙәре баҫып инә. Польша территорияһын СССР менән Германия араһында бүлешеү (1939 йылдың 28 сентябре) дуҫлыҡ һәм сик тураһындағы килешеүгә һәм шул уҡ йылдың 4 октябрендәге уға өҫтәмә протоколға ҡул ҡуйыу менән тамамлана. 1940 йылда СССР (Финляндия менән һуғыш һөҙөмтәһендә) Балтик буйы илдәрен, Бессарабияны һәм Төньяҡ Буковинаны, шулай уҡ фин территорияһының бер өлөшөн ҡуша. Германияның Советтар Союзына һөжүм итеүе арҡаһында 1941 йылдың 22 июнендә килешеү көсөн юғалта. 1941 йылдың 30 июлендә Сикорский — Майский Килешеүҙәрен төҙөгәндә, Совет хөкүмәте Польшалағы территориаль үҙгәрештәрҙән һуң, 1939 йылғы совет-герман килешеүҙәре үҙ көсөн юғалтты тип таныны. 1989 йылда СССР халыҡ депутаттары съезы 1939 йылдың 23 авгусындағы йәшерен өҫтәмә протоколға һәм Германия менән башҡа йәшерен килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу фактын ғәйепләй һәм йәшерен протоколдарҙы «ҡул ҡуйған мәлдән алып юридик яҡтан нигеҙһеҙ һәм яраҡһыҙ» тип таный. 2009 йылда Европа парламенты 23 август — Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу датаһын — сталинизм һәм нацизм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан итте. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Совет-герман яҡынайыуының тәүтарихы ### 1933—1938 йылдарҙа Совет-Германия мөнәсәбәттәре 1933 йылда Германияла Гитлер власҡа килеп, «Милли революция» барышында советтарға ҡаршы һәм антикоммунистик эксцестары башланғандан һуң, СССР Германия менән (быға тиклем бик тығыҙ үҫешкән) бар иҡтисади һәм хәрби мөнәсәбәттәрен өҙә. 1933 йылдың көҙөндә Липецкиҙағы авиация мәктәбе һәм Советтар Союзы биләмәһендәге Германияның башҡа хәрби объекттары ябыла, ә немец хәрби белгестәре тыуған илдәренә ҡайта. Ошо ваҡыттан алып М. М. Литвинов етәкләгән СССР Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариатының рәсми курсы Европала «Коллектив хәүефһеҙлек» системаһын, йәғни Германияның реваншистик пландарына ҡамасаулаған халыҡ-ара килешеүҙәр системаһын булдырыуға йүнәлтелгән. Әммә Гитлер, власҡа килгәндән һуң, 1926 йылда СССР менән нейтралитет тураһында төҙөлгән Берлин килешеүен һәм 1931 йылдың 5 майы протоколын ғәмәлдән сығарырға (денонсировать) теләмәй, был документтар киләсәктә лә ғәмәлдә буласаҡ, тип белдерә. 1933 йылдың декабрендә Франция һәм СССР хөкүмәттәре Европала коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү төҙөү хаҡында берлектәге тәҡдим индерә. Германияға, Бөйөк Британияға, Финляндияға, Чехословакияға, Польшаға (1918—1939), Эстонияға, Латвияға һәм Литваға килешеүгә ҡушылыу тәҡдиме индерелә. Килешеү проекты «Көнсығыш пакты» тигән исем ала. Германия менән Польшаның унда ҡатнашыуҙан баш тартыуы арҡаһында Көнсығыш пакты тормошҡа ашырылмай. 1934 йылдың мартында Польша Германия менән һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөй, һәм был Гитлер хөкүмәтенең тышҡы сәйәсәтендәге уңыштарының береһе булған. 1935 йылдың мартынан Германия 1919 йылғы Версаль тыныс килешеүенең хәрби статьяларын тулыһынса үтәмәй башлай. Илдә дөйөм хәрби бурыс индерелә һәм армияны яңынан ҡоралландырыу башлана, ләкин был көнбайыш державалары, Версаль тыныслыҡ килешеүе гаранттары, яғынан бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡҡа осрамай. 1936 йылдың ноябрендә Германия менән Япония СССР-ға ҡаршы йүнәлтелгән "Антикоминтерн пакты"на ҡул ҡуя, 1937 йылдан Италия ла ҡатнаша. Граждандар һуғышы барышында СССР Испания республикаһы хөкүмәтенә хәрби ярҙам күрһәтә, шул уҡ ваҡытта Германия менән Италия генерал Франконың (17—18 июль путчы) юлын әүҙем яҡлай. 1938 йылдың мартында Германия Австрияға ҡарата аншлюс башҡара һәм Чехословакияға территориаль дәғүәләре менән мөрәжәғәт итә башлай. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Британия һәм Франция Германияға ҡарата «тынысандырыу» сәйәсәтен алып бара. 29-30 сентябрҙә Судет өлкәһен Чехословакиянан көсләп алыуҙы һәм Австрия менән сиктәш райондарҙы Германияға тапшырыуҙы күҙ уңында тотҡан Мюнхен килешеүенә ҡул ҡуйыла. Октябрь башында Судет өлкәһе нацист Германияһы тарафынан анексиялана. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Совет-герман яҡынайыуының тәүтарихы ### «Канделаки миссияһы» 1934—1937 йылдарҙа Советтар Союзы Германия менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтергә, сәйәси мөнәсәбәттәрҙе йомшартырға маташа. 1934 йылдың аҙағында Берлинда сауҙа вәкиле вазифаһын Сталиндың шәхси эмиссары Давид Владимирович Канделаки биләй. Германияла һөйләшеүҙәр алып барғанда, Канделаки уларҙы иҡтисади кимәлдән сәйәси кимәлгә — рейхсист Герман Вильгельм Герингка һәм Империя банкы директоры Ялмар Шахтҡа күсерергә маташа. 1936 йылда совет яғы Берлинға һөжүм итмәү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға тәҡдим итә. СССР менән Германия араһында дөйөм сик булмау сәбәпле, тәҡдим кире ҡағыла. Совет разведкаһы селтәре етәксеһе Вальтер Кривицкий һуңынан, Мәскәү яғынан изге ихтыяр күрһәтеү маҡсатында уға 1936 йылдың декабрендә Германияла разведка эшен кәметергә бойороҡ бирелеүен раҫлаған. «Канделаки миссияһы» 1937 йылға тиклем дауам иткән һәм уңышһыҙлыҡ менән тамамланған: немец яғы идеологик һәм сәйәси ҡараштары буйынса СССР менән бәйләнештәрҙе киңәйтеүҙе кәрәкле тип тапмаған. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Совет-герман яҡынайыуының тәүтарихы ### СССР-ҙың тышҡы сәйәсәте стратегияһы 1938 йылдың көҙөнән Германия етәкселеге СССР менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға өлгәшә башлай. Мюнхен килешеүе (1938 йыл) төҙөлгәндең тәүге көндәренән үк Германияның Мәскәүҙәге илселеге СССР-ҙың тышҡы сәйәсәтен ҡайтанан ҡарау мөмкинлеген күҙаллай. 1938 йылдың 3 октябрендә Германия илселеге советнигы Вернер фон Типпельскирх Мәскәүҙән Германия Сит ил эштәре министрлығына: «Сәйәси прогноз өлкәһенә мөрәжәғәт итеп, Советтар Союзы үҙенең тышҡы сәйәсәтен ҡайтанан ҡараясаҡ, тигән фекерҙән баш тартырға ярамай. Быға бәйле иң элек Германия, Франция һәм Япония менән мөнәсәбәттәрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк… Бөгөнгө хәл Германияның СССР менән яңы һәм киңерәк иҡтисади килешеүе өсөн уңайлы мөмкинлектәр аса, тип иҫәпләйем». 19 декабрҙә 1939 йылға совет-герман сауҙа килешеүе оҙайтыла, ә 1939 йылдың башында Германия инициативаһы буйынса иҡтисади һөйләшеүҙәр башлана. СССР, «империалистик дәүләттәр» араһында яңы конфликт барлыҡҡа килеү мөмкинлеген күҙаллап, мәнфәғәттәренә төп ҡурҡыныс тип ҡабул итеп, бөйөк державаларҙың берләшеүенә юл ҡуймаҫҡа тырыша. Хәҙерге заман тарихсыһы М. И. Мельтюхов 1938 йылдың аҙағында — 1939 йылдың башына ҡараған бер нисә документты билдәләй, уның фекеренсә, улар совет етәкселегенең Европа аренаһында барған ваҡиғаларҙың асылы һәм СССР-ҙың тышҡы сәйәси ғәмәлдәре тактикаһы тураһындағы күҙаллауҙарын сағылдыра. Беренсеһе — 1938 йылдың көҙөндә «Большевик» журналында В. Гальянов имзаһы менән «Международная обстановка второй империалистической войны» мәҡәләһе. Мельтюхов әйтеүенсә, ошо псевдоним аҫтында СССР-ҙың сит ил эштәре наркомы урынбаҫары В. Потёмкин йәшеренгән булған. Мәҡәләнән күренеүенсә, ул осорҙағы СССР-ҙың тышҡы сәйәси доктринаһы буйынса, яңы донъя һуғышы башланған да инде — автор 1930-сы йылдарҙың икенсе яртыһындағы донъялағы хәлде үҙгәрткән һәм төп капиталистик державаларҙы «агрессорҙар»ға (Германия, Италия, Япония) һәм «агрессияға юл ҡуйған» (Икенсе донъя һуғышы барышында Англия, Франция, АҠШ) хәрби акцияларҙы күҙ уңында тотҡан. Мәҡәлә авторы фекеренсә, бындай «юл ҡуйыу» көнбайыш державаларының мәнфәғәттәренә һәм үҙҙәренә зыян килтерә, әммә ысынында иһә «агрессорҙар»ҙың һәм Советтар Союзының — "революция һәм социаль прогресс нигеҙе"нең бәрелешенә йүнәлтелгән. Артабанғы ваҡиғаларҙың перспективаһы былай ине: «Икенсе империалистик һуғыш фронты киңәйә бара. Уға бер-бер артлы бер халыҡ артынан икенсеһе йәлеп ителә. Кешелек донъя революцияһын тоҡандырасаҡ бөйөк алыштарға бара… Был икенсе һуғыштың ахыры иҫке, капиталистик донъяның тулыһынса ҡыйратылыуы менән билдәләнәсәк», ул саҡта «ике тирмән ташы — үҙенең бөтә ҡеүәтле ныҡлы үҫешендә күтәрелгән Советтар Союзы һәм уға ярҙамға күтәрелгән революция демократияһының емерелмәҫ диуары араһында — капиталистик система ҡалдыҡтары туҙанға һәм көлгә әйләнәсәк». Ошоға оҡшаш идеялар А. А. Ждановтың 1939 йылдың 3 мартында Ленинградта үткән партия конференцияһында сығышында яңғыраны. Унда ул, фашизм — «донъя реакцияһының, империалистик буржуазияның, агрессив буржуазияның сағылышы», бигерәк тә Англия менән Францияға янай, тип белдерҙе. Бындай шарттарҙа Англия «Гитлерҙың Советтар Союзы менән һуғышты башлап ебәреүен» теләй, шуға күрә һуғышты үҙенән ситләштереү маҡсатында, Германия менән СССР-ҙы ҡапма-ҡаршы ҡуйырға («алйотҡа дим бир, ике ҡулына суҡмар бир» — «чужими руками жар загребать, дождаться положения, когда враги ослабнут, и забрать», тип тырыша. Жданов белдереүенсә, Мәскәүгә бындай хәйләнең сере аңлашылды, һәм СССР «Гитлер менән Муссолиниҙы, һис шикһеҙ, Чемберленды ла, ҡыйратырлыҡ замандар килгәнсе көсөбөҙҙө туплаясаҡбыҙ» тип белдерҙе. Мельтюхов фекеренсә, был материалдар ВКП(б) Үҙәк Комитетының XVIII партия съезына отчёт докладында сағылған (1939 йылдың 10 марты) халыҡ-ара хәлгә характеристиканы тулыландыра. Унда «яңы империалистик һуғыш» башланыуы һәм Англия, Франция һәм АҠШ-тың «герман-япон агрессияһын СССР-ға ҡаршы йүнәлтеү» шарттарында совет тышҡы сәйәсәтенең бурыстары билдәләнә: Советтар Союзы "киләсәктә лә бөтә илдәр менән тыныслыҡ һәм эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу сәйәсәтен үткәрергә; һаҡ булырға һәм һуғыш провокаторҙарына илебеҙҙе конфликтҡа йәлеп итергә юл ҡуймаҫҡа; армияның «хәрби ҡеүәтен нығытырға» һәм «халыҡтар араһындағы тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ менән ҡыҙыҡһынған бөтә илдәрҙең хеҙмәтсәндәре менән халыҡ-ара дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытырға» тейеш ине. Сталиндың телмәр контексынан күренеүенсә, һуғышты «тоҡандырыусылар» — ҡыҫылмау сәйәсәтен алып барған илдәр: Англия, Франция һәм АҠШ була. Был шарттарҙа совет етәкселегенең маҡсаты булып — көрсөктө һәм бөйөк державаларҙың ҡаршылыҡтарын, капиталистик йәмғиәттең һаҡланыу мәсьәләһен ахырғы хәл итеү перспективаһы менән, донъяла үҙенең йоғонтоһон артабан көсәйтеү өсөн файҙаланыу торған. Әммә ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, Риббентроп телмәре Германия менән СССР араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу мөмкинлегенә ишара булараҡ ҡабул ителгән. Һуңынан, пакт төҙөгәндән һуң, Молотов уны совет-Германия мөнәсәбәттәрендә «боролоштоң башы» тип атай. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## 1939 йылғы һынылыш ### Испан республикаһының ҡолауы 1939 йылдың башы республика Испанияһының тулыһынса еңелеүе менән билдәләнә. Советтар Союзының хәрби ярҙамы — совет техникаһын поставкалау, белгестәр, лётчиктар һәм хәрби советниктар ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, республика власы Германиянан һәм Италиянан (шул иҫәптән хәрби частар, айырыуса авиация менән) ярҙам алған генерал Франконан еңелде. Испания күгендә иң яҡшы совет истребителдәре И-16 һәм И-15бис совет лётчиктарының Ме-109В истребителдәрендә осҡан немец лётчиктарының «Кондор» легионынан еңелеүе хәүефле сигнал булған. 1939 йылдың 1 апрелендә Испанияла 1975 йылға тиклем дауам иткән Франко диктатураһы урынлаша. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## 1939 йылғы һынылыш ### 1939 йылдағы яҙғы-йәйге көрсөк 1939 йылдың мартында Чехословакия берҙәм дәүләт булараҡ йәшәүҙән туҡтай. 14 мартта Словакия республикаһы нацистик Германияһы «ҡурсауы аҫтына бойондороҡһоҙлоҡ» иғлан итә. 15 мартта Германия ғәскәрҙәре Прагаға инеп, Чехияның ҡалған өлөшөн баҫып ала. Германия Чехияла Богемия һәм Моравия Протекторатын ойоштороу тураһында иғлан итә. 14-18 мартта Венгрия Польша булышлығы менән Карпат аръяғын (Закарпатье) баҫып ала. 1938 йылдың октябрендә, Судет өлкәһен тартып алғандан һуң, Германия Польшаның баҫып алынған Тешин Силезияһына алмашҡа Германия Польша Поморьеһы аша Көнсығыш Пруссияға автострада һәм тимер юл һалыуға ризалыҡ биреп, Ирекле Данциг ҡалаһын тапшырыуын, шулай уҡ Польшаның Антикоминтерн пактына ҡушылыуын (йәки Польша етәкселегенең Германия сәйәси партнёры булыуын һәм СССР-ҙың стратегик дошманы булыуын асыҡ белдереүен) талап итә. 1939 йылдың 21 мартында, Чехословакияны тотошо менән бүлгәндән һуң бер аҙна үткәс, Гитлер үҙенең меморандумында йәнә Данциг буйынса талаптарға әйләнеп ҡайта. 26 мартта Польша хөкүмәте рәсми рәүештә Гитлер меморандумынан баш тарта. 21-23 мартта Германия, Литваға ҡарата көс ҡулланыу менән янап, уны Мемель (Клайпеда) өлкәһен тапшырырға мәжбүр итә. 31 мартта Бөйөк Британия, Германия һөжүм иткән осраҡта, Польшаға хәрби ярҙам тәҡдим итә һәм уның бойондороҡһоҙлоғо гаранты булып сығыш яһай. 6 апрелдә был гарантиялар Польша-Британия хәрби конвенцияһында теркәлә. 28 апрелдә Гитлер, рейхстагта сығыш яһап, 1934 йылғы һөжүм итмәү килешмәү тураһындағы Германия-Польша пактының һәм 1935 йылда инглиз-герман диңгеҙ килешеүенең өҙөлөүе тураһында иғлан итә. Өҫтәп әйтер кәрәк, Гитлер үҙенең телмәрендә «Советтар Союзына традицион рәүештә ябырылмай». 22 майҙа Германия менән Италия араһында "Ҡорос пакты"на ҡул ҡуйыла, ә инде икенсе көндө, хәрбиҙәр алдында сығыш яһап, Гитлер Германияның тышҡы сәйәсәтенең төп маҡсатын — «иң ҡеүәтле дәүләттәр» иҫәбенә ҡайтыуҙы билдәләне, «тормош киңлеген» киңәйтеү талабы «сит дәүләттәргә инмәйенсә йәки сит милеккә һөжүм итмәйенсә мөмкин булманы» тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта Англияны Германияның төп дошманы тип атаған, уға ҡаршы көрәш хәл иткес — «тормош һәм үлем мәсьәләһе» тигән. Рәсәйгә килгәндә иһә, Гитлер «Польшаның яҙмышына ул битараф ҡаласаҡ» тип әйткән; һәм совет иле ҡыҫылған осраҡта ла, «Англияға һәм Францияға һөжүм итергә һәм уларға бер нисә емергес һөжүм яһарға» теләүен белдергән # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## 1939 йылғы һынылыш ### Яҙғы-йәйге көрсөк шарттарында совет дипломатияһы Ә 1939 йылдың яҙында Германияның Чехословакияға, Литваға, Польшаға һәм Румынияға ҡарата эшмәкәрлеге Бөйөк Британия менән Францияны Германия экспансияһын туҡтатыу өсөн союздаштар эҙләү менән шөғөлләнергә мәжбүр итә. Бер үк ваҡытта Германия мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу буйынса СССР позицияһын тикшереп ҡараған, әммә советтар яғы көтөп тороу позицияһына өҫтөнлөк биргән. Чехияны баҫып алыуға һәм уны Германия составына индереүгә яуап итеп Совет хөкүмәте 18 марттағы нотаһында: «…Чех халҡының үҙ ихтыярын белдереүе булмаһа ла, Германия ғәскәрҙәренең Чехияны баҫып алыуы һәм Германия хөкүмәтенең артабанғы эштәрен башбаштаҡлыҡ, көс ҡулланыу, агрессив тип таныу кәрәк», тип белдерҙе. 18 мартта Германияның Румынияға, уның иҡтисады Рейхҡа хеҙмәт итергә тейешле ультиматум белдерергә йыйыныуҙары тураһында хәбәр килгәс, Германия агрессияһын артабан булдырмау маҡсатында, СССР Сит ил эштәре халыҡ комиссары Максим Максимович Литвинов инглиз илсеһе аша Мәскәүҙә СССР, Англия, Франция, Румыния, Польша һәм Төркиә илдәренең конференцияһын саҡырырға тәҡдим итә. Әммә Англия яғы был тәҡдимде «ваҡытынан элек» тип таба һәм Англия, Франция, СССР һәм Польшаның Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа дәүләттәренең бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөнлөгөн һаҡлау ынтылышы тураһында берлектәге декларацияһы менән сикләнергә тәҡдим итте. 17 апрелдә Литвинов, Англияның Польшаға СССР яғынан да бер яҡлы гарантиялар биреү тәҡдименә яуап итеп, «Балтик һәм Ҡара диңгеҙ араһында һәм СССР менән сиктәш булған көнсығыш Европа дәүләттәренә агрессия осрағында, шул иҫәптән хәрби ярҙам» тураһында инглиз-француз-совет килешеүе проектын тәҡдим итә. Быға яуап итеп Франция: бер-береһенә хәрби ярҙам күрһәтергәме әллә фигуранттарҙың береһенә ҡаршы Германия агрессияһы осрағында Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренә теләктәшлек ярҙамы күрһәтергәме — игән ниәттәр тураһында ҡыҫҡа декларация менән сикләнергә тәҡдим иткән. 17 апрелдә халыҡ комиссары М. М. Литвиновтың күрһәтмәһе буйынса Берлиндағы тулы хоҡуҡлы вәкил А. Ф. Мерекалов Германия Сит ил эштәре министрлығының статс-секретары Эрнст фон Вайцзеккерға Германия хәрби командованиеһы вәкилдәренең «Шкода» чех концернының Советтар Союзына артиллерия һәм зенит орудиелары, һыҙмалар комплекты һәм технологик процесты, хәрби тәғәйенләнештәге башҡа материалдарҙы тулы тасуирлау менән бергә дөйөм суммаһы 3,5 миллион АҠШ долларынан ашыу булған ут менән идара итеү системаларын тапшырыуҙы өҙөү маҡсатында алып барылған эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп нота тапшырҙы. Яҡтар был сәбәпте үҙ-ара сәйәси зондаж өсөн файҙаланған. 3 майҙа Бөйөк Британия һәм Францияның совет тәҡдимен ҡабул итмәүе асыҡланғас, М. М. Литвинов урынына В. М. Молотов СССР сит ил эштәре халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә, ул бер үк ваҡытта СССР Халыҡ комиссарҙары Советы башлығы ла булып ҡала. Берлинда быны өмөтләндереүсе билдә тип ҡабул иткәндәр. Бер көндән немец гәзиттәренә СССР-ға йүнәлтелгән төрлө һөжүмдәр тыйыла. 9 майҙа уҡ Берлинда Германия «Рәсәйгә Польшаны бүлеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр индерҙе йәки индерергә йыйына» тигән хәбәрҙәр күпләп яңғыраны. 20 майҙа сит ил эштәре буйынса яңы нарком Германия илсеһенең осрашыу тураһында үтенесенә яуап итеп, Вернер фон дер Шуленбургты ҡабул итте. Унда Германияның иҡтисади һөйләшеүҙәрҙе яңынан башларға әҙерлеге тураһында белдереү яңғыраны. Молотов илсе менән дуҫтарса мөнәсәбәттә һөйләште, иҡтисади һөйләшеүҙәрҙең уңышы өсөн «тейешле сәйәси база булдырылырға тейеш» тип белдерҙе. Шуленбургтың үҙе өсөн был «сәйәси база»ға күрһәтмә көтөлмәгән хәл булды. 21 майҙа СССР Сит ил эштәре халыҡ комиссариатынан Сталин герман-совет килешеүҙәре буйынса бөтә документацияны талап итә. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## 1939 йылғы һынылыш ### Япония менән һуғыш 1939 йылдың майында япон ғәскәрҙәре Манчжоу-го биләмәһенән Монголияға бәреп инә. 1936 йылдың 12 мартында "СССР һәм Монголия Халыҡ Республикаһы араһында үҙ-ара ярҙам тураһында протокол"да килешелгән йөкләмәләргә ярашлы, Ҡыҙыл Армия Монголияға ярҙамға килә. Совет һәм монгол частары япондарҙың артабанғы һөжүмен туҡтата, әммә ҡоро ерҙә һәм һауала ҡаты һуғыштар йәй буйына дауам итә. Август уртаһына Монголияла япон ғәскәрҙәре төркөмө 75 меңдән ашыу кешенән, 500 артиллерия ҡоралынан, 182 танктан, 700 самолёттан торған, улар айырым 6-сы армияға берләшкән. Совет ғәскәрҙәре Монголия биләмәһенән япондарҙы ҡыйратыу өсөн контрһөжүм әҙерләй. Контрһөжүм 20 авгусҡа билдәләнгән була. Германия менән Италияның Японияның Антикомминтерн пакеты буйынса союздаш булыуын иҫәпкә алғанда, был илдәрҙең Советтар Союзына ҡаршы сығыш яһауына юл ҡуймау айырым әһәмиәткә эйә булған. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Бөйөк Британия һәм Франция менән 1939 йылғы хәрби һөйләшеүҙәр Совет һәм Рәсәй тарихнамәһендә, Мәскәүҙә башланған һөйләшеүҙәрҙә Бөйөк Британия менән Францияның маҡсаттары түбәндәгенән торған: үҙ илдәреңдән һуғыш хәүефен ситләтеү; совет-герман яҡынайыуына юл ҡуймау; СССР менән яҡынайыуҙы күрһәтеп, Германия менән килешеүгә өлгәшеү; Советтар Союзын киләсәк һуғышҡа йәлеп итеү һәм Германия агрессияһын Көнсығышҡа йүнәлтеү. Ҡағиҙә булараҡ, Бөйөк Британия менән Франция, тыштан ғына һөйләшеүҙәр мөмкинлеген һаҡларға ынтылып, шул уҡ ваҡытта СССР менән тиң хоҡуҡлы союз төҙөргә теләмәгән. Советтан һуңғы осорҙа, Көнбайыштың СССР менән союзға ынтылыуы, ә совет етәкселегенең, киреһенсә, Бөйөк Британия һәм Франция менән союзға ынтылмауы тураһында күрһәтмәләр барлыҡҡа килә. Был һөйләшеүҙәрҙәге СССР-ҙың маҡсаттарына килгәндә, ул бәхәс предметы булып тора. Ҡағиҙә булараҡ, совет етәкселеге дипломаттар алдына өс төп — һуғышҡа юл ҡуймау йәки уны кисектереү һәм Советтарға ҡаршы берҙәм фронт булдырмау бурыстарын ҡуя. Рәсми совет версияһы яҡлылар, 1939 йылдың йәйендә Европала башланған көрсөк шарттарында СССР хәүефһеҙлеген тәьмин итеү совет етәкселегенең стратегик маҡсаты була, тип иҫәпләй; уларҙың оппоненттары, совет тышҡы сәйәсәте "донъя революцияһы"на иҫәп тотоп, Германияның Бөйөк Британия һәм Франция менән бәрелешеүенә булышлыҡ иткән, тип күрһәтә. Һөйләшеүҙәр апрелдә башланды, әммә оҙаҡ ваҡыт уларҙа алға китеш күҙәтелмәне. Ниһайәт, 24 майҙа Бөйөк Британия СССР менән союзға инергә ҡарар итә. 27 майҙа Чемберлен, Германия СССР-ҙы нейтралләштерер тип ҡурҡып, Мәскәүҙәге илсегә Гитлер һөжүменә дусар булған дәүләттәргә үҙ-ара ярҙам, хәрби конвенция һәм гарантиялар тураһында пактты тикшереүгә ризалыҡ биргән инструкция ебәрә. Инглиз-француз проекты 17 апрелдәге совет тәҡдимдәре нигеҙендә әҙерләнә. 31 майҙа СССР Юғары Советы сессияһында Молотовтың сығышында Бөйөк Британия менән Францияның позицияһы тәнҡитләнде, уның һүҙҙәренсә, тик юл ҡуйыу менән мауыҡты һәм Балтик буйы дәүләттәренә гарантия бирергә теләмәне. Бындай шарттарҙа, "беҙ Германия һәм Италия менән «эшлекле бәйләнештәрҙән баш тартыуҙы бөтөнләй кәрәк тип тапмайбыҙ», тип билдәләне Молотов. Бының менән Мәскәү Бөйөк Британияға һәм Францияға, шулай уҡ Германияға, баҫым яһарға ынтылды. Артабанғы һөйләшеүҙәр өсөн нигеҙ итеп алынған 27 майҙағы (2 июндәге совет төҙәтмәләре менән) Англия-Франция килешеүе проектына ярашлы, союздың үҙ көсөнә инеүе түбәндәге осраҡтарҙа күҙ уңында тотола: * Европа державаларының береһе (йәғни Германия) һөйләшеп килешелгән яҡтарҙың береһенә һөжүм иткән осраҡта; * Бельгияға, Грецияға, Төркиәгә, Румынияға, Польшаға, Латвияға, Эстонияға йәки Финляндияға ҡаршы Германия агрессияһы булғанда (килешелгән яҡтарҙың бөтә ошо дәүләттәргә), яҡлау гарантиялары биреүе күҙ уңында тотолғайны; * әгәр яҡтарҙың береһе өсөнсө Европа иле үтенесе буйынса ярҙам күрһәтеүе арҡаһында һуғышҡа йәлеп ителһә. 1 июлдә Бөйөк Британия һәм Франция Балтик буйы дәүләттәренә гарантиялар бирергә ризалашты. 8 июлдә Бөйөк Британия һәм Франция, дөйөм алғанда, СССР менән килешеү раҫланған, әммә совет яғы ниндәйҙер ташламаларға барыуҙан баш тартҡан яңы талаптар ҡуйған (һүҙ халыҡ-ара хоҡуҡҡа тап килмәгән «ситләтелгән агрессия» төшөнсәһенең киңәйтелгән бирелеше хаҡында бара). Бынан тыш, СССР бер үк ваҡытта сәйәси килешеү һәм хәрби конвенция төҙөүҙе талап итә. 19 июлдә Британия етәкселеге совет-герман бәйләнештәрен ҡатмарлаштырыу һәм Германияға ҡарата үҙ позицияһын көсәйтеү өсөн хәрби һөйләшеүҙәргә ризалашырға ҡарар итә. Хәрби һөйләшеүҙәр совет-герман яҡынайыуына юл ҡуймаҫҡа һәм Германия, һауа шарттары арҡаһында һуғыш асыу ҡарарын ҡабул итмәгәнлектән, көҙгә ҡәҙәр ваҡытты һуҙырға мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләнә. 23 июлдә совет яғы, сәйәси килешеүгә өлгәшеүҙе көтмәйенсә, Мәскәүҙә хәрби миссияларҙың һөйләшеүҙәрен башларға тәҡдим итте. 25 июлдә инглиздәр, ә 26 июлдә француздар ризалыҡ бирә. Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығы башлығы Галифакс, делегация 7-10 көндән ҡуҙғала ала, ләкин уның составы әлегә билдәләнмәгән, тип белдерә. Һөҙөмтәлә инглиз һәм француз миссиялары, иң оҙайлы хәрәкәт итеү ысулы — диңгеҙ аша Ленинградҡа (хәҙер Санкт-Петербург) тиклем һәм артабан поезд менән, Мәскәүгә 5 августа юллана. Миссиялар Мәскәүгә 11 августа ғына килә. Чемберлен СССР менән килешеүгә өлгәшеүгә, Ҡыҙыл Армияның хәрби потенциалына ышанмай, һөйләшеүҙәрҙе Гитлерға баҫым яһау сараһы булараҡ ҡына файҙаланырға өмөтләнә һәм шуға күрә уны төрлө сәбәптәр ярҙамында һуҙа. Британия һәм Франция хәрби делегацияларына килгәндә, инструкцияларында «килешеү төҙөгәнгә тиклем делегация, сәйәси һөйләшеүҙәр үҫешен күҙәтеп… һөйләшеүҙәрҙе яйлап алып барырға тейеш», тип яҙылып ҡуйылған була. Германия менән килешеүгә ирешергә өмөтләнеп, Британия хөкүмәтенең СССР менән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә «ҡулды бәйләрлек йөкләмәләргә йәлеп ителеү теләге булмай. Шуға күрә хәрби килешеүҙә мөмкин тиклем дөйөм аныҡламалар менән сикләнергә ынтылырға тырыша». Сталин шулай уҡ Англия һәм Франция менән реаль килешеү төҙөүгә иҫәп тотмаған, ә бер яҡтан — Германия, икенсе яҡтан — Англия менән Франция торған һөйләшеүҙәргә, Европа һуғышынан ситтә ҡалыу маҡсаты менән, дипломатик уйын сараһы булараҡ ҡараған 14 августа Бөйөк Британия һәм Францияның хәрби миссиялары менән һөйләшеүҙәрҙә совет яғы Ҡыҙыл Армияның Польша һәм Румыния аша үтеүе тураһында мәсьәләне ҡуҙғата, шунһыҙ, совет яғы фекеренсә, Германияның агрессияһы ихтималлығын сағылдырып булмаясаҡ тигән сәбәп менән, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһын, вильно һәм галиция коридорҙары буйлап, Польша биләмәһе аша үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе. Һәм был һөйләшеүҙәрҙең «туҡтап ҡалыуына» килтерҙе. Поляктар, Франция яғынан баҫымға ҡарамаҫтан, үҙ биләмәһе аша Ҡыҙыл Армияны үткәреүҙән баш тарта. 17 августа һөйләшеүҙәрҙә тәнәфес яһалды. 17-19 августа Бөйөк Британия һәм Франция Польшаның Ҡыҙыл Армияның үтеүенә ҡарата позицияһын аныҡланы һәм уның ризалығына ирешергә тырышты, ләкин Варшава үҙ фекерендә ҡалды. 21 августа иртән инглиз-француз-совет хәрби һөйләшеүҙәренең һуңғы ултырышы башланды. Уның барышында һөйләшеүҙәрҙең тупикка инеүе асыҡланды. Шуға ҡарамаҫтан, формаль һөйләшеүҙәр өҙөлмәне. 22 августа совет матбуғаты һөжүм итмәү тураһында пакет төҙөү өсөн Мәскәүгә Риббентроптың килеүе тураһында, шул уҡ ваҡытта СССР Бөйөк Британияға һәм Францияға «Германия менән һөжүм итмәү тураһында һөйләшеүҙәр инглиз-француз-совет һөйләшеүҙәрен бер нисек тә туҡтата йәки әкренәйтә алмай» тип хәбәр итә. Шул уҡ көндө Франция, буласаҡ совет-герман пактының әһәмиәтен сикләү йәки уға ҡул ҡуйыуҙы өҙөү мөмкинлегенә эйә булыу өсөн, Польшанан Ҡыҙыл Армияны үткәреү буйынса йәнә ризалыҡ алырға маташа. Ниһайәт, хәрби конвенцияға ҡул ҡуйыу вәкәләттәренә эйә булған француз хәрби миссияһы 22 августа хәрби һөйләшеүҙәрҙе дауам итеүҙе талап итеп ҡарай, әммә совет хәрби миссияһы башлығы, «Польша, Румыния, Англия позициялары билдәһеҙ» тигән һылтау менән, һөйләшеүҙәрҙе дауам итеүҙе ашыҡтырмаҫҡа тәҡдим итә. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Көнсығыш Европа илдәренең сәйәсәте Көнсығыш Европа илдәре хөкүмәттәре СССР-ға тәрән шикләнеү менән ҡараған. 1939 йылдың майында, Германия менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә ҡарамаҫтан, Польшаның Сит ил эштәре министрлығы Польшаның үҙен СССР менән бер ниндәй ҙә килешеүҙәр менән бәйләргә теләмәүен белдерҙе. Польшаның һуғышҡа тиклемге сәйәсәтен америка тарихсыһы Уильям Ширер «үҙ-үҙен юҡ итеү» тип билдәләй. Ширер билдәләүенсә, Польша, Версаль системаһына зыян килтереп, 1934 йылдан алып Германияны өҙлөкһөҙ хуплап торған. Шул уҡ ваҡытта Польша менән Германия араһында Германия биләмәһен ике өлөшкә бүлгән Данциг коридоры айҡанлы киҫкен территориаль бәхәс тә булған. 1919—1921 йылдарҙағы совет-поляк һуғышы барышында Польша үҙ сиген Керзон линияһынан көнсығышҡа күсереүе арҡаһында (бының һөҙөмтәһендә 6 миллион самаһы этник белорус һәм украин Польша биләмәһендә ҡалған) Польша менән СССР араһындағы мөнәсәбәттәр һалҡынса булған. Пилсудский вафат булғандан һуң, Польша сәйәсәтен, СССР менән низағ (конфликт) яҡлы Бек һәм Рыдз-Смиглы кеүек совет-поляк һуғышы ветерандары билдәләгән. Шулай итеп, Ширер буйынса, Польша сиге «ике күршеһе менән бер үк ваҡытта бәхәсләшеү мөмкинлегенә эйә булырлыҡ ярайһы уҡ көслө лә, Германия өсөн дә, СССР өсөн дә ҡәнәғәтләнерлек торошта булмаған». Эстония тарихсыһы доктор Магнус Илмьярв билдәләүенсә, Балтик буйы илдәре, тарихи үҙенсәлектәре арҡаһында ла, режимдарҙың айырмаһы арҡаһында ла, СССР-ға ышанмай, шикләнеп ҡараған. 1939 йылдың йәйендә башланған инглиз-француз-совет һөйләшеүҙәре уларҙа ҡурҡыу тойғоһо тыуҙырған, был илдәргә ингәс, Ҡыҙыл Армия унда большевиктар режимын индерәсәк һәм, ахырҙа, китмәй ҡаласаҡ тип ҡурҡҡан. Өҫтәүенә, Балтик буйы илдәре Мюнхен тәжрибәһенән һуң Бөйөк Британия һәм Францияның Германия агрессияһы осрағында уларҙы яҡлау буйынса үҙ бурыстарын үтәй алыуына ышанмаған. Һөҙөмтәлә Эстония һәм Латвия хөкүмәттәре, уларҙан үтенеп алынмаған һәр гарантияны агрессия акты итеп ҡараясағын, шунан һуң Германия менән һөжүм итмәү тураһында пакттар төҙөргә ашығыуын белдерҙе. 7 июндә Германия-Латвия һәм Германия-Эстония килешеүҙәренә ҡул ҡуйылды (Литва менән килешеү март айында уҡ төҙөлгән булған), уларға ярашлы, формаль рәүештә нейтралитетын һаҡланы, әммә «Германия ризалығы менән Совет Рәсәйенә ҡарата бөтә хәрби хәүефһеҙлек сараларын күрергә» һүҙ бирҙеләр), согласно которым они формально сохраняли нейтралитет, однако обязались предпринимать «с согласия Германии все необходимые меры военной безопасности по отношению к Советской России».. Германия Балтик буйы илдәренә һөжүм итмәҫкә вәғәҙә биреүҙән тыш, СССР яғынан агрессия булған осраҡта уларға ярҙам күрһәтеүҙе лә гарантияланы. Был Балтик буйы хөкүмәттәрендә тиҙҙән ялған булыуы асыҡланған хәүефһеҙлек тойғоһо уятты. Юғары вазифа биләгән немец хәрбиҙәре (Франц Гальдер һәм Вильгельм Канарис) Балтика илдәренә барып, унда хәрби хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр алып барған. Таллиндағы Германия вәкиле хәбәр итеүенсә, Эстония армияһы штабы начальнигы Рэк уға Эстонияның Балтик диңгеҙендә контроль урынлаштыра, шул иҫәптән Фин ҡултығында совет хәрби караптарына ҡаршы мина ҡорорға булышлыҡ итә алыуы хаҡында белдергән. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Германия менән СССР араһында бәйләнештәрҙең әүҙемләшеүе «Чемберлендәр уйлағанса, Советтар Союзына агрессор янай тип уйлағанда … беҙ Германия менән пакт төҙөнөк», ул «етәкселегебеҙҙең … айырыуса Сталин иптәштең, иң даһи акттарының береһе булды», тип билдәләне М. И. Калинин. 1939 йылдың 28 июнендә Молотов Шуленбургты ҡабул иткән һәм уның менән Германия менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу тураһында һөйләшкән. 1 июлдә Мәскәү Берлинға «Германияға СССР менән мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға ынтылышының етдилеген раҫларға бер ни ҙә ҡамасауламай» тип ишараланы. 3 июлдә Германия Мәскәүгә Польша менән Литваның киләсәге тураһында һөйләшеп килешергә тәҡдим итте. 4 июлдә СССР Италияға, бөтә совет шарттарын ҡабул иткәндән һуң, Бөйөк Британия һәм Франция менән килешеүгә инәсәге хаҡында хәбәр итте һәм ҡабаттан: «Германия хөкүмәтенә СССР менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға ынтылышының етдилеген һәм эскерһеҙлеген ғәмәлдә раҫларға бер ни ҙә ҡамасауламай», тип белдерҙе. 18 июлдә совет сауҙа вәкиле Е. И. Бабарин Германия Сит ил эштәре министрлығының иҡтисади советнигы Карл Шнурреға (Karl Schnurre) сауҙа килешеүе проектын һәм СССР Германияға оҙатырға әҙер булған сеймал тауарҙары исемлеген тапшырҙы. 24 июлдә Карл Шнурре эштәрҙә совет ваҡытлыса вәкиле Г. И. Астахов менән әңгәмәлә ағымдағы иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшергәндән һуң, (был әңгәмәнең рәсми булмаған фекер алышыу өлөшө тип атап) герман-совет сәйәси мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу планын тәҡдим итә. Немец планы 1) сауҙа-кредит килешеүн төҙөүҙе; 2) матбуғат һәм мәҙәни мөнәсәбәттәр өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, үҙ-ара ихтирам мөхитен булдырыу; 3) сәйәси яҡынайыуҙы үҙ эсенә алған. Бынан алда Германия яғының был теманы күтәрергә маташыуҙарын Совет яғы иғтибарһыҙ ҡалдырҙы, тип билдәләне Шнурре. 26 июлдә Шнурре, Риббентроп күрһәтмәһе буйынса, Астахов һәм сауҙа вәкиле урынбаҫары Е. И. Бабаринды Берлиндағы «Эвест» ресторанына саҡырып, был теманы үҫтереүен дауам итте. Пландың өсөнсө пункты немец яғы менән бер аҙ аныҡлана: «йәки элек булғанға кире ҡайтыу (1926 йылғы нейтралитет тураһында килешеү> йәки ике яҡтың да сәйәси ихтыяждарын иҫәпкә алған яңы килешеү». Германияның позицияһы тураһында Астахов телеграммала шулай тип хәбәр итә: 2-3 августа Германия Көнсығыш Европала яҡтар мәнфәғәтен сикләү нигеҙендә йәнә СССР менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға тәҡдим итте. Риббентроп тәүге тапҡыр герман-совет яҡынайыуы темаһына рәсми белдереү яһаны. Унда, атап әйткәндә, йоғонто яһау өлкәләрен үҙ-ара бүлешеү ишараһы бар ине: 8-10 августа совет етәкселеге Астаховтан «немецтар (һәр хәлдә, сәйәси) Балтик буйы (Литванан башҡа) файҙаһына үҙгәрештәр менән үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуын , Бессарабия, рус Польшаһы (немецтар файҙаһына үҙгәрештәр менән) яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмауын иғлан итергә һәм Украинаға аспирациянан алыҫ торорға әҙер булыуҙары тураһында мәғлүмәт ала. Бының өсөн улар беҙҙән Данцигтың, шулай уҡ элекке герман Польшаһының (бәлки, Варта йәки хатта Висла линияһына тиклем өҫтәп) һәм (дискуссия тәртибендә) Галиция» яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмауыбыҙҙы раҫлаусы дәлилдәр алырға теләй. Әммә бындай килешеү СССР-ҙың Бөйөк Британия һәм Франция менән килешеүҙән баш тартыуын күҙ уңында тота. 11 августа совет етәкселеге был мәсьәләләр буйынса Мәскәүҙә аҡрынлап һөйләшеүҙәр башларға ризалашты. 13 августа Германия СССР яғына Мәскәүҙә һөйләшеүҙәр алып барырға риза булыуын белдерҙе. 14 августа хәрбиҙәр менән кәңәшмә барышында Гитлер, «әгәр бер ни ҙә мәжбүр итмәһә, Англия һәм Франция һуғышта ҡатнашмаясаҡ» тип, Польшаға ҡаршы һуғыш башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерә. Германия етәкселеге Бөйөк Британияның һуғышҡа әҙер булмауына ышана, һәм бындай шарттарҙа Бөйөк Британия менән килешеү төҙөп, үҙ ҡулдарын бәйләргә түгел, ә уның менән һуғышырға кәрәк тигән ҡарарға килә. Бөйөк Британия һәм Франция, үҙ сиратында, әле һаман Германияның Польшаға ҡаршы һуғышасағына ышанмаған. СССР менән хеҙмәттәшлекте ҡәтғи кире ҡағыусы Польша 18-20 августа территориаль көйләүҙең герман шарттарына нигеҙләнгән һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын иғлан итә, әммә һуғышҡа йүнәлеш алған Берлинды мәсьәләне тыныс юл менән хәл итеү ҡыҙыҡһындырмаған. Герман-поляк һөйләшеүҙәре булмаған. 15 августа Германия илсе Шуленбург аша Мәскәүгә киң тәҡдимдәр ебәрҙе һәм сит ил эштәре министры Иоахим фон Риббентроптың килеү мәсьәләһен ҡуйған. Быға яуап итеп Молотов Шуленбург тәҡдим иткән берлектәге декларация урынына бер-береһенә ҡаршы көс ҡулланмау тураһында тулы ҡанлы пакт төҙөү тәҡдимен индерә. 17 августа Германия СССР-ҙың бөтә тәҡдимдәрен ҡабул итә һәм Риббентроптың Мәскәүгә килеүе юлы менән һөйләшеүҙәрҙе йәнә тиҙләтергә тәҡдим итә. СССР башта иҡтисади килешеүгә ҡул ҡуйырға, һуңынан пакт һәм протокол тураһында һөйләшеп килешергә тәҡдим итә. 19 августа Германия «СССР теләгәндең барыһын да иҫәпкә алырға» риза булыуын белдерә һәм һөйләшеүҙәрҙе тиҙләтеү тураһында ныҡыша. Совет яғы Берлинға һөжүм итмәү тураһында пакт проектын тапшырҙы (посскриптумда буласаҡ йәшерен протоколдың һыҙмаһы була) тапшыра) һәм 26-27 августа Риббентроптың килеүенә ризалыҡ бирә. Шул уҡ көндө совет-герман сауҙа килешеүенә ҡул ҡуйыла, был турала матбуғатта хәбәр ителә. Польшаға һөжүм итеү ваҡыты билдәләнгәс, Гитлер көҙгө ямғырҙар башланғансы кампанияны тамамларға ашыға. 21 августа 15 сәғәттә Шуленбург илсеһе Молотовҡа Гитлерҙан «И. В. Сталин әфәнде»гә телеграммаһын тапшыра, унда фюрер һөжүм итмәү тураһындағы совет пакты һәм «Германияның яуаплы дәүләт эшмәкәре»нең Мәскәүгә сәфәре барышында «өҫтәмә протокол» төҙөүгә әҙерлеге тураһында совет проекты менән риза булыуы хаҡында хәбәр итә. Германия-поляк көрсөгө ҡурҡынысын билдәләп, Гитлер Риббентропты «шишәмбе, 22 августа, ләкин шаршамбынан, 23 августан да һуңға ҡалмайынса, ҡабул итергә тәҡдим итә. Сит ил эштәре министрының һөжүм итеү тураһында пакт төҙөү һәм уға ҡул ҡуйыу өсөн вәкәләттәре сикләнмәгән». Киске сәғәт 5-тә Молотов Шуленбургҡа Сталиндың «Германия рейхсканцлеры А. Гитлер әфәнде»гә совет хөкүмәтенең «23 августа Мәскәүгә Риббентроп ҡалаһына килеүе» ризалығы тураһында хәбәр итә. Бер нисә минуттан был турала Берлин радиоһы хәбәр итә, немец караптарына хәрби позициялар алырға приказ бирелә, ә 22 августа хәрбиҙәр менән үткән кәңәшмәлә Гитлер үҙенең Польшаға ҡаршы һуғыш башларға теләүе хаҡында белдерә. 1939 йылдың авгусы ваҡиғаларын Германия күҙлегенән сығып баһалап, М. Мельтюхов, был осорҙа Германия етәкселеге өсөн хәл иткес фазаға Польша менән һуғышта Бөйөк Британияның һәм СССР-ҙың позицияһын асыҡлау мәсьәләһе килеп баҫты, тип билдәләй: 2-3 августа Германия Мәскәүҙе, 7 августа - Лондонды, 10 августа - Мәскәүҙе, 11 августа - Лондонды, 14-15 августа Мәскәүҙе әүҙем һынап ҡара. 23 авгусҡа бер юлы ике сәфәр планлаштырыла: Британия хөкүмәтенә 21 августа Берлин һөйләшеүҙәр өсөн рейхсмаршал Герингты, ә совет хөкүмәтенә һөжүм итеү тураһында пактҡа ҡул ҡуйыу өсөн сит ил эштәре министры Риббентропты ҡабул итергә тәҡдим итә. СССР ҙа, Бөйөк Британия ла ризалыҡ менән яуап бирҙе. 22 августа Гитлер үҙенең һайлауын белдерә һәм, Лондонға 24 августа ғына хәбәр итһәләр ҙә, тәү сиратта СССР менән килешеү төҙөү кәрәклегенән сығып, Герингтың сәфәрен туҡтата. Был һайлауҙы М. Мельтюхов бер нисә фактор менә аңлатып бирергә мөмкин, тип иҫәпләй. Беренсенән, Германия командованиеһы вермахттың, Бөйөк Британия менән Франция яҡлаған хәлдә лә, Польшаны тар-мар итә алыуына ышана, шул уҡ ваҡытта СССР-ҙың Германияға ҡаршы коалиция яғында сығыш яһауы Германия өсөн һәләкәт менән янай. Икенсенән, СССР менән килешеү Бөйөк Британия менән Францияның ҡыҫылыуынан тотоп алып ҡала һәм Германияға көнбайыш державаларының ихтимал булған иҡтисади блокадаһына ҡаршы тороу мөмкинлеген биреү өсөн булдырыла. Өсөнсөнән, тарихсы фекеренсә, субъектив мәл дә һуңғы роль уйнамаған: элекке йылдарҙа Бөйөк Британия йыш ҡына Германияның еңеүенә юл ҡуйған, нацист етәкселеге лә, күрәһең, быға күнегеп бөткән. Совет етәкселегенә килгәндә, ул, киреһенсә, килешмәүсән ине, һәм уларға белдерелгән килешеүгә әҙерлекте кисектермәйенсә файҙаланырға кәрәк була. Бынан тыш, пактҡа ҡул ҡуйыу инглиз-француз-совет хәрби һөйләшеүҙәрен тулыһынса ерләргә тейеш була. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеүгә ҡул ҡуйыу ### Һуңғы һөйләшеүҙәр Риббентроп 23 августа төш ваҡытында Мәскәүҙә була. Уның самолётына Великие Луки янында совет зенитсылары яңылыш ата.. Америка Ҡушма Штаттарының СССР-ҙағы илсеһе Ч. Боулен раҫлауынса, Риббентроп менән осрашҡанда элегән нацист флагы «Мосфильм» киностудияһынан алынғайны, ул антифашистик фильмдар төшөргәндә реквизит булараҡ файҙаланылған булған. Риббентроптың Сталин һәм Молотов менән осрашыуы өс сәғәт дауам итә. Осрашыуҙа ҡатнашҡан Сталиндың шәхси тәржемәсеһе Владимир Павлов әйтеүенсә, килешеү проектын тикшереү башланғас, Сталин: «Был килешеүгә өҫтәмә килешеүҙәр кәрәк, улар тураһында бер ерҙә лә баҫтырып сығармаясаҡбыҙ», шунан һуң ике яҡтың мәнфәғәттәр өлкәһен бүлеү тураһында буласаҡ йәшерен протоколдың йөкмәткеһен асып бирҙе. Шул уҡ көндө Гитлерға ебәрелгән телеграммала Риббентроп һөйләшеүҙәрҙең уңышлы алға барыуы хаҡында хәбәр итә. Ул ҡул ҡуйыуға берҙән-бер ҡаршылыҡ тип совет яғының ике Латвия портын (Лиепая һәм Вентспилс) СССР-ҙың «ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһенә» индереү талабын атаны. Гитлер быға ризалығын бирә. Килешеүгә туранан-тура ҡул ҡуйыр алдынан Германия менән СССР-ҙың элекке дошманлығы мәсьәләһе күтәрелде. Был йәһәттән Риббентроп совет дипломаттарына, «Балтик һәм Ҡара диңгеҙҙәр араһында ике илдәребеҙ хәл итә алмаҫлыҡ проблема юҡ», тип белдергән. Германия һәм совет дипломаттары үҙҙәренең хөкүмәттәренең капитализмға һәм демократияға ҡаршы позицияларының берҙәм булыуын билдәләне. Атап әйткәндә, былай тиелгән: «Германия, Италия һәм Советтар Союзы идеологияһында бер дөйөм элемент бар: капиталистик демократияға ҡаршы тороу», «беҙҙә лә, Италияла ла капиталистик Көнбайыш менән бер ниндәй уртаҡлыҡ юҡ» һәм «Социалистик дәүләттең көнбайыш демократиялары яғында тороуы беҙгә тәбиғигә ҡаршы кеүек тойола». Германия вәкилдәренең береһе быға тиклем булған совет большевизмына дошманлыҡ Коминтернда булған үҙгәрештәрҙән һәм СССР-ҙың донъя революцияһынан баш тартыуынан һуң туҡтатылыуын аңлатты. Совет вәкилдәренең береһе бындай аңлатма бирелгән һөйләшеүҙе «бик мөһим» тип атаны. Килешеүгә ҡул ҡуйғанда Риббентроп менән Сталин дуҫтарса мөнәсәбәттә әңгәмә ҡорҙо, тостар менән алмашты һәм 1930 йылдарҙа илдәр араһында булған дошманлыҡты яңынан иҫтәренә төшөрҙө. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеүгә ҡул ҡуйыу ### Килешеүҙең йөкмәткеһе Килешеү ете ҡыҫҡа статьянан тора: * I статья яҡтарҙы бер-береһенә ҡарата агрессиянан тыйылыуы мотлаҡ; * II статья яҡтарҙы өсөнсө илдәрҙең агрессияһына ярҙам итмәүе, ҡаршы тороуы мотлаҡ; * IV статья килешеү яҡтарының береһе икенсе яғына ҡаршы йүнәлтелгән хәрби союздарға инмәүе мотлаҡ; * V статья конфликттарҙы тыныс юл менән хәл итеү юлдарын тәҡдим иткән; * VI статья килешеүҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын һүрәтләй (биш йылға автоматик рәүештә оҙайтылыусы ун йылға); * III һәм VII статьялар техник яҡтан ғына булған. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеүгә ҡул ҡуйыу ### Килешеүҙең Йәшерен протоколы «Йәшерен өҫтәмә протокол» Балтик буйы һәм Польшаның «территориаль-сәйәси үҙгәртеп ҡоролоуы осрағында» яҡтарҙың «ымһыныу өлкәһе сиктәрен» тасуирлаған. Латвия һәм Эстония СССР мәнфәғәттәре сфераһына ингән. Литваға (ул ваҡытта поляк биләмәһендәге) Вильнюс бирелергә тейеш булған, ә Польша үҙен ҡушырға теләгән биләмәләр сиге Нарев, Висла һәм Сан йылғалары буйлап үткән. Протоколға ярашлы, Польшаның бойондороҡһоҙлоғо тураһында мәсьәлә һуңғараҡ, яҡтарҙың ризалығы буйынса, «тулыһынса асыҡланыуы» ихтимал ине. СССР Бессарабия менән ҡыҙыҡһыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алған, ә Германия — уның менән ҡыҙыҡһынмаған. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеүгә ҡул ҡуйыу ### Килешеүгә ҡул ҡуйыу Төнгө сәғәт икеләр тирәһендә Кремлдә Молотов кабинетында алдағы көн менән билдәләнгән документтарға ҡул ҡуйыла. Риббентроптың теләге буйынса ҡул ҡуйыу тантанаһына бер нисә немец журналисының һәм — артабанғы әңгәмәләшеүҙең протоколсыһы хоҡуғында — Рәсәйҙе һәм рус телен яҡшы белгән илселектең легаль советнигы вазифаһын башҡарыусы Андор Хенкенең килеүе рөхсәт ителә. Килешеү СССР Юғары Советы тарафынан ҡул ҡуйылғандан һуң бер аҙна үткәс раҫлана, өҫтәүенә "йәшерен өҫтәмә протокол"дың булыуы депутаттарға иғлан ителмәй. Килешеү төҙөлгәндең икенсе көнөнә, 1939 йылдың 1 сентябрендә, Германия Польшаға һөжүм итә, ә 1939 йылдың 17 сентябрендә Польша территорияһына совет ғәскәрҙәре инә. 1946 йылда, Нюрнберг процесындағы был ваҡиғаны иҫенә төшөрөп, Риббентроп былай тигән: «1939 йылда Мәскәүҙә маршал Сталин менән Бриан-Келлог пакты сиктәрендә герман-поляк конфликтын тыныс юл менән көйләү мөмкинлеген тикшермәнек, ә әгәр ул Польшаның яртыһын һәм (Либава (Лиепая) порты менән бергә Литванан башҡа) Балтик буйы илдәрен ҡушыу буйынса килешә алмаған осраҡта, мин кисектермәйсә осоп китергә тейеш инем». # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеүгә ҡул ҡуйыу ### Документҡа ҡул ҡуйыу айҡанлы банкет Осрашыу Молотовтың һөйләшеүҙәр алып барылған кабинетында банкет менән тамамланды. Һөйләшеү барышында Сталин тост тәҡдим итте: «Немец халҡының фюрерҙы яратыуын беләм. Шуға күрә уның һаулығы өсөн эсергә теләйем».. Риббентроп банкет ваҡытында Британияның һәр ваҡыт совет-герман мөнәсәбәттәрен ҡаҡшатырға тырышыуы, уның «көсһөҙлөгө» һәм «уның донъя хакимлығына тәкәббер дәғүәләре өсөн башҡаларҙың көрәшеүҙәрен теләүе» тураһында һөйләне. Сталин быға риза булып, былай тине: «Англияның донъяла өҫтөнлөк итеүе башҡа илдәрҙең үҙҙәрен ҡурҡытыу мөмкинлеген биргән ахмаҡлығы арҡаһында мөмкин булған» (If England dominated the world, that was due to the stupidity of the other countries that always let themselves be bluffed). Риббентроп белдереүенсә, Антикоминтерн пакты Советтар Союзына түгел, ә көнбайыш демократияларына ҡаршы йүнәлтелгән, һәм ул «башлыса Лондон Ситиһы финансистарын һәм инглиз кибетселәрен ҡурҡытҡан». Быға өҫтәп, ул Берлинда барған Антикоминтерн пактына Сталин үҙе лә ҡушыласаҡ тигән шаяртыуҙы телгә алды. Шунан һуң Сталин Гитлер өсөн тост тәҡдим итә, ә аҙаҡ ул да, Молотов та алмашлап немец халҡы өсөн, ҡул ҡуйылған килешеү һәм совет-герман мөнәсәбәттәре өсөн тостар тәҡдим итә. Риббентроп Сталин өсөн дә, ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр өсөн дә тостар менән яуап бирҙе. Банкет тамамланыр алдынан Сталин Риббентропты ситкәрәк алып китте һәм совет хөкүмәтенең был яңы килешеүгә бик етди ҡарауын, һәм «Советтар Союзы үҙенең партнёрын һатмаясаҡ, тигән һүҙ биреүен» билдәләне. Германия илселегендә килешеүгә ҡул ҡуйыу айҡанлы йәнә бер ҙур сара ойошторолдо. Унда Риббентроп үҙенең Мәскәүгә сәфәре һәм һөйләшеүҙәрҙең уңышы менән ҙур ләззәтләнеү кисергән. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеүҙең юридик характеристикаһы Килешеүҙең юридик яғын баһалау ҡапма-ҡаршылыҡлы. Бер тарихсылар фекеренсә, Һөжүм итмәү тураһындағы килешеүҙә (протоколһыҙ) ғәҙәти булмаған бер нәмә лә юҡ һәм ул саҡ Европа тарихында йыш осраған һөжүм итмәү тураһындағы типик килешеү (мәҫәлән, Германия менән Польша араһындағы шуға оҡшаш пакт) бар. А. А. Пронинфекеренсә, килешеүҙә яҡтарҙың береһе икенсеһенә агрессия яһаған осраҡта уны ғәмәлдән сығарыу тураһындағы пункт булмай (СССР төҙөгән һөжүм итмәү тураһындағы килешеүҙәрҙең күбеһендә ошондай пункт була). Килешеүҙең тәүге совет проектында нейтралитетты һаҡлау өсөн тәүшарттар булдырылған: икенсе яҡ «өсөнсө держава яғынан көс ҡулланыу йәки һөжүм итеү объекты» булып ҡалырға тейеш, ләкин килешнеүҙең II статьяһының һуңғы редакцияһы яҡтарҙың береһе һөжүм итеү объекты түгел, ә «өсөнсө держава яғынан хәрби хәрәкәттәр объекты» булыу осрағында нейтралитетты үтәүҙе күҙ уңында тота. Бындай билдәләмәләр нацист Германияһы дипломатияһы өсөн хас булған: мәҫәлән, Германия менән Латвия араһында һөжүм итмәү тураһындағы килешеү һәм Германия менән Эстония араһында һөжүм итмәү тураһындағы килешеү «теләһә ниндәй шарттарҙа» нейтралитет һаҡлауҙы декларациялаған; ләкин СССР һаманға тиклем уларҙы файҙаланмаған. Һөҙөмтәлә килешеү, йәнәһе лә, өсөнсө держава яғынан көс ҡулланыу акты булғанда, Германия һөжүменә ишектәрҙе киң аса. А. А. Пронин шулай уҡ килешеүҙең йәшерен протокол менән тығыҙ бәйле булыуын һәм, һуғышҡа тиклемге тәғәйен хәлдән тыш, йәшерен протоколдан айырым баһалана алмауын билдәләй. Шарттың йәшерен протоколы Балтик буйында Латвия, Эстония һәм Финляндия, Германия - СССР, Литва — Германия мәнфәғәттәре өлкәһенә инә; Польша Нарев-Висла-Сан линияһы буйынса бүленгән, Вильнюс Литваға күскән. Шул уҡ ваҡытта һөйләшеп килешекән яҡтар күҙлегенән Польща дәүләтен һаҡлап ҡалыу кәрәкме, тигән һорау «артабанғы сәйәси үҫеш барышына» биреләсәк, әммә һәр осраҡта ла «дуҫтарса ике яҡлы татыулыҡ тәртибендә дуҫтарса» хәл ителергә тейеш ине. Бынан тыш, СССР Бессарабияға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе, ә Германия Румынияның был төбәгендә СССР мәнфәғәттәренә ҡаршы килмәгән. Өҫтәмә протоколды, өсөнсө илдәргә ҡағылғанлыҡтан, А. А. Пронин юридик яҡтан законһыҙ тип баһалай. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеүгә ҡул ҡуйыу буйынса халыҡ-ара реакция ### Япония 1939 йылдың яҙынан Монголия Халхин-Голында Германия союздашы Японияның СССР-ға һәм Монголияға ҡаршы алып барылған иғлан ителмәгән киң масштаблы һуғышы бара. Килешеүгә ҡул ҡуйған көндө Япония ғәскәрҙәренең төп төркөмө уратып алынған. 24-25 августа ҡамалған төркөмдө ҡотҡарырға маташыу уңыш килтермәнеһәм артабан ҡабатланманы. Совет-монгол ғәскәрҙәренең дошманды ҡыйратыуы һәм бер үк ваҡытта совет-герман килешеүенә ҡул ҡуйыуЯпонияны хөкүмәт көрсөгөнә һәм хәрби пландарының етди үҙгәрешенә килтерә. 25 августа Япония империяһының сит ил эштәре министры Арита Хатиро Германияның Токиолағы илсеһе Оттоға Һөжүм итмәү тураһындағы совет-герман килешеүенә ҡул ҡуйыуға ҡарата протест белдерҙе; протестта «был килешеү Коминтернға ҡаршы килешеүенә ҡаршы килә», тип билдәләнде. 28 августа СССР-ға ҡаршы берлектәге япон-герман һуғышы яҡлы булған Киитиро Хиранума етәкселегендәге Япония хөкүмәте отставкаға китте. Тарихсы Х. Тиратани раҫлауынса, «бер ҡасан да - алдан да, һуңынан да - Япония хөкүмәтенең ике дәүләттең үҙ-ара килешеү төҙөү сәбәбе менән отставкаға китеү осрағы тарихта булмаған». Яңы Япония хөкүмәте 1939 йылдың 15 сентябрендә килешеү төҙөнө, ә 1941 йылдың 13 апрелендә совет-япон нейтралитет тураһында пакт төҙөнө. — Игорь Можейко, тарихсы-шәрҡиәтсе, яҙыусы. Көнбайыш еле — аяҙ һауа торошо (Западный ветер — ясная погода) # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеүгә ҡул ҡуйыу буйынса халыҡ-ара реакция ### Англия һәм Франция Рәсәй тарихсыһы О. Б. Мозохин билдәләүенсә, СССР-ҙың Германия менән яҡынайыуы, Германияға стратегик мөһим әһәмиәткә эйә булған совет нефть продукттарын поставкалау Англия һәм Францияның кире реакцияһына килтергән. Был илдәрҙең хәрби-сәйәси етәкселеге, тәү сиратта Германияға совет нефтен оҙатыуға ҡаршы тороу маҡсатында, СССР-ға ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башланыу ихтималлығын да күҙ уңында тотҡан; шул уҡ ваҡытта коммуникацияларға һәм Кавказдағы нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте объекттарына һауа һөжүме планлаштырылған. 1939 йылдың 27 авгусында Даладье хөкүмәте, совет-герман килешеүен «хуплауы сәбәпле», «Юманите» гәзитен сығарыуҙы тыя. 1939-1940 йылдарҙа СССР-ҙың Германия менән килешеүҙәре нигеҙендә башҡарылған Балтик буйының Советтар Союзына, Украинаның, Белоруссияның һәм Бессарабияның көнбайыш өлкәләренә ҡушылыуы сит илдәрҙә, айырыуса һуғыш хәлендә булған йәки Германия баҫып алған илдәрҙең йәмәғәтселек фекерендә кире сағылыш тапты. Шуға ҡарамаҫтан, СССР-ға нигеҙҙә 1917 йылға тиклем Рәсәй империяһы составына ингән һәм 1919 йылда Версаль тыныслыҡ килешеүен әҙерләү барышында Польшаның көнсығыш сиге сифатында тәҡдим ителгән «Керзон линияһынан» көнсығышҡа табан урынлашҡан төбәктәр ҡушылыуы СССР-ға ҡарата көнбайыш державаларының позицияһына билдәле бер тотҡарлау йоғонтоһо яһаған. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Килешеү төҙөү эҙемтәләре Һөжүм итмәү тураһында пактҡа ҡул ҡуйыу эҙемтәләре хаҡында мәсьәлә әле һаман ҡыҙыу фекер алышыу предметы булып тора. Бер нисә хәҙерге заман Рәсәй тарихсыһы фекеренсә, ошо килешеүҙе төҙөү һөҙөмтәһендә Советтар Союзы: * шул рәүешле сиктәрен киңәйтеп, Рәсәй империяһына ҡараған биләмәләрҙе үҙенә кире ҡайтарҙы.; * герман-япон мөнәсәбәттәренең насарайыуы арҡаһында һуғыш башланыуын ике йылға кисектереп, ике фронтҡа һуғыш хәүефен бөтөрҙө; * үҙенә дошман Германия, Англия һәм Франция коалицияһы ойошторолоуына юл ҡуймай. Ватан тарихнамәһендә пакттың кире эҙемтәләренә Көнбайышта фашизмға ҡаршы көстәрҙең дезориентацияһы һәм антисовет тенденцияларының нығыныуы, фашистарға ҡаршы пропаганданы туҡтатыу һәм берҙәм антифашистик фронтты көсһөҙләндереү, Германияға Европала манёврҙар азатлығы биреү, Германияны совет сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге менән тәьмин итеү, Германияға ҡарата уяулыҡты кәметеү, СССР-ҙың халыҡ-ара абруйын кәметеү инә. В. И. Дашичев фекеренсә, СССР 1941 йылдың йәйенә халыҡ-ара изоляцияға эләгә. Г. А. Куманёв, пакт СССР өсөн тотороҡһоҙ булһа ла, ваҡытлыса нейтралитет ҡаҙанышы булып торған, тип иҫәпләй һәм Сталин быны бик яҡшы аңлаған: килешеүгә ҡул ҡуйыу алдынан ул был һайлау еңел түгел, хатта ауыр, шуға ҡарамаҫтан Советтар Союзы өсөн «плюстар» һаны арта барған, тип таныны. Куманёв фекеренсә, «Пакт СССР-ға ваҡыт отошо бирә, был ваҡытта Гитлер байтаҡ дәүләттәргә ҡаршы күләмле хәрби хәрәкәттәр башҡара башлай». В. М. Кулиш һәм В. Я. Сиполс, 1939 йылда Германия СССР-ға һөжүм итергә йыйынмауын һәм артабан Европаны баҫып алыу менән шөғөлләнеүен күрһәтеп, Германия менән һуғышты кисектереү тураһында версияны кире ҡаға. Рәсәй тарихсыһы О. Б. Мозохин иҫәпләүенсә, Гитлер менән килешеү төҙөү, уның артынса Финляндия менән булған хәрби конфликт һәм СССР-ҙы Милләттәр лигаһынан сығарыу кеүек үк, Советтар Союзының нацизмға ҡаршы тора алырлыҡ реаль көс булараҡ халыҡ-ара абруйын ҡаҡшата һәм сит ил коммунистик партияларының фашистарға ҡаршы хәрәкәттә ҡатнашыуын ҡатмарлаштыра, сөнки улар Коминтерҙың күрһәтмәһе буйынса нацист германияһына ҡаршы сәйәси һәм пропаганда эшен туҡтата. Көнсығыш Европа халыҡтары өсөн кире эҙемтәләргә Польша, Литва, Латвия һәм Эстонияның бойондороҡһоҙлоғон юғалтыу ҡарай. Н. В. Павлов фекеренсә, килешеү быға тиклем Германияла Советтарға ҡаршы алып барылған сәйәсәттә һәм программа маҡсаттарында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәрҙе аңлатмай, быны Гитлерҙың килешеүгә ҡул ҡуйыуға тиклем ун ике көн алдағы, 1939 йылдың 11 авгусында Карл Якоб Буркхард менән һөйләшкәндә әйткән фекерен раҫлай: «Ғәмәлдәрҙең барыһы ла Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән; Көнбайыш быны аңлау яғынан артыҡ ахмаҡ һәм һуҡыр булһа, мин рустар менән килешеп, Көнбайышты тар-мар итергә һәм артабан көстәрҙе туплап Советтар Союзына һөжүм итергә кәрәк. Һуңғы һуғыштағы кеүек беҙҙе астан үлтермәһендәр өсөн, миңә Украина кәрәк». Гитлер шул рәүешле ике фронтҡа һуғышмаҫҡа һәм Польшала, Көнбайышта иркенләп хәрәкәт итергә тырыша, һәм шулай эшләй ҙә инде. М. Мельтюхов билдәләүенсә, Германия менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә, үҙенең тарихында тәүге тапҡыр бөйөк Европа державаһы тарафынан Көнсығыш Европала СССР мәнфәғәттәре танылыу алды. Советтар Союзы Германияның Бөйөк Британияға һәм Японияға ҡарата дипломатик манёвр яһау мөмкинлектәрен сикләй алды, был иһә СССР өсөн советтарға ҡаршы нигеҙҙә дөйөм Европа тупланыуы һәм Алыҫ Көнсығышта ҙур конфликт хәүефен кәметте. Әлбиттә, бының өсөн СССР-ға Германия-поляк һуғышы башланған осраҡта Германияға ҡаршы хәрәкәттәрҙән баш тартырға, Германия менән иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтергә һәм фашистарға ҡаршы пропаганданы туҡтатырға тура килә. 1939 йылғы ваҡиғалар тарихнамәһендә мөһим мәсьәлә булып совет-герман пактының Икенсе донъя һуғышы башланыуы менән бәйләнеше тора. Был мәсьәләлә тикшеренеүселәрҙең фекерҙәре айырылды. Көнбайыш тарихнамәһе һәм бер төркөм ватан авторҙары фекеренсә, пакт Икенсе донъя һуғышының башланыуына булышлыҡ иткән. Был тезис 1939 йылдың 30 авгусында формалашҡан Британия етәкселегенең «хәҙер һуғыш һәм тыныслыҡ яҙмышы СССР ҡулында» тигән позицияһынан сыға һәм уның ҡыҫылыуы һуғышҡа юл ҡуймауы мөмкин. Башҡалар фекеренсә, пакт герман-поляк һуғышы (һәм Икенсе донъя һуғышы) башланыуға бер ниндәй ҙә йоғонто яһамаған, сөнки Германияның Польшаға һөжүм итеүе 1939 йылдың апрелендә үк планлаштырылған булған. Атап әйткәндә, тарихсы В. П. Смирнов фекеренсә, пакт «Гитлерҙың изоляцияһын һәм Польшаны тар-мар итеүен күпкә еңеләйтһә лә», уны «Германияның Польшаға һөжүм итеүенең сәбәбе тип тә, Икенсе донъя һуғышының сәбәбе тип тә иҫәпләргә ярамай». # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Советтар Союзының килешеүгә ҡул ҡуйыу сәбәптәре тураһында версиялар М. Мельтюхов үҙенең хеҙмәтендә билдәләүенсә, һөжүм итмәү тураһында совет-герман пактының һығымтаһы 1939 йылғы ваҡиғаларҙың ватан тарихнамәһендә төп темаларҙың береһе булып ҡала. Германия менән килешеү төҙөүгә совет етәкселегенең ризалыҡ биреү сәбәптәре фекер алышыу үҙәгендә ҡала. Ваҡиғаларҙың рәсми совет версияһы яҡлылар пакттың мәжбүри аҙым булыуын иҫбатларға тырыша. Башҡа тикшеренеүселәр, Сталиндың бындай аңлы аҙымы уның маҡсаттарына бәйле булған, тип әйткән. Мельтюхов әйтеүенсә, тарихсылар ҡарамағындағы документтар совет етәкселегенең донъяла үҙ йоғонтоһон көсәйтеү өсөн башҡа бөйөк державалар араһындағы ҡаршылыҡтарҙы файҙаланырға ынтылыуы хаҡында дәлилләй. Бөйөк Британия менән Германия араһындағы мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлектең артыуы был ике илдең дә СССР-ҙың ыңғай позицияһын теләүенә килтерә һәм уларҙы СССР-ға юл ҡуйырға мәжбүр итә. Совет етәкселегенән халыҡ-ара хәлдәрҙәге үҙгәрештәргә һығылмалы ҡарашта булған һаҡ тышҡы сәйәси курс үткәреү талап ителә. Был йәһәттән, тарихсы фекеренсә, 1939 йылғы совет тышҡы сәйәсәте «үҙ мәнфәғәттәреңдә ауыр хәлдән оҫта сығыу өлгөһөн» бирә. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Советтар Союзының килешеүгә ҡул ҡуйыу сәбәптәре тураһында версиялар ### СССР-ҙың Германия менән һуғыштан ҡотолорға ынтылыуы тураһында версия Совет һәм (өлөшләтә) заманса Рәсәй тарихнамәһе был версияны хуплай. Ошо версияға ярашлы, 1939 йылдың яҙында - йәйендә СССР, Англия һәм Франция вәкилдәре араһында үткән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Европала коллектив хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса тәғәйен хәрби сараларҙы күҙ уңында тотҡан үҙ-ара ярҙам һәм хәрби конвенция тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һөйләшеүҙәр барышында Англия менән Францияның аныҡ хәрби бурыстар бирергә һәм Германия агрессияһына ҡаршы тороу өсөн реаль хәрби пландар эшләргә теләмәүе асыҡланды. Бынан тыш, Мәскәү һөйләшеүҙәре менән бер рәттән инглиз хөкүмәте Лондонда Германия вәкилдәре менән йоғонто яһау өлкәләрен айырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барҙы. Был совет хөкүмәтенең, уның көнбайыш партнёрҙары Гитлер агрессияһын көнсығышҡа - 1938 йылғы «Мюнхен килешеүе»нә һәм Чехословакияны бүлеүгә килтергән баҫымға йүнәлтергә ынтыла, тигән хәүефен тағы ла арттырҙы. Мәскәү һөйләшеүҙәренең уңышһыҙлыҡҡа осрауы һөҙөмтәһендә СССР көнбайыш державалары менән хәрби коалиция ойоштороуға өмөтөн юғалтҡан һәм дошмандар уратыуында тороп ҡала, ул ваҡытта Көнбайышта «санитар кордон» илдәре лә, Германия ла уның потенциаль дошмандары була, ә Көнсығышта агрессор ролендә милитаристик Япония сығыш яһай. Ошо шарттарҙа СССР Германияның һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөү тураһындағы тәҡдименә ризалашырға мәжбүр була: * Көнбайыш державаларының позицияһы Мәскәү һөйләшеүҙәрен өҙөүҙе билдәләне һәм Советтар Союзына: фашистик Германия һөжүме алдынан туранан-тура изоляцияла ҡалыу йәки Бөйөк Британия һәм Франция менән союз төҙөү мөмкинлеген бөтөрөп, Германия тәҡдим иткән һөжүм итмәү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу һәм шуның менән һуғыш хәүефен кәметеү альтернативаһын ҡуйҙы. Был хәл икенсе һайлауҙы ҡотолғоһоҙ итте. 1939 йылдың 23 авгусында төҙөлгән совет-герман килешеүе көнбайыш сәйәсмәндәренең мәкерле ниәттәренә ҡарамаҫтан, донъя һуғышы капиталистик донъя илдәре араһындағы бәрелештән башланыуына булышлыҡ итә. Шулай итеп, совет тарихнамәһе раҫлауынса, союздаштары булмаған СССР-ҙың, 1939 йылда Германия һәм Коминтернға ҡаршы пактҡа ҡушылған башҡа илдәр менән һуғыштан ҡотолоуҙың берҙән-бер мөмкинлеге Германия менән һөжүм итмәү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу булған. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Советтар Союзының килешеүгә ҡул ҡуйыу сәбәптәре тураһында версиялар ### Сталиндың экспансионистик мотивтары тураһында фараз Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, килешеү - Сталиндың экспансионистик ынтылыштары сағылышы, ул Германияны «көнбайыш демократия» менән төкөштөрөргә, ә улар бер-береһен көсһөҙләндергәндән һуң Көнбайыш Европала совет ҡоролошо урынлаштырырға ынтыла. Сталин Германияла, иң элек, капиталистик донъя менән көрәштә «тәбиғи союздашын» күргән, тип уйлаған Сергей Случ килешеүҙе былай ҡылыҡһырлай: «Асылда, Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем континенталь Европа халыҡ-ара аренала үҙ-үҙен тотошо һәм икейөҙлөлөк күләме яғынан төрлө булған яңы типтағы сәйәси гангстеризм моделдәрен күрһәтеүсе ике диктатор араһында бүленде». # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Советтар Союзының килешеүгә ҡул ҡуйыу сәбәптәре тураһында версиялар ### Сталиндың империя мотивтары тураһында фараз Был ҡарашҡа ярашлы, Сталин күпмелер ваҡыт, бер яҡтан, Германия менән, икенсе яҡтан, һуңғыларының намыҫһыҙлығы менән осрашҡас, Бөйөк Британия һәм Франция араһында һайлаған, һуғыштан ситтә ҡалыуҙы һәм, иң элек Көнсығыш Европала СССР-ҙың сәйәси мәнфәғәттәрен раҫлап, Германия менән «дуҫлыҡ»ты отошло файҙаланыуҙы хуп күргән. Уинстон Черчилль килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң шундай фекер әйткән. Ирландия университеты тарих профессоры Джеффри Робертс иҫәпләүенсә, СССР сәйәсәте Германия менән килешеү нигеҙендә ил хәүефһеҙлегенең беренсе сираттағы ихтыяждарын гарантияларға булышлыҡ итәсәк сикләнгән йоғонто өлкәһенә өлгәшеүгә - иң элек, илде һуғышҡа ылыҡтырыуҙан һаҡлап ҡалыуға һәм Германияның көнсығышҡа экспансияһын сикләүгә ҡайтып ҡала. Дөйөм алғанда, һәр автор Сталиндың ғәмәлендә «мәжбүрилек», «прагматизм» һәм идеологик баҫым яһау экспансионизмы нисбәте тураһындағы мәсьәләне үҙенсә хәл итә. # Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе ## Актуаллеге СССР-ҙа һуғыштан һуңғы осорҙа Германия менән һөжүм итмәү тураһындағы килешеүгә «йәшерен протокол»дың булыуы ҡәтғи кире ҡағыла. Көнбайышта уның булғанлығы шик аҫтына алынмай һәм «Балтик буйы илдәрен советтар баҫып алыуы» тураһындағы тезисҡа нигеҙ булып тора. 1980-се йылдар уртаһында СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороу осоро һәм билдәлелек яуланғас, был мәсьәләнең барлыҡ шарттарын ентекле тикшереү мөмкинлеге тыуа (ҡара: Германия менән СССР араһында Һөжүм итмәү тураһында белдереүгә йәшерен өҫтәмә протокол). Килешеү тураһында мәсьәлә, айырыуса уға йәшерен ҡушымталар тураһында мәсьәлә, иң элек Балтика төркөмө депутаттарының баҫымы арҡаһында күтәрелде. Мәсьәләне тикшереү өсөн КПСС Үҙәк комитеты секретары Александр Николаевич Яковлев етәкселегендә махсус комиссия төҙөлдө. 1989 йылдың 24 декабрендә СССР халыҡ депутаттары съезы, комиссияның Яковлев тарафынан уҡып ишеттерелгән һығымталарын тыңлап, резолюция ҡабул итә, унда протоколды хөкөм итә (документтарҙың булмауын билдәләп, ләкин уның төп нөсхәһен таный, күсермәләренең графологик, фототехник һәм лексик экспертизаларына һәм уларҙың йөкмәткеһенә ярашлылығын таный). Шул саҡта уҡ, СССР-ҙа тәүге тапҡыр, йәшерен протоколдар тексы баҫыла («немец микрофильмы буйынса - «Вопросы истории», № 6, 1989). СССР халыҡ депутаттары Съезының 1989 йылдың 24 декабрендәге «1939 йылдан башлап һөжүм итмәү тураһындағы совет-герман килешеүенә сәйәси һәм хоҡуҡи баһа биреү тураһында»ғы 979-1 һанлы ҡарарында былай тиелгән: 7. СССР халыҡ депутаттары съезы 1939 йылдың 23 авгусындағы «йәшерен өҫтәмә протокол»ға һәм Германия менән башҡа йәшерен килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу фактын хөкөм итә. Съезд йәшерен протоколдар ҡул ҡуйылған көндән алып юридик яҡтан нигеҙһеҙ һәм яраҡһыҙ тип таныла. Һөжүм итмәү тураһында килешеүҙең һәм йәшерен протоколдарҙың тарихи роле хаҡында бәхәстәр әле лә актуаль. 2019 йылдың 31 майында «Тарихи хәтер» фонды сайтында СССР-ҙың һәм Германияның һөжүм итмәүе тураһында договорҙың совет төп нөсхәһенең күсермәләре һәм йәшерен өҫтәмә протокол баҫылып сыҡтыопубликованы 2022 йыл 3 октябрь архивланған.. Скандарҙы Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Тарихи-документаль департаменты тәҡдим иткән.. 2011 һәм 2016 йылдарҙа совет осорондағы документтың төп нөсхәһе «Правда» гәзитендә баҫылып сыҡты. 2019 йылдың 19 сентябрендә Европа парламенты «Европа киләсәге өсөн тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында» резолюция ҡабул итте, унда Советтар Союзы һәм Гитлер Германияһының Молотов — Риббентроп Пактын хөкөм итте, был «Европаны һәм бойондороҡһоҙ дәүләттәр биләмәһен ике тоталитар режим араһында бүлде» һәм «Икенсе донъя һуғышы башланыуға юл һалды». Резолюция өсөн 535 евродепутат тауыш бирҙе, 66-һы ҡаршы булды һәм 52-һе тауыш биреүҙән тыйылды. Был резолюцияны Рәсәй ҡәтғи ғәйепләне; ил президенты В. В. Путин 2019 йылдың 20 декабрендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе дәүләттәре башлыҡтары менән осрашыуҙа, СССР менән Германия араһында һөжүм итмәү тураһындағы Пакт ошондай документтар теҙмәһендә һуңғыһы булды, тип белдерҙе, сөнки һуғыштың ысын сәбәптәре Германия милитаризацияһын хуплаған Европа дәүләттәре (1935 йылғы инглиз-герман килешеүе Германия флоты тергеҙелеүенә килтерҙе) сәйәсәтендә һәм уның экспансионистик пландарын тергеҙергә мөмкинлек бирҙе (Мюнхен һүҙ ҡуйышыуы). Американың «National Interest» консерватив баҫмаһы өсөн 2020 йылдың июнендә Владимир Путин Латвияның, Литваның һәм Эстонияның СССР-ға Молотов-Риббентроп пакты буйынса ҡушылыуын ул осорҙоң халыҡ-ара һәм дәүләт хоҡуғына тап килә тип атаны. 2021 йылдың июнендә Белоруссия президенты Александр Лукашенко яңы байрамды - Халыҡтар берҙәмлеге көнөн раҫланы, ул 17 сентябрҙә билдәләнә. Был датаны ул быға тиклем «хәҙерге Беларусь үҙәгенән алып Мозырь ҡалаһына тиклем» «ҡорама» булған белорус милләтенең барлыҡҡа килеү тарихында мөһим ваҡиға тип атаны. 1939 йылдың 17 сентябрендәге ваҡиғаларҙы дәүләт байрамы булараҡ билдәләргә ҡарар итеү Литва һәм Польша Сит ил эштәре министрлығының ҡырҡа кире реакцияһына сәбәп булды. 2021 йылдың 17 сентябрендә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Польша биләмәһенә совет ғәскәрҙәренең инеүе йыллығы уңайынан социаль селтәрҙә совет тарихнамәһе рухында Польшаға «азатлыҡ походы» булараҡ индерелеүе, урындағы халыҡта «ҡыуаныс» тыуҙырыуы һәм «вермахтҡа Минскиға яҡын барырға мөмкинлек бирмәүе» тураһындағы яҙманы баҫтырып сығарҙы. Яҙмаға шулай уҡ Мәскәүҙең 1939 йылдағы ваҡиғаларға ҡарата фекере төшөрөлгән видео ла беркетелгәйне. Атап әйткәндә, ул саҡта Польша етәкселегенә яуаплылыҡ һалған президент Владимир Путиндың һүҙҙәре килтерелә һәм башҡа тарихи факттарға үҙенсәлекле интерпретация бирелә: мәҫәлән, Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украина «1920-1921 йылдарҙа Польша баҫып алған» биләмәләр тип атала, ә 1939 йылға тиклемге сик рәсми рәүештә - 1921 йылда совет-поляк Рига килешеүе тәртибендә нығытылған тип билдәләнә.
185490
https://ba.wikipedia.org/wiki/Германия_менән_Советтар_Союзы_араһында_һөжүм_итмәү_килешеүе
Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүе
# Ҡаҙағстан тарихы Ҡаҙағстан тарихы — хәҙерге заман Ҡаҙағстаны территорияһында кеше йәшәй башлағандан алып булып үткән ваҡиғалар. # Ҡаҙағстан тарихы ## Тарихҡа тиклемге һәм боронғо замандар Көнсығыш Ҡаҙағстанда иртә палеолитик табылдыҡтар урынлашҡан Ҡозыбай биләмәһе билдәле. Нарым һыртының көнбайыш тау һырттарында, Бухтармин һыуһаҡлағысының көнсығыш яр буйында ике палеолитик табылдыҡ — Курчум-1 һәм Курчум-2 асылған. Артефакттар табылған ҡыҙғылт һары охристый минераль балсыҡлы ултырмалар өҫкө сиге 1,8 млн йыл менән иҫәпләнгән уба тамағы свитаһына ҡарай. Улар аҫтына йәйелгән ҡыҙыл төҫтәге балсыҡ та павлодар йәки вторушкин плиоцен свитаһына ҡарауы мөмкин. Форт-Шевченко (Манғышлаҡ) территорияһындағы Шаһбағат (протолеваллуа-ашель) торалары индустрияһы олдувай мәҙәниәте ҡоралдары менән оҡшаш, Шаһбағат (леваллуа-ашель I) тораһы индустрияһы урта ашелгә тап килә. Ҡаратауҙа (Ҡыҙылтау, Ҡошҡорған, Шоҡтас), в Муғожарҙа, Манғышлаҡта һәм хәҙерге Төньяҡ Балхаш буйында йәшәгән архантроптарҙың хеҙмәт ҡоралдарының йәше 1 млн — 800 мең йыл менән иҫәпләнә. Артефакттар: рубило, чоппер, чоппинг. Хеҙмәт ҡоралдарын эшләүҙә ҡулланылған сеймал: йылға ҡырсынташы, саҡматаш. Эшкәртеү технологияһы: ретушь. Иртә палеолит — был архантроптар һәм палеоантроптар йәшәгән осор. Был бик оҙаҡ ваҡыт эсендә бер нисә археологик эпоха алмашынған һәм матди мәҙәниәт шаҡтай үҫешкән. Әммә б. э. т. 12—5 мең йыл эсендә климат йылынған, һуңғы, валдай боҙлоғо, тамамланған. Хәҙерге Ҡаҙағстандың бөтә территорияһында торалар барлыҡҡа килгән. Эре ҡырағай хайуандар (мамонттар йөнтәҫ мөгөҙморондар һ.б.) юҡҡа сыҡҡан. Йәйә һәм уҡ, шар төрөндәге уҡ, йәйә башаҡтары, кәмәләр (әүҙем балыҡсылыҡ), ҡырағай йәнлектәрҙе алдан ҡороп тота торған ҡоралдар, ҡапҡан, тоҙаҡ барлыҡҡа килгән, һунарҙа ҡулға эйәләштерелгән бүреләр (эттәр) файҙаланылған, һөйәктесемәрләү, тире кейем барлыҡҡа килгән. Б. э. т. яҡынса 5 меңенсе йылда — таш эш ҡоралдары, керамика. Игенселек, малсылыҡ барлыҡҡа килгән. Хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә 500-ҙән ашыу тораҡ (Ҡараунғур мәмерйәһе, Саҡсауыл, Әкеспе, Ҡуланда торалары) табылған . Неолит революцияһы. Эш ҡоралдары: иген ҡырғыс, балталар, кәтмәндәр, килеләр. Эш ҡоралдарын эшкәртеү: шымартыу, бысыу, ялтыратыу. Сеймалдар: нефрит, гранит. Тау эштәре яралғылары: ҡойоу, баҡыр, ҡурғаш, алтын. Мәҙәниәттә: атбасар (б. э. т. VII меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. VI мең йыллыҡтың башы), кельтеминар (б. э. т. IV меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. II меңйыллыҡ башы), айдаболь, маханжар (күпселек ҡомартҡылар Турғай уйпатында табылған, Тубылда бары Алҡау-2 торағы ғына билдәле), нарым тамағы. Каспий диңгеҙе буйындағы Аҡтау эргәһендәге балыҡсылар тораһы Ҡосҡодоҡ І неолит/энеолит осорона (б. э. т. V меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. IV меңйыллыҡтың беренсе яртыһы) ҡарай, уның индустрияһы ойоҡло мәҙәниәте ҡоралдарының архаик типтарына һәм хвалын мәҙәниәтенең шебир тибы материалдарына эйә булған. Ҡосҡодоҡ І тораһындағы кеше ҡәберлеге — Ҡаҙағстандағы иң боронғо ҡәберлек. Железинки (Павлодар өлкәһе) эргәһендә кремацияланған неолит осоро ҡатын-ҡыҙы ҡәберлеге табылған. Иртыш йылғаһының уң яҡ ярында Аҡҡош (Лебяжий) ҡасабаһынан ике километр үрҙәрәк Homo sapiens һөйәктәрен һәм типик андрон биҙәкле көршәк формаһындағы балсыҡ һауыт табылған Тубыл тораһында бырауланып тишелгән ҡолға фрагменты табылған, һәм был туҡыусылыҡ таралғанлығын күрһәтә. Ҡаҙағстандың бөтә төбәктәрендә лә күп һанлы неолит һәйкәлдәре табылған. Ҡаҙағстан территорияһындағы неолиттың мөһим проблемаһы булып таш быуат индустрияһының үҙенсәлеген билдәләү һәм неолит мәҙәниәтенең локаль варианттарын айырыу проблемаһы тора. Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән бер рәттән игенселек һәм малсылыҡ барлыҡҡа килгән. Неолит осоро тораҡтары Ҡаҙағстандың бөтә территорияларында ла табылған, әммә Ҡараунҡур мәмерйәһе (Көньяҡ Ҡаҙағстан) иң әһәмиәтлеһе булып ҡала. Бында таш, һөйәк эшләнмәләре, керамика, ҡырағай хайуандар — ҡолан, айыу, болан, йәйрән, ҡабан, ҡоралай, ат һ. б. һөйәктәре табылған. йран Б. э. т. IV—III меңйыллыҡ — баҡыр эшләнмәләрҙең барлыҡҡа килеүе. Иретеү-ҡойоу оҫтаханалары булған 100 яҡын тора табылған (Еҙҡаҙған, Зыряновск һ. б. райондар.) Ботай мәҙәниәтенә — Ботай, Красный Яр, Бестамаҡ рәтенә ҡайтара. Әммә, боронғо ДНК-ны тикшереү мәғлүмәте буйынса, ботай аттарының йорт атына мөнәсәбәте юҡлығын асып һала. Ҡайһы бер авторҙар ҡырағай атты беренсе булып эйәләштереүҙе ботай мәҙәниҡланған, улар Пржевальский ҡырағай аты нәҫеленән булып сыҡҡан. Б. э. т. VIII—VII быуаттарҙан — б. э. II—III быуатында — Арал-Каспий төбәгендә Арал-Каспий дала ҡәбиләләре йәшәгән. Был ярымултыраҡ һәм күсмә халыҡ булған. Уларҙың төп шөғөлө — күсмә малсылыҡ, металл, ағас, тире, һөйәк, таш, йөн эшкәртеү, кейем тегеү, туҡыу, зәргәр әйберҙәре, ҡорал, ат кәрәк-яраҡтары эшләү. Б. э. т. II меңенсе йыл башы — б. э. VIII быуат башы — Үҙәк Ҡаҙағстанда мәғдән сығарылған. Күсмә малсылыҡтың барлыҡҡа килеүе. Матриархаттың юҡҡа сығыуы. Андрон мәҙәниәте — күккә, ҡояшҡа, утҡа табыныу. Иҫкә алыу йолаһы, ритуаль ҡорбан салыу, төп ҡорбан хайуаны ат була. Беғазы — Дандыбай мәҙәниәте (Тамғалы ҡая һүрәттәре, Ешкиөлмәс). Үҙәк Азияның төньяҡ дала бүлкәтендә донъя цивилизацияһының тәүге формаларының береһе — күсмә малсылыҡ хужалығы тарихи рәүештә барлыҡҡа килгән. Үҙәк азия төбәгендә неолит дәүеренең ҙур ҡаҙанышы булып атты һыбай йөрөүгә һәм егеүгә өйрәтеү торған. Шул уҡ ваҡытта күскенсе малсылыҡҡа[1] кәрәкле дөйә, ҡырағай овчарка, тау тәкәһе ҡулға эйәләштерелгән. Бронза дәүере андрон мәҙәниәте (геометрик орнаментлы балсыҡ һауыт, бронза бысаҡтар һәм уҡ башаҡтары һ . б.) ҡомартҡыларында сағыла, улар б. э. т. XII—XVIII бб. ҡарай һәм Көньяҡ Урал һәм Көньяҡ Себер далаларында табыла. Алматы өлкәһе Баян Журәк петроглифтарында бронза дәүерендәге пар атлы арбалағы ат йөрөтөүсе һүрәтләнгән. Тамғалыла табылған петроглифтарҙың күп өлөшө бронза дәүеренә ҡарай. Монгол тауҙарынан Днепр һәм Дунай йылғаларына саҡлы бик ҙур дала территорияһында йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙе гректар скифтар, фарсылар — саҡтар тип атаған. Хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә йәшәгән ҡәбиләләр тураһында яҙма мәғлүмәт б. э. т. I меңйыллыҡта билдәлелек алған. Б. э. т. I меңйыллыҡта Геродот үҙенең "Тарих"ында [3] һүрәтләү саҡтарҙы (б. э. т. VII—III быуаттар) һүрәтләй һәм уларҙың Әһәмәнид Ираны менән күрше булыуы, шулай уҡ уларҙың фарсы илбаҫарҙары Кир, Дарий I батшалар, менән көрәше тураһында яҙа. Көньяҡ саҡтарҙың — Арал буйында күсенеп йөрөүсе массагеттарҙың батшабикәһе Томирис б. э. т. 530 йылда Кирҙың үҙен язалаған. Б. э. т. 519 йылда Дарий ҙа яугир саҡтарҙың атлы отрядтарын еңә алмаған. Азияла Ҡуш мөгөҙлө (торҡаһының формаһына ҡарап) Искәндәр тигән ҡушамат тағылған Бөйөк Александр б. э. т. 327 йылда үҙенең төньяҡҡа еңеүле алға барыуын Яҡсарт (Һырдаръя) йылғаһы буйында тутатҡан, сираттағы Заяксарт Антиохияһы йәғни Александрия Эсхата (Алыҫ), һуңыраҡ Хужанд тигән тораҡҡа нигеҙ һалған, һәм, иге-сиге булмаған далаға үтергә йөрьәт итмәйсә, көньяҡҡа, Һиндостанға, боролған. Саҡ мәҙәниәтенең билдәле ҡомартҡылары булып Или йылғаһы үҙәнендәге Бесшатыр (Биш сатыр) ҡәберлеге һәм Алма-Ата янындағы Иссыҡ ҡурғаны тора. Унда тикшеренеүселәр «Алтын кеше» тип атаған алтын пластиналарҙан эшләнгән һайман кейгән затлы ҡатламға ҡараған саҡ һөлдәһе (б. э. т. V—VI бб.) табылған. Саҡ сәнғәтенә саҡ -скиф «йәнлек стиле» хас, һәм был, күрәһең, өҫтөнлөклө хужалыҡ тибын — күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡты, уның күләгәһендә үҫешкән игенселекте (Һырдаръя, Чу һәм Талас йылғалары үҙәнендә) сағылдырған. Көньяҡ Алтайҙағы Пазырыҡ ҡәбер ҡурғандарында (б. э. т. III—V бб.) ҡаҙаҡ халыҡ эшләнмәләренә орнаменталь биҙәү һәм башҡарыу техникаһы буйынса ҡаҙаҡ кейеҙ һәм өлпәкле ворсистый келәмдәренә яҡын — ҡаҙ. түкті кілем — «өлпәкле келәм» һәм ҡаҙ. сырмақ — «йәнлектәрҙең кәкере мөгөҙҙәре рәүешендәге аппликация менән биҙәлгән һырылған кейеҙ» фрагменттары табылған. Б. э. т. III—II быуаттарҙа Алтайҙан көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта протомонгол һәм прототөрөк дала киңлектәрендә йәшәгән ҡәбиләләрҙән, һуңыраҡ, б. э. II быуатта, тарҡалған һунну халҡы барлыҡҡа килгән, һундарҙың бер өлөшө Жунғар Алатауында урынлашҡан һәм Юэбань дәүләтен ойошторған, башҡалары көнбайыш Ҡаҙағстандың Волга, Эмба һәм Яйыҡ һәм артабан Дон райондарына күсенгән, ә 375 йылда көнбайыш Европаға юлланған һәм шуның менән Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүен башлаған. # Ҡаҙағстан тарихы ## Урта быуаттар Б. э. I мең йыллығы уртаһында Алтай Алтай тауҙарынан алып Каспий диңгеҙенә тиклем киңлектәрҙә күсмә ҡәбиләләрҙең боронғо төрөк союзы һәм дәүләтселеге барлыҡҡа килә башлаған. Тәүге Төрки ҡағанаты (552—603 йылдар) Дала тарихында мөһим этап булған. Һөнәрҙәр, сауҙа үҫешә башлаған, шунда уҡ Ҡытайҙан Фарсыстанға һәм артабан Европаға Бөйөк ебәк юлы нығынған. Чу, Талас, Һырдаръя йылғалары ағымы буйлап һәм Арал диңгеҙе ярҙарында Ебәк юлында мөһим тораҡ пункты булған Чирик-Рабат, Отрар, Сығнаҡ, Испижаб, Тараз һәм Баласағун ҡалалары барлыҡҡа килгән. VI быуатта был ерҙәр Төркөстан (фарсы теленән «Төркиҙәр иле») исемен алған. VII быуатта ҡағанат Көнсығыш (Икенсе) һәм Көнбайыш ҡағанаттарға тарҡалған. Көнсығыш ҡағанат Алтайҙа һәм Байкалда, ә Көнбайыш ҡағанат — Иртыш йылғаһы далаларынан алып Волга йылғаһына тиклем ерҙәрҙе биләгән. Һуңыраҡ Көнбайыш ҡағанаттан төньяҡ Каспийҙа (Ашиндар династияһы) Хазар ҡағанаты (650—969) һәм Тянь-Шандә — Түргеш ҡағанаты айырылып сыҡҡан, ә ғәрәптәр килгәндән һуң ул — Ҡарлуҡ ҡағанатыбулып киткән. VII—VIII быуаттарҙа Тан династияһының ҡытай империяһы Төркөстандың бер өлөшөнә дәғүә итә башлай, ләкин Ғәрәп хәлифәлеге лә ҡараштарын бында йүнәлткән. Һуғышсан ике бөйөк империяның мәнфәғәттәре Талас йылғаһы буйындағы алышта (751 й.) бәрелешкән. Ҡарлуҡтар ярҙамы менән мөһим еңеүҙәрен яулаған ғәрәптәр Даланың көньяҡ ситенә ислам динен килтергән, ә ҡытайҙарҙан ҡағыҙ үҙләштергән, был ғәрәп яҙмаһының киң таралыуына килтергән. Шул уҡ ваҡытта төркиҙәр, ғәрәп биҙәкле яҙыуына күсеп, үҙҙәренең боронғо төрки руна яҙмаһын, һәм боронғо динен — тәңреселекте юғалтҡан. Әммә Хәлифәлек тә хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрен үҙ ҡулында тотоп ҡала алмаған. Яҡынса IX—X быуаттарҙа уның биләмәләрендә яңы ике төрки дәүләт барлыҡҡа килгән: көньяҡта һәм көнсығышта — Ҡараханидтар, ә көнбайышта — Уғыҙ дәүләттәре. Ҡараханид дәүләте Төркөстанда, Мәүәрәннаһрҙа (Окс һәм Яҡсарт йәки Амударъя һәм Һырдаръя йылға араһында), Етейылға (Етеһыумы?) һәм көнсығыш Төркөстанда Ҡарлуҡ ханлығына алмашҡа килгән һәм 1210 йылға, уны Хорезм шаһы Алла-әд-дин Мөхәммәт уны тар-мар иткәнгә тиклем, торған. Һуңыраҡ ҡарлуҡ һөйләше (монгол заманындағы чагатай теле) үзбәк Мәүәрәннаһр һәм уйғыр телдәренең (Көнсығыш Төркөстан) нигеҙен тәшкил иткән. Уғыҙҙар Һырдаръя һәм хәҙерге Ҡаҙағстан ерҙәрен биләгән, Иҙелдә, Киев Русе һәм Волга буйы Болғары менән союздаш булып, йыш ҡына Хазар ҡағанаты менән һуғышҡан. Әммә XI быуат уртаһында Далала уғыҙҙарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыусы яңы ҡөҙрәтле ҡыпсаҡтар ҡәбиләһе күтәрелгән. Уғыҙҙарҙың ҙур өлөшө Каспий диңгеҙенең көньяҡ ярына киткән, һәм урындағы халыҡ менән ҡушылып, хәҙерге төркмәндәргә, артабан Ҡаф тауҙары артында — әзербайжандарға, ә көслө уғыҙ ырыуы — сәлжүктәр Кесе Азияға үтеп ингән һәм төрөк милләтенә нигеҙ һалған. Был халыҡтарҙың барыһын да тиерлек дөйөм халыҡ эпосы «Уғыҙ-намә» бәйләй. Уғыҙҙарҙың икенсе өлөшө көнбайышҡа, Дунайға саҡлы, барып еткән һәм бәшнәктәр исеме менән билдәле, молдавия гагауздары уларҙың вариҫтары тип иҫәпләнә. # Ҡаҙағстан тарихы ## Урта быуаттар ### Монгол ябырылыуы 1218 йылда монголдарҙың Далаға һәм артабан Мәүәрәннаһрға баҫып инеүе башлана. Монголдар Һырдаръя буйын үрткә тотҡан, Отрар, Сығнаҡ, Ашнас һ. б. ҡалалар яндырылған. Хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында йәшәгән күсмә ҡәбиләләр, башта улар монгол ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәткән, ләкин аҙаҡ үҙ теләге менән, ә ҡайһы берҙәре еңелгәндән һуң, уға ҡушылған. Урындағы ҡыпсаҡ юғары ҡатламы монголдарға хеҙмәт иткән, 1237 йылда Батый етәкселегендә Көнсығыш Европаны буйһондороуға ҡуҙғалған монгол армияһының байтаҡ өлөшөн ябай күсмә халыҡ тәшкил иткән. Бер фараз буйынса, улар арҡаһында татар-монгол тигән ҡатнаш исем барлыҡҡа килгән. Төрөк далаһы Сыңғыҙхандың улдары етәкләгән өс монгол улусы составына ингән: ҙур (дала) өлөшө, Балхаштан алып Түбәнге Иҙел буйына тиклемге бөтә көнсығыш Дәште Ҡыпсаҡ өлкән улы Джучиҙың улусы составына ингән; Төркөстан, Етейылға, Мәүәрәннаһр һәм Көнсығыш Төркөстан — икенсе улы Чағатай улусына; Етейылғаның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, Тарбағатай, үрге Иртыш һәм Көнбайыш Монголия райондары — өсөнсө улы Үгеҙәй улусына. Сыңғыҙиҙар үҙ биләмәләрен бойондороҡһоҙ улустарға әйләндерергә тырышалар. 1227 йылда Сыңғыҙхандың үлеменән һуң, был тенденция көсәйеп киткән, һәм империя бер нисә бойондороҡһоҙ дәүләткә тарҡалған. Шул уҡ, 1227 йылда, вафат булған Джучиҙың вариҫы булып уртансы улы Батый ҡалған. Батый Волганың түбәнге ағымында Алтын Урҙа тигән яңы монгол дәүләтенә нигеҙ һалған. Уға Джучи улусы биләмәһе — Көнсығыш Дәште Ҡыпсаҡ, Хорезм һәм Көнбайыш Себер территорияһының бер өлөшө, шулай уҡ көнбайышта яңы яуланған ерҙәр ингән. Һарай-Батый (хәҙерге Әстерханға яҡын) баш ҡалаға әүерелгән. Алтын Урҙа күп этник дәүләт булған. Ул ижтимағи-иҡтисади үҫеше кимәле буйынса айырылып торған һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтле һәм ғөрөф-ғәҙәтле күп халыҡтарҙы һәм ҡәбиләләрҙе үҙ эсенә алған. Урҙалыларҙың төп күпселеген төрки ҡәбиләләр, башлыса, ҡыпсаҡтар, шулай уҡ ҡаңлылар, наймандар, кереиттар, куңраттар һәм башҡа бик күптәр, тәшкил иткән. Папа илсеһе Гийом де Рубрук, дөйөмләштереп, уларҙың барыһын да татарҙар тип атаған. Шуныһы ҡыҙыҡ, 1253 йылда Рубрук һүрәтләгән урҙалыларҙың был йолаларының күпселеге хәҙерге ҡаҙаҡтарҙа әлегә тиклем бар. Тарихсылар баһаһы буйынса, монголдар Урҙала ла аҙсылыҡта булған, ғәскәрҙең яҡынса бишенсе өлөшөн тәшкил иткән. XII быуат аҙағында һәм XIV б., бигерәк тә, 1391 йылда Аҡһаҡ Тимер Алтын Урҙаны ҡыйратҡандан һуң, ғәмәлдә монголдар төркиләшкән. Монгол яуҙарында халыҡ күпләп ҡырылған. Ҡала һәм ауылдар, һарайҙар һәм мәсеттәр емерелгән, эшкәртелгән баҫыуҙар һәм һуғарыу системалары ташландыҡ хәлгә килгән. Меңәрләгән оҫта һөнәрселәр ҡоллоҡ алып кителгән. Ҡыпсаҡ халҡы формалашыуының тамамланыу этабы өҙөлгән. Монгол баҫҡынсыларының хакимлығы улар буйһондорған илдәр халыҡтарының иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен оҙаҡҡа тотҡарлаған. Игенселек һәм ҡала мәҙәниәтенә төҙәлә алмаҫлыҡ зыян килтерелгән. Әммә ыңғай факторҙар ҙа булған. Монголдар, үҙҙәренең үҙәкләштереү власы арҡаһында элек насар ойошҡан ирекле дала ҡәбиләләрен берләштергән. Күсмә тормош нормаларынСыңғыҙхандың «Яса»һы — яңы шарттарға яраҡлаштырылған ябай хоҡуҡтар йыйынтығы яйға һалған. Һуңынан «Яса» нормалары билдәле кимәлдә «Жете Жаргы» (Ете уложениеһы) ҡаҙаҡ закондар кодексын сығарғанда ҡулланылған. Шулай уҡ, монголдарҙан һуңғы дәүерҙә, Ҡаҙағстан территорияһында барлыҡҡа килгән ханлыҡтарҙа дәүләтселектең күп формалары ҡулланылған. Монгол яулап алыуы Ҡаҙағстан территорияһындағы этник процестарға көслө йоғонто яһаған. Ғәмәлдә өс ҡаҙаҡ жузы сыңғыҙиҙарҙың өс улусы вариҫы. Сыңғыҙиҙарҙың юғары ҡатламы төрки күп халыҡтары менән ҡушылған, тик уларҙың вариҫтары торе йәки «аҡ һөйәк» тип аталған. Ҡаҙаҡ ғалимы, мәғрифәтсеһе һәм сәйәхәтсеһе Чокан Вәлиханов (1835—1865) иң билдәле сыңғыҙи булған. # Ҡаҙағстан тарихы ## Яңы осорҙағы Ҡаҙағстан ### XIV—XV быуаттар Алтын Урҙа 1391 йылда Аҡһаҡ Тимер тарафынан тар-мар ителгәндән һуң, ул бөтөнләй ике өлөшкә — көнбайышта Аҡ урҙаға (Волга һәм Дон араһында) һәм көнсығышта Күк Урҙаға бүленгән. Күк Урҙа, үҙ сиратында, Нуғай Урҙаһыһына (1440 — хәҙерге көнбайыш Ҡаҙағстан ерҙәрендә) һәм Һырдаръялағы ҡыҫҡа ғүмерле Үзбәк ханлығына (1428 — Алтын Урҙала ислам динен индергән иң һуңғы күренекле Алтын Урҙа ханы Үзбәк исеме буйынса) бүленгән. 1458 йылда, Үзбәк улусы ханы Әбү-әл-Хәйерҙең ҡаты сәйәсәтенән ҡәнәғәт булмаған Жәнебәк һәм Кәрәй солтандар үҙ ауылдары менән Һырдаръя ярҙарынан көнсығышҡа Етейылғаға, Могулистан ерҙәре хакимы Исән буға ерҙәренә күсенеп килгән, һәм унда Ҡаҙаҡ ханлығы барлыҡҡа килгән (1465). Уның менән киткән халыҡ үҙен ирекле кешеләр — ҡаҙаҡтар тип атай башлаған. 1468 йылда Әбү-әл-Хәйер вафат булғандан һуң, Жәнебәк, нуғайҙар, Себер ханы Айбәк һәм башҡа бик күп кенәздәрҙең Әбү-әл-Хәйерҙең улы Шәйхәйҙәргә ҡаршы берләшкән көрәшендә ҡатнашҡан. Тар-мар ителеп, Айбәк Шәйхәйҙәрҙе үлтергәндән һуң, Кәрәй юғары хан тип иғлан ителгән, ә Жәнебәк, Һарайсыҡ баш ҡалаһы булған Яйыҡтың түбәнге ағымындағы уң ҡанатына хакимдаш булған, ҡаҙаҡтар Һырдаръяға ҡайтҡан. Ағалы-энеле Кәрәй һәм Жәнебәк вафат булғандан һуң, власҡа тәүҙә Борондоҡ (1480—1511 йй. идара иткән) — Кәрәй хандың улы, ә һуңынан Ҡасым (1511—1521 йй. идара иткән) — Жанебәк хандың улы килгән. Әбү-әл-Хәйерҙең ейәне Мөхәммәт Шәйбани уға тоғро ҡалған дала ҡәбиләләре менән 1499 йылда көньяҡҡа, Мәүәрәннәһергә, походҡа китергә мәжбүр була, унда Аҡһаҡ Тимер үлгәндән һуң тарҡалған Тимериҙәр дәүләтен яулап алған. Ул үҙ дәүләтенең баш ҡалаһын Сығнаҡтан Бохараға күсергән, һәм унда 1500 йылда яңы дәүләткә — Бохара ханлығына нигеҙ һалған. Шәйбаниҙар менән бергә киткән күсмә дәште ҡыпсаҡ ҡәбиләләре урындағы ултыраҡ халыҡ — төрки телле һарттар, боронғо төркиҙәр — ҡарлуҡтар менән ҡушылған, һәм, еңеүсе булараҡ, яңы халыҡҡа — үзбәк үҙатамаһын килтергән. # Ҡаҙағстан тарихы ## Яңы осорҙағы Ҡаҙағстан ### XV—XVI быуаттар Ҡаҙаҡ ханы Ҡасым (1445—1521) Көнсығыш Дәште Ҡыпсаҡ дала ҡәбиләләрен үҙ башланғысы аҫтында берләштергән һәм көньяҡтағы Мәүәрәннәһер Шәйбаниҙары һәм көнбайыштағы Нуғай Урҙаһы менән көрәштә үҙ дәүләтенең көнбайыш сиктәрен Иртыштан Яйыҡҡа тиклем киңәйткән. Ул хатта Нуғай Урҙаһы баш ҡалаһын — Һарайсыҡты яулап алған. Атаһының Ҡаҙаҡ ханлығын нығытыу эшен Хаҡназар хан (1538—1580 йй. идара иткән) дауам иткән, ул Могулистандан Етейылғаны, Нуғай Урҙаһынан — Һары Арҡа далаларын тартып алған. 1580 йылда Йәсим хан дәүерендә Ташкент Ҡаҙаҡ ханлығының бер өлөшө булған, һуңыраҡ уның баш ҡалаһына әүерелгән. Күренекле ҡаҙаҡ дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Өлкән Жуздың Дулат ырыуынан Төле бей Алибәк улы (1663—1756) Ташкенттың хакимы булған. Ул идара иткән осорҙа хәҙер Ташкент ҡалаһының тарихи иҫтәлекле урындары булған күп кенә архитектура ҡоролмалары төҙөлгән. Төле бей Ташкентта ерләнгән, уның кәшәнәһе ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе һанала. # Ҡаҙағстан тарихы ## Яңы осорҙағы Ҡаҙағстан ### XVII—XVIII быуаттар #### Ҡаҙаҡ-жунғар һуғышы 1635 йылда Жунғар тигеҙлегендә Тянь-Шань һәм Алтай һырттары араһында яңы монгол дәүләте — Эрдэни-Батур тип аталып йөрөтөлгән Хото-Хуцин етәкселегендәге чоростар ойрат династияһының Жунғар ханлығы барлыҡҡа килгән. Ҡаҙаҡ һәм Жунғар ханлыҡтары араһында аяуһыҙ һуғыштар башланған. Жунғарҙарҙың хәрби баҫҡынсылығының маҡсаты яңы территориялар, тәү нәүбәттә, Жунғарияның матди базаһы булған күсмә малсылыҡ өсөн көтөүлектәр яулап алыу булған. Күп һанлы мал көтөүҙәрен туплау мал аҙығы базаһын киңәйтеүҙе талап иткән. Алыҫ йәйләүҙәрҙә яҡшы көтөүлектәрҙең етешмәүе һиҙелгән. Бынан тыш, илбаҫарҙарҙы бигерәк тә яһаҡ (яуланғандарға һалым) ымһындырған. Жунғарҙар (үҙатамаһы ойраттар, ҡаҙаҡса ҡалмаҡтар) ҡаҙаҡ далаларына даими баҫып ингәндәр: 1635 йыл — Йәсим хандың улы Жанғир солтан әсирлеккә эләккән (ҡасҡан). 1643 — Жанғир солтан отрядтары һәм Жалантос-батыр етәкселегендәге Оло жуз ополчениеһы Жунғар Алатауы итәгендә Орбулаҡ яуында реванш алған. 1652 — хунтайжи Эрдэни Батыр көнсығыш Етейылғаны яулаған һәм баҫып алған, жунғарҙар менән алышта Жанғыр хан һәләк булған, ойраттар үҙҙәренең таш буддизм монастырҙарын Иртышта төҙөй башлаған. 1680—1684 — хунтайжи Галдан Бошохту-хан һәм уның вариҫы Цэван Рабдан Төркөстанға баҫып ингән, Сайрамды яндырған һәм Ташкентҡа барып еткән. 1698—1703 — хунтайжи Цэван-Рабдан ҡабат Етейылғаны баҫып алған. Монгол далаларынан ойраттарҙың хәрби һөжүм ҡурҡынысы йышайғанлыҡтан, Тауке хан юғары власты көсәйткән (1680—1718 й. идара иткән). Нәҡ уның ваҡытында Төркөстан ҡалаһында торған күсмә дәүләт ойошҡан, Ҡаҙаҡ ханлығында билдәле ҡаҙаҡ бейҙәре Төле бей (Оло йөҙ), Ҡазыбәк бей (Урта йөҙ) һәм Айтәкә бей (Кесе йөҙ) төҙөгән «Жете Жарғы» закондар йыйынтығы ҡабул ителгән.
136625
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡаҙағстан_тарихы
Ҡаҙағстан тарихы
# Миһранов Ғәлимйән Миһран улы Миһранов Ғәлимйән Миһран улы (1907-1986) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, ефрейтор, бронебойщик, гранатомётчик # Миһранов Ғәлимйән Миһран улы ## Биографияһы Ғәлимйән Миһран улы Миһранов 1907 йылда Илсекәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, Илсекәй башланғыс мәктәбен тамамлаған. Ғәлимйән Миһранов 1928 йылдың 10 октябрендә Мәсәғүт район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла, хеҙмәте тамамланғандан һуң запасҡа ҡуйыла. 1941 йылдың июнендә Салауат район хәрби комиссариаты саҡырыуы буйынса ҡарауыл ротаһында уҡсы сифатында 1942 йылдың июленә тиклем хеҙмәт итә. Артабан, 1943 йылдың октябрендә яраланғанға тиклем, 157-се гвардия уҡсылар дивизияһының танктарға ҡаршы орудиеһы ташыусыһы, бронебойщигы, гранатомётчигы була. 1943 йылдың октябренән 1944 йылдың мартына тиклем госпиталдә дауалана. 1944 йылдың мартынан алып сентябренә тиклем пулемётсы Миһранов 14-се уҡсылар полкы составында дошманға ҡаршы алыша. Муйыны тәңгәле ҡаты яраланған яугир Ғәлимйән Миһранов 1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың ноябренә тиклем 1030-сы эвакогоспиталдә оҙайлы дауалау курсын үтә. Бында ла 3049-сы хәрби склад ҡарауылсыһы була. СССР Юғары Советының 1945 йылдың 26 сентябрь Бойороғо нигеҙендә, II төркөм инвалиды булараҡ, 1945 йылдың 10 ноябрендә демобилизациялана. Һуғыштан һуң тыуған колхозында эшләй. Бригадир, звено башлығы була. Оҫта ҡуллы балтасы ауылдаштарына йорттар төҙөштө, яңаҡ һуҡты, тәҙрә рамдарын, ҡапҡалар эшләне. Алыштырғыһыҙ мал салыусы ла булды ул. Бесән әҙерләү ҡоралдарын (тырма, ағас һәнәктәр, салғы һаптары) яһаусы оҫта, йүнәтеүсе, салғы тапаусы, яныусы, ашнаҡсы ла булды. Миһранов Ғәлимйән Миһран улы 1986 йылда вафат була. Тыуған ауылы зыяратында ерләнгән. # Миһранов Ғәлимйән Миһран улы ## Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре * «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945) * I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) # Миһранов Ғәлимйән Миһран улы ## Ғаиләһе Миһранов Ғәлимйәндең өс ҡатыны булды. Тәүге ҡатыны Мәликәнән Бәһиә, Нәзирә, Мәҙинә, Нәбирә, Хәмиҙә, Кәримйән, Мөхәмәтйән исемле ҡыҙ-улдары тыуа. Икенсе ҡатыны Мәүлиханан — Таңһылыу, Сабирйән, Сәмәрйә, Флүрә, өсөнсө ҡатыны Ғәйниямалдан — Зарифа, Ғимран, Кинйәбикә,Тәғзимә, Зәфирә, Нәзифә, Нуриман тыуа.
188311
https://ba.wikipedia.org/wiki/Миһранов_Ғәлимйән_Миһран_улы
Миһранов Ғәлимйән Миһран улы
# Һармандир-Сәһиб Һармандир-Сәһиб (кб.-пандж. ਹਰਿਮੰਦਰ ਸਾਹਿਬ) (Дарбарасахиб (кб.-пандж. ਦਰਬਾਰ ਸਾਹਿਬ) йәки Алтын Ғибәҙәтхана (кб.-пандж. ਹਰਿਮੰਦਰ ਸਾਹਿਬ)) — сикх диненең Һиндостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Пенжаб штаты Амритсар ҡалаһындағы үҙәк ғибәҙәтханаһы (гурдвараһы), сикх общинаһының дини һәм социаль тормошо үҙәге. Ул яһалма күл үртаһында урынлашҡан, көмбәҙе һәм өҫкө ҡаттағы стеналары баҡыр пластиналар менән ҡапланған һәм алтын менән ялатылған, шуға ла комплекстың икенсе исеме — «Алтын Ҡорам» («Алтын Ғибәҙәтхана»). Уның башҡа исемдәре: Дарбар Сәхиб (Хоҙай йорто) Һәм Һармандир Сәхиб (хоҙай ҡорамы). # Һармандир-Сәһиб ## Тарихы 1577 йылда сикх дини общинаның дүртенсе башлығы (гуру) Гуру Рам Дас (1534—1581) һыу ятҡылығы ҡаҙа, ул артабан «Амритсар» — «үлемһеҙлек нектары сығанағы» — булараҡ билдәлелек ала, хәҙер яһалма күлгә әйләнгән. Ошонда үҫеп сыҡҡан ҡала башта Гуру Рам Дас хөрмәтенә «Рамдаспур» тип атала, әммә һуңыраҡ хәҙерге Амритсар исемен ала. Күлдең дини асылы сикхтар өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Легенда буйынса, уның һыуы кешегә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер бүләк итә. Был биләмәләрҙең сикхтар ҡулына эләгеүе тураһында бер нисә фараз бар. Төп версия: Бөйөк Моголдар императоры Солтан Әкбәр Шах был ерҙәрҙе гуруның ҡыҙына туй бүләге итеп биргән. Тарихсылар фекеренсә, мосолман булмағандарға түҙемлек күрһәтеп, император сикхтарға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ер бирә һәм шулай итеп уларҙың динен яуларға тырыша. # Һармандир-Сәһиб ## Төҙөлөүе Алтын Ғибәҙәтхананы төҙөү 1573 йылда (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1577 йылда) башлана. Сикх хикәйәтенә ярашлы, Пакистандың ҙурлығы яғынын икенсе булған ҡалаһы Лахорҙан бөйөк суфый Мөхәммәт Мәкинул Ислам (ул хәҙрәт Миян Мир исеме менән киңерәк билдәле), сикх дини общинаһының бишенсе башлығы Гуру Арджан Дэвтың яҡын дуҫы, ҡорам нигеҙенә тәүге ташты һала. Төҙөлөштә эшселәр менән бергә бик күп сикх ирекмәндәре ҡатнаша. Төҙөлөш ваҡытында сикхтарҙан иғәнә рәүешендә бик күп аҡса йыйыла. Традицион һинд архитектураһында ғибәҙәтханалар бейек төҙөлгән булһа, был ғибәҙәтхана, киреһенсә, тирә-йүндәгегә ҡарағанда түбәнерәк итеп ҡорола. Шулай итеп, архитекторҙар килеүселәрҙең ғибәҙәтханаға хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән үҙ ҡараштарынан аҫҡа төшөрөүен күҙ уңында тотҡан. Алтын Ғибәҙәтхана төҙөлөшө 1604 йылда тамамлана. Ҡорам шунда уҡ сикхтарҙың төп ғибәҙәтханаһына әйләнә. Бында сикх динен тотоусыларҙың Гуру Арджан Дэв төҙөгән дини яҙмаһы «Ади Грантх»тың төп нөсхәһе һаҡлана. Ғибәҙәтхананың изге быуа уртаһында урынлашҡан төп өлөшөнә барыу өсөн тар мәрмәр күпер аша үтергә кәрәк. Ул изгеләрҙе гонаһлыларҙан айырған юлды символлаштыра. Һармандир-Сәһиб ғибәҙәтханаһы көнө буйы асыҡ, бары тик төнгө сәғәт 23:00-дән 03:00-гә тиклем ябыла. 1891 йылда Көнсығышҡа сәйәхәте барышында Алтын Ғибәҙәтханаға Рәсәйҙең буласаҡ батшаһы Николай II килә. 1946 йылда гурдвар янында Сикх белешмә китапханаһы асыла. 1984 йылда ғибәҙәтханала тупланған сикх боевиктарына ҡаршы Һиндостан армияһының «Зәңгәр йондоҙ» тип исемләнгән хәрби операцияһы ваҡытында тыныс халыҡ араһынан 492 кеше һәләк була, ә ғибәҙәтхана үҙе ныҡ зыян күрә (әлбиттә, ул тиҙҙән төҙөкләндерелә). Был ғәскәри операцияға яуап итеп сикх экстремистары шул уҡ йылда премьер-министр Индира Гандиҙы үлтерә. Террор актынан һуң Һиндостан властары гурдвар янындағы китапхананың ҡулъяҙмаларын тартып ала, ә уның бинаһын яндыра.
186828
https://ba.wikipedia.org/wiki/Һармандир-Сәһиб
Һармандир-Сәһиб
# Юлдыбай (йылға) Юлдыбай (рус. Жульдыбай - Рәсәйҙәге йылға. # Юлдыбай (йылға) ## Географияһы Юлдыбай йылғаһы Ырымбур өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Һөйөндөк йылғаһының уң ярына тамағынан 49 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км. # Юлдыбай (йылға) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө). Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәте буйынса: - Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002653 - Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200265 - Бассейн коды — 12.01.00.003 - ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12 - ГӨ буйынса сығарылыш — 2 # Юлдыбай (йылға) ## Атамаһы Башҡорттарҙа һәм ҡаҙаҡтарҙа йыш осраған Юлдыбай (Жулдыбай) антропонимынан
18845
https://ba.wikipedia.org/wiki/Юлдыбай_(йылға)
Юлдыбай (йылға)
# Озон Озон (бор. грек. ὄζω — еҫле) — өс атомлы O₃, молекулаларынан тора, кислородтың аллотроп модификацияһы. Ғәҙәти шарттарҙа — зәңгәр газ. Шыйыҡ хәлдә ҡарағусҡыл күк, ҡаты хәлдә шәмәхә‑күк төҫтә, t$_{ҡайнау}$—112°С; t$_{иреү}$—192,6°С. Аҙ концентрацияла булғанда саф хуш еҫле, ҙур концентрацияла киҫкен еҫле, ағыулы, ПДК‑һы 0,16 мг/м³. # Озон ## Озон төҙөлөшө Озон молекулаһында ике O-O бәйләнеше лә бер үк оҙонлоҡта 1,278. Бәйләнештәр араһындағы мөйөш 116,8° тәшкил итә. Үҙәк кислород атомы сп²-гибридлаштырылған, бүленмәгән бер пар электроны бар. Һәр бәйләнештең тәртибе — 1,5, резонанслы структуралар бер атом менән локалләштерелгән берҙәм бәйләнешкә һәм икенсеһе менән икеләтә бәйләнешкә эйә, һәм киреһенсә. Молекула поляр, электр диполе моменты — 0,5337 Д.. # Озон ## Асыу тарихы Тәүге тапҡыр озонды 1785 йылда Голландия физигы М. ван Марум үҙенсәлекле еҫе һәм окисланыу үҙенсәлектәре буйынса таба, улар быяла аша электр осҡондарын үткәргәндән һуң һауаны ала, шулай уҡ ябай температурала терегөмөшкә тәьҫир итә ала, шул арҡала ул үҙенең ялтырауын юғалта һәм быялаға йәбешә башлай. Ләкин яңы матдә булараҡ һүрәтләнмәй, ван Марум махсус «электр матдәһе» барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Озон терминын немец химикы Ф. Шёнбейн 1840 йылда уның еҫе өсөн тәҡдим иткән, һүҙлектәргә быуат аҙағында ингән. Күп кенә сығанаҡтар 1839 йылда озонды асыуға өҫтөнлөк бирә. 1840 йылда Шёнбейн озондың калий иодидынан иодты ҡыҫырыҡлап сығара алыу һәләтен күрһәтә: ${\mathsf {O_{3}+H_{2}O+2KI\rightarrow O_{2}+2KOH+I_{2}}}$ Был реакция крахмал һәм калийлы иодид иретмәләр (иодкрахмал ҡағыҙы) ҡатнашмаһы менән һуғарылған фильтрлы ҡағыҙ ярҙамында озонды сифатлы билдәләү өсөн ҡулланыла — бүленеп сыҡҡан иодтың крахмал менән үҙ-ара тәьҫир итешеүе арҡаһында ул озонда зәңгәр төҫкә инә. Кислород озонға әүерелгәндә газ күләменең кәмеү фактын 1860 йылда Эндрюс менән Тэт таҙа кислород тултырылған манометрлы быяла торба, уға беркетелгән платина үткәргестәр ярҙамында электр разрядын алыу өсөн эксперименталь рәүештә иҫбатлай. # Озон ## Физик үҙсәнлектәре * Молекуляр массаһы — 48 м. а. б. * Газ тығыҙлығы нормаль шарттарҙа 2,1445 г/дм³ Газдың кислород буйынса сағыштырмаса тығыҙлығы буйынса 1,5; һауа 1,62 буйынса (1,658). * Шыйыҡса тығыҙлығы −188 °C (85,2 К) булғанда тәшкил 1,59(7) г/см3 тәшкил итә. * Ҡаты оҙон тығыҙлығы − 195,7 °С (77,4 К) тигеҙ 1,73(2) г/см³ * Ҡайнау температураһы −111,8(3) °C (161,3 К). Шыйыҡ оҙон — ҡара-миләүшә төҫөндә.. * Иреү температураһы −197,2(2) °(75,9). Ҡайһы берҙә килтерелгән −251,4 °C (21,7 К иреү температураһы хата, сөнки озондың һыуыныу һәләтен иҫәпкә алынмаған. Башҡа сығанаҡтар буйынса T’пл = −192,5(4) ° С 80,6). Ҡаты хәлдә — шәмәхә ялтырауыҡлы ҡара төҫтә. * Критик температура −12,0 °(261,1). * Критик баҫымы 51,6 атм. * Диффузия коэффициенты (300 К, 1 атм булғанда) 0,157 см²/с. * Иреү йылылығы 2,1 кДж/моль. * Парға әйләнеү йылылығы температураһы төрлө сығанаҡтар күрһәтеүенсә 11,17 алып 15,19 тиклем кДж/моль; 90 К 15,27 алып 16,6 тиклем кДж/моль. * Һыуҙа эреүсәнлеге 0 °С температула — 0,394 кг/м³ (0,494 л/кг), , ул кислород менән сағыштырғанда 10 тапҡырға юғары. Эреүсәнлек һыуҙың таҙалығына ныҡ бәйле, сөнки ҡушылмалар озондың тарҡалыуын катализлай * Шыйыҡ озон бөтә яҡлап шыйыҡ аргон, азот, фтор, метан, углекислота, тетрахлоруглерод менән ҡушыла. Шыйыҡ кислород менән бөтә яҡлап 93 К юғарыраҡ температурала ҡатнаша, түбәнерәк температурала эреүсәнлек ике фазаға тарҡала * Фреондарҙа тотороҡло эретмә барлыҡҡа килтереп яҡшы ирей, (ташыу һәм һаҡлау өсөн файҙаланыла). * Молекуларҙың ионлашыу потенциалдары — 12,52эВ . * Озон газ хәлендә диамагнит була, шыйыҡ хәлдә — көсһөҙ парамагнит. * Еҫе — ҡырҡыу, үҙсәнлекле «металл еҫе» (Менделеев буйынса — «ҡыҫала еҫе»). Күп концентрацияла хлор еҫен хәтерләтә. Был еҫ 1:100 000 шыйығатҡанда ла һиҙелә. # Озон ## Химик үҙсәнлектәре Озон ҡайтмалы йәки кире реакциянан һуң барлыҡҡа килә: ${\mathsf {3O_{2}+68kcal/mol(285kJ/mol)\rightarrow 2O_{3}}}$ О₃ молекулаһы тотороҡһоҙ һәм нормаль шарттарҙа һауала етерлек концентрацияла бер нисә тиҫтә минут эсендә үҙенән-үҙе йылылыҡ айырып O₂ әйләнә. Температураның күтәрелеүе һәм баҫымдың түбәнәйеүе ике атомлы хәлгә күсеү тиҙлеген арттыра. Күп концентрацияла күсеү шартлау характерында булыуы ихтимал. Озондың хатта аҙ миҡдарҙа органик матдәләр, ҡайһы бер металдар йәки уларҙың оксидтары менән контакты үҙгәреүҙе ҡапыл тиҙләтә. Бик аҙ миҡдарҙа азот кислотаһы булғанда озон тотороҡлана, быяланан эшләнгән пломбаланған һауыттарҙа ҡайһы бер пластмассаларҙа йәки таҙа металдарҙа түбән температуралы озон (−78 °C) тарҡалмай тиерлек. Озон — көслө окисландырыусы, ике атомлы кислородҡа ҡарағанда күпкә реактивыраҡ. Бөтә металдарҙы ла тиерлек (алтын, платина һәм иридийҙан тыш) окисланыуҙың иң юғары дәрәжәһенә тиклем (ҡайһы бер өҫкө окисланғандан һуң, Ni, Cu, Sn)озон хәрәкәтенә ярайһы уҡ яҡшы ҡаршы тора). Күп кенә металл булмағандарҙы окислай. Реакцияның продукты булып башлыса кислород тора. ${\mathsf {2Cu^{2+}+2H_{3}O^{+}+O_{3}\rightarrow 2Cu^{3+}+3H_{2}O+O_{2}}}$ Озон оксидтарҙың окисланыу дәрәжәһен күтәрә: ${\mathsf {NO+O_{3}\rightarrow NO_{2}+O_{2}}}$ Был реакция хемилюминесценция менән башҡарыла. Азот диоксиды азот ангидридына тиклем окисланыуы мөмкин: ${\mathsf {2NO_{2}+O_{3}\rightarrow N_{2}O_{5}+O_{2}}}$ Озон бүлмә температураһында молекуляр азот менән реакцияға инмәй, ә 295 °C кимәлендә уның менән реакцияға инә: ${\mathsf {N_{2}+O_{3}\rightarrow N_{2}O+O_{2}}}$ Озон нормаль температурала углерод диоксиды барлыҡҡа килтереп углерод менән реакцияға инә: ${\mathsf {2C+2O_{3}\rightarrow 2CO_{2}+O_{2}}}$ Озон аммоний тоҙҙары менән реакцияға инмәй, ләкин аммоний нитраты барлыҡҡа килтереп аммиак менән реакцияға инә: ${\mathsf {2NH_{3}+4O_{3}\rightarrow NH_{4}NO_{3}+4O_{2}+H_{2}O}}$ Озон водород менән реакцияға ингәндә һыу һәм кислород барлыҡҡа килә: ${\mathsf {O_{3}+H_{2}\rightarrow O_{2}+H_{2}O}}$ Озон сульфаттар барлыҡҡа килтереп сульфидтар менән реакцияға инә: ${\mathsf {PbS+4O_{3}\rightarrow PbSO_{4}+4O_{2}}}$ Озон ярҙамында элементар көкөрттән дә, шулай уҡ көкөрт һәм көкөртлө водород диоксидынан да көкөрт кислотаһы алырға мөмкин: ${\mathsf {S+H_{2}O+O_{3}\rightarrow H_{2}SO_{4}}}$ ${\mathsf {3SO_{2}+3H_{2}O+O_{3}\rightarrow 3H_{2}SO_{4}}}$ Газ фазаһында көкөрт диоксиды барлыҡҡа килтереп көкөрт водороды менән реакцияға инә. ${\mathsf {H_{2}S+O_{3}\rightarrow SO_{2}+H_{2}O}}$ Һыуҙағы эретмәлә көкөртлө водород менән ике үҙ-ара тәьҫир итешеүсе реакция үтә, береһе — элементар көкөрт, икенсеһе көкөрт кислотаһын барлыҡҡа килтерә: ${\mathsf {H_{2}S+O_{3}\rightarrow S+O_{2}+H_{2}O}}$ ${\mathsf {3H_{2}S+4O_{3}\rightarrow 3H_{2}SO_{4}}}$ Озондағы өс кислород атомы ла тоҙ кислотаһы һәм озон менән аҡ ҡурғаш хлориды реакцияһында айырым реакцияға инә ала: ${\mathsf {3SnCl_{2}+6HCl+O_{3}\rightarrow 3SnCl_{4}+3H_{2}O}}$ Һыуыҡ һыуһыҙ хлор кислотаһында иод эретмәһе озоны менән эшкәртеп иод перхлораты (III): алырға мөмкин: ${\mathsf {I_{2}+6HClO_{4}+O_{3}\rightarrow 2I(ClO_{4})_{3}+3H_{2}O}}$ Ҡаты нитроний перхлораты газлы NO₂, ClO₂ һәм O₃ реакцияһы ярҙамында етештерелә ала: ${\mathsf {2NO_{2}+2ClO_{2}+2O_{3}\rightarrow 2NO_{2}ClO_{4}+O_{2}}}$ Озон яныу реакцияларында ҡатнаша ала, яныу температураһы ике атомлы кислород менән сағыштырғанда юғарыраҡ була: ${\mathsf {3C_{4}N_{2}+4O_{3}\rightarrow 12CO+3N_{2}}}$ Озондың химик реакцияларға түбән температурала ла инеүе ихтимал. 77 х (-196, шыйыҡ азоттың ҡайнау температураһы), атомар водород озон менән гидропероксид радикал (водород атомын кислород молекулаһына күсереп, яңы матдә алыу') барлыҡҡа килтереп, һуңғыһын димерлаштырыу (аралаштырыу) юлы менән тәьҫир итешә: ${\mathsf {H+O_{3}\rightarrow HO_{2}\cdot +O}}$ ${\mathsf {2HO_{2}\cdot \rightarrow H_{2}O_{2}+O_{2}}}$ Озон составында анион O₃⁻ булған органик булмаған озонидтар барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Был берләшмәләргә шартлау хәүефе янай һәм түбән температурала ғына һаҡланырға мөмкин. Бөтә һелтеле металдарҙың озонидтары (франциянан тыш) билдәле. KO₃, RbO₃ һәм CsO₃ тейешле супероксидтарҙан алырға мөмкин ${\mathsf {KO_{2}+O_{3}\rightarrow KO_{3}+O_{2}}}$ Калий озонидын калий гидроксидынан башҡа юл менән дә алырға мөмкин. ${\mathsf {2KOH+5O_{3}\rightarrow 2KO_{3}+5O_{2}+H_{2}O}}$ NaO₃ һәм LiO₃ -те CsO₃ шыйыҡ аммиак NH₃ хәрәкәтендә Na⁺ или Li⁺ иондарҙан торған ион алмашыу ыҫмалаларынан алырға мөмкин:: ${\mathsf {CsO_{3}+Na^{+}\rightarrow Cs^{+}+NaO_{3}}}$ Аммиакта кальций эретмәһен озон менән эшкәртеү кальций түгел, ә аммоний озониды барлыҡҡа килеүенә килтерә. ${\mathsf {3Ca+10NH_{3}+7O_{3}\rightarrow Ca\cdot 6NH_{3}+Ca(OH)_{2}+Ca(NO_{3})_{2}+2NH_{4}O_{3}+3O_{2}+2H_{2}O}}$ Озон (тимер (III) гидроксид һәм марганец диоксиды ултырмаһы барлыҡҡа килтерә, уны фильтрау юлы менән һыуҙан тимерҙе һәм марганецты айырыу өсөн ҡулланырға мөмкин: ${\mathsf {2Fe^{2+}+O_{3}+5H_{2}O\rightarrow 2Fe(OH)_{3}\downarrow +O_{2}+4H^{+}}}$ ${\mathsf {2Mn^{2+}+2O_{3}+4H_{2}O\rightarrow 2MnO(OH)_{2}\downarrow +2O_{2}+4H^{+}}}$ Әсе мөхиттә марганец окисланыуы перманганатҡа тиклем етеүе мөмкин. Озон ағыулы цианидтарҙы хәүефһеҙерәк цианаттарға әйләндерә: ${\mathsf {CN^{-}+O_{3}\rightarrow CNO^{-}+O_{2}}}$ Озон һыҡрыҡсаны (мочевина) тулыһынса тарҡатырға мөмкин : ${\mathsf {(NH_{2})_{2}CO+O_{3}\rightarrow N_{2}+CO_{2}+2H_{2}O}}$ # Озон ## Озон алыу Озон атомар кислород бүленеп сыҡҡан күп процестарҙа, мәҫәлән, перекистар тарҡалғанда, фосфор окисланғанда һ.б. ваҡытта барлыҡҡа килә. Сәнәғәттә уны һауанан йәки кислородтан озонаторҙарҙа электр разряды менән алалар. O₃ шыйығайыуы O₂ ҡарағанда еңелерәк, шуға күрә уларҙы айырыу ауыр түгел. Медицинала озонотерапия өсөн озонды таҙа кислородтан ғына алалар. Һауа нурланышында ҡаты ультрафиолет нурланыш менән озон барлыҡҡа килә. Шул уҡ процесс атмосфераның юғары ҡатламдарында бара, унда ҡояш нурланышы тәьҫирендә озон ҡатламы барлыҡҡа килә һәм тотола. Лабораторияла озонды һыуытылған концентрат көкөрт кислотаһын барий пероксиды менән үҙ-ара тәьҫир итештереп алырға мөмкин. ${\mathsf {3H_{2}SO_{4}+3BaO_{2}\rightarrow 3BaSO_{4}+O_{3}+3H_{2}O}}$ # Озон ## Токсин тәьҫире Уртаса концентрацияла озон токсин түгел. Ләкин озондың юғары окисланыу һәләте һәм уның ҡатнашлығында күп реакцияларҙа барлыҡҡа килеүе уның токсинлы булыуын (күп концентрацияла) билдәләй. Озондың организмға саманан тыш тәьҫире ваҡытһыҙ үлемгә килтереүе ихтимал. Озондың һауалағы юғары концентрацияһының үтә хәүефле йоғонтоһо: * һулыш алыу системаһын ярһыта; Рәсәй Федерацияһында озон зарарлы матдәләрҙең беренсе, иң юғары хәүеф класына ҡарай. Озон стандарттары: * тораҡ пункттарҙың атмосфера һауаһында рөхсәт ителгән максималь концентрация (ПДК м.р.) — 0,16 мг/м²; * тораҡ пункттарҙың атмосфера һауаһында рөхсәт ителгән уртаса тәүлек концентрацияһы (MPC s.s.) — 0,03 мг/м²; * эш майҙаны һауаһында рөхсәт ителгән максималь концентрация (ПДК) — 0,1 мг/м²; * минималь үлемесле концентрация (LC50) — 4,8 ppm Кешенең еҫ һиҙеү сиге яҡынса 0,01 мг/м. Озон бактерияларҙы һәм вирустарҙы һөҙөмтәле юҡ итә. # Озон ## Озон ҡулланыу Озонды ҡулланыу уның үҙенсәлектәренә бәйле: * көслө окисланыусы реагент: * медицина приборҙары стерилләштереү өсөн лаборатор һәм сәнәғәт практикаһында күп матдәләр әҙерләүҙә; * ҡағыҙҙы аҡлау өсөн; * нефтте таҙартыу өсөн. * көслө зарарһыҙландырыусы: * һыуҙы һәм һауаны микроорганизмдарҙан таҙартыу өсөн (озонация); * биналарҙы һәм кейем-һалымды зарарһыҙландырғаны өсөн; * медицинала ҡулланылған иретмәләр озонизацияһы өсөн (вена эсендә лә, контактлы ҡулланыу өсөн дә).. * Озон эсә торған һыуҙы зарарһыҙландырыу, туҡымаларҙы ағартыу, минераль майҙарҙы, сәнәғәт ағынты һыуҙарын таҙартыу өсөн, ҡиммәтле кислородлы берләшмәләр (мәҫ., адипин к‑таһы) етештереүҙә һ.б. ҡулланыла. XXI быуатта күп кенә компаниялар биналарҙы (подвалдарҙы, бүлмәләрҙе вируслы ауырыуҙарҙан, складтарҙан, бактериялар һәм бәшмәктәрҙе йоҡторған әйберҙәрҙән һуң) зарарһыҙландырыу өсөн тәғәйенләнгән көнкүреш озонизаторҙарын етештерә башлай, йыш ҡына был алымды ҡулланғанда кәрәкле һаҡлыҡ саралары тураһында әйтелмәй. # Озон ## Атмосферала озон Атмосфера (стратосфера) озоны — ҡояш нурланышының атмосфера (О₂) кислородҡа тәьҫире продукты. Ләкин тропосфера озоны — кеше һәм хайуандар һаулығына хәүеф тыуҙырыусы, шулай уҡ үҫемлектәргә зыян килтереүсе озон. Атмосферала кислород молекулаһы фотолитик тарҡалғанда йәки йәшен ваҡытында электр разряды арҡаһында барлыҡҡа килә; тигеҙ таралмаған, атмосферала иң күп миҡдары 20—25 км бейеклектә күҙәтелә, ергә яҡын ҡатлауҙа О. концентрацияһы антропоген факторҙар арҡаһында арта. Ерҙә тормошто һаҡлау вазифаһын үтәй, тере организм һәм үҫемлектәр өсөн зарарлы ультрафиолет нурҙарын (300 нм кәмерәк) һеңдерә. О. атмосферала тәүлек, миҙгел һәм йыл әйләнәһендәге кимәле ҡояш активлығының үҙгәреүенә бәйле. Тәбиғи һәм сәнәғәт тарафынан сығарылған озон тарҡатҡан матдәләр (бигерәк тә поляр өлкәләрҙә — "озон ярығы"нда ныҡ күҙәтелә). Кататумбо йәшене Ерҙәге тропосфера озонының иң ҙур яңғыҙ генераторы тип иҫәпләнә. Ҡояш нурҙары атмосфераға автомобилдәрҙең һурҙырғыс газдарынан ингән азот диоксиды һәм углеводородтар менән реакцияға ингәс, фотохимик смог (төтөн томаны) барлыҡҡа килә. Азот диоксиды ҡояштан ультрафиолет нурланыш тәьҫирендә, азот оксиды һәм берләшмәгән кислород атомдары (озон) барлыҡҡа килә. Фотохимик смогтар тәүге тапҡыр 1940-сы йылдарҙа Лос-Анджелеста асыла. Улар кешеләрҙә күҙ һәм насофаринкс мембраналарының ярһыуына, шулай уҡ үҫемлектәрҙең һәләк булыуына һәм резина изделиеларҙың зарарланыуына килтерә.
185710
https://ba.wikipedia.org/wiki/Озон
Озон
# Авижанская София Александровна Авижанская София Александровна (5 декабрь 1920 йыл — 2014 йыл, Бруклин, АҠШ) — СССР-ҙың ғалим-фольклорсыһы, этнография һәм музей белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1946). # Авижанская София Александровна ## Биографияһы София Александровна Авижанская 1920 йылдың 5 декабрендә Петроград ҡалаһында хеҙмәткәр Авижанский Александр Львович һәм Авижанская Прасковья Матвеевна ғаиләһендә тыуа. 1938 йылда мәктәпте тамамлағас, Ленинград дәүләт университеты филология факультетының этнография бүлексәһенә уҡырға инә. 1942—1945 йылдарҙа София Александровна этнография кафедраһында аспирантурала уҡый. 1945 йылдың 27 майында «Рус эпосында атай менән улдың көрәш сюжеты» темаһы буйынса «филология фәндәренең кандидаты» ғилми дәрәжәһе өсөн диссертацияһын яҡлай. Етәксеһе ЛДУ-ның филология кафедраһы мөдире, билдәле филолог-фольклорсы Пропп Владимир Яковлевич була. Аспирантураны тамамлағас, Ленинградтағы Дәүләт этнография музейына эшкә ебәрелә. Шунда София Авижанская Волга буйы һәм Урал бүлексәһенең ғилми хеҙмәткәре, методика секторы мөдире була. Ә 1966 йылдан этнография музейының директоры урынбаҫары вазифаһын биләй. 1956—1969 йылдарҙа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорттар йәшәгән райондары буйлап биш этнографик экспедицияла ҡатнаша, традицион биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре, башҡорт кейеме элементтары коллекциялары һәм башҡа ҙур әһәмиәтле әйберҙәр йыя. София Александровна — башҡорт халҡының биҙәү‑ҡулланма сәнғәте (биҙәкләп бәйләү, металды художестволы эшкәртеү һ.б.) буйынса ғилми эштәрҙең авторы. 1980 йылдың 1 авгусында София Авижанская этнография музейында 35 йыл эшләгәндән һуң пенсияға сыға. 1990-сы йылдарҙың башында Америка Ҡушма Штаттарының Бостон ҡалаһына йәшәргә күсә. # Авижанская София Александровна ## Ғилми хеҙмәттәре * Этнографические коллекции по башкирам Государственного музея этнографии народов СССР // Башҡортостандың археологияһы һәм этнографияһы. Т.1. Өфө, 1962 (авторҙ.) * Декоративно‑прикладное искусство башкир. Өфө, 1964 (авторҙ.) * Народное искусство башкир: альбом. Л., 1968 (авторҙ.). * Опыт использования этнографических материалов в научно-атеистической пропаганде // Материалы о работе и истории этнографических музеев и выставок. М., 1972. 84-98 б. * Пропаганда ленинской национальной политики и показ современности в ГМЭ народов СССР // Труды Центрального музея революции СССР. М., 1973. 6 сығ. 69-78 б. * Каталог-указатель. Краткое описание коллекций отдела народов Поволжья и Приуралья ГМЭ народов СССР // Музеи и современность. М., 1975. 186-281 б. (авторҙ.) * Новая экспозиция ГМЭ народов СССР // СЭ. 1978. № 1. 155-160 б. * Этнографические коллекции мирового значения ГМЭ народов СССР // Музейное дело в СССР. М., 1980. 105-112 б. * К вопросу об изучении и научном описании предметов этнографии в процессе комплектования и научной обработки // Труды НИИ культуры. М., 1980. 90 сығ. 81-102 б. (авторҙ.) # Авижанская София Александровна ## Ғаиләһе София Александровна Елена исемле ҡыҙын һәм Григорий исемле улын тәрбиәләй.
162630
https://ba.wikipedia.org/wiki/Авижанская_София_Александровна
Авижанская София Александровна
# 26 ноябрь 26 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 330-сы көнө (кәбисә йылында 331-се). Йыл тамамланыуға 35 көн ҡала. # 26 ноябрь ## Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар ### Халыҡ-ара * БМО: ** Һимереүгә ҡаршы көрәш көнө. * Ер: ** Мәғлүмәт көнө. ** Зәйтүн ағасы көнө. # 26 ноябрь ## Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар ### Милли * Абхазия: Конституция көнө. * АҠШ: Торт көнө. * Монголия: Республика иғлан ителгән көн. * Рәсәй Федерацияһы: Әсәләр көнө (ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе). ** Орган көнө. * Сингапур: Оләсәй һәм олатайҙар көнө. * Төркмәнстан: Уңыш көнө. * Үзбәкстан: Мамыҡ байрамы. * Һиндостан: Конституция көнө. ** Һөт көнө. # 26 ноябрь ## Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар #### Төбәк байрамдары * Себер татарҙары теле көнө. # 26 ноябрь ## Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар #### Төбәк байрамдары ##### Һөнәри * Ер: Итексе көнө. * Аргентина: Юмористар көнө. * Ҡырғыҙстан: Оборона спорт-техник ойошмалар хеҙмәткәрҙәре көнө. * Рәсәй Федерацияһы: Шәкәр сөгөлдөрө тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө (ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе). * Украина: Логистар көнө. # 26 ноябрь ## Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар #### Төбәк байрамдары * Себер татарҙары: Себер татарҙары теле көнө. # 26 ноябрь ## Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар #### Төбәк байрамдары ##### Һөнәри * Ер: Итексе көнө. * Аргентина: Юмористар көнө. * Украина: Логистар көнө. # 26 ноябрь ## Тарихи ваҡиғалар * 1394: Сеул Корея Республикаһының баш ҡалаһы статусын ала. * 1905: хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Элемтә хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзы ойошторола. * 1917: НХЛ ойошторола. * 1924: Монголия республика тип иғлан ителә. * 1934: Новосибирск ҡалаһында трамвай йөрөй башлай. # 26 ноябрь ## Был көндө тыуғандар ### Башҡортостан менән бәйле шәхестәр #### 0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар * Ковшова Наталья Венедиктовна (1920—14.08.1942), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, уҡсылар полкы снайперы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). * Йосопов Ҡасим Нәзиф улы (1935), ғалим-иҡтисадсы. 1968—1989 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшереүҙәр бүлеге ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылға тиклем милли иҡтисад кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1991), Рәсәйҙең (2006), Башҡорт АССР-ының (1985) һәм Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Ғ. Рамаҙанов (2005), М. И. Тоҡомбәтов (2006) исемендәге премиялар лауреаты. * Донцов Сергей Иванович (1950), ветеран спортсы. Күмертау педагогия колледжының дзюдо буйынса уҡытыусы-тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. * Исламов Яхия Айса улы (1950), хеҙмәт ветераны. 1971—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы «Сельхозтехника» берекмәһе, 1977—2010 йылдарҙа ошо райондың «Комсомолец» колхозы, 2007-2011 йылдарҙа Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе водителе. СССР профсоюздарының XVII съезы делегаты (1982). Социалистик ярыш еңеүсеһе (1981), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981), Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2011). Сығышы менән ошо райондың Бурансы ауылынан. # 26 ноябрь ## Был көндө тыуғандар ### Башҡортостан менән бәйле шәхестәр #### 1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар * Ихсанов Зәйнулла Әмин улы (1906—25.12.1997), ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1932—1934, 1939—1941 һәм 1963—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1963 йылдан уҡыу эштәре буйынса проректор, 1965 йылдан — ректор, бер үк ваҡытта 1968 йылдан нормаль физиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Октябрь Революцияһы (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1979) ордендары кавалеры. * Яков Ухсай (1911—7.07.1986), шағир, яҙыусы, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сыуаш АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сыуаш АССР-ының халыҡ шағиры (1950) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945). РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт (1972) һәм Сыуаш АССР-ының К. Иванов исемендәге дәүләт (1971) премиялары лауреаты. Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1971), 1-се (1943) һәм 2-се дәрәжә (1944) Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), «Почёт Билдәһе» (1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылынан. * Грахов Николай Леонидович (1946), матбуғат ветераны, балалар шағиры, тәржемәсе, йырҙар авторы һәм башҡарыусы. 1985 йылдан «Китап» нәшриәте хеҙмәткәре, 2003 йылдан «Бельские просторы» журналының бүлек мөдире. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. А. Н. Толстой исемендәге халыҡ-ара (2006), Степан Злобин һәм Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда «автор йырына» нигеҙ һалыусыларҙың береһе. # 26 ноябрь ## Был көндө тыуғандар ### Башҡортостан менән бәйле шәхестәр #### 2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар * Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (1942—2020), ғалим-хирург, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы табибы, 1972 йылдан хирургия бүлеге мөдире; 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан — балалар хирургияһы кафедраһы мөдире; 1989 йылдан Республика балалар хирургияһы үҙәге етәксеһе һәм Республика балалар клиник дауаханаһы базаһындағы хирургия клиникаһы директоры. Башҡортостандың Балалар хирургтары ассоциацияһын ойоштороусы һәм 1991 йылдан уның президенты. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған табибы; Рәсәйҙең (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре. # 26 ноябрь ## Был көндө тыуғандар ### Башҡортостан менән бәйле шәхестәр #### 3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар * Богданович Татьяна Александровна (1873—31.12.1942), яҙыусы, тарихи повестар авторы. Әҫәрҙәрендә 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоро башҡорттарының тормошон һүрәтләй. Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан. * Сухов Анатолий Петрович (1948—10.09.2012), спортсы, тренер. 1967 йылдан Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы спорт клубының спидвей буйынса «Башкирия» командаһы ағзаһы, 1973 йылдан тренеры, 1980 йылдан — өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1982 йылдан СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһы тренеры; 2000—2002 йылдарҙа Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубы тренеры. Мотоспорт буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). * Суфиянов Нәғим Муса улы (1948—15.12.2012), водитель. 1970—2006 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Ҡырҙас ауылынан. # 26 ноябрь ## Был көндө тыуғандар ### Башҡортостан менән бәйле шәхестәр #### 4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар * Әхмәҙиева Рәйсә Рәхим ҡыҙы (1924—24.2.2002), опера йырсыһы (меццо сопрано), педагог. 1955—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1957—2002 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы, Өфө сәнғәт училищеһының тарих музейына нигеҙ һалыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан. * Иванов Евгений Григорьевич (1934—29.09.2016), төҙөүсе. 1959—1996 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһындағы «Башнефтепромстрой» тресының монтажсылар бригадиры, 1974 йылдан — слесарь, 1978 йылдан — мастер, 1980 йылдан — уҡыу комбинатының өлкән мастеры, 1985 йылдан — хеҙмәт һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында бөткән Семёновка ауылынан. * Раянов Валерий Ғәлим улы (1949), педагог. 1975—2016 йылдарҙа Шарандағы 1-се мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Шаран районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Тәләк ауылынан. * Хәйруллина Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы (1949), ғалим-иммунолог. 1974 йылдан Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан – өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм иммунология лабораторияһы мөдире, 1992 йылдан — Өфөнөң 8-се дауаханаһында иммунология һәм клиник иммунология лабораторияһы мөдире. 1995 йылдан — Республика балалар клиник дауаханаһының клиник иммунология бүлеге менән иммунология лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Республика балалар иммуноаллергология үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан. * Александров Игорь Васильевич (1954), ғалим-физик. 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан 2-се авиация технологияһы факультеты, 1987—1995 йылдарҙа — дөйөм фәндәр кафедралары факультеты деканы, 2004 йылдан — физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). * Ҡасимов Эльвир Әбүбәкер улы (1979), спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000), донъя чемпионы (2000), Рәсәй кубоктарын (2002—2003) яулаусы. Бокс буйынса Рәсәй чемпионатының (2000) бронза призёры, студенттар араһында Рәсәй чемпионы (1999—2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан. # 26 ноябрь ## Был көндө тыуғандар ### Дөйөм исемлек * 1897: Лукитс Теодор, АҠШтың Румыния сығышлы рәссамы. * 1921: Вергиз Куриен, Һиндостан социаль эшҡыуары, менеджеры һәм чиновнигы. * 1948: Элизабет Блэкбёрн, АҠШ ғалимы, цитогенетик. Нобель премияһы лауреаты * 1963: Жозефина Топали, Албания сәйәсмәне. # 26 ноябрь ## Был көндө вафат булғандар * 1547: Джованни Кариани, Италия рәссамы. * 1967: Ғиләж Ғүмәрский, драматург, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. * 1982: Юхан Аави, Эстония композиторы.
68213
https://ba.wikipedia.org/wiki/26_ноябрь
26 ноябрь
# Александров Андрей Фёдорович Александров Андрей Федорович (30 май 1935 йыл — 20.9.2024) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, плазма физикаһы һәм физик электроника өлкәһендә белгес. Мәскәү дәүләт университетының физика факультеты физик электроника кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (2001). Ике тапҡыр СССР Дәүләт премияһы лауреаты. # Александров Андрей Фёдорович ## Биографияһы Андрей Фёдорович Александров 1935 йылдың 30 майында тыуған. # Александров Андрей Фёдорович ## Биографияһы ### Белеме * 1959 йыл — Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай; * 1962 йыл — МДУ-ның аспирантураһын тамамлай. # Александров Андрей Фёдорович ## Биографияһы ### Ғилми дәрәжәһе * 1965 йыл — кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай; * 1975 йыл — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай. # Александров Андрей Фёдорович ## Биографияһы ### Ғилми исеме * 1978 йылда профессор исеме бирелә; * 1961 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында эшләй: ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор; * 1986 йылдан алып — физик электроника кафедраһы мөдире, МДУ. # Александров Андрей Фёдорович ## Фәнни эшмәкәрлеге Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе материаль мөхит электродинамикаһы, плазма физикаһы, плазма һәм газдарҙың кинетик теорияһы, физик электроника, релятивистик юғары йышлыҡтағы электроника, өҫкө йөҙ һәм наноматериалдар үҙенсәлектәрен модификациялау технологиялары. # Александров Андрей Фёдорович ## Ижтимағи эшмәкәрлеге * Рәсәй Фәндәр академияһының плазма физикаһы буйынса фәнни советы ағзаһы. * Рәсәй Фәндәр академияһының релятивистик электроника буйынса фәнни советы ағзаһы. * Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы докторлыҡ диссертация советы рәйесе 501.001.66 Д * Рәсәй Фәндәр академияһының дөйөм физика институты янындағы докторлыҡ диссертация советы ағзаһы. * «ru:Радиотехника и электроника», «ru:Вестник Московского университета. Серия 3. Физика, астрономия» журналдарының редколлегия ағзаһы. * Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы академигы. # Александров Андрей Фёдорович ## Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре Журналдарҙа 250-нән ашыу ғилми мәҡәләләр, бер нисә китап һәм монографиялар авторы: * Александров А. Ф., Рухадзе А.&nbsp;А. Физика сильноточных источников света. М: Атомиздат, 1976 * Александров А. Ф., Богданкевич Л. С., Рухадзе А.&nbsp;А. Основы электродинамики плазмы. М: Высшая школа, 1978, 1988. (обложка, аннотация) Перевод на англ. язык: Alexandrov A.F., Bogdankevich L.S., Rukhadze A.A. Principles of Plasma Electrodynamics, Heidelberg: Springer Verlag, 1984 * Александров А. Ф., Богданкевич Л. С., Рухадзе А.&nbsp;А. Колебания и волны в плазменных средах. М: Изд. МГУ, 1990 * Александров А. Ф., Рухадзе А. А., Тимофеев И. Б. Динамика излучающей плазмы. М: Изд. МГУ, 1990 * Александров А. Ф., Галузо С. Ю. Физика сильноточных релятивистских электронных пучков. М: Изд. МГУ, 1991 * Александров А. Ф., Рухадзе А.&nbsp;А. Лекции по электродинамике плазмоподобных сред. М: Изд. МГУ, 1999 * Александров А. Ф., Петров В. И. (под ред.) Сборник задач компьютерного практикума. М: Изд. МГУ, 1999 * Александров А. Ф., Рухадзе А.&nbsp;А. Лекции по электродинамике плазмоподобных сред. Неравновесные среды. М: Изд. МГУ, 2002 * Александров А. Ф., Кузелев М.&nbsp;В. Радиофизика. Физика электронных пучков и основы высокочастотной электроники. М: Изд. КДУ, 2007 # Александров Андрей Фёдорович ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * 1981 йыл — СССР Дәүләт премияһы; * 1989 йыл — МДУ-ның Ломоносов премияһы; * 1991 йыл — СССР-ҙың Дәүләт премияһы; * 1997 йыл — МДУ-ның Ломоносов премияһы; * 1991 йыл — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре; * 2005 йыл — II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы.
156407
https://ba.wikipedia.org/wiki/Александров_Андрей_Фёдорович
Александров Андрей Фёдорович
# Белоруссия географияһы Белоруссия (бел. Рэспубліка Беларусь) — Көнсығыш Европала урынлашҡан дәүләт. Латвия, Литва, Польша, Рәсәй Федерацияһы һәм Украина менән сиктәш. Майҙаны — 207 600 км². # Белоруссия географияһы ## Географик урынлашыуы ### Яҫылыҡлы күрһәткестәр * Майҙаны — 207 600 км² (донъяла 84-се). * Төньяҡтан көньяҡҡа табан 560 км, көнсығыштан көнбайышҡа 650 км һуҙылған. * Минскктан Варшаваға тиклем алыҫлыҡ 500 км, Мәскәүгә тиклем — 700 км, Берлинға тиклем — 1060 км, Венаға тиклем — 1300 км. * Полоцк ҡалаһы эргәһендә Европа ҡитғаһының географик үҙәге урынлашҡан, уның координаталары — төньяҡ киңлектең 53°31,7', көнсығыш оҙонлоҡтоң 28°02,8' Беларусь Республикаһының иң ситке нөктәләре: * төньяҡ: 56°10' (Витебск өлкәһе, Верхнедвинск районы, Освейское күленән төньяҡтараҡ) * көньяҡ: 51°16' (Гомель өлкәһе Брагино районы, Комарин ҡасабаһынан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһы) * көнбайыш: 23°11' (Брест өлкәһе Каменец районы, Высокое тауынан көнбайыштараҡ) * көнсығыш: 32°47' (Могилёв өлкәһе Хотимск районы, Хотимск ҡасабаһынан көнсығыштараҡ) # Белоруссия географияһы ## Географик урынлашыуы ### Яҫылыҡлы күрһәткестәр #### Административ бүленеше 6 өлкәнән тора, уларҙың майҙаны: * Гомель өлкәһе — 40,4 мең км² * Витебск өлкәһе — 40 мең км² * Минск өлкәһе — 40,2 мең км² * Брест өлкәһе — 32,8 мең км² * Могилёв өлкәһе — 29,1 мең км² * Гродно өлкәһе — 25,1 мең км² # Белоруссия географияһы ## Географик урынлашыуы ### Бейеклек (рельеф) күрһәткестәре Илдең территория башлыса тигеҙлекле. Белорус теҙмәһенә ҡараған һирәк ҡалҡыулыҡтар 300 метр бейеклектән артмай тиерлек (Минск ҡалҡыулығы — 345 м, Новогрудка ҡалҡыулығы — 323 м, Ошмяны ҡалҡыулығы — 320 м). Белоруссия рельефынынң уртаса бейеклеге 160 метр тәшкил итә. Республиканың төньяғын Белорус Күлдәр буйы (Поозерье) биләй, уның ҙур өлөшөн Полоцк уйһыулығы (абсолют бейеклектәре 110—150 м) биләй, ул бөтә яҡтан да убалар һәм ҡалҡыулыҡтар менән, ә көньяҡ-көнсығыштан Чашник тигеҙлеге менән уратылған. Көнсығыш Күлдәр буйы Лучосы һәм Сураж уйһыулыҡтары менән биләнгән, улар үҙ-ара Витебск ҡалҡыулығы (бейеклеге 295 метрға тиклем) тарафынан бүленгән. Күлдәр буйының көньяҡ-көнбайышында Нарочанск-Вилия тигеҙлеге урынлашҡан, ул Минск, Ошмяны һәм Свентяны ҡалҡыулыҡтары менән уратылған. Күлдәр буйына ҡайһы саҡта шулай уҡ Урта Неман уйһыулығының бер өлөшөн, Үрге Березина һәм Үрге Вилия уйһыулыҡтарын индерәләр. Белорус теҙмәһенә Волковы, Гродно, Минск, Новогрудка, Оршаны, Ошмяны, Слоним ҡалҡыулыҡтары һәм Копыл теҙмәһе ҡарай. Белорус теҙмәһен Барановичи, Быховск-Чечерск, Горец-Мстислав, Лидск, Оршаны-Могилёв, Столбцовск һәм Үҙәк Березина тигеҙлектәре, шулай уҡ Үрге Неман уйһыулығы уратҡан. Брест өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында Нарев-Ясельды һәм Буг буйы тигеҙлектәре, шулай уҡ Беловежье теҙмәһе урынлашҡан. Белорус теҙмәһенән көньяҡтараҡ урын шартлы Предполесьеға берләшә, ә Оршаны ҡалҡыулығы, Оршаны-Могилёв һәм Горец-Мстислав тигеҙлектәре — Көнсығыш Белорусия тигеҙлегенең геоморфологик өлкәһенә берләшә. Белоруссияның көньяғын Полесье биләй, ул башлыса тигеҙлектән тора (абсолют бейеклектәре 120—150 м). Географик яҡтан Полесье артабанғы өлөштәргә бүленә (көнбайыштан көнсығышҡа): Брест, Припять, Мозырь һәм Гомель Полесье өҫтөнән күп һанлы боронғо ҡитға убалары күтәрелеп тора, уларҙан Мозырь (бейеклеге 208 метрға тиклем), Юровичи һәм ҡайһы бер башҡа теҙмәләр, Логиши һәм Хойни-Брагино ҡалҡыулыҡтары, шулай уҡ Загородье тигеҙлеге барлыҡҡа килгән. * Нөктәләр ** Иң бейек — Дзержинский тауы (Минск өлкәһендә урынлашҡан, бейеклеге — 345 м), унан һуң — Лысая тауы (342 м) ** Иң түбән — Неман уйһыулығы (Гродно өлкәһендә Литва менән сик буйында урынлашҡан, бейеклеге — 80-90 м). # Белоруссия географияһы ## Физик ҡылыҡһырламалары ### Климат Климаттың уртаса континенталь төрө өҫтөнлөк итә, сағыштырмаса йомшаҡ һәм дымлы ҡыш, йылы һәм дымлы йәй. # Белоруссия географияһы ## Физик ҡылыҡһырламалары ### Температура режимы Белоруссияла һауаның уртаса йыллыҡ температураһы (1981—2010 йылдарҙағы күрһәткестәр буйынса) Орша һәм Горки ҡалаларында 5,7 °C-тан алып Брестта 8,2 °C-ҡа тиклем. Илдең төньяҡ өлөшөндә ҡышҡы осорҙа көндөҙ һауа −5..-7 градусҡа тиклем күтәрелә, ә төндә −11..-13 градусҡа тиклем төшә, йәйен көндөҙ яҡынса +21..+23 градусҡа тиклем йылый, төндә — яҡынса +11..+13 градус тәшкил итә. Илдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш райондары иң йылыһы булып тора. 30 йыл эсендә уртаса йыллыҡ температура 1 градусҡа күтәрелгән. Флуктуациялар, температура амплитудаһы тулҡынланыуы, экстремумдар артҡан. # Белоруссия географияһы ## Физик ҡылыҡһырламалары ### Яуым-төшөмдәре Белоруссияла уртаса 600-ҙән 700 миллиметрға тиклем яуым-төшөм яуа. Ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан райондарҙа уртаса яуым-төшөм миҡдары — 650—750 мм, ә уйһыулы райондарҙа — 600—650 мм. Иң күп уртаса яуым-төшөм Новогрудкала (769 мм) теркәлә. Йыллыҡ норманан ғәҙәти тайпылыуҙар 200 миллиметрҙан артмай. Яуым-төшөм миҡдарының абсолют йыллыҡ максимумы Гомель өлкәһенең Василевичила теркәлгән — 1115 мм, абсолют минимум — уға яҡын урынлашҡан Брагинола (298 мм). Яуым-төшөмдөң яуыуы миҙгелдәр буйынса тигеҙ бүленмәгән: 70 % апрель-октябргә тура килә, ә иң ямғырлы ай — июль. Яуым-төшөмлө көндәрҙең һаны көньяҡ-көнсығышта 145-тән төньяҡ-көнбайышта 193—195-кә тиклем тирбәлә. Ҡар йыл һайын яуа — тәүге тапҡыр октябрь-ноябрҙә, ә тулыһынса ҡар япмаһы ғәҙәттә декабрҙә формалаша. Ҡар япмаһы төрлө региондарҙа уртаса 75 көндән (Белоруссияның көньяҡ-көнбайышы) 125 көнгә тиклем (илдең төньяҡ-көнсығышы) тотола. Ҡар япмаһының уртаса бейеклеге көньяҡ-көнбайышта 15 сантиметрҙан (бындай япмала һыу запасы — 30-40 мм) төньяҡ-көнсығышта 30 сантиметрҙан ашыуға тиклем (һыу запасы — 80—100 мм) тирбәлә. Ҡар япмаһы иреүенең башаныуы шулай уҡ районға ҡарап үҙгәрә. Һауа дымлылығы дөйөм алғанда бик юғары. Белоруссияла уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы 80 % (май-июндә — 65-70 %, декабрь-ғинуарҙа — 90 %-ҡа тиклем) тәшкил итә. Ҡағиҙә булараҡ, йылда ҡоро (дымлылыҡ 30%-тан кәмерәк) көндәрҙең һаны төньяҡта 5-7 һәм көньяҡ-көнсығышта 13-17 артмай. Белоруссияла йылда уртаса 35 көндән 100 көнгә тиклем томандар күҙәтелә, ә ҡалҡыулыҡтарҙа — йылда 65 көндән 100 көнгә тиклем. Төбәктәргә ҡарап йылына уртаса 135—175 болотло көндәр була. # Белоруссия географияһы ## Физик ҡылыҡһырламалары ### Елдәр Белоруссия территорияһында көнбайыш елдәр өҫтөнлөк итә, улар Атлантик океандың диңгеҙ һауаһын алып килә (йәйен ел башлыса көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫә, ҡышын — көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан). Ҡышын циклондар менән оҙатылған көнбайыш елдәре юғары дымлылыҡлы сағыштырмаса йылы һауа алып килә, был юғары дымлылыҡҡа һәм болотлолоҡҡа, шулай уҡ яуым-төшөмдәргә килтерә. Бынан башҡа Белоруссияла ҡышҡы һауа торошон уртаса киңлектәрҙең континенталь һауаһы (ул температураның −10-15 °C тиклем түбәнәйеүе менән оҙатыла) һәм диңгеҙ йәки континенталь сығышлы арктик һауаһы (ул үҙенең сығышына ҡарап йә ҙур булмаған йә киҫкен һыуыҡтар (−40 °C-ҡа тиклем) килтерә) фомалаштыра. Йәйен Атлантик океан һауаһы сағыштырмаса һалҡынса һәм дымлы, ә Арктика һауаһы — ҡоро йәки йылы һауа торошон формалаштыра. Белоруссияның көньяҡ-көнсығышында тропик һауаның йоғонтоһо күҙәтелә, ул йәйен эҫе һауа торошон һәм ҡышын көслө йылыныуҙы урынлаштырыуға булышлыҡ итә. Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге йылға үҙәндәрендә һәм уйһыулыҡтарҙа 3-3,5 м/с алып тигеҙлектәрҙә һәм ҡалҡыулыҡтарҙа 3,5-4 м/с тиклем барып етә. Көҙөн һәм ҡышын елдәр ҡағиҙә булараҡ яҙғы һәм йәйге елдәргә ҡарағанда көслөрәк була. # Белоруссия географияһы ## Гидрология Днепр — 690 км; Березина — 613 км; Припять — 500 км; Сож — 493 км; Нёман — 459 км; Птичь — 421 км; Көнбайыш Двина — 328 км. # Белоруссия географияһы ## Гидрология ### Йылғалар Белоруссияла 20 800 йылға> һәм яҡынса 11 мең күл хисаплана. Күлдәрҙең күптәре төньяҡта һәм төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Барлыҡ йылғаларҙың суммар оҙонлоғо 90,6 мең км тәшкил итә; бөтә йылғаларҙың 93 % бәләкәй (оҙонлоғо 10 километрға тиклем) йылғаларға ҡарай. Йылғаларҙың уртаса ауышлығы төньяҡта һәм көньяҡта айырыла. Төньяҡта бәләкәй йылғаларҙың ауышлығы — 2—3 ‰, урта — 0,5—0,8 ‰, ҙур — в 0,1—0,2 ‰; көньяҡта бәләкәй йылғаларҙың ауышлығы — 1—1,5 ‰, урта — 0,2—0,3 ‰ һәм Припять йылғаһы өсөн — 0,09 ‰. Ҙур һәм урта йылғалар ағымының уртаса тиҙлеге 0,5—0,7 м/с тәшкил итә. Атмосфера яуым-төшөмдәре Беларусь йылғалары өсөн төп һыу сығанағы булып тора. Яҙые ҡар ҡапламы иреп барыу буйынса йылғаларҙа ташҡындар башлана, улар айырым йылдарҙа яр буйындағы тораҡ пункттарҙы баҫа. Көнбайыш Двина һәм уның бассейны йылғалары ғәҙәттә 0,3—0,5 километрға киңәйә, Нёман — 1—3 км, Березина — 1,5—5 км, Сож — 1,5—4 км, Днепр — 3—10 км, Припять — 1,5—15 км. Шул уҡ ваҡытта Көнбайыш Двинала ташҡындар осоронда һыуҙың иң юғары кимәле күҙәтелә — 4,4 метрҙан 9 метрға тиклем. Шул уҡ күрҙәткес Днепр өсөн — 2,9—8,7 м, Сож өсөн — 3,7—5,3 м, Припять өсөн — 3,5—4,6 м, Нёман өсөн — 2,3—3,9 м, Вилия өсөн — 1,9—3,7 м, Березина өсөн — 2,3—3,4 м. Һыу ташыуының дауамлығы Нёман бассейнында 24—67 көндән алып Припять бассейнында 40—120 көнгә тиклем тирбәлә. Йәйен, бигерәктә ҡоролоҡ осоронда, бәләкәй йылғалар 3,5 ай мөҙәткә ҡәҙәр ҡорой, ә Полесьела ҡайһы саҡта урта йылғаларҙа ҡорой. Ҡышын боҙҙоң уртаса ҡалынлығы көньяҡта 17—45 сантиметрҙан алып төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта 29—64 сантиметрға тиклем тирбәлә. Боҙ япмаһы уртаса 43 көндән 140 көнгә тиклем тотола, ә иң йылы ҡыштарҙа йылғалар туңмайҙар. Иң оҙон йылғалар — Днепр (Беларусь территорияһында — 690 км, дөйөм оҙонлоғо — 2145 км), уның ҡушылдығы Березина (бер үк атамалағы бер нисә йылғаларҙың береһе; 613 км), Припять (Беларусь территорияһында — 500 км, дөйөм оҙонлоғо — 761 км), Сож (493 км, дөйөм оҙонлоғо — 648 км), Нёман (459 км, дөйөм оҙонлоғо — 937 км), Птичь (421 км), Көнбайыш Двина (328 км, дөйөм оҙонлоғо — 1020 км), Щара (325 км), Березина ҡушылдығы Свислочь (бер үк атамалағы бер нисә йылғаларҙың береһе; 297 км), Друть (295 км), Вилия (276 км; дөйөм оҙонлоғо — 510 км), Ясельда (242 км), Нёман ҡушылдығы Березина (226 км), Случь (197 км). Иң тулы һыулы йылғалар — Днепр (Украина менән сиктә уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 651 м³/с), Көнбайыш Двина (Латвия менән сиктә 468 м³/с), Припять (Украина менән сиктә 403 м³/с), Сож (Днепрға ҡойған урында 219 м³/с), Нёман (Литва менән сиктә 214 м³/с) һәм Днепрҙың ҡушылдығы Березина (Днепрға ҡойған урында 142 м³/с). Гидроэлектростанция төҙөү өсөн Беларусь йылғаларының поетнциаль ресурстары бәләкәй һәм дөйөм алғанда 900 МВт тип баһалана. Күп йылғалар хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бысранғандар (түбәндә «Экология» бүлеген ҡарағыҙ). # Белоруссия географияһы ## Гидрология ### Каналдар Беларусь Республикаһы территорияһында дөйөм каналдарҙың оҙонлоғо — 200 мең км, уларҙың абсолют күплеген оҙонлоғо 20 километрҙан кәмерәк булған бәләкәй мелиоратив каналдар тәшкил итә. Иң ҙур мелиоратив каналдарҙың оҙонлоғо 52 километрға барып етә. Бынан башҡа Белоруссияның көньяҡ өлөшөндәге бер нисә йылғалар каналлаштырылған, йәғни ағым урындары турайтылған һәм шул иҫәптән мелиорация өсөн файҙаланыла. XVIII быуат аҙағынан эре йылғалар араһында караптар йөрөшлө бер нисә каналдар төҙөлгән, әммә хәҙерге ваҡытта был каналдарҙың күбеһе карап йөрөшө өсөн яраҡһыҙ булып тора. Карап йөрөшлө ике канал файҙаланыла (икеһелә Брест өлкәһендә) — Днепр-Буг каналы (198 км), Днепр, Припять, Көнбайыш Буг һәм Висла йылғалары аша Ҡара һәм Балтик диңгеҙҙәрен бәйләй, шулай уҡ Микашевичи каналы (7 км), диңгеҙ транспортында Припять буйлап төҙөлөш таштарын һәм башҡа төҙөлөш материалдарын ташыу өсөн файҙаланыла. Башҡа ҙур каналдарҙан Вилия-Минск һыу системаһы (62 км), ул Минскты эсәр һәм техник һыу менән тәьмин итеү маҡсатында Вилия йылғаһы һыуының өлөшөн Свилочкә күсереү өсөн файҙаланыла. # Белоруссия географияһы ## Гидрология ### Күлдәр 11 мең тиерлек күлдәрҙән дүрттән өс өлөшө бәләкәй, уларҙың майҙаны 0,1 км² кәмерәк, ә барлығы 470 күл 0,5 км² күберәк майҙанға эйә. Күлдәрҙең күбеһе төньяҡта урынлашҡан, әҙе — илдең көньяғында. Ушачи һәм Браслав райондарын территориянда күлдәр 10%-ынан ашыу майҙанын биләй. Күлдәрҙең күбеһе тоноҡ, ә уларҙа һыу кимәле даими тиерлек. Йәйен һай һыулы күлдәр һәм тәрән күлдәрҙең өҫкө ҡатламдары 18—20 °C-ҡа тиклем йылый (төбөндәге ҡатламдар һалҡын булып ҡала, уларҙа температура яҡынса 5—7 °C тәшкил итә). Ҡышын күлдәр уртаса 50—70 см ҡалынлығындағы боҙ менән ҡаплана. Боҙ япмаһы ғәҙәттә 4 айҙан 5 айға тиклем тотола, ә йылы ҡыштарҙа — кәмерәк. Алты күл 30 км² күберәк майҙанға эйә: Нарочь (Мядель районы) — 79,6 км², Освей (Верхнедвинск районы) — 52,8 км², Дрисвяты (Браслав районы, өлөшләтә Литвала) — 44,5 км², Червоное (Житковичи районы) — 43,6 км², Лукомское (Чашник районы) — 36,7 км², Дривяты (Браслав районы) — 36,1 км². Иң тәрән ике күл: Долгое (Глубоки районы) — 53,7 м (майҙаны 2,19 км²) һәм Ричи (Браслав районы, өлөшләтә Латвияла) — 51,9 м (майҙаны 13 км²). # Белоруссия географияһы ## Гидрология ### Һыуһаҡлағыстар Беларусь Республикаһы территорияһында яҡынса 1500 бәләкәй һәм 150-нән ашыу ҙур һыуһаҡлағыс хиспалана. Күпселек һыуһаҡлағыстар Белоруссияның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Днепр һәм Припять бассейндарында 50-шәр эре һыуһаҡлағыс иҫәпләнә. Һыуһаҡлағыстарҙың күбеһендә һыу напоры 2-3 метрҙан артмай, иң ҙуры — Вилия һыуһаҡлағысында (12 м). # Белоруссия географияһы ## Гидрология ### Һыуһаҡлағыстар #### Белоруссияның иң ҙур һыуһаҡлағыстары | Башҡорт телендә атамаһы | Белорус телендә атамаһы | Урынлашыуы (район) | Майҙаны (2001 йыл) | Күләме (2001 йыл) | | Вилия | Вилия | 64,6 км² | 238 млн м³ | | Заслав («Минск диңгеҙе») | Заслаўскае | Минск | 25,6 км² | >100 млн м³ | | Краснослободск | Чырвонаслабодскае | Копыль, Солигорск | 23,6 км² | 69,5 млн м³ | | Солигорск | Салігорскае | Солигорск | 23,1 км² | 55,9 млн м³ | | Любанск | Любанскае | Любанск, Стародорожск | 22 км² | 39,5 млн м³ | | Чигирин | Чыгірынскае | Киров, Быхов | 21,1 км² | 60 млн м³ | | Погост | Пагост | Пинск | 16,2 км² | 54,5 млн м³ | | Локтыши | Лактышы | Ганцевичи | 15,9 км² | 50,2 млн м³ | | Осиповичи | Асіповіцкае | Осиповичи | 11,9 км² | 17,5 млн м³ | Шулай уҡ Минскта Чижов һыуһаҡлағысы һәм Комсомольск күле билдәле. # Белоруссия географияһы ## Гидрология ### Һаҙлыҡтар Белоруссияның барлыҡ райондарында һаҙлыҡтар бар. Һаҙлыҡтарҙың күбеһе Полесье уйһыулығында, бигерәктә Припять Полесьеһында, шулай уҡ илдең үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндәге уйһыулыҡтарҙа урынлашҡан. Ҡалҡыулыҡтарҙа һәм Днепрҙың һул ярында һаҙлыҡтар байтаҡҡа әҙерәк. Һаҙлыҡтар бер нисә райондарҙың өстән бер өлөшөнән күберәк майҙанын биләй — Пинск (дөйөм район майҙанының 41,3 %), Любанск (39,1 %) һәм Брагино (37,5 %) райондары. Иң әҙ майҙанды һаҙлыҡтар Волковысск (1,2 %) һәм Новогрудка (1,8 %) райондарында биләй. Майҙаны буйынса иң ҙур һаҙлыҡтар Брест өлкәһендә урынлашҡан — Поддубичи (48 мең га), Выгонощанское (43 мең га), Великий Лес (40 мең га), Гричин (33 мең га, өлөшләтә минск өлкәһендә), Обровское (32 мең га), Хольча (26 мең га), һәм шулай уҡ Витебск өлкәһендәге Ельня һаҙлығы. # Белоруссия географияһы ## Дәүләт ҡурсаулыҡтары һәм тәбиғәтте һаҡлау Милли парктар Дәүләт тарафынан һаҡланған 6 ҡурсаулы территориялар бар — дүрт милли парк һәм 2 ҡурсаулыҡ: * «Беловежье шырлығы» милли паркы * «Браслав күлдәре» милли паркы * «Нарочанск» милли паркы * «Припять» милли паркы * Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы * Березина биосфера ҡурсаулығы Республикала республика әһәмиәтендәге 99 заказник һәм урындағы әһәмиәттә 277 заказник, шулай уҡ республика әһмиәтендәге 326 тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм урындағы әһәмиәттәге 578 тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Республика әһәмиәтендәге заказниктарҙың дөйөм майҙаны — 958,6 мең га (ил майҙанының 4,6 %), урындағы — 364 мең га (1,8 %). Майҙаны буйынса республика әһәмиәтендәге иң ҙур заказниктар: * Ольман һаҙлыҡтар ландшафтлы заказнигы (Брест өлкәһендә урынлашҡан, майҙаны — 94 219 га), * Урта Припять ландшафтлы заказнигы (Брест һәм Гомель өлкәләрендә урынлашҡан, майҙаны — 90 447 га), * Выгонощанское күле гидрологик заказнигы (Брест өлкәһендә урынлашҡан, майҙаны — 43 000 га). Майҙаны буйынса республика әһәмиәтендәге иң бәләкәй заказниктар: * Лебяжий биологик заказнигы (Минск ҡалаһында, майҙаны — 51 га), * Антоново биологик заказнигы (Минск өлкәһендә, майҙаны — 77 га). # Белоруссия географияһы ## Экология Белоруссияла ерҙәрҙең деградацияһы менән көрәш буйынса милли стратегия бар, бер нисә экологик ойошмалар эшләй. Беларусь Республикаһының Тәбиғи ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүсе предприятиеларҙың исемлеген төҙөй. 2010 йылда Беларусь Республикаһы Президенты ҡарамағында Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау дәүләт инспекцияһы 9 мең тәбиғәтте ҡурсалау рейдтары яһаған һәм хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы объекттарына йоғонто яһаусы 220 хужалыҡ субъекттарын тикшергән.
149819
https://ba.wikipedia.org/wiki/Белоруссия_географияһы
Белоруссия географияһы
# Яңы Аҡҡужа Яңы Аҡҡужа (Аҡҡужа) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы. Тәберле ауыл биләмәһе составына керә. # Яңы Аҡҡужа ## География Ауыл Чаж йылғаһы бассейнында, Әгерже ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. # Яңы Аҡҡужа ## Тарих Аҡҡужа — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. Ауыл һуңыраҡ Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Салағош улусы составында була. 1745 йылда Йәнәй улусының Аҡҡужа ауылы башҡорттары Ишәй Аҙнағолов, Кинйә Азаматов, Сөркәй Ҡаҙырмәтов Сарапул улусының Мазунино ауылы һарай крәҫтиәненә Кама буйындағы аҫаба ерҙәрендәге бортные угодья («на нагорной стороне против д. Мазунины в горе по речке Момылевке от устьев р. Северной и Талой») йылына 1 һум 40 тин түләү шарты менән 10 йылға ҡуртымға биргәндәр. 1840 йылда 155 башҡорт тарафынан 42 сирек ужым һәм 61 сирек яҙғы икмәк сәселгән. 1921 йылда ауыл Татар АССР-ының Әгерже кантоны, ә 1924 йылда — Алабуға кантоны составына керә. 1927 йылдан Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында. # Яңы Аҡҡужа ## Халҡы 1834 йылда — 83 ир-егет һәм 72 ҡатын-ҡыҙ; 1859 йылда 262 йән, ә 1902 йылда — ир енесле 313 йән һәм тик башҡорттар ғына иҫәпләнгән. | 1887 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1989 | | 528 | 746 | 828 | 999 | 929 | 508 | 546 | 366 | * Н/Д
112045
https://ba.wikipedia.org/wiki/Яңы_Аҡҡужа
Яңы Аҡҡужа
# Яңы Троицкий (Иглин районы) Яңы Троицкий (рус. Новотроицкое) — Башҡортостандың Иглин районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 63 кеше. Почта индексы — 452420, ОКАТО коды — 80 228 855 005. # Яңы Троицкий (Иглин районы) ## Халыҡ һаны Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше) | Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) | | 1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | | | | | | | 1920 йыл 26 август | | | | | | | 1926 йыл 17 декабрь | | | | | | | 1939 йыл 17 ғинуар | 239 | 106 | 133 | 44,4 | 55,6 | | 1959 йыл 15 ғинуар | 218 | 87 | 131 | 39,9 | 60,1 | | 1970 йыл 15 ғинуар | 170 | 77 | 93 | 45,3 | 54,7 | | 1979 йыл 17 ғинуар | 83 | 32 | 51 | 38,6 | 61,4 | | 1989 йыл 12 ғинуар | 43 | 23 | 20 | 53,5 | 46,5 | | 2002 йыл 9 октябрь | 60 | 28 | 32 | 46,7 | 53,3 | | 2010 йыл 14 октябрь | 63 | 36 | 27 | 57,1 | 42,9 | Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ. 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны. 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар. * 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0. Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар. * 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0. Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар. * 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901) Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге. * 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0. Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән. * 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с. Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар. * 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны. * 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.) * Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар. # Яңы Троицкий (Иглин районы) ## Географик урыны * Район үҙәгенә тиклем (Иглин): 23 км * Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Таутөмән): 5 км * Яҡындағы тимер юл станцияһы (1680км): 2 км
11968
https://ba.wikipedia.org/wiki/Яңы_Троицкий_(Иглин_районы)
Яңы Троицкий (Иглин районы)
# Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы (15 декабрь 1935 йыл — 5 ноябрь 2000 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1966 йылдан — КПСС, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР-ҙың (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978). # Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы ## Биографияһы Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев 1935 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы Күмертау (хәҙер Көйөргәҙе) районының Таймаҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапхана мөдире, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй . 1953—1958 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, республиканың радио һәм телевидение студияһында мөхәррир була. 1965—1970 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып эшләй. 1970—1971 йылдарҙа Яҙыусылар союзының тәҡдиме буйынса «Өфөнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында оҙайлы ижади командировкала була. 1973—1975 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый һәм «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә. 1978—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант була. 1984 йылдан вафатына тиклем «Ағиҙел» журналы редакцияһында эшләй, 1989 йылға тиклем баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан баҫманың проза бүлеген етәкләй. Әҙип 2000 йылдың 5 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнгән. # Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы ## Әҙәби ижады Рәшит Солтангәрәев әҙәби ижад менән мәктәптә уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре студент йылдарында (1957) донъя күрә. Хәҙерге көндә ул ун алты китаптың һәм «Теге донъя, был донъя» исемле драматик әҫәрҙең (Стәрлетамаҡ драма театрында сәхнәләштерелде) авторы. Өс китабы рус телендә баҫылды. Айырым әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, украин, татар, ҡырғыҙ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, яҡут, ненец һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡты. «Ҡиәмәтлек кейәү» хикәйәһе буйынса «Казахфильм» студияһында нәфис кинофильм төшөрөлдө. «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» әҫәрҙәре өсөн яҙыусы 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Бер нисә тапҡыр СССР һәм РСФСР яҙыусыларының съезына делегат һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы итеп һайланды. Башҡорт әҙәбиәтендәге уңышлы хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелде. Әҫәрҙәренең исеменән үк яҙыусы ижадының төп темаһын тыуған төйәккә, тыуған ергә мөхәббәт тип билдәләргә булыр ине. Иң тәүге йыйынтығы «Тыуған йорт» тип аталһа, артабан иң һуңғы ижад емештәренең береһе «Ауылым минең- яҙмышым минең» тип исемләнгән. Халыҡ яҙмышы ла бик борсоно әҙипте. Уның ошо проблемаға ҡағылышлы публицистик мәҡәләләре уҡыусылар тарафынан ыңғай баһаланды. Рәшит Солтангәрәев-талантлы әҙип, башҡорт прозаһының күрке. Һәр әҙиптең айырыуса яҡын күргән жанры була. Хәҙерге башҡорт прозаһында Рәшит Солтангәрәев иң үҙенсәлекле, иң талантлы хикәйәселәренең береһе. Хикәйәләрендә шаҡ ҡатырлыҡ ваҡиғалар, әллә ниндәй ғәҙәттән тыш хәлдәр юҡ. Улар ябай, йыйнаҡ һәм шул уҡ ваҡытта бик тығыҙ яҙылған, камил эшләнгән. Әҫәрҙәр үҙҙәренең тормош дөрөҫлөгө, кешеләрҙең рухи донъяһын асыуҙа психологик тәрәнлек менән күңелде биләй. Хикәйәләрҙәге ваҡиғалар ағышындағы эске мәғәнә көслө. Автор уҡыусыға ышана, уның үҙенә уйланырға урын ҡалдыра. Рәшит Солтангәрәев прозаһы-яҡты проза. Тормошто ул аҡҡа һәм ҡараға ғына бүлеп күҙәтмәй. Геройҙарҙың ниндәйҙер сәйер яҡтары бар, яҙмыштары ла ябайҙан түгел, ләкин уларҙың күпселеге яғымлы, матур күңелле кешеләр. Хәҙер барлап ҡараһаң, һуңғы ун йыл Рәшит Солтангәрәевтың ижад юлында бик бәрәкәтле осор булған. Ошо арала яҙыусының «Беҙ йәшәгән ер» исемле романы донъя күрҙе, «Осто бөркөт» исемле повесы баҫылып сыҡты, бөгөнгө башҡорт прозаһының йөҙөк ҡашы булырлыҡ хикәйәләре уҡыусыларҙы ҡыуандырҙы. «Теге донъя, был донъя» тигән фәлсәфәүи драмаһы тамашасыларҙың алҡышын яуланы, «Яҙмыш» исемле публицистика һәм очерктар китабы юғары баһа алды. Был осорҙа Рәшит Ғимран улы ысын мәғәнәһендә бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең күренекле һүҙ оҫтаһы булып танылды, милли һүҙ сәнғәтендә оло күренеш булырлыҡ, уның бөгөнгө эстетик кимәлен билдәләрлек юғары эстетик әҫәрҙәр ижад итте. Донъялар буталғанда ла, ике йөҙлөләрҙең йыртҡыс битлектәре алмашынып торғанда ла, Рәшит Солтангәрәев үҙе булып ҡалды, үтә лә оло, үтә лә яуаплы яҙыусы исемен ваҡламаны. Ул «милләтем», «халҡым» тип һөрән һалып бармай, тере кешеләрҙең башына төшкән һынауҙар, илгә-ергә ябырылған бәләләр аша уҡыусыны бөгөнгө тормош тураһында уйланырға мәжбүр итә, уның күңелендә ғәм, зиһененә тынғы бирмәҫлек фекер уята. # Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы ## Китаптары * Тыуған йорт. Хикәйәләр. — Өфө, 1967 * Аҡ тирәктәр. Хикәйәләр. — Өфө, 1971 * Сәскәләр бүләк итегеҙ. Хикәйәләр. 1974 * Йылы ямғыр. Повесть һәм хикәйәләр. 1976 * Теплый дождь. Повесть и рассказы. — Москва, 1976 * Нефтселәр юлынан. Повесть. — Өфө, 1977 * Аҡ умырзая. Повестар һәм хикәйәләр. — Өфө, 1980 * Тау. Повесть һәм хикәйәләр. — Өфө, 1981 * «Каменный олень». Повесть и рассказы. — Москва, 1982 * Беҙҙең дуҫ. Хикәйәләр. — Өфө, 1984 * Тыуған яҡҡа ҡайтыу. Повестар һәм хикәйәләр. — Өфө, 1985 * Белый горицвет. Рассказы. — Уфа, 1986 * Беҙ йәшәгән ер. Роман. — Өфө, 1988 * Яҙмыш. Публицистика һәм очерктар. — Өфө, 1991 * Муса батыр. Рәшит Солтангәрәев, Яныбай Хамматов, * Мәүлит Ямалетдинов. Повестар. — Өфө, 1992 * Оло юлдың туҙаны. Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1995. * Олы юлның тузаны. Сайланма әсәрләр. — Казан, 1997. * Ер һәм йыр. — Өфө, 1998. * Солнышко вернулось. — Кумертау, 2006. * Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том. — Өфө, 2009. * Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том. — Өфө, 2010. # Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы ## Бүләктәре «Йылы ямғыр», «Нефтселәр юлынан» китаптары өсөн 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. # Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы ## Хәтер * «Ағиҙел» журналы Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы үткәрә. * Өфөлә прозаик һәм публицист Рәшит Солтангәрәевтың хәтер кисәһе уҙа.. # Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы ## Әҙиптең тормошо һәм ижады тураһында * Вахитов Ә.Х. Тормош дөрөҫлөгө. — Солтангәрәев Р.Ғ. Тыуған яҡҡа ҡайтыу. Өфө. 1985 й., 3-10-сы биттәр. * Бикбаев Р.Т. Яҙыусы бәхете. — «Башҡортостан» гәзите, 2005 й., 7-8 декабрь. * Вәлитов И.Ғ. Тормош һулышын тойоп. — Ижади үрҙәргә. Өфө. 1986 й., 121-141-се биттәр. * Вәлитов И.Ғ. Тормош һулышы. — «Ағиҙел», 2002 й., №2, 161-169-сы биттәр. * Мусин Н.С. Уйландыра, ҡыуандыра. — Ихлас күңелдән һөйләшеү. Өфө, 1990 й., 251-255-се биттәр. * Мусин Н.С. Ябай бөйөклөк. — «Башҡортостан» гәзите, 2005 й., 21 декабрь. * Гәрәева Г.Н. Әҫәрҙәре — халыҡ күңелендә. — «Ағиҙел» журналы, 2001 й., №11, 180-183-сө биттәр. * Ғәниева Т.Ә. Уны Солтангәрәй тиҙәр... — «Йәшлек» гәзите, 1995 й., 16 декабрь. * Ринат Камал. Мөһабәт тирәк. — «Башҡортостан» гәзите, 2015 й., 16 декабрь. * Ринат Камал. Солтангәрәй донъяһы. — «Ватандаш» журналы, 2001 й., №11, 123-127-се биттәр. * Ринат Камал. Хикәйәләрҙе ҡойоп ҡына ҡуйҙы. — «Кызыл таң» гәзите, 2015 й., 26 декабрь. * Шаһманов Т.Ғ. Тыуған еренә ереккән әҙип. — «Юшатыр» гәзите, 2005 й., 13 декабрь. * Тикеев Д.С. Тел күрке.— «Ағиҙел», 2000 й., №11, 109-116-сы биттәр. * Баһуманова М. Маһир хикәйәсе. — «Башҡортостан» гәзите,2009 й., 9 сентябрь. * Муллағолова Ә. Йондоҙҙарға йышыраҡ ҡарағыҙ. — «Ағиҙел», 2000 й., №6, 104-106-сы биттәр. * Исхаҡов Р. Повеста — йәшәйешебеҙ сағылышы. — «Ағиҙел», 2001 й.,№4, 125-127-се биттәр. * Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Маһир телле, мәртәбәле ине. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 10 ғинуар. * Абдуллина Л.Х. Геройҙарымды яраттым. — «Йәшлек», 2001 й., 22 февраль. * Абдуллина Л.Х. Яҙғаның китапҡа инерлек булһын. — «Башҡортостан» гәзите, 2010 й., 3-4 февраль. * Нурғәлин З.Ә. Ер яҙмышы — ил яҙмышы. — Билдәлелек яҡтыһында. Өфө. 1992 й., 215-229-сы биттәр. * Сәйетов У. Солтангәрәй көләмәстәре. — «Ағиҙел» журналы, 2002 й., №5, 162-164-се биттәр.
8777
https://ba.wikipedia.org/wiki/Солтангәрәев_Рәшит_Ғимран_улы
Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы
# СССР ордендары Совет Рәсәйендә һәм Совет Социалистик Республикалар Союзында ордендарға ҡағылышлы элекке традицияларҙан баш тартыла. Мәҫәлән, Совет Рәсәйенең беренсе ордены (РСФСР Ҡыҙыл Байраҡ ордены) ҡат-ҡат бирелә алған. Бер нисә дәрәжә орден менән наградлағанда бер юлы бөтә дәрәжә билдәләре лә йөрөтөлгән. Тәүҙә совет ордендарының таҫмалары ла, ҡалыптары ла булмаған, улар винт менән беркетелгән. Айырым осраҡтарҙа (мәҫәлән, Ватан һуғышы орденының тәүге сығарылыштары) ҡыҙыл туҡыма менән көпләнгән тура дүртмөйөшлө планкаға беркетелгән. Совет ордендарында ҡалып менән таҫма 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ғына барлыҡҡа килгән. Башҡа социалистик илдәрҙең орден системалары ла күп йәһәттән совет системаһыныҡына оҡшаш булған. # СССР ордендары ## СССР ордендары исемлеге Ордендар булдырылыу датаһы буйынса бирелә*: * [257] — квадрат йәйәләрҙә бүләкләнеүселәрҙең һаны бирелә : | Исеме: | Ҡыҙыл Байраҡ ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1924 йылдың 1 авгусы | | Дәрәжәләре: | [581 300] | | Иҫкәрмәләр: | РСФСР Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1918 йылдың 16 сентябрендә булдырыла | | Исеме: | Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1928 йылдың 7 сентябре | | Дәрәжәләре: | [1 259 942] | | Иҫкәрмәләр: | РСФСР-ҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1920 йылдың 28 декабрендә булдырыла | | Исеме: | Ленин ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1930 йылдың 6 апреле | | Дәрәжәләре: | [462 184] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | Ҡыҙыл Йондоҙ ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1930 йылдың 6 апреле | | Дәрәжәһе: | [3 876 740] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | «Почёт Билдәһе» ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1935 йылдың 25 ноябре | | Дәрәжәләре: | [1 574 368] | | Иҫкәрмәләр: | 1988 йылдың 22 авгусынан — Почёт ордены | | Исеме: | Ватан һуғышы ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1942 йылдың 20 майы | | Дәрәжәләре: | [2 627 899] [6 716 384] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | Суворов ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1942 йылдың 29 июле | | Дәрәжәләре: | [393] [2862] [4012] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | Кутузов ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1942 йылдың 29 июле | | Дәрәжәләре: | | | Иҫкәрмәләр: | 3-сө дәрәжәһе 1943 йылдың 08 февралендә булдырыла («1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы» — энциклопедия. Мәскәү, «Сов. Энциклопедия» 1985 й.) | | Исеме: | Александр Невский ордены | | Булдырылыу датаһы | 1942 йылдың 29 июле | | Дәрәжәләре | [50 585] | | Иҫкәрмәләр | — | | Исеме | Богдан Хмельницкий ордены | | Булдырылыу датаһы | 1943 йылдың 10 октябре | | Дәрәжәләре: | [323] [2389] [5738] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | «Еңеү» ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1943 йылдың 8 ноябре | | Дәрәжәләре: | [20] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | Дан ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1943 йылдың 8 ноябре | | Дәрәжәләре: | [2620] [46 473] [997 815] | | Иҫкәрмәләр: | Бүләкләү 3-сө дәрәжәнән башлап эҙмә-эҙлекле алып барыла. 2620 тулы кавалер (уларҙың 2582-һе — һуғыш ваҡытындағы) | | Исеме: | Ушаков ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1944 йылдың 3 марты | | Дәрәжәләр: | [47] [198] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | Нахимов ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1944 йылдың 3 марты | | Дәрәжәләре: | [80] [467] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | «Әсәлек даны» ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1944 йылдың 8 июле | | Дәрәжәләре: | [881 070] [1 697 223] [3 083 328] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | Октябрь Революцияһы ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1967 йылдың 31 октябре | | Дәрәжәләре: | [106 462] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | Халыҡтар Дуҫлығы ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1972 йылдың 17 декабре | | Дәрәжәләр: | [77 719] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | Хеҙмәт Даны ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1974 йылдың 18 ғинуары | | Дәрәжәләре: | [952] [45 197] [637 816] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн» ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1974 йылдың 28 октябре | | Дәрәжәләре: | [13] [589] [69 576] | | Иҫкәрмәләр: | — | | Исеме: | «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены | | Булдырылыу датаһы: | 1988 йылдың 22 авгусы | | Дәрәжәләре: | [529] | | Иҫкәрмәләр: | — | # СССР ордендары ## СССР ордендары өсөн түләүҙәр һәм льготалар СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы 1936 йылдың 7 майында сығарған ҡарар менән раҫланған «СССР ордендары тураһында дөйөм положение» ордендар менән бүләкләнгәндәргә түбәндәге льготаларҙы билдәләй: * ай һайын ордендар буйынса тәғәйен аҡса суммаларын түләү * торлаҡ майҙаны өсөн түләүҙә ташлама (10-дан 50 процентҡа тиклем) * пенсияға сыҡҡанда хеҙмәт стажын иҫәпләүгә ҡағылған льгота * килем һалымынан азат ителеү * йылына бер тапҡыр тимер юл йә һыу транспортында бушлай барыу һәм ҡайтыу * трамвайҙа бушлай йөрөү Орден йөрөтөүселәргә ай һайын түләнә торған түләүҙәрҙең суммалары: * Советтар Союзы Геройы — 50 һум. * Ленин ордены — 25 һум. * I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары — 20 һум. * Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы, I дәрәжә Дан ордендары — 15 һум. Башҡа ордендар һәм миҙалдарға — 10 йәки 5 һум. Ике йәки унан күберәк награда менән бүләкләнеүселәр һәр наградаһы өсөн түләү алған. Аҡсалата түләүҙәргә һалым һалынмаған, уларҙы бер ниндәй мәжбүри түләтеүҙәр иҫәбенә, шулай уҡ башҡарыу ҡағыҙҙары буйынса ла, тартып алып булмаған. Шулай уҡ был түләүҙәр алимент, фатир өсөн түләү, һалым һәм башҡа түләүҙәрҙе хисаплағанда ла иҫәпкә индерелмәгән. # СССР ордендары ## СССР ордендары өсөн түләүҙәр һәм льготалар ### Түләүҙәрҙең һәм льготаларҙың бөтөрөлөүе 1948 йылдың 1 ғинуарынан ордендар өсөн бирелә торған түләүҙәр һәм орден йөрөтөүселәрҙең ҡала транспортында һәм йылына бер тапҡыр тимер юл йә һыу транспортында бушлай йөрөү льготаһы бөтөрөлә.
115678
https://ba.wikipedia.org/wiki/СССР_ордендары
СССР ордендары
# Хайнувка Хайнувка (пол. Hajnówka, бел. Гайнаўка, Hajnaŭka) — Польшалағы ҡала.
98273
https://ba.wikipedia.org/wiki/Хайнувка
Хайнувка
# Волим (Яйва ҡушылдығы) Волим — Рәсәйҙәге йылға. Пермь крайы биләмәләрендә аға. Йылға Яйва йылғаһының уң ярына тамағынан 7,8 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км. # Волим (Яйва ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Кама йылғаһы Березники ҡалаһынан Кама ГЭС-ына тиклем, Косьва (башынан Широков ГЭС-ына тиклем), Чусовая һәм Сылва йылғаларын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Кама ҡушылдыҡтары бассейны, Ағиҙел ҡушылғанға тиклем, йылға бассейны — Кама. Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010100912111100007499 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111100749 * Бассейн коды — 10.01.01.009 * ГӨ буйынса томы — 11 * ГӨ буйынса сығарылыш — 1
58450
https://ba.wikipedia.org/wiki/Волим_(Яйва_ҡушылдығы)
Волим (Яйва ҡушылдығы)
# Сидя-Юмб-Тарко-Яха Сидя-Юмб-Тарко-Яха — Рәсәй йылғаһы. Ямал-Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Яхады-Яха йылғаһының һул ярына тамағынан 104 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 53 км. # Сидя-Юмб-Тарко-Яха ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Обь мороно бассейнынан көнбайыштағы йылғалар. Бәләкәй йылға бассейны — Объ, Төньяҡ сосьва ҡушылған урындан түбәнерәк, йылға бассейны — Обь, Төньяҡ Сосьва йылғаһы ҡушылған урындан түбәнерәк. Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 15020300312115300042146 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115304214 * Бассейн коды — 15.02.03.003 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 15 * ГӨ буйынса сығарылыш — 3
24606
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сидя-Юмб-Тарко-Яха
Сидя-Юмб-Тарко-Яха
# Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы (5 июль 1965 йыл) — ғалим-тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1996 йылдан хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002). # Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы ## Биографияһы Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов 1965 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. 1982—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡый (1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә). 1998 йылда «XVIII быуат аҙағы — XIX быуаттың беренсе яртыһында башҡорт йорто» (рус. «Башкирский двор в конце XVIII — первой половине XIX веков») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм уға тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә. 2002 йылда доцент ғилми исемен ала. Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҡытыусы булып эшләй. Сибай ҡалаһының «Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» рәйесе. 2023 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән почетлы исемгә лайыҡ була. # Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * Бөтә донъя башҡорттары конгрессының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2016) * «Ватандаш» журналы лауреаты (2017) * Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙы (2022) * «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» (2023) # Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы ## Китаптары * Башҡа китаптары * Сулейманов, Ф. М. Башкирский двор (конец XVIII — первая половина XIX века) [Электронный ресурс]: монография / Ф. М. Сулейманов; Башкирский государственный университет, Сибайский филиал. — Уфа: Изд-е Башкирск.ун-та, 2003. — Электрон. версия печ. публикации. — Доступ возможен через Электронную библиотеку БашГУ. — <URL:https://elib.bashedu.ru/dl/local/Sulejmanov_Bashkirskij dvor_mon_2003.pdf>. * Тунгаур. — Уфа, 2007. — 123 с. (член редколлегии, автор статей) (на баш.яз) * Сулейманов Ф. М. История башкирского народа: в 7 т./ гл.ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. _ СПб.: Наука, 2011. — 400 с.: ил. Т.IV. −2011. (в сооавторстве). //Башкирский аул. — С. 139—143. * Сулейманов Ф. М., Суюндуков Я. Т., Суюндуков Х. Т. Башкиры-тунгауры: История рода и шежере Суюндуковых. — Сибай, 2012. — 132 с. * Сулейманов Ф. М., Утягулов Р. И. Азаматы Сакмары и Яика: Юго-восточный Башкортостан в войнах России против наполеоновской Франции. — Сибай, 2012. — 133 с. * Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии/Ф. М. Сулейманов. — Уфа: АН РБ, Гилем, Башк. энциклопедия, 2013. — 272 с. * Сулейманов Ф. М.: Башкиры-бурзяне: история рода и шежере Матиновых /Ф. М. Сулейманов. — Сибай: Издательство СГТ — ф-л ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2015. — 122 с.: ил. * Сөләймәнов Ф. М., Бикмәтов И. Н., Үтәғолов Р. И. Мерәҫ ауылының тарихы / Ф. М. Сөләймәнов, И. Н. Бикмәтов, Р. И. Үтәғолов. — Сибай: Издательство СГТ — ф-л ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2016. — 273 с.: ил. * История башкирских родов. Тангаур. Том 33/С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, Ф. М. Сулейманов, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ, Китап, 2019. — 560 с.: илл. * Түңгәүер башҡорттары. Урман-түңгәүере тарихы. Тунгаурские башкиры. История урман-тунгауров. /Авторҙар-төҙөүселәр Сөләймәнов Ф. М., Ярмуллин А. Ш. — Өфө, 2022. — 476 б. * Абдрахманов Р. У. Жизнь и деятельность шейха Габдуллы Саиди аль-Булгари аль-Бурзяни аль-Сакмари Муллакайского-Нурмухаметова. — Уфа: Башк. энцикл.,2017 — 128 с. (Научный редактор Ф. М. Сулейманов). * Сулейманов Ф. М., Утягулов Р. И. Азаматы Сакмары и Яика: Юго-восточный Башкортостан в войнах России против наполеоновской Франции. — Сибай, 2012. * Сулейманов Ф. М., Суюндуков Я. Т., Суюндуков Х. Т. Башкиры-тунгауры: история рода и шежере Суюндуковых. — Сибай, 2012. * Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 111. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4. * Сулейманов, Ф. М. Башкиры-бурзяне: история рода и шежере Матиновых [Электронный ресурс] = Бөрйән башҡорттары: Мәтиновтар нәҫеленең тарихы һәм шәжәрәһе / Ф. М. Сулейманов. — Сибай: Изд-во СГТ- ф-л ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2015. — Электрон. версия печ. публикации. — Доступ возможен через Электронную библиотеку БашГУ. — <URL:https://elib.bashedu.ru/dl/local/Sulejmanov_Bashkiry-burzjane_mon_2015.pdf>. * Сибай: энциклопедия. Издательство: Уфа: Башкирская энциклопедия. 2015. Страницы: 558 с. (Сулейманов Ф. М. автор монографической части и 10 статей). * Сулейманов Ф. М., Бикметов И. Н., Утягулов Р. И. История села Мерясово Баймакского района РБ. — Сибай: Издательство СГТ — ф-л ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2016. — 273 с.: ил. (Сөләймәнов Ф. М., Бикмәтов И. Н., Үтәғолов Р. И. Мерәҫ ауылының тарихы / Ф. М.Сөләймәнов, И. Н. Бикмәтов, Р. И.Үтәғолов. — Сибай: Издательство СГТ — ф-л ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2016. — 273 с.: ил.). * История башкирских родов. Тангаур. Том 33 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, Ф. М. Сулейманов, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ, Китап, 2019. — 560 с. # Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы ## Мәҡәләләре * Башҡа мәҡәләләре * Сөләймәнов Ф. М. Түңгәүер башҡорттары // Ағиҙел. — 1994. — № 6. — С.185—190. * Сулейманова Л. Р., Сулейманов Ф. М. Этнолингвистический анализ погребальной лексики башкирского языка//Вестник Челябинского государственного университета. Филология. Искусствоведение. Выпуск 78. — 2013. — № 16 (307). — С. 120—123. (статья ВАК). * Сулейманов Ф. М. Абдулла Сурагулов: к изучению биографии командира 14-го Башкирского полка//Вестник Челябинского государственного университета. История. Выпуск 78. — 2013. — № 16 (307). — С. 120—123. (статья ВАК). * Сулейманов Ф. М. Зилаирская крепость Оренбургской укрепленной линии//Вестник Челябинского государственного университета. 2015. № 2 (357).История. Вып. 62. С. 24-30. (ВАК) * Сулейманов Ф. М., Минишев Ю. А. Командиры 3-го и 15-го Башкирских полков: Файзулла Актаев и Юлбарс Бикбулатов//Вестник Челябинского государственного университета. 2015. № 2 (357). История. Вып. 62. С. 31-35. (ВАК) * Ласынова Н. А., Сулейманова Л. Р., Сулейманов Ф. М. Структурно-словообразовательная типология башкирских оронимов//Вестник Челябинского государственного университета. 2016. № 1 (383). Филологические науки. Вып. 99. С. 109—116. (СКОПУС, ВАК) * Сулейманова Л. Р., Сулейманов Ф. М., Ласынова Н. А. Антропонимы арабского происхождения с религиозной семантикой в башкирских шежере //Вопросы ономастики. 2016. Т. 13. № 1. C. 117—128. (ВАК) * Сулейманов Ф. М., Булякова Г. В. Об исторической географии башкирского эпоса «Урал-батыр» //Проблемы сохранения, консервации палеолитической живописи пещеры Шульган-Таш и развитие туристической инфраструктуры достопримечательного места «Земля Урал-батыра». Материалы Международного научного симпозиума. Уфа: НПЦ МК РБ, 2016. — 160 стр. с илл.- С. 133—136. * F.M. Suleymanov, G.V. Bulyakova. ON HISTORICAL GEOGRAPHY OF THE BASHKIR EPIC URAL BATYR// The Problems of Conservation, Preservation of Palaeolithic Paintings from the Cave Shulgan-Tash and the Development of Tourism Infrastructure at the Sight «The Land of Ural-Batyr». Materials of International Scientific Symposium. Ufa: SPC MC RB, 2016 (160 pages). P.136-139. * Сулейманов Ф. М. О биографии и родословной известного табиба и мусульманского деятеля Мужавира Сиражетдинова //Проблемы востоковедения. 2017. № 1. (75). С. 74-78. (ВАК) * Сулейманов Ф. М. Сибай Абзанов — основатель деревни Сибаево Бурзянской волости//Научные чтения памяти А. З. Асфандиярова «Социально-экономическая и военная история Башкортостана (вторая половина XVI—XXI вв.)»: материалы Всероссийской конференции. Уфа: педкнига, 2017.302 с. — С. 76-84. * Сулейманов Ф. М. Тамьян-Тангауровская волость: мифы и реалии//Проблемы востоковедения. — 2018. — № 3 (81). — С. 87-92 (ВАК) * Razia Ravilievna Baizigitova (a) *, Liana Munirovna Rakhimova (b), Fuat Murzagalievich Suleymanov (с), Zulfiya Ravilevna Taktaeva (d), Trofimova Olga Alexandrovna (e)//International Scientific Conference «Social and Cultural Transformations in the Context of Modern Globalism» INTERETHNIC CONFLICTS: SOCIAL AND LEGAL ASPECTS//Selection and peer-review under responsibility of the Organizing Committee of the conference eISSN: 2357—1330//https://dx.doi.org/10.15405/epsbs.2019.03.02.264 Трофимова О. А., Байзигитова Р. Р., Рахимова Л. М., Сулейманов Ф. М., Тактаева З. Р., Межнациональные конфликты: социально-правовые аспекты // Международная научная конференция «Социальные и культурные трансформации в контексте современного глобализма», посвященная 20-летию КНИИ РАН (16-18 ноября 2018 г. г. Грозный). (Индексация в системе Web of Science.). * Сулейманов Ф. М. Источниковедческий анализ названия деревни Сибай //Проблемы востоковедения. — 2019. — № 4(86). — С. 27-33 (ВАК) * Сулейманов Ф. М., Тактаева З. Р. О причинах возникновения ксенофобии и путях её преодоления//Евразийский юридический журнал. — 2021. — № 1 (152). — С. 83-85. (ВАК) * Сулейманов Ф. М., Тактаева З. Р. Становление университетского образования в Башкирском Зауралье — результат взаимодействия общественных сил, научно-образовательной политики и государственно-правового регулирования//Евразийский юридический журнал. — 2022. — № 11 (174). — С.74-77. (ВАК) * Сулейманов Ф. М., Тактаева З. Р. Институт компенсации морального вреда: социально-правовые аспекты//Евразийский юридический журнал. — 2022. — № 10 (173). — С. 101—103. (ВАК) * Сулейманов Ф. М. Байрамғол ауылы мәҙрәсәһе// Ватандаш. — 2020. — №.6. — С. 120—128. * Сулейманов Ф. М. Становление Сибайского института (филиала) Башкирского государственного университета (К 110-летию Башгосуниверситета и 30-летию Сибайского института)// Проблемы гуманитарных наук и образования в современном мире: Сборник научных статей по материалам VI Всероссийской научно-практической конференции (27-28 марта 2020 г.) / отв.ред. Н. А. Ласыновой. — Сибай: Сибайский информационный центр — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2020. — 202 с. — С. 3-6. * Сулейманов Ф. М. Возникновение мечети и деятельность духовных лиц деревни Салимово Зилаирского района//Краеведческие записки Сибайского музея: вып. 8. Сборник статей. — Сибай: Сибайский информационный центр — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2021. — 138 с. — С. 16-20. * Сулейманов Ф. М. Йылайыр районы Ашҡаҙар ауылының барлыҡҡа килеү тарихы документаль сығанаҡтарҙа//Краеведческие записки Сибайского музея: вып. 8. Сборник статей. — Сибай: Сибайский информационный центр — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2021. — 138 с. — С. 73-76. * Статья в книге Саламатовой Г. Д. (на башк.яз.).Сулейманов Ф. М. Зәбихулла Искужиндың шәжәрәһе (Шежере Забихуллы Искужина)//Саламатова Г. Д. Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете (Забих Искужин: Парень с берегов Сакмары…)/Г. Д. Саламатова. — Өфө: Башҡ.энцикл., 2021. — 184 б. — 177—181 бб. (Уфа: Башк. энцикл., 2021. — 184 с. — С. 177—181. * Сулейманов Ф. М. Важные поправки и дополнения в биографию Хабибуллы Габитова//Хабибулла Габитов — поэт, языковед, ученый-фольклорист, драматург, общественный деятель: Сборник материалов Всероссийской научно-практической конференции, посвященной 135-летию со дня рождения Хабибуллы Габделькагировича Габитова (3 декабря 2021 г.). — Сибайский информационный центр — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2021. — 202 с. — С.113-117. * Сулейманов И. Ф., Сулейманов Ф. М. О становлении понятия «саум» (пост) в Исламе //Устойчивое развитие территорий: теория и практика: материалы III Международной научно-практической конференции (19-21 мая 2022 г., г. Сибай). — Сибай: Сибайский институт (филиал) БашГУ, 2022. — 308 с. — С. 77-79. * Сулейманов И. Ф., Сулейманов Ф. М. О различиях понимания значения исламского поста в духовном развитии человека//Теоретические и прикладные проблемы современной науки и образования: материалы Всероссийской конференции с международным участием (31 мая 2022 г., г. Курск). — Курск; Сибай; Уфа: РИЦ БашГУ. — 241 с. — С. 178—180. * Тактаева З. Р., Сулейманов Ф. М., Аминев Ф. Г. Институт компенсации морального вреда как аспект устойчивого развития правового государства // SDTE 2022: III Международная научно-практическая конференция «Устойчивое развитие территорий: теория и практика», 19 мая — 05 июня 2022. (СКОПУС) * Сулейманов Ф. М. О происхождении племени Тунгаур башкирского народа //Неделя науки — 2023: Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Сибай, 6-7 апреля 2023 г.). — Сибай: Сибайский институт (филиал) УУНиТ, 2023. — 392 c. — 308—310. * Сулейманов Ф. М. История населенных пунктов Зилаирского района // Ватандаш. — 2012. — № 3. — С.92—104. * Сулейманов Ф. М. История населенных пунктов Зилаирского района // Ватандаш. — 2012. — № 4. — С.175—185. * Сулейманов Ф. М. История деревни Балапан Зилаирского района // Ватандаш. — 2013. — № 11. — С.45—51. * Сулейманов Ф. М. История д. Ишимбетово Матраевского района// Уральский регион Республики Башкортостан: человек, природа, общество: Материалы Регион. науч.-практ. конф., 1 ноября 2013 г. — Сибай: Издательство ГУП РБ «СГТ», 2013. — С.212—221. * Сулейманов Ф. М. История деревни Балапан Зилаирского района // Ватандаш. — 2013. — № 11. — С.45—51. * Сулейманов Ф. М. История деревни Салимово Зилаирского района // Ватандаш. — 2013. — № 9. — С.32—42. * Сулейманов Ф. М. Абдулла Сурагулов: к изучению биографии командира 14-го Башкирского полка // Вестник Челябинского государственного университета. — 2013. — № 18 (309). История. Вып. 56. — С. 79—83. * Сулейманов Ф. М., Минишев Ю. А. Командиры 3-го и 15-го Башкирских полков: Файзулла Актаев и Юлбарс Бикбулатов // Вестник Челябинского государственного университета. — 2015. — № 2 (357). История. Вып. 62. — С. 31—35. * Сулейманов Ф. М. Зилаирская крепость Оренбургской укрепленной линии // Вестник Челябинского государственного университета. История. Вып. 62. — Челябинск, 2015. — № 2 (357). — С. 24–30. * Сулейманов Ф. М. Храбрые джигиты из рода Тунгаур в борьбе за автономию Башкортостана // Ватандаш. — 2018. — № 10 (265). — С. 45—54. — ISSN 1683-3554. * Сулейманова Л. Р., Сулейманов Ф. М., Ласынова Н. А. Антропонимы арабского происхождения с религиозной семантикой в башкирских шежере//Вопросы ономастики. 2016. Т. 13. № 1. С. 117—128.
150681
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сөләймәнов_Фуат_Мырҙағәли_улы
Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы
# Родден Родден (нем. Rodden) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан коммуна. 2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 254 кеше йәшәй. Майҙаны — 3,61 км². Диңгеҙ кимәленән 114 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 6231 һәм автомобиль коды — SK (элек MQ, MER).
30554
https://ba.wikipedia.org/wiki/Родден
Родден
# Фәтхетдинов Фаил Камил улы Фәтхетдинов Фаил Камил улы (рус. Фатхтдинов Фаил Камилович: 29 декабрь 1964 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Өмөт (1994—2001), 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең, «Толпар» (2006) һәм «Әллүки» (2004) журналдарының баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021). # Фәтхетдинов Фаил Камил улы ## Биографияһы Фаил Камил улы Фәтхетдинов хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иштирәк ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Камил Хөснөтдин улы, 14 йәшенән Киров исемендәге урындағы колхозда тракторсы-механик булып эшләй. Әсәһе, Рузилә Миңлегәрәй ҡыҙы, ошо уҡ ауыл хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Фаил Камил улы тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡыуын 1-се Үрге Йәркәй урта мәктәп-интернатында (хәҙерге 1-се гимназия) дауам итә. 1982 йылда мәктәп-интернатты тамамлай. 1982—1983 йылдарҙа Илеш районының Красноярск һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй. 1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1986—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы факультетында уҡый. 1991 йылдан шул уҡ уҡыу йортоноң татар филологияһы факультетында ассистент, һуңынан боронғо татар әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1994 йылда Фаил Камил улы яңы «Өмөт» республика йәштәр гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Мөхәррир етәкселегендә гәзит баҫмаһы үҫә, абруйы күтәрелә, йәш журналистар әҙерләнә.Ә 2001 йылдан ул «Кызыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррире вазифаһында. Гәзит тиражы күрше Татарстандың татар телле гәзиттәре тиражынан күпкә артығыраҡ булып китә. Шул уҡ ваҡытта Фаил Камил улы гәзиттең ҙур булмаған ҡушымтаһынан үҫеп сыҡҡан татар телендәге «Әллүки» балалар һәм «Толпар» ижтимәғи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис йәштәр журналдарының мөхәррир вазифаһын да башҡара. Фаил Камил улы үҙен үткер публицист, татар әҙәби телен яҡшы белеүсе оҫта етәксе итеп таныта. 2003 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. # Фәтхетдинов Фаил Камил улы ## Биографияһы ### Фәнни эшмәкәрлеге Юғары мәктәп уҡытыусыһы булып эшләгән осорҙа билдәле шағир Өмми Камалдың ижады менән ҡыҙыҡһына. Шағирҙың һаҡланып ҡалған әҫәрҙәрен йыйыу, уларҙы иҫке төрки теленән татар һәм рус телдәренә тәржемә итеү буйынса ҙур эш башҡара. Өмми Камалдың дини-философик һәм этик-эстетик ҡараштарының йөкмәткеһен билдәләй, әҫәрҙәргә киң фәлсәфәүи нигеҙҙә тәнҡит анализын яһай. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып — кандидатлыҡ эше тора. 2002 йылда Өмми Камалдың ижадына арналған диссертация эшен уңышлы яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә була. Һуңғараҡ ул «Өмми Камал ижады» һәм «Шағир Өмми Камал ижадының художестволы һәм фәлсәфәүи-этик үҙенсәлектәре» монографияларын нәшер итә. Фаил Фәтхетдинов 20-нән ашыу ғилми хеҙмәт, монография, уҡыу әсбабы авторы. 2008 йылда гәзиттең 90 йыллығы уңайынан сыҡҡан "Кызыл таң"дың ҡыҫҡаса энциклопедияһы баҫмаһының авторҙашы. Энциклопедияла төрлө йылдарҙа эшләгән тиҫтәләрсә журналистар һәм гәзит хеҙмәткәрҙәре тураһында тулы мәғлүмәт тупланған. 2013 йылда «Кызыл таң» гәзитенең төрлө йылдарҙағы тормошо хаҡында ҡыҙыҡлы материалдар ингән «Фотоальбомы» нәшер ителә. 500-ҙән ашыу уникаль фотоһүрәттән торған альбомдың авторҙары-төҙөүселәре — Фаил Фәтхетдинов һәм Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы. «Кызыл таң» гәзитенең хеҙмәткәрҙәре тураһында очерктар китабы авторҙашы. # Фәтхетдинов Фаил Камил улы ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003) * «2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы, Рәсәй Журналистар союзының «Рәсәй журналистикаһына 300 йыл» почёт билдәһе, бик күп грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә * Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2019) * Халыҡтар дуҫлығы ордены (2021) * 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнә (6.11.2024). # Фәтхетдинов Фаил Камил улы ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ### Ғаиләһе Фаил Камил улы үҙенең тормош иптәше, шулай уҡ билдәле журналист, Зөлфиә Әсхәт ҡыҙы менән бергә ике бала тәрбиәләп үҫтергән.
199322
https://ba.wikipedia.org/wiki/Фәтхетдинов_Фаил_Камил_улы
Фәтхетдинов Фаил Камил улы
# Геодезия, аэросъёмка һәм картография үҙәк ғилми-тикшеренеү институты Геодезия, аэросъёмка һәм картография үҙәк ғилми-тикшеренеү институты (рус. Центральный научно-исследовательский институт геодезии, аэросъёмки и картографии, ҡыҫҡ. ЦНИИГАиК) — 1928—2013 йылдарҙа Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенә ҡараған һәм геодезия, картография һәм аэрофотосъёмка өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән ғилми-тикшеренеү институты. # Геодезия, аэросъёмка һәм картография үҙәк ғилми-тикшеренеү институты ## Эшмәкәрлек йүнәлештәре 1928 йылда мәшһүр ғалим, геодезист Феодосий Николаевич Красовский тарафынан асыла. Институттың бурыстарына Ерҙең гравитацион яланын, күләмдәрен, һынланышын астрономик-геодезик, гравиметрик һәм спутниктан алынған бирелмәләр буйынса асыҡлау, шулай уҡ хәҙерге осорҙа ер ҡабығының хәрәкәтләнеүен өйрәнеү инә. Аэросъёмка һәм фотограмметрия эштәренең теоретик һәм ғәмәли яҡтарына, уларҙы топографик карталар һәм пландар төҙөүҙә һәм яңыртыуҙа ҡулланыуға институт эшмәкәрлегендә айырым урын бирелә. Институтта шартлы тамғалар һәм билдәләр эшләнә, улар топографик пландарҙа һәм карталарҙа 1:500-ҙән 1:10000-гә тиклемге масштабтарҙа оҙаҡ йылдар буйы ҡулланыла. 1978 йылда илле йыллыҡ юбилейы айҡанлы институтҡа уның нигеҙ һалыусыһы Ф. Н. Красовский исеме бирелә һәм «Почёт Билдәһе» ордены тапшырыла. 2013 йылдың 19 июлендә «Геодезия, картография һәм аралыҡ бирелмәләре инфраструктураһы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы ойошторола, «Ф. Н. Красовский исемендәге „Почет Билдәһе“ орденлы Геодезия, аэросъемка һәм картография үҙәк ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт унитар предприятиеһы — «ЦНИИГАиК» ФДУП та уның составына инә.
177145
https://ba.wikipedia.org/wiki/Геодезия,_аэросъёмка_һәм_картография_үҙәк_ғилми-тикшеренеү_институты
Геодезия, аэросъёмка һәм картография үҙәк ғилми-тикшеренеү институты
# Биктимер (Ырымбур өлкәһе) Биктимер (рус. Биктимирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл. # Биктимер (Ырымбур өлкәһе) ## Географик урынлашыуы Һаҡмар йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. # Биктимер (Ырымбур өлкәһе) ## Тарихы Биктимер ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға башҡорттарҙың сәнкем ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре нигеҙ һала. Риүәйәт буйынса ауылға Нөгөш буйынан Һаҡмар үҙәненә күсеп килгән Биктимер, Аҡкилде һәм Ҡолбәк нигеҙ һала. Икенсе риүәйәт буйынса Биктимер һәм Ҡабан ауылдарын нигеҙләгән Биктимер һәм Ҡабан ағалы-ҡустылар булғандар. Биктимер ауылы кешеләре тарафынан Һунарсы (Үрге Сәнкем) һәм Сәнкем-Биктимер (Түбәнге Сәнкем) ауылдары нигеҙләнгән. Сәнкем-Биктимер ауылы халҡы үҙ сиратында Яңы Ғафар (Яңауыл) һәм Солтанбай (Уртауыл) ауылдарына нигеҙ һала. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына. 1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә. Аҙаҡ Урта Волга крайы (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округы) составына бирелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы составында була. # Биктимер (Ырымбур өлкәһе) ## Халҡы Ауыл башҡорттарының иҫәбе : | 1795 | 1834 | 1866 | 1900 | | 226 | 360 | 377 | 346 | 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 42 % тәшкил итә.
136914
https://ba.wikipedia.org/wiki/Биктимер_(Ырымбур_өлкәһе)
Биктимер (Ырымбур өлкәһе)
# Куфельде Куфельде (нем. Kuhfelde) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан коммуна. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 1201 кеше йәшәй. Майҙаны — 13,61 км². Диңгеҙ кимәленән 22 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 29416 һәм автомобиль коды — SAW.
30374
https://ba.wikipedia.org/wiki/Куфельде
Куфельде
# 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Өфө) 23-сө спорт мәктәбе (Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының муниципаль бюджет учреждениеһы «Спорт мәктәбе № 23») — Өфө ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, шахмат һәм шашка менән шөғөлләнә. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡыған 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, 2013 йылдағы рус шашкалары буйынса «Чудо-шашки» клубы призына Рәсәй команда беренселегендә беренсе тапҡыр еңеү яулай. 23-сө спорт мәктәбенең спортсы-инструкторы Айгөл Иҙрисова (тренеры А. П. Мельников) йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Европа чемпионатында бронза яуланы (блиц; 23 — 24 март 2013йыл, Будапешт ҡалаһы (Венгрия)). # 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Өфө) ## Спортсылар ### Рәсәй Гроссмейстеры Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы — шашка буйынса 5 тапҡыр донъя чемпионы # 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Өфө) ## Спортсылар ### Рәсәйҙең спорт мастерҙары 1. Шәйбәков Айнур Рәүил улы — кадеттар араһында шашка буйынса донъя чемпионы 2. Вәлиева Юлиә Фирҙәүес ҡыҙы — ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса Рәсәй чемпионы, тиҙ программа 3. Әминева Әлиә Мансур ҡыҙы — шашка буйынса Европа чемпионатында II урын 4. Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы — ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса донъя чемпионы 5. Ишмәтов Рим Рафиҡ улы— үҫмер спортсылар араһында экс-донъя чемпионы # 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Өфө) ## Спортсылар ### Спорт мастерына кандидаттар. 1. Александров Владимир (шашка буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселегендә IV урын, үҫмер спортсылар) 2. Батманов Игорь (VI урын, шашкалар буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты, үҫмер спортсылар) 3. Осипова Кристина (II урын, шашка буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселеге, үҫмер спортсылар) 4. Рыжов Илья (II урын, шашка буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселеге, үҫмер спортсылар) 5. Сәғитова Азалия (IV урын, шашка буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселеге, ҡыҙҙар) 6. Сәхиуллин Данил (II урын, шашкалар буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты, үҫмер спортсылар) 7. Мөхәммәтов Азат (V урын, шашка буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселеге, үҫмер спортсылар) 8. Әйүпова Регина (IV урын, шашка буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселеге, ҡыҙҙар) 9. Шәрәфетдинов Марсель (I урын, шашка буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселеге, үҫмер спортсылар) 10. Сафин Ридан (I урын, шашка буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты, команда) 11. Ахунова Сөмбөл (шахмат буйынса Рәсәй чемпионатында 1-се урын, Башҡортостан Республикаһы чемпионатында 1-се урын) # 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Өфө) ## Тренерҙар Ишмәтов Рим Рафиҡ улы, Вәлиева Юлиә Фирҙәүес ҡыҙы Мельников Александр Павлович, Ғәлләмов Наиль Ғәлимйән улы, Пекерский Михаил Викторович.
143333
https://ba.wikipedia.org/wiki/23-сө_балалар-үҫмерҙәр_спорт_мәктәбе_(Өфө)
23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Өфө)
# Нева Нева́ — Рәсәйҙәге йылға, Ленинград өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһы аша ағып үтә. Ладога күлеенән ағып сыға, Нева ҡултығына ҡоя. Оҙонлоғо — 74 км, Бассейн майҙаны — 281 000 км². Ладога күленән ағып сыҡҡан берҙән-бер йылға. НБалтик бассейны округы йылғаларыева ярында дүрт ҡала — Шлиссельбург, Кировск, Отрадное, Санкт-Петербург һәм бер нисә тиҫтә тораҡ пункттары урынлашған.
68622
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нева
Нева
# Коканд ханлығы Коканд ханлығы (үзб. Qo'qon xonligi); ҡаҙ. Қоқан хандығы, фарс. خانات خوقند Khānāt-e Khughand) — 1709—1876 йылдарҙағы үзбәк дәүләте, баш ҡалаһы Коканд булған. Ул хәҙерге Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы ерҙәрен биләп торған. Иң сәскә атҡан осоронда майҙаны 820 мең км²-ға еткән. Коканд ханлығы Бохара ханлығы һәм Хиуа ханлығы рәтенән өс үзбәк ханлығының береһе булып тора # Коканд ханлығы ## Дәүләт ҡоролошо Дәүләттең башында хан тора. Уның тирәһенә эре феодалдар һәм чиновниктар йыйыла. Ханға иң яҡын кеше — мең башы була. Юғары дәрәжәләргә ҡаҙнасы, хәрби министр, поли­ция начальнигы һәм башҡалар инә. Хан эргәһендә үҙе яҡынайтҡан сановниктарҙан торған кәңәшселәр ҡоро була. Улар ханлыҡтың тәржемәи хәлен һәр яҡлап тикшереп, фекер алышып тора. Ханлыҡтың ижтимағи һәм сәйәси тормошона мосолман дин әһелдәре көслө йоғонто яһай. Имам хандың кәңәшселәр ҡоронда ҡатнаша, уның фекере иң абруйлы һанала. Урындағы түрәләр бәк һәм хакимдар тип атала. Ташкент хакимы айырым урын тота. Уны хан үҙе тәғәйенләй, дәрәжәһе — бәктәр бәге тип атала. Ҡышлаҡтарҙа хакимиәт аҡһаҡалдарға (староста) тапшырыла. Халыҡтың тәртибен, шәриғәтте үтәүҙәрен мөхтәсибтәр күҙәтеп тора. Ҡорбаштары (полиция) бәктәргә һәм хакимдарға буйһона. Ғәскәр һыбайлы һәм йәйәүле яугирҙәрҙән туплана. Кәрәк булған осраҡта оран ташлап, ҙур ғәскәр йыялар. Хөкөм эше ҡаҙыйҙар ҡулында була, уларҙың башлығы — ҡаҙый-ҡалон тип атала. Был вазифаларға, ғәҙәттә, дин белгестәрен ҡуялар. Хөкөм ҡарарҙары шәриғәткә нигеҙләнеп сығарыла. Был хөкөмдарҙың шәриғәтте нисек аңлауына, аңлатыуына бәйле була, шуға күрә ғәҙелһеҙлектәр ҙә ебәрелә. Үлем язаһы һәм туҡмауҙар киң ҡулланыла.
134896
https://ba.wikipedia.org/wiki/Коканд_ханлығы
Коканд ханлығы
# 2022 йыл III мең йыллыҡ : XIX быуат — XX быуат — XXI быуат — XXII быуат — XXIII быуат : Хронологик таблица : 2022 йыл башҡа календарҙар буйынса ошоға тура килә: : | Григориан стилендә | 2022 MMXXII | | Юлиан стилендә | 2021—2022 (14 ғинуардан) | | Рим нигеҙләнгән көндән | 2774—2775 (4 майҙан) | | Константинополь эраһы | 7530—7531 (14 сентябрҙән) | | Йәһүд календары | 5782—5783 ה'תשפ"ב — ה'תשפ"ג | | Мосолман календары | 1443—1444 (с 30 июля) | | Боронғо әрмән календары | 1471 ԹՎ ՌՆՀԱ | | Ҡытай календары | 4718—4719 (с 1 февраля) 辛丑—壬寅 белая корова — чёрный тигр | | Эфиопа календары | 2014—2015 | | Боронғо һинд календары | | | - Викрам самват | 2078—2079 | | - Шака самват | 1944—1945 | | - Кали-юга | 5123—5124 | | Иран календары | 1400—1401 | 2022 (ике мең егерме икенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 2022 йылы, 3 мең йыллыҡтың 22 йылы, XXI быуаттың 22 йылы, XXI быуаттың 3 ун йыллығының 2 йылы, 2020 йылдарҙың 3 йылы. # 2022 йыл ## Ваҡиғалар БМО ҡарары буйынса, 2022 йыл Халыҡ-ара һөнәрселек балыҡсылығы һәм аквамәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. * Рәсәйҙә халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы йылы * Башҡортостанда Һөнәри белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы * Белоруссияла тарихи хәтер йылы * Әзербайжанда Шуша ҡалаһы йылы * Үзбәкстанда халыҡ мәнфәғәттәрен тәьмин итеү йылы * Ҡаҙағстанда Балалар йылы # 2022 йыл ## Ваҡиғалар ### Ғинуар * 1 ғинуар ** Рәсәйҙә эшкәртелмәгән түңәрәк урманды экспортҡа сығарыуҙы тыйыу үҙ көсөнә инде һәм сеймал әйләнешен күҙәтеп барыусы һанлы мәғлүмәт системаһы эшләй башланы. ** Ҡытайҙа урындағы автомобиль сәнәғәтенә сит ил капиталы инвестицияларына сикләүҙәр тулыһынса бөтөрөлдө. ** Иньяцио Кассис Швейцария президенты вазифаһын башҡара башланы. ** Рәсәй Федерацияһында йәшәү минимумы 12654 һумға тиклем арттырылды. ** Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) 13 890 һумға тиклем артты. ** Швеция Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың (ОБСЕ) рәйесе итеп һайланды. * 2 ғинуар ** Рязань өлкәһендә салонында 49 кеше булған автобус аварияға осраған. 5 кеше һәләк булған, 22-һе йәрәхәтләнгән. ** Ҡаҙағстанда тәбиғи газға хаҡтар артыуға ҡаршы митингтар башлана. * 3 ғинуар ** Рәсәй Федерацияһы, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия һәм Франция лидерҙары ядро һуғышына ҡаршы белдереү ҡабул итте ** Хайсам әл-Гайс ОПЕК-тың киләһе секретары итеп һайланды. 2022 йылдың 1 авгусында ул 2016 йылдан ошо вазифаны биләгән Мөхәммәт Баркиндоны алмаштыра. * 4 ғинуар — BlackBerry компанияһы үҙенең продукттарына ярҙам күрһәтеүҙе туҡтатты. * 5 ғинуар ** Халыҡтың ризаһыҙлығы артыу сәбәпле Ҡаҙағстан хөкүмәте отставкаға китте. ** Ҡаҙағстандың Мангистау һәм Алматы өлкәләрендә, шулай уҡ Алматы һәм Нур-Солтан ҡалаларында ғәҙәттән тыш хәл индерелде. ** Нурсолтан Назарбаев Ҡаҙағстан Республикаһы Именлек советы рәйесе вазифаһынан бушатылды * 16 ғинуар — Сербияла конституция референдумы. * 23 ғинуар — Ливияла парламент һайлауҙары. * 24 ғинуар — Италияла президент һайлауҙары. # 2022 йыл ## Ваҡиғалар ### Февраль * 4 — 20 февраль — XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары (Пекин, Ҡытай). * 6 февраль — королева Елизавета II, Британия монархтарынан беренселәрҙән булып, Платина юбилейын билдәләй. # 2022 йыл ## Ваҡиғалар ### Март * Март — Гонконг махсус хакимиәте төбәгендә башҡарма власть башлығын һайлау. # 2022 йыл ## Ваҡиғалар ### Апрель * 10 апрель—24 апрель — Францияла президент һайлауҙары. * Апрель — Венгрияла парламент һайлауҙары. # 2022 йыл ## Ваҡиғалар ### Май * 13—29 май — Хельсинки һәм Тампере (Финляндия) ҡалаларында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты үтә. * 10—14 май — Туринда (Италия) 66-сы «Евровидение» йыр бәйгеһе уҙа. # 2022 йыл ## Ваҡиғалар ### Сентябрь * 11 сентябрь — Рәсәй Федерацияһында Берҙәм тауыш биреү көнө. # 2022 йыл ## Ваҡиғалар ### Октябрь * 2 октябрь—30 октябрь — Бразиялияла дөйөм һайлауҙар. * 25 октябрь — ҡояш тотолоуы. # 2022 йыл ## Ваҡиғалар ### Ноябрь * 1—25 ноябрь — проведение первой в истории независимого Узбекистана переписи населения. * 21 ноябрь—18 декабрь — в Катаре состоится 22-й чемпионат мира по футболу. # 2022 йыл ## Вафат булғандар 2022 йылда вафат булғандар
181310
https://ba.wikipedia.org/wiki/2022_йыл
2022 йыл
# Өсҡоҙоҡ Өсҡоҙоҡ (үзб. Uchquduq) — Үзбәкстандың төньяғында Навои өлкәһендә урынлашҡан ҡала.
126195
https://ba.wikipedia.org/wiki/Өсҡоҙоҡ
Өсҡоҙоҡ
# Аҡ фәрештә Аҡ фәрештә (сер. Бели анђео) — Милешевтың серб православие монастыры сиркәүенән фреска, серб һәм православие сәнғәте шедеврҙарының береһе. XIII быуатҡа, Палеологов яңырыу осорона ҡарай. XVI быуатта был һүрәттең кәүҙәләнеше яңынан яҙыла һәм XX быуатта реставрация эштәре барышында алып ташланыла. Фрекаеска сиркәүҙең көньяҡ яғында урынлашҡан һәм Жены-мироносицы композицияһына инә. Фәрештә, аҡ хитонға уранып, үҙенең ҡулы менән ташта ултырған ҡатындарға Ғайса кәшәнәһенә күрһәтә.
174024
https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡ_фәрештә
Аҡ фәрештә
# Содомка Содомка — Рәсәй йылғаһы. Архангельск өлкәһе, Вологда өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Шенчуга йылғаһының һул ярына тамағынан 10 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км. # Содомка ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Вага йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны — Төньяҡ Двина, Вычегды һәм Малая Төньяҡ Двины ҡушылған урындан түбәнерәк, йылға бассейны — Төньяҡ Двина. Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03020300212103000029152 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103002915 * Бассейн коды — 03.02.03.002 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
21199
https://ba.wikipedia.org/wiki/Содомка
Содомка
# Аҡыллы контракт Смарт-контракт (ингл. smart contract — аҡыллы контракт) — блокчейн технологияһында коммерция контракттарын төҙөү һәм эшләтеп тороу өсөн тәғәйенләнгән компьютер алгоритмы. # Аҡыллы контракт ## Эш принцибы Яҡтар, криптовалюта селтәрҙәрендә аҡса күсереүгә ҡул ҡуйғандағыға оҡшаш ысулдарҙы ҡулланып, аҡыллы контрактҡа ҡул ҡуя. Яҡтар ҡул ҡуйғандан һуң, контракт көсөнә инә. Аҡыллы контракт уның объекттарына эш итеүсе код ҡаршылыҡһыҙ инә алған мөхиттә генә йәшәй ала. Контракттың бөтә шарттары математик һүрәтләүгә һәм аныҡ башҡарылыу логикаһына эйә булырға тейеш # Аҡыллы контракт ## Аҡыллы контракттың объекттары * Ҡул ҡуйыусылар — аҡыллы контракттың, электрон ҡултамғалар ҡулланып, шарттарҙы ҡабул итеүсе йәки уларҙан баш тартыусы яҡтары. Тура аналог — Bitcoin селтәрендә аҡса ебәреүсенең блоктар сынйырына транзакция индереүен раҫлаған ҡултамғаһы. * Договор предметы. Аҡыллы конракт эш иткән мөхиттең эсендәге объект ҡына договор предметы була ала, йә аҡыллы контракт договор предметына кеше ҡатнашлығынан тыш туранан-тура үтә алырға тейеш. * Шарттар. Аҡыллы контракттың шарттары аҡыллы контракт эш иткән мөхиттә программалаштырыла алған тулы математик һүрәтләүгә эйә булырға тейеш. Нәҡ шарттарҙа договор предметы пункттарының үтәлеш логикаһы тасуирлана. * Үҙәкләштерелмәгән платформа. Смарт-контрактты бүлеп һаҡлау өсөн уның яҙмаһы был платформаның Блокчейнында булырға тейеш.
137463
https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡыллы_контракт
Аҡыллы контракт
# Тәңретау Тәңретау йәки Тянь-Шань (ҡыт. ғәҙәти 天山山脈, ябайл. 天山山脉, пиньин: Tiānshān shānmài, уйғ. تەڭرىتاغ, Тәңри тағ, ҡырғ. Ала-Тоо, Теңир-Тоо, ҡаҙ. Алатау, үзб. Tyan Shan, монг. Тэнгэр уул) — Урта Азияның биш иле — Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай (Синьцзян-Уйғыр автоном районы), Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан территорияһында урынлашҡан тау системаһы . # Тәңретау ## Атама тарихы Тянь-Шань һүҙе ҡытайса (天山) «күк тауҙары» тигәнде аңлата. Э. М. Мурзаев фекеренсә, был һүҙҙәр төрки телдең Тәңре (Хоҙай) һәм Нишан (тамға), Тәңре-Нишан һүҙҙәренең күсермәһенән килеп сыҡҡан. # Тәңретау ## Географик һүрәтләү Тәңретауҙың һырттары менә түбәндәгеләр: * Төньяҡ Тәңретау: Китмән, Эле Алатау, Көнгәй Алатау һәм Ҡырғыҙ һырттары; * Көнсығыш Тәңретау: Быура-Ҡура, Ирән-Ҡабырға, Буғҙы-Ула, Халыҡтау (Ҡарлытау), Һармын-Ула, Ҡоротау һырттары; * Көнбайыш Тәңретау: Ҡаратау, Талаҫ Алатау, Сатҡал, Пеҫкәм һәм Үгәм һырттары; * Көньяҡ-Көнбайыш Тәңретау: Фирғәнә үҙәнен һәм Фирғәнә һыртының көньяҡ-көнбайыш битен үҙ эсенә алған һырттар; * Эске Тәңретау: төньяҡтан Ҡырғыҙ һырты һәм Эҫек-Күл соҡоро, көньяҡтан Ҡаҡшалтау, көнбайыштан Фирғәнә һырты, көнсығыштан — Аҡшыйраҡ тау массивы менән сикләнгән. Тәңретау донъяның иң юғарылары араһында булып торалар, араларында бейеклеге 6000 метрҙан ашыу утыҙҙан күп түбә бар. Иң юғары нөктәһе — Еңеш суҡыһы (тарихи атамаһы Хан Тәңре, 7439 м) Ҡырғыҙстан һәм Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автоном районы сигендә урынлашҡан; бейеклеге буйынса икенсе нөктәһе иһә Ҡырғыҙстан менән Ҡаҙағстан сигендәге Хан Тәңре (тарихи атамаһы Ҡантау, 7010 м) тау суҡыһы. Үҙәк Тәңретауҙан көнбайышҡа өс тау сылбыры китә, көнбайышта Фирғәнә һырты менән тоташа. Тәңретау көнбайыштан көнсығышҡа 2500 километрға һуҙылған. Терегөмөш, һөрмә, ҡурғаш, кадмий, цинк, көмөш, соҡорҙарында нифт ятҡылыҡтары бар. Тауҙар күбеһенсә бейек, 3200 метрҙан ашҡас иһә бөтә ер мәңге туңлыҡ. # Тәңретау ## Кәшефе Беренсе Европа кәшифе 1856 йылда Петр Петрович Семёнов булды, был эше өсөн «Семёнов-Тян-Шанский» намын алған. 1840-нсы йылдарҙа борҡан эҙләү өсөн кәшефтәрҙе миғмәр һәм рәссам Томас Уитлам Аткинсон үткәрә, сәйәхәтен Лондонда 1858-нсе йылда сығарған китабында һүрәтләй.
104074
https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәңретау
Тәңретау
# Нуриев Рудольф Хәмит улы Нуриев Рудольф Хәмит улы (17 март 1938 йыл — 6 ғинуар 1993 йыл) — СССР, Бөйөк Британия һәм Франция сәхнәләрендә сығыш яһап, бөтә донъяға танылған башҡорт балет артисы, балетмейстер. # Нуриев Рудольф Хәмит улы ## Биографияһы Рудольф Хәмит улы Нуриев 1938 йылдың 17 мартында тыуған. # Нуриев Рудольф Хәмит улы ## Хәтер * 2021 йылдың ғинуарында Рудольф Нуриев исеме Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһына бирелде. * Рудольф Нуриевҡа һәйкәл Башҡорт опера һәм балет театры янындағы аллеяға ҡуйыла. Уның авторҙары — скульптор Владимир Лобанов һәм архитектор Леонид Дубинский. * 2018 йылдың 7 ноябрендә Ҡазандың Муса Йәлил исемендәге опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа күренекле бейеүсе һәм балетмейстер Рудольф Нуриевҡа һәйкәл асылды. * Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге хореография колледжы Рудольф Нуриев исемен йөрөтә. * Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында 1993 йылдың мартында «Был сәхнәлә 1953-55 йылдарҙа ХХ быуаттың күренекле бейеүсеһе Рудольф Нуреев үҙенең ижади юлын башланы» тигән һүҙҙәр яҙылған таҡтаташ асылды. * Рудольф Нуриев тураһында «Визит» фильмының презентацияһы үтте * Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» тулы метражлы документаль фильмының презентацияһы уҙҙы. Картинала 20 быуаттың бөйөк бейеүсеһе һәм хореографы Рудольф Нуриевтың Төркиә менән бәйле тормошо хаҡында бәйән ителә. Кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһы премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булған фильмды күрһәтеүҙә уның авторҙары — ҡуйыусы-режиссёр Евгения Тирдатова, монтажлау режиссёры Борис Мнухин, продюсерҙарҙың береһе Константин Серебряков ҡатнашты. * 2018 йылдың 17 мартында «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы бөйөк бейеүсенең 80 йыллығына «Рудольф Нуриев. Танец к свободе» фильмын күрһәтә. # Нуриев Рудольф Хәмит улы ## Сәхнәләге ролдәре * «Лебединое озеро» — принц Зигфрид, Ротбарт * «Щелкунчик» — Дроссельмейер, Принц * «Спящая красавица» — Синяя птица, принц Флоримунд (Дезире) * «Маргарита и Арман» — Арман * «Баядерка» — Солор * «Раймонда» — соло в па-де-катр, Жан де Бриен * «Жизель» — Альберт * «Дон Кихот» — Базиль * «Корсар» — раб * «Ромео и Джульетта» — Ромео, Меркуцио * «Сильфида» — Джеймс * «Петрушка» — Петрушка * «Видение Розы» — Видение розы * «Шехеразада» — Золотой раб * «Послеполуденный отдых фавна» — Фавн * «Аполлон Мусагет» — Аполлон * «Юноша и смерть» — Юноша * «Блудный сын» * «Федра» * «Потерянный рай» * «Сильфиды» — Юноша * «Гамлет» — Гамлет * «Золушка» — Продюсер * «Интермедия» * «Лунный Пьеро» — Пьеро * «Люцифер» — Люцифер * «Идиот» — князь Мышкин * «Ореол» * «Песни странствующего подмастерья» * «Весна священная» * «Павана мавра» — Отелло * «Темный дом» * «Урок» * «Ночное путешествие» — Эдип * «Алая буква» — преподобный Димсдейл # Нуриев Рудольф Хәмит улы ## Фильмография * 1972 — «Я — танцовщик» / I Am a Dancer * 1977 — «Маппет-шоу» * 1977 — «Валентино» / Valentino * 1983 — «На виду» / Exposed # Нуриев Рудольф Хәмит улы ## Фильмография ### Документаль фильмдар * 2015 - «Рудольф Нуреев. Остров его мечты». Реж. Евгений Тирдатов. # Нуриев Рудольф Хәмит улы ## Постановкалар * 1964 — «Раймонда» * 1964 — «Лебединое озеро» * 1966 — «Дон Кихот» * 1966 — «Спящая красавица» * 1966 — «Танкред» * 1967 — «Щелкунчик» * 1977 — «Ромео и Джульетта» * 1979 — «Манфред» * 1982 — «Буря» * 1985 — Washington Square * 1986 — Сюита Баха * 1988 — «Золушка» * 1992 — «Баядерка»
15382
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нуриев_Рудольф_Хәмит_улы
Нуриев Рудольф Хәмит улы
# Һинд океанында ер тетрәүе (2004) Һинд океанында һыу аҫты ер тетрәүе 2004 йылдың 26 декабрендә 00:58:53 UTC (урындағы ваҡыт буйынса 07:58:53) сәғәттә, йәкшәмбе көндө, хәҙерге тарихта иң үлемесле цунами арҡаһында барлыҡҡа килә. Төрлө баһалар буйынса, ер тетрәү магнитудаһы 9,1-ҙән 9,3-кә тиклем тәшкил итә. Күҙәтеүҙәр тарихында был ер тетрәү иң көслө ер тетрәүҙәр өслөгөнә (тройка) инә. Ер тетрәү эпиүҙәге Һинд океанында, Суматра (Индонезия) утрауының төньяҡ-көнбайыш ярына яҡын ятҡан Симёлуэ утрауынан төньяҡҡараҡ урынлашҡан. Цунами Индонезия, Шри-Ланка, һиндостандың көньяғы, Таиланд башҡа илдәрҙең ярҙарына барып етә. Тулҡындарҙың бейеклеге 15 метрҙан ашыу була. Цунами ҙур емерелеүҙәргә килтерә һәм кешеләр бик күп һәләк була. Ер тетрәү эҙемтәләре хатта эпиүҙәктән 6900 км алыҫлыҡта ятҡан тойолдо Порт-Элизабетта, Көньяҡ Африка Республикаһында ла тойолдо. Төрлө баһалар буйынса, 225 меңдән 300 меңгә тиклем кеше һәләк булған. Һәләк булыусыларҙың теүәл һаны билдәһеҙ, сөнки һыу ағымы бик күп кешене океанға алып киткән. Был ер тетрәү магнитудаһының төрлө баһалары бар. АҠШ геологгия хеҙмәте (USGS) магнитуда шкалаһын 9,1 M$_w$ тип баһалайref>M 9.1 - 2004 Sumatra - Andaman Islands Earthquake (ингл.). USGS. Дата обращения: 25 июнь 2020. Архивировано 26 сентябрь 2019 года.</ref>. Айырым тикшеренеүселәр уйлауынса, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән тирбәлеүҙәрҙе иҫәпкә алғанда, баһа 9,3 М тиклем күтәрелеүе мөмкин$_w$. 1900 йылдан алып 2004 йылға тиклем 1960 йылда Бөйөк Чили ер тетрәүе (9,5 магнитуда), 1964 йылда Айси-бәй ҡултығындағы Бөйөк Аляска ер тетрәүе (9,2), 1952 йылда Камчатканың көньяҡ яры янында Төньяҡ-Курил цунамиһы арҡаһында ер тетрәү (9,0) теркәлгән. Был ер тетрәүҙәрҙең һәр ҡайһыһы шулай уҡ цунамиға (Тымыҡ океанда) килтерә, әммә һәләк булыусылар байтаҡҡа аҙыраҡ булды (иң күбе — бер нисә мең кеше). Төп ер тетрәү гипоүҙәге 3,316° төньяҡ киңлеге, 95,854° көнсығыш оҙонлоғо (3° 19′ төньяҡ киңлеге, 95° 51,24′ көнсығыш оҙонлоғо) координаталары нөктәһендә, Суматранан көнбайышҡа табан 160 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 30 км тәрәнлектә (тәүҙә диңгеҙ кимәленән 10 км алыҫлыҡта) урынлашҡан. Ул ер тетрәү бүлкәтенең Тымыҡ океан уты ҡулсаһының көнбайыш осо, бында донъялағы бөтә ҙур ер тетрәүҙәрҙең 81%-н тәшкил итә. Ер тетрәү географик мәғәнәлә ифрат ҙур булды. Тоҡомдоң яҡынса 1200 км (ҡайһы бер баһалар буйынса — 1600 км) субдукция зонаһы буйлап 15 м алыҫлыҡта күсеүе күҙәтелә, һөҙөмтәлә Һиндостан плитаһы Бирма плитаһы аҫтына күсә. Күсеш бер тапҡыр ғына булмай, ә бер нисә минут эсендә ике фазаға бүленә. Сейсмик мәғлүмәттәр буйынса, тәүге фаза диңгеҙ төбө аҫтында 30 саҡрым тәрәнлектә урынлашҡан яҡынса 400-гә 100 км ҙурлыҡтағы геологик ярыҡ барлыҡҡа килтергән. Ярыҡ яҡынса 2 2 км/с саҡрым тиҙлек менән, Асэ йылғаһы ярынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 100 секунд дауамында формалашҡан. Һуңынан яҡынса 100 секундлыҡ пауза барлыҡҡа килә, шунан һуң ярыҡ төньяҡҡа Андаман һәм Никобар утрауҙары яғына формалашыуын дауам итә. Һинд плитаһы — Һинд океаны һәм Бенгал ҡултығы аҫтында түшәлеп ятҡан ҙур Һинд-Австралия плитаһының бер өлөшө, ул йылына уртаса 6 сантиметр тиҙлек менән төньяҡ-көнсығышҡа хәрәкәт итә. Һинд плитаһы Зонд улағын барлыҡҡа килтереп, ҙур Евразия плитаһының бер өлөшө иҫәпләнгән Бирман плитаһы менән тоташа. Ошо урында Һинд плитаһы Никобар утрауҙары, Андаман утрауҙары һәм Суматра утрауының төньяҡ өлөшө урынлашҡан Бирман плитаһы аҫтына шыуыша. Һинд плитаһы әкренләп Бирман плитаһы аҫтына шыуа һәм шыуа барған һайын, арта барған температура һәм юғары баҫым Һинд плитаһының яҡынайған сиген магмаға әйләндерә (һөҙөмтәлә вулкандар (Вулкан дуғаһы) аша өҫкә ташлана) урғыла. Плиталарҙың бер нисә быуатҡа йәбешеүе арҡаһында был процесс туҡтатыла, әммә көсәйтелгән баҫым тағы ла ҙур ер тетрәүенә һәм цунамиға сәбәпсе булып тора. Тектоник плиталар ҡапыл алға киткәндә, диңгеҙ төбө лә бер нисә метрға күтәрелә, һөҙөмтәлә емергес цунами тулҡындары барлыҡҡа килә. Цунамиҙың бындай нөктә үҙәге юҡ. Цунами ярыҡтан яҡынса 1200 км оҙонлоҡҡа радиаль тарала. # Һинд океанында ер тетрәүе (2004) ## Артабанғы башҡа ер тетрәүҙәр Яңы Зеландияның Окленд утрауҙарынан көнбайышҡа һәм Австралияның Маккуори утрауынан төньяҡҡа табан урынлашҡан кеше йәшәмәгән районда 8,1 М көс менән ер тетрәгәндән һуң өс көн үтеүгә Һинд океанында ер тетрәгән. Ике ҙур ер тетрәү ваҡытының тап килеүе бик ғәҙәти түгел, ләкин был ер тетрәү эпиүҙәктәренең урынлашыуы алыҫ һәм геологик плиталарҙың төрлө тоташыу сиге менән ассоциациялана. АҠШ геологик хеҙмәт (USGS) улар араһындағы сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен күрмәй һәм тап килеү осраҡлы тип һанай. Ер тетрәүҙән барлыҡҡа килгән тирбәлеүҙәр аҙна дауамында теркәлеп барған, улар Ерҙең төҙөлөшө тураһында мөһим ғилми мәғлүмәттәр биргән. Ер тетрәгәндән һуң тәүге бер нисә тәүлектә бик күп афтершоктар була. 05:00 UTC — 29 декабргә 68 афтершок теркәлгән, шуларҙың 13-ө — 6-нан да кәм булмаған магнитудала. Магнитудаһы 7,1 булған иң көслө афтершок ер тетрәүҙән һуң яҡынса өс сәғәт үткәс булған (Никобар утрауҙары янында). 2005 йылдың 28 мартында Суматраның төньяҡ ярында 8,6 магнитудалы ер тетрәү була. Уның эпиүҙәге декабрь ер тетрәүе эпиүҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 160 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, күҙалланған сәбәп — декабрҙәге ер тетрәү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ярыҡ зонаһындағы көсөргәнеште ҡабаттан бүлеү. 28 мартта ер тетрәүе арҡаһында 1000-гә яҡын кеше һәләк була һәм декабрь ер тетрәүе юлдашы булған цунамиға ҡарағанда ярайһы уҡ көсһөҙөрәк локаль цунами тыуҙырҙы. # Һинд океанында ер тетрәүе (2004) ## Ер тетрәүенең ҡеүәте Ер өҫтөндәге ер тетрәү арҡаһында ер өҫтөнә атылып сыҡҡан тулы энергия яҡынса 2 эксаджоуль (2,0·10¹⁸ джоуль менән баһалана. Был энергия Ер шарында йәшәгән һәр кешегә 150 литр һыу ҡайнатыу өсөн етә, йәғни кешелек 2 йылда шул тиклем үк энергия ҡуллана. Был энергия ер өҫтөнөң 20-30 сантиметр сиктәрендә тирбәлеү мөмкинлеге, Ҡояш менән Ай яғынан яһалған йоғонтоға эквивалент ташҡын көстәре булыуы фаразлана. Ер тетрәүҙең һуғып йығыу тулҡыны бөтә планета аша үтте, Американың Оклахома штатында 3 миллиметрлыҡ вертикаль тирбәлеүҙәр теркәлде. Массаларҙың күсеүе һәм бушаған энергияның күплеге Ерҙең әйләнеү тиҙлегенең үҙгәреүенә килтерә. Аныҡ цифра әлегә билдәләнмәгән, әммә теоретик моделдәр, Ер йәйенкелегенең кәмеүе һөҙөмтәһендә, ер тетрәү тәүлек оҙонлоғон яҡынса 2,68 микросекундҡа (2,68 мкс), йәғни яҡынса миллиардтан бер өлөшкә кәметеү мөмкинлеген бирә Ер тетрәү Ерҙең үҙ күсәре тирәләй көнсығыш оҙонлоғона 145° 2,5 см йүнәлешендә бер минутлыҡ йәки, хатта 5 йәки 6 сантиметрға "борғоланыуы"на килтерҙе. Ләкин Айҙың көсө артыуы тәьҫирендә тәүлек оҙонлоғо йыл һайын уртаса 15 мкс-ҡа арта, тимәк, әйләнеү тиҙлегенең теләһә ниндәй артыуы тиҙ арала юҡҡа сыға. Бынан тыш, Ерҙең үҙ күсәрендә тәбиғи һелкенеүе 15 метрға тиклем тәшкил итеүе ихтимал. Суматранан көньяҡ-көнбайышҡа табан бәләкәй утрауҙарҙың ҡайһы берҙәре көньяҡ-көнбайышҡа 20 метр алыҫлыҡта хәрәкәт итә. Суматраның Бирман плитаһында (Зонд плитаһының көньяҡ райондары) урынлашҡан төньяҡ осо ла көньяҡ-көнбайышҡа табан шулай уҡ 36 метрға күсеүе ихтимал. Күсеш вертикаль дә, эргә яҡтан да булған; хәҙер ҡайһы бер яр буйы райондары диңгеҙ кимәленән түбәнерәк урынлашҡан. Үҙгәрештәр глобаль позиционирование системаһы (GPS) һәм һәм юлдаш фотографиялары ярҙамында эшләнгән үлсәүҙәр геофизик хәлдең ни тиклем үҙгәреүен күрһәтә. # Һинд океанында ер тетрәүе (2004) ## Цунами характеристикаһы Ер тетрәгәндә диңгеҙ төбөнөң бер нисә метрға ҡапыл вертикаль һелкенеүе ҙур һыу массаларының күсеүенә килтерҙе, был Һинд океаны ярҙарына еткән цунамиҙа сағыла. Барлыҡҡа килгән урынынан ныҡ алыҫлашҡаны цунами күберәк зыян килтерә, уны «телецунами» тип атайҙар, һәм улар, горизонталь күсеүҙән (Earthquakes and tsunamis, Lorca et al.) түгел, диңгеҙ төбөнөң вертикаль күсеүенән килеп сыға. Был цунами, һай урындар менән сағыштырғанда, үҙен океандың тәрән һыулы өлөшөндә бөтөнләй икенсе төрлө тота. Тәрән өлөшөндә цунами тулҡындары, күҙгә ташланһа ла, ҡурҡыныс янамаған бәләкәй тау кеүек күренә, шул уҡ ваҡытта ул ҙур тиҙлек менән (сәғәтенә 500—1000 саҡрым) күсә; һай урында цунами диңгеҙ ярҙары буйында сәғәтенә тиҫтәләгән саҡрымға тиклем әкренәйә, әммә шул уҡ ваҡытта ҙур емергес тулҡындар барлыҡҡа килтерә. Радиолокация спутниктары океандың тәрән һыулы өлөшөндә цунами тулҡындарының бейеклеген теркәгән; ер тетрәүҙән һуң ике сәғәт үткәс тулҡындарҙың максималь бейеклеге 60 сантиметр булған. Был — ошондай ҡатмарлылыҡты тарихта тәүге үлсәү. Цунами йәмғиәтенең вице-президенты Тед Мёрти һүҙҙәренсә, тулҡындарҙың дөйөм энергияһы тротил эквивалентындағы биш мегатонна (20 петаджоул) менән сағыштырырлыҡ булған. Был Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында шартлаған бөтә хәрби снарядтарҙың энергияһына ҡарағанда ике тапҡырҙан ашыуға күберәк (Хиросима менән Нагасакиға ташланған ике атом бомбаһын да индереп), ләкин ер тетрәү арҡаһында барлыҡҡа килгән энергияға ҡарағанда бер ни тиклем әҙерәк. Ә ҡайһы берҙәрендә (атап әйткәндә, Банда-Ачех йылғаһы яры буйында), 4 саҡрымға еткән. 1200 километрлыҡ ярыҡ төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә булғанлыҡтан, цунами тулҡындарының күбеһе көнсығыш-көнбайышҡа ҡарай барып еткән. Бенгал ҡултығының төньяҡ осонда урынлашҡан Бангладеш, диңгеҙ кимәленән ярайһы түбән урынлашыуына ҡарамаҫтан, артыҡ зыян күрмәгән. Тәбиғи ер тотҡарлығы булған ярҙарға цунами тулҡындары зыян килтермәгән; әммә цунами тулҡындары ҡайһы берҙә ошондай ер кәртәһе тирәләй дифракциялана алыуы мөмкин. Шулай итеп, Һиндостандың көнбайыш ярында урынлашһа ла, Керала штаты цунамиҙан зыян күргән; Шри-Ланканың көнбайыш яры ла цунамиҙан ныҡ зыян күргән. Бынан тыш, тулҡын барлыҡҡа килгән урындан алыҫ урынлашыу хәүефһеҙлек гарантияламай; Алыҫыраҡ урынлашҡан Сомали Бангладешҡа ҡарағанда байтаҡҡа күберәк зыян күргән. Арауыҡҡа ҡарап, цунамиға яр буйына етеү өсөн 50 минуттан 7 сәғәткә тиклем (Сомали осрағында) ваҡыт кәрәк булған. Индонезиялағы Суматра утрауының төньяҡ райондары цунами менән бик тиҙ, ә Шри-Ланка һәм Һиндостандың көнсығыш яры — һуңыраҡ, 90 минуттан 2 сәғәткә тиклем, осрашты. Таиланд, эпиүҙәккә яҡыныраҡ булһа ла, һай Андаман диңгеҙенән аҡрыныраҡ хәрәкәт иткәнлектән, унда цунами ике сәғәткә һуңыраҡ барып етә. Ер тетрәү урынынан яҡынса 8500 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Струисбаиила (Көньяҡ Африка Республикаһы) был хәлдән һуң 16 сәғәттән һуң 1,5 метр бейеклектәге тулҡындар теркәлгән. Тулҡындар Африканың иң көньяҡ нөктәһенә тиклем оҙаҡ барып еткәнен Африканың көньяҡ яры буйындағы континенталь шельф характеры һәм цунамиға бөтә көньяҡ яр буйлап көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай йөҙөп барырға кәрәклеге менән аңлатырға мөмкин. Цунами энергияһының күпмелер өлөшө Тымыҡ океанға китә, һөҙөмтәлә Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың көнбайыш ярҙары буйлап ҙур булмаған, әммә (үлсәү өсөн) һиҙелерлек (уртаса бейеклеге 20-40 см) цунами барлыҡҡа килә. Мексиканың Манзанилло ҡалаһында тулҡындың бейеклеге 2,6 метр тәшкил итеүе билдәләнде. Бындай ҙур арауыҡтағы цунами Тымыҡ океан һәм урындағы география эффекттарының берләшеүе һөҙөмтәһендә килеп тыуған, тип билдәләй ҡайһы бер эксперттар. # Һинд океанында ер тетрәүе (2004) ## Билдәләр һәм иҫкәртеүҙәр Ер тетрәү һәм цунами һуғыуы араһында бер нисә сәғәт тотҡарланыу булыуға ҡарамаҫтан, бөтә ҡорбандар өсөн дә был көтөлмәгән хәл булған; Һинд океанында цунами табыу системаһы, һәм, иң мөһиме, яр буйы райондарында йәшәүселәргә дөйөм хәбәр итеү системаһы булмаған. Тап ошо ер тетрәүҙән һуң Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Һинд океанында цунами тураһында иҫкәртеү системаһын (Indian Ocean Tsunami Warning System) булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән, Ул 2006 йылда эшләй башлаған. 2013 йылға был структура Индонезияла нығыраҡ үҫешкән. Өҫтәүенә, цунамиҙы табыуы еңелдән түгел, сөнки тулҡын ярҙан алыҫ булған осорҙа уны сенсорҙар һәм датчиктар селтәре таба алырлыҡ бейеклеккә эйә булмай. Ләкин цунамиҙы ваҡытында иҫкәртеү өсөн етерлек элемтә инфраструктураһын төҙөү ҙә проблема булып тора. # Һинд океанында ер тетрәүе (2004) ## Килтерелгән зыян һәм ҡорбандар Ер тетрәүҙән, цунамиҙан һәм артабан һыу баҫыуҙан һәләк булғандарҙың дөйөм һаны урындарҙағы тәртипһеҙлек һәм ҡапма-ҡаршы хәбәрҙәр арҡаһында ныҡ ҡына тирбәлә. Раҫланған һәләк булыусылар һаны — 184 мең, иң күбе — Индонезияла (131 мең), Шри-Ланкала (35 мең), Һиндостанда (12 мең), Таиландта (5 мең) теркәлгән. Һәләк булғандарҙың дөйөм һаны 235 мең самаһы кеше, тиҫтәләгән мең кеше хәбәрһеҙ юғалған, миллиондан ашыу кеше торлаҡһыҙ ҡалған. Тәүҙә йөҙләгән кеше ғүмере менән иҫәпләнгән юғалтыуҙар тураһында хәбәр ителгәйне, әммә киләһе аҙна эсендә билдәле ҡорбандар һаны ныҡ артты. Шри-Ланканың көньяҡ-көнбайыш ярында 7-9 метр бейеклектәге тулҡындар яр буйында хәрәкәт иткән тулы «Samudra Devi» пассажирҙар поезын юҡ иткән. Һөҙөмтәлә донъя тарихындағы иң ҙур тимер юл һәләкәтендә 1700-гә яҡын кеше һәләк була. Урындағы халыҡтың күплегенә өҫтәп, цунами төбәктәрендә отпуск уҙғарған 9 меңдән ашыу сит ил (башлыса Европа туристары) һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған, айырыуса был Скандинавия илдәре туристарына ҡағылған. Европа илдәренән иң ҡаты һөжүм Швецияға яһалғандыр — 60 һәләк булыусы һәм 1300 хәбәрһеҙ юғалыусы тураһында хәбәр ителгән. Тере ҡалғандар араһында Финляндияның буласаҡ президенты Саули Нийнистё һәм 2015 йылғы Евровидение еңеүсеһе швед Монс Сельмерлёв бар ине. Был көндө улар икеһе лә ғаиләһе менән Кхаулакта (Таиланд) ял иткән булған. Мальдивта цунамиҙан үҙенең ҡыҙын ҡотҡарған саҡта актёр Джет Ли аяғын йәрәхәтләгән. Шри-Ланкала, Индонезияла һәм Мальдив Республикаһында ауыр хәл иғлан ителде. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағымдағы ҡотҡарыу операцияһы ҡасан да булһа уҙғарылғандарҙың иң ҡиммәте буласаҡ, тип иғлан итте. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары Кофи Аннан реконструкция биш-ун йыл дауам итәсәк тип белдерҙе. Хөкүмәттәр һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар, финалда һәләк булыусылар исемлеге сирҙәр һөҙөмтәһендә икеләтә артыуы ихтимал, тип хәүефләнде. Зыян күреүселәр һаны буйынса ун ер тетрәү тарихында иң емергестәренең береһе булд. Был тарихтағы иң ҡурҡыныс цунамиҙарҙың береһе булған, бынан алдағы «рекорд» 1703 йылда Ава ҡалаһында (Япония) теркәлгән, унда 100 000 самаһы кеше һәләк булған. # Һинд океанында ер тетрәүе (2004) ## Илгә килгән бәлә-ҡазанан зыян күргәндәр Ер тетрәү һәм цунами Көньяҡ-Көнсығыш Азияның күп илдәренә — Индонезияға (айырыуса Ачех провинцияһы һәм Банда-Ачех ҡалаһы), Шри-Ланкаға, Таиландҡа, Мальдивҡа, Мьянмаға, Малайзияға, шулай уҡ Африканың бер нисә дәүләтенә — Сомалиға, Мадагаскарукка, Кенияға, Көньяҡ Африка Республикаһына зыян килтергән. Башҡа илдәрҙән, айырыуса Австралиянан һәм Европа илдәренән граждандарҙың күбеһе бәлә-ҡаза төбәгендә отпуск уҙғарған. # Һинд океанында ер тетрәүе (2004) ## Мәҙәниәттә * «Цунами» (2006 йыл) — Британия-Америка ике сериялы нәфис телефильмы (тере ҡалғандар яҙмышы тураһында) * «Невозможное» (The Impossible) — 2004 йылдың 26 декабрендә цунамиҙың Таиландҡа һуғыуы һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан реаль ваҡиғалар буйынса 2012 йылғы инглиз телле нәфис фильм-катастрофа. * 2004 йылғы цунами һәм уның эҙемтәләре Фредрик Бакмандың «Өләсәйем баш эйергә һәм ғәфү үтенергә ҡушты» (швед. Min mormor hälsar och säger förlåt. 2013 йылда баҫылып сыҡты, 2018 йылда рус теленә тәржемә ителде.
186670
https://ba.wikipedia.org/wiki/Һинд_океанында_ер_тетрәүе_(2004)
Һинд океанында ер тетрәүе (2004)
# Аҡбаш сыпҡай Аҡбаш сыпҡай (сыпҡай, сумҡа, тирҫаяҡ), (рус. Серощёкая пога́нка)), (лат. Podiceps grisegena) сыпҡай һымаҡтар (Поганкообразные, Podicipediformes) отрядының сыпҡайҙар ғаиләһенә ҡараған һыу ҡошо. Төньяҡ ярымшарҙа, күберәген урман зонаһында таралған, әммә шулай уҡ төньяҡ ҡыуаҡлыҡлы тундраларға һәм көньяҡ сүлдәргә тиклем үтеп инә. Күҙгә ташланып бармаған ҡош яңғыҙ, йә булмаһа пар менән осрай, оя ҡорған осорҙа бәләкәй һирәк төркөм барлыҡҡа килтерә. Ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары әрәмәлегендә оя ҡора. Күп ваҡытын һыу өҫтөндәге ҡамышлыҡта, күрәнлектә үткәрә. Хәүеф тыуғанда үлән араһында боҫоп ҡалырға тырыша йәки, сумып, алыҫлаша. Үрсеү миҙгеле арауыҡлы, ареалдың көньяҡ өлөшөндә — апрелдән июлгә тиклем, төньяҡ өлөшөндә — майҙан августҡа ҡәҙәр. Ғәҙәттә, 3-4 аҡ йомортҡаһы була. Күсер ҡош. Ҡышты диңгеҙҙең литораль өлөшөндә үткәрә. Диңгеҙҙә көслө тулҡынланыу булмағанда сағыштырмаса һай урындарҙа, йәки туңмаған күлдәрҙә аҙыҡ таба. Оялау осорондағы туҡланыу характеры яҡын ҡәрҙәше урҙандың йәнәш булыуына ҡарап үҙгәрә: уларҙың йәшәү ареалы киҫешкәндә, уның аҙығын умыртҡаһыҙҙарҙар тәшкил итә. Икенсе яҡтан, төп аҙығы балыҡ булған күршеһе булмаған ерҙәрҙә (ә ул Европаның төньяҡ-көнбайышы һәм Төньяҡ Америка), нигеҙҙә рационы балыҡтан тора. Рәсәйҙә аҡбаш сыпҡай — һирәк осраған ояласы төр, һәм шуға күрә Федерацияһының бер нисә субъектында Ҡыҙыл китабына индерелгән, шул иҫәптән Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә. Ҡош шулай уҡ Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабы һағы аҫтында. # Аҡбаш сыпҡай ## Ҡылыҡһырлама Аҡбаш сыпҡайҙы уртаса ҙурлыҡтағы өйрәктәр менән сағыштырырға мөмкин, мәҫәлән, ҡашҡа өйрәк йәки ҡылғойроҡ менән. Аҡбаш сыпҡай сыпҡайҙар ғаиләһенең эре вәкиле, ҙурлығы буйынса бер аҙыраҡ Евразия урҙанынан ҡалыша, ә Төньяҡ Америка һәм Кларк сыпҡайҙарынан бәләкәйерәк. Урҙан менән сағыштырғанда уның муйыны йыуан, ауыр һәм ҡыҫҡа, елкәһендә йыш ҡына ҡыҫҡа, туранан-тура киҫелгән өлпө үҫешкән, ҡош ҡуҙғыған саҡта ул яҡшы күҙгә ташлана. Өлкән ҡоштоң тән оҙонлоғо 40—50 см, ҡанат йәйеме77—85 см, ауырлығы. Суҡышы тура, оҙон, һары төплө тоноҡ төҫтә, ҡышҡыһын бигерәк тә тоноҡ. Ҡауырһын төҫтәрендә енси диморфизм сағылмаған, әммә ата һәм инә ҡоштарҙың ҙурлыҡтарында айырма күренә: ата ҡош ҙурыраҡ. Ҡарығыу осоронда ике заттың да түбә һәм елкә өлөшөндә күҙҙәренә ҡәҙәр етеп торған ҡара башлыҡ, ул сикәләренең көл төҫө менән контраст. Башындағы ҡара һәм аҡ төҫтәге ҡауырһындарының аныҡ сиктәре бар, был сик буйлап аҡһыл ҡайма үтә. Күкрәгенең өҫтө һәм муйынының алғы өлөшө ерәнһыу-көрән; күкрәгенең ҡалған өлөшө , шулай уҡ ҡорһағы һоро таплы көлһыу-аҡ. Муйынының артҡы өлөшө, арҡаһы, яурындары, ҡанаттарын көпләүсе ҡауырһындар ҡара-ҡуңыр. Беренсел елпеүес һәм ҡрйроҡ ҡауырһындары шундай уҡ төҫтә (ҡойроғонда аҡ төҫ ҡушылған), икенсел елпеүестәр һәм ҡанаттарҙың аҫҡы яҡтары аҡ. Күҙҙәренең төҫлө шекәрәһе ҡыҙғылт-көрән. Тышҡы яҡтан аяҡтары ҡара-һоро, эске яҡтан - йәшкелт һары.. Ҡыш ҡош ҡауырһындарының сағыу төҫөн һәм төҫтәр араһындағы аныҡ сиктәрҙе юғалта, башҡа сыпҡайҙарға ҡарағанда күркһеҙерәккә әүерелә. Елкәһендәге биҙәүсе ҡауырһындар юҡҡа сыға, муйыныдағы һәм түшендәге ерән төҫ уңып бөтә. Ҡара башлыҡ көрәнһыу-һороға әйләнә, сикәләрендәге һоро төҫ менән сиктәре йыуыла. Муйыны алдан һәм ян-яҡтан аҡһыл йәки аҡһыл-һоро, ә арттан - ҡара-һоро төҫтә. Йәй аҡбаш сыпҡайҙы еңел айырып булһа, ҡышын уны башҡа ҡәрҙәштәре менән еңел бутарға мөмкин. Күҙҙәре өҫтөндә аҡ һыҙат булмай, бының менән ул урҙандан айырыла. Мамыҡлы ҡошсоҡтоң өҫкө яғы ҡарағусҡыл-көрән, хатта ҡара тиерлек, ә аҫҡы өлөшө һорғолт-аҡ. Башының ике яҡ ҡырында аҡ буй һыҙаттар, муйынының алды һәм ҡыры аҡ буй һүрәтле.Суҡышы һары. Көҙ себештең мамығы тәүге ҡауырһынға алмашына (оялағы кейем): ул өлкән ҡоштоң ҡышҡы кейеме менән оҡшаш, тик башындағы буйлы һүрәте, муйынының алды һәм ҡырыйҙары ҡыҙғылт-ҡара, суҡышында һары төҫтөң күп булыуы менән айырыла. Ике төрсәгә бүленгән, улар кәүҙә ҙурлыҡтары менән бер аҙ айырылалар; икеһе лә Рәсәй территорияһында бар. Р. g. holbollii төрсәһе номинатив P.g. grisegena төрсәһенән ҙурыраҡ: уның оҙонлоғо 43—56 см, ҡанат йәйеме 61—88 см, ауырлығы 750—1600 г. Ҡауырһын төҫөндә айырма юҡ, әммә holbollii төрсәһенең суҡышында һары төҫ ҙур майҙанды биләй. Бынан тыш, P.g. grisegena төрсәһенә ҡарағанда инә һәм ата ҡош ҙурлыҡтары буйынса айырылалар. Аҡбаш сыпҡай ер өҫтөнән, ғәҙәттә, 20—30 м бейеклектә оса. Бик тиҙ һәм тура һыҙыҡ буйынса оса, әммә кәрәк саҡта ҡош манёвр яһай ала. Һауала оҙон муйынын алға һуҙа, ә аяҡтарын — киреһенсә артҡа, хатта улар ҡыҫҡа ҡойроғо ситенә сығып торалар, былай килеш ҡош оҙонораҡ булып күренә. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ҡанаттары, уларҙың алғы ситендә бер-береһе менән тоташмаған ике тап күренә, уларҙың береһе "көҙгө" булараҡ билдәле (урҙанда был таптар ҡушылған). Ғөмүмән, ҡанаттарының майҙаны ҙур булмауы уға урынынан йәки ҡоро ерҙән осоп китергә мөмкинлек бирмәй; һыуҙан осоп һауаға күтәрелер алдынан, һыуҙа ҡанаттарын йәйеп оҙайлы йүгереү яһай. Бүтән төр сыпҡайҙар кеүек үк аҡбаш сыпҡай ҙа яҡшы йөҙә һәм сума. Ынтылышлы хәрәкәткә бармаҡтарындағы ярылары ярҙамында этелеп өлгә, әйләнмәле — тәпәйҙәре күсәрен бороу менән; бик ҡыҫҡа ҡойроҡ был маҡсатта ҡулланылмай. Аҡбаш сыпҡай һыу аҫтында 50-60 м араны 3 м/с тиҙлек менән йөҙөп үтә ала. Күп кенә һыу ҡоштары кеүек, уға ҡоро ер буйлап йөрөүе ауыр, сөнки ҡыҫҡа тәпәйҙәре кәүҙәһенең ауырлыҡ үҙәгенән күпкә артта урынлашҡандар. * Аҡбаш сыпҡай (һулда) урҙан, ҡолаҡлы сыпҡай һәм ҡарамуйын сыпҡай ||| # Аҡбаш сыпҡай ## Тауышы Тауышы яҙғыһын яңғырауыҡлы ғына. Ҡарығыу осорҙа иң шаулы сыпҡайҙарҙың береһе, әммә башҡа ваҡытта ғаиләнең бүтән вәкилдәре кеүек үк тауышһыҙ. Ҡош уйын ваҡытында тирбәлеүсе сыңғырлау сығара: «иһа-һа-һай-ҡр-ҡыр». Орнитолог Вадим Рябицев фекере буйынса, бер үк ваҡытта ат кешнәүен, сусҡа хорҡолдауын, сусҡа бәрәсенең сыйылдауын ишетергә мөмкин. Сыңғырлау тауышын һыу үҫемлектәре араһында йәшеренгән яңғыҙ ҡош йәки икеһе лә көндәҙ йә ҡараңғыла сығара. Башҡа ваҡытта аҡбаш сыпҡай башҡа төр тауыш та бирә: тауыҡ ҡытҡылдауы, ыҫылдау, зыңлау, ырылдау кеүек: «кейк-кейк». Атап әйткәндә, ҡуҙғыған ҡош ҡарлыҡҡан тауыш бирә. # Аҡбаш сыпҡай ## Төләү Өлкән ҡоштоң төләүе йылына ике тапҡыр үтә — өлөшләтә үрсеү башланғанға тиклем һәм тулыһынса ул тамамлағандан һуң. Декабрь — май айҙарында япма ҡауырһындар, шулай уҡ ҡанаттың эске икенсел елпеү һәм япма ҡауырһындары алмашына. Июлдән сентябргә ҡауырһындар тулыһынса алмашына, һөҙөмтәлә ҡарығыу осоро ҡауырһындары ҡышҡыларына әүерелә. Сентябрҙән ғинуар аҙағына ҡәҙәр ағымдағы йылда тыуған ҡоштарҙың баш, муйын, арҡа һәм өлөшләтә ҡабырға, күкрәктең өҫкө өлөшө ҡауырһындары алмашына. # Аҡбаш сыпҡай ## Таралыуы Оялау ареалы Евразияла һәм Төньяҡ Америкала оялау өлкәһе бер нисә участканан тора. Лапландия, Яҡутстан, Чукотка һәм Аляска тундра һыҙатынан, Каспий, Арал яны һәм Аризона сүлдәренә тиклемге төрлө климат зоналарында оя ҡора. Халыҡ-ара ойошма International BirdLife баһаһы буйынса, төньяҡ төрсәнең тиҫтәгә яҡын пар төркөмөнөң оялары Бөйөк Британия, Франция, Нидерланд, Чехия, Словакия, Хорватия, Словения , Македония ерҙәрендә билдәләнгән. Ике йөҙгә яҡын пар Венгрияла, Болгарияла, Литвала, Беларусияла, ике йөҙҙән меңгә тиклем пар — Эстонияла, Швецияла, Румынияла һәм Төркиәлә оя ҡора. Байтаҡ күп, 1000-дән ашыу пар популяцияһы Германия, Дания, Финляндия, Латвия, Польша, Украина һәм Рәсәй (12 - 25 мең пар) территорияларында оялай. Оялау ареалының төньяҡ сиге Финляндияла 65⁰т.к. буйлап, Рәсәйҙең төньяҡ-көнсығыш биләмәләрендә Кандалакша һәм Архангельскиҙың тирә-яғы буйлап үтә. Көнсығыш сиге көньяҡтараҡ Кама түбәне киңлеге, Өфө үҙәндәре һәм Тубыл тамағы, тағы ла көнсығыштараҡ 61⁰т.к. буйлап үтә. Ҡөньяҡ сиге Францияның уртаһына, Югославияның элекке республикалары, Болгарияға, Төркиәгә, Амударъяның түбәнге ағымына, Һырдаръяның урта ағымына һәм Ысыҡ-Күлгә тиклемге биләмәләрҙә ята. Көнсығыш төрсәнең (holbollii) оялау ареалы өлөшләтә Көнсығыш Себер, өлөшләтә Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайыш өлөшө һанала. Рәсәй сиктәрендә был төрсә материкта түбәнге Вилюй үҙәндәрендә, түбәнге Витим һәм Байкалдан көнсығыштараҡ, шулай уҡ Сахалинда һәм төньяҡ Курил утрауҙарында оя ҡора. Шулай уҡ был төрсә Япония утрауы Хоккайдола оялай. Оялау ареалының төньяҡ сиге Чукотка, Яҡутстан ҡыуаҡлы тундраһы биләмәләрендә ята. Көньяҡ сиге Рәсәй сигенән ситкә сығып көньяҡтараҡ Маньчжурияны үҙ эсенә ала. Аҡбаш сыпҡай Америкала Канаданың көнбайыш һәм үҙәк өлкәләрендә, Канада менән сиктәш штаттарҙан көнсығышҡараҡ Миннесотаға тиклемге биләмәләрҙә оялай. # Аҡбаш сыпҡай ## Ҡышлау урындары Күсер ҡоштар. Әгәр бала сығарыуы һәр ваҡыт сөсө һыу ятҡылыҡтары менән бәйле булһа, аҡбаш сыпҡайҙар башҡа ваҡыттарын тик диңгеҙҙә, балыҡ өйөрө һыу өҫтөнә яҡын булған ҡултыҡтарҙа, эстуарийҙарҙа, утрауҙар янындағы һайлыҡтарҙа үткәрәләр. Ҡөнбайыш төрсәгә ингән ҡоштар Атлантик океан яр буйҙарына — уларҙың ҙур өлөшө Төньяҡ һәм Балтик диңгеҙҙәренәсә, әҙерәк өлөшө Урта диңгеҙ, Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренәсә үтеп инә. Ҡоштарҙың бер аҙы туңмаусы Женева күлендә һәм Ысыҡ-күлдә ҡышлай. Көнсығыш Себер популяцияһы Япон һәм Көнсығыш Ҡытай диңгеҙҙәрендә, Америка сыпҡайҙары— Тымыҡ океан ярҙары буйында (көньяҡ Аляскала, Британия Колумбияһында, уларҙың бер аҙы көньяҡтараҡ Калифорнияға тиклем) һәм Атлантик ( Ньюфаундленд һәм Лабрадорҙан алып көньяҡта Флоридаға тиклем) океан ярҙары буйында ҡышлай. Ҙур булмаған һанлы сыпҡайҙар материк эсендә ҡала. Улар туңмаусы Бөйөк күлдәр ярҙарында тупланалар. Һирәк осраҡта Израиль, Афғанстан, Пакистан һәм Һиндостан биләмәләрендә ҡышлауҙарының һирәк осраҡтары билдәле. [[Файл:Lütt-Witt Moor-2.jpg|thumb|right|Аҡбаш сыпҡайҙың оя ҡоған ғәҙәти биотобы # Аҡбаш сыпҡай ## Йәшәү урындары Аҡбаш сыпҡай бала сығарған ваҡытта йәшерен тормош алып бара һәм шул сәбәпле ул төпләнгән һыу ятҡылығы ҡамыш, екән һәм башҡа үҫемлектәргә бай, шулай уҡ урманлы күләгәле ярҙар буйы(тундра һыҙаттарында — ҡыуаҡлыҡ). Йәй торғон йәки әҙ ағымлы сөсө һыу ятҡылыҡтары уның төйәге — ҙур булмаған күл, быуа, һаҙлыҡ, майҙаны 3 гектарҙан (0,03 км²) һәм һыу тәрәнлеге — 2 метрҙан ашмаған ҙур йылғаларҙың тымыҡ ҡултыҡтары. Номинатив төрсәләргә ҡараған ҡоштар күләгәле ҡуйы булмаған ҡамышлыҡ араһында көн үткәрәләр, йыш ҡына улар хаҡында тауыштары буйынса ғына белергә мөмкин. Киреһенсә, көнсығыш төрсә оя урынын һайлауҙа үтә һаҡ түгел, Төньяҡ Америкала йыш ҡына асыҡ күлдәрҙә төпләнә. Осоп үткәндә һәм ҡышлауҙа аҡбаш сыпҡай төбө ҡомло-ташлы һәм диңгеҙ ылымыҡтарына бай, ҡалынлығы 15 м тәшкил иткән һыу ятҡылыҡтарын өҫтөн күрә. # Аҡбаш сыпҡай ## Туҡланыуы Йәйге осорҙа туҡланған аҙығының нигеҙен умыртҡаһыҙҙар, шул иҫәптән имаго, ҡарышлауыҡтар, һыу бөжәктәре (һыу ҡуңыҙҙары һәм ҡандалалар, энәғараҡ, серәкәй ҡарышлауыҡтары), моллюскалар, үрмәкселәр тәшкил итә. Башҡа ҡәрҙәш төрҙәренән айырмалы рәүештә, ашҡаҙандарында ҡайһы саҡта осоусы бөжәктәрҙе табалар — ҙур энәғараҡты һәм ҡамҡаны. Балыҡ аҡбаш сыпҡайҙың рационында, башҡа сыпҡайҙарҙан айырмалы рәүештә, ҙур булмаған өлөш биләй — шул сәбәпле балыҡ запасы әҙ булған һыу ятҡылыҡтарында ла төпләнәләр. Әммә айырым осраҡта, миҙгелле күренеш булараҡ, күрше булып урҙан ояламаған осраҡта балыҡ уның туҡланыуында ҙур роль уйнай. Шулай итеп, Нидерландтың Эйсселмер күлендә сыпҡай аҙығының күп өлөшөн диңгеҙ сабағының, ҡормандың, йылға сабағының, йылға алабуғаһының селбәрәләре тәшкил итә. Шундай уҡ хәл Төньяҡ Америкала, урҙан бөтөнләй булмаған урындарҙа: мәҫәлән, Канадалағы Альберта биҫтәһе күлдәрендә уның төп аҙығы балыҡ. Орнитологтар билдәләүенсә, был ике төрҙөң оялау ареалдары киҫешмәгән урындарҙа, аҡбаш сыпҡай балыҡ тотоуға нығыроҡ яраҡлашҡан, уның суҡышы оҙон һәм тар, мускулдары яҡшы үҙешкән һәм шыумалаҡ балыҡты яҡшыраҡ эләктерә ала. Урыны менән ҡоштар күл тәлмәрйенен һәм уның сүмешбаштарын, һыу селәүҙәрен ашайҙар. Йәйге осорҙа икенсе төр аҙыҡ һайлауҙарына ҡарамаҫтан, ҡыш диңгеҙҙә тик балыҡ аулайҙар. Аҙығының 10-15 % үҫемлектәрҙән тора, әммә тәрлә төбәктәрҙә уларҙың составында айырма ҙур була: мәҫәлән, Ҡалмыҡтағы Маныч йылғаһында уның төп үҫемлек аҙығын йөҙөүсе һыу ебәгенең вегетатив өлөштәре тәшкил итә, ә Краснодар крайы Челбас йылғаһында — хара ылымыҡтары Chara fragilis. Бынан тыш, билдәле булыуынса, аҡбаш сыпҡай үҙенең бик күп ҡауырһынын йота. Был оло ҡошҡа ғына ҡағылмай, сөнки себештәре лә моронлап сыҡҡандың беренсе көнөнән үк аҙыҡ менән бергә мамыҡтарын йоталар. Ул ашҡаҙанда кейеҙ массаны барлыҡҡа килтерә. # Аҡбаш сыпҡай ## Аҙыҡ табыуы Белгестәр аҙыҡ табыу ысулын өс төргә бүләләр: ҡорбанын сумғанда эләктереп ала, һыуға башын һәм муйынын тығып суҡып ала, һыу өҫтөндә үләндәрҙе сүпләй. Һуңғы осраҡ, ғәҙәттә, һыу өҫтө үҫемлектәре булғанда ғына ҡулланыла. Күҙҙәренән суҡышының түбәнге яртыһына тиклем һыҙат һуҙылған, уның буйынса, күрәһең, ҡош ҡорбанына табан йүнәлеште билдәләй. Аҙыҡҡа ҡытлыҡ ваҡытында ҡоштар баҫып ултырған йомортҡаларын ташлап китергә, йәки һуңғы сыҡҡан себештәрен аҙыҡтан мәхрүм итеп, уларҙы һәләкәткә килтерергә мөмкиндәр. # Аҡбаш сыпҡай ## Үрсеүе Аҡбаш сыпҡай, күрәһең, ике йәшендә енси өлгөрә. Оя янында урҙандан бер аҙ һуңыраҡ, һыу ятҡылыҡтары тулыһынса боҙҙан әрселгәс, күренә башлай — Рәсәйҙең көньяҡ ареалында марттың икенсе йәки өсөнсө декадаһында, төньяҡ өлөшөндә — апрель аҙағында — май уртаһында. Туптар барлыҡҡа килтермәйҙәр, ҡош яңғыҙ зат йәки пар менән ҡайта. Оя өсөн, ҡағиҙә булараҡ, үҙемлек баҫҡан һәм уртаса ҙурлыҡтағы һыу ятҡылыҡтары йәки йылға ҡултыҡтары һайланыла. Шулай уҡ, алыштырғыһыҙ шарттарҙың береһе - үткән йылдан ҡалған үҫемлек ҡалдыҡтарының булыуы. Әммә ирекле коридор яһап, ҡамыш баштарының өлөшләтә сабылыуы оя төҙөү өсөн өҫтәмә стимул булып тора. Моногам ҡош; парҙар бер миҙгелгә апрель, май айҙарында осоп килгән мәлдә йәки туранан-тура оялау биләмәһендә формалаша. Уйындар һыу өҫтөндә парҙың ике ағзаһының көслө ҡысҡырыуынан һәм башҡа ҡатмарлы элементтарҙан тора. Уйындар оҙайлы ваҡыт дауам итергә мөмкин һәм һәр ваҡытта аҙғы ҡарығыу менән тамамланмай. Ғәҙәттә айырым парҙар булып оялайҙар, күрше парҙар бер-береһенән 50 метрҙан кәм булмаған алыҫлыҡта урынлашалар. Һирәк осраҡта, уңайлы шарттар булғанда, 20-гә тиклем пар иҫәпләнгән колониялар барлыҡҡа килтерәләр, йәки аҡсарлаҡтар һәм башҡа колониаль ҡоштар менән йәнәш урынлашалар. Араһында 10 метрҙан артмаған күрше ояларҙың урынлашыуы, ғәҙәттә, ҙур майҙанлы ярға берекмәгән күтерҙәрҙә мөмкин. Бындай урындар йыртҡыс йәнлектәр яҡын юлай алмаҫлыҡ һәм көслө ел-дауылдан, тулҡындарҙан ышыҡланған. Ғәҙәттә колонияларҙа йомортҡалар күберәк һәм тереклек итеү мөмкинселеге юғары кимәлдә. Ҡайһы берҙәре ояһы ҡашҡабаш (таҙбаш) ояһы эргәһендә үк урынлаша. Үрсеү миҙгелдәрендә аҡбаш сыпҡайҙар — ҡәтғи территориаль ҡоштар, аҙыҡ һәм оя биләмәләрен һаҡлайҙар. Сит ҡош килеп ингәндә, хужа ҡоштар янаған һын алалар: был ваҡытта баш яурынға тартыла, ауыш йәки горизонталь урынлашҡан суҡышы ҡайһы берҙә һыуға ҡағыла, арҡа һәм ҡанат ҡаурыйҙары үрә тора. Ваҡыты менән суҡышын күтәрә биреп, муйынын һуҙа һәм ҡош дошманға табан ынтыла. # Аҡбаш сыпҡай ## Йәшәүе Үҫемлектәргә бай күлдәрҙә, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ояһы һыу өҫтөндә, ҡамыш, үлән араларында була. 4-5 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Тиреһе өсөн аулайҙар.
24916
https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡбаш_сыпҡай
Аҡбаш сыпҡай
# Жираф (мәғәнәләр) * Жираф (Giraffa camelopardalis) — жирафлылар ғаилә, ҡуш тояҡлылар һөтимәре. * Жираф (йондоҙлоҡ) — төньяҡ ярымшарында йондоҙлоғо.
70812
https://ba.wikipedia.org/wiki/Жираф_(мәғәнәләр)
Жираф (мәғәнәләр)
# Карсавина Тамара Платоновна Тама́ра Плато́новна Карса́вина (25 февраль [9 марта] 1885, Санкт-Петербург, Российская империя — 26 май, 1978, Лондон, Бөйөк Британия) — рус балеринаһы. Мария театры солисткаһы,Сергей Дягилевтың Рус балетында Вацлав Нижинский менән бейегән. Рәсәйҙәге 1917 йылғы революциянан һуң Бөйөк Британияла йәшәгән. Тарихсы һәм философ Л. П. Карсавин һеңлеһе. # Карсавина Тамара Платоновна ## Биографияһы Балерина 1885 йылдың 25 февралендә Санкт-Петербургта император труппаһы бейеүсеһе Платон Карсавин менән уның ҡатыны Анна Иосифовна( Хомякова) ғаиләһендә тыуған. Ағаһы — Лев Карсавин, рус философы. 1902 йылда Император театр училищеһын тамамлай. 1902 йылда Мария театрына кордебалетҡа алына, 1902 йылдың апрелендә тәү тапҡыр профессиональ сәхнәлә «Жавотта» (Сен-Санс) спектаклендә бейей. 1910 йылда прима-балерина дәрәжәһе ала. Мария театрында Карсавина «Жизель», «Йоҡоға талған һылыу», «Щелкунчик», «Аҡҡош күле»һәм башҡа спектаклдәрҙә төп партияларҙы башҡара. Михаил Фокин менән хеҙмәттәшлек икеһе өсөн дә уңышлы була. 1907 йылдың 8 мартында Карсавина «Шопениана»ның яңы редакцияһында вальсты башҡара. 1906 йылдың йәйендә Г. Г. Кякшт труппаһы менән Рәсәй ҡалалары буйынса гастролдә йөрөй. Унан һуң Прага (1908), Милан һәм Лондон (1909), Берлин, Брюссель һәм Лондонда (1910), 1913 йылдың көҙөндә Дягилев труппаһы менән Көньяҡ Америка сығыш яһай. 1909- 1914 йылдарҙа Сергей Дягилев саҡырыуы буйынса Рәсәй балет артистары менән Европа буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Артистка үҙе әйтеүе буйынса, Фокин шедевры- Шәмәхә батшабикәһе ( «Алтын әтәс» балеты) уның иң уңышлы роле. В. М. Красовская фекеренсә, Карсавина « Фокин героиняһы концепцияһын иң оҫта кәүҙәләндереүсе...». С. Л. Григорьев: «Карсавинаға Утҡош ролендә тиңләшерлек кеше юҡ . <…>Әлбиттә,был роль тик уның өсөн булдырылған». В. М. Красовская : « Анна Павлова һәм Тамара Карсавина исемдәре быуат башындағы балет импрессионизмы сәскә атыуы менән бәйле». 1916 йылда актрисаның улы Никита тыуа (атаһы- Британия дипломаты Генри Брюс). 1917 йылда Карсавина Генри Брюсҡа кейәүгә сыға. 1918 йылдың 15 майында ул Мария театрында Никия партияһын башҡара ( «Баядерка»), шул уҡ йылда ғаиләһе менән Лондонға күсеп китә. Эмиграцияла балерина сәхнәлә сығыш яһауын дауам итә, Дягилевтың Рус балеты менән гастролдәрҙә йөрөй, бейеү сәнғәтен уҡыта.1920-сы йылдар башында балерина Германия һәм Бөйөк Британияла тауышһыҙ фильмдарҙа эпизодтарҙа уйнай. 1931 сәхнәнән китә. 1930—1955 йылдарҙа Король бейеү академияһы вице-президенты вазифаһын үтәй. Тамара Карсавина 1978 йылдың 26 майында Лондонда 93 йәштә вафат була. # Карсавина Тамара Платоновна ## Әҫәрҙәр ### Мемуары * Карсавина Т. П. Театральная улица = Theatre Street / Пер. с англ. Г. Гуляницкой. — Л.: Искусство, 1971. — 248 с. — (Театральные мемуары). — 30 000 экз. * Карсавина Т. П. Театральная улица = Theatre Street / Пер. с англ. И. Э. Балод. — М.: Центрполиграф, 2004. — 320 с. — 6 000 экз. — ISBN 5-9524-1053-7. * [Karsavina T.], Phelan A. L. Tamara Karsavina: Beyond the Ballerina: Her unpublished, untitled manuscript about the first years in England / Annotated and with a histotical essay by Andrew L. Phelan; Introd. by Douglas Blair Turnbaugh. — [ Norman, Oklahoma ]: Quail Creek Ed., 2018. — (120 p.; 30 photos) 126 с. — 300 экз. — ISBN 9780996012263.
153986
https://ba.wikipedia.org/wiki/Карсавина_Тамара_Платоновна
Карсавина Тамара Платоновна
# Сүриә тарихы Сүриә тарихы — Сүриә Ғәрәп Республикаһы урынлашҡан территорияның тарихы. Беҙҙең эраға тиклем 10 мең йыл самаһы элек Сүриә керамикаға тиклемге А неолиты үҙәктәренең береһенә әүерелә, унда донъяла беренсе тапҡыр малсылыҡ һәм ер эшкәртеү барлыҡҡа килә. Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта Сүриә территорияһында Эбла семит ҡала-дәүләте була, ул шумер-аккад цивилизацияһына ҡарай. Уның тарихындағы сағыу осорҙарҙың береһе беҙҙең эраға тиклем X—VIII быуаттарға тап килә, ул саҡта батшалар Ризон I һәм Таб-Риммондың баҫҡынсылыҡ яуҙарынан һуң Дамаск ҡалаһы ҡеүәтле арами батшалығының үҙәге ителә, был дәүләт тиҙҙән бөтә Сүриәнең гегемонына әйләнә. Беҙҙең эраға тиклем 739 йылда ассирий отрядтары Арпадты алыуға өлгәшә. Беҙҙең эраға тиклем 738 йылда улар тағы 19 арами ҡалаһын ала. Ошондай шарттарҙа Сүриә хакимдары үҙ-ара ыҙғыштарын онотоп, яңы Дамаск батшаһы Ризон II тирәләй ойоша. Исса эргәһендәге алыштан һуң Искәндәр Зөлҡәрнәй Дарийҙы эҙәрләү урынына Сүриәгә китә. Парменион Дамаскта фарсы армияһының бөтә ылауын эләктерә, ә Искәндәр үҙе Финикияны ала. Шулай итеп, Сүриә беҙҙең эраға тиклем 332 йылда Македония батшалығына индерелә. 635 йылда Сүриә таланып, ғәрәптәр тарафынан яулап алына, арами халҡының күпселеге ислам диненә күсә. 660—750 йылдарҙа, Дамаск хәлифәләрҙең резиденцияһы булып хеҙмәт иткәндә, Сүриәнең хәле тағы яҡшыра башлай, әммә Дамаск хәлифәлеге бөлгәс, ил ярлылана. 1260 йылда Әйүбиҙәр хакимлығы аҫтындағы дәүләт бөтөнләй бөлгөнлөккә төшә, уға Хүләгү хан етәкселегендә монголдар һөжүм итә һәм Халеб менән Дамаскты ала, әммә Кутуз солтан ҡулы аҫтындағы мәмлүктәр тарафынан Фәләстин төньяғында Айн-Ялут эргәһендәге бәрелештә монголдар туҡтатыла. Сүриәне 1517 йылда ғосман солтаны Сәлим I баҫып алғанға тиклем ул Мысыр хакимлығы аҫтында була. Ғосмандар ваҡытында Сүриә 4 провинцияға бүленә, һәр береһенең башында Истанбул хакимиәтенә буйһонған губернатор тора. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ғәрәптәр (башлыса Хижаздыҡылар) инглиздәр менән бергә Сүриәне ғосмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1918 йылдың октябрендә Фейсал ибн Хөсәйен етәкселегендәге ғәрәп армияһы Дамаскҡа аяҡ баҫҡас, ул ҡотҡарыусы итеп ҡаршы алына. 1920 йылда Франция Сан-Ремола Сүриәгә идара итеү мандаты ала һәм 60 меңлек армияһы менән һөжүм башлай. Тиҙҙән француздар Дамаскҡа инә һәм Фейсалды һәм уның 8 мең кешелек армияһын ҡыуып сығара. 1946 йылдың 17 апрелендә Сүриә Франциянан тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1958 йылда Сүриә Мысыр менән берләшергә итеп ҡарай, һәм Берләшкән Ғәрәп Республикаһы барлыҡҡа килә. 1973 йылда республика етәксеһе итеп Хафез әл-Асад ҡуйыла. Хафез Асадтың вафатынан һуң уның улы Бәшәр әл-Асад Сүриә президенты була. 2011 йылда Сүриәлә ихтилал башлана. # Сүриә тарихы ## Тарихҡаса осор Әл-Коумалағы Латамна һәм Әл-Мәйрәх торамалары табылдыҡтары Көнсығыш Урта диңгеҙ буйы ашель мәҙәниәтенең айырым төрөнә ҡарай. 0,45—0,5 миллион йыллыҡ архантроп ҡалдыҡтары Әл-Коума районында табылған. Дәдәрйәх мәмерйәһендә неандерталдарҙың ҡалдыҡтары табылған. Беҙҙең эраға тиклем 10 меңенсе йылдар тирәһендә Сүриә керамикаға тиклемге А неолитының үҙәгенә әүерелә. Бында донъяла тәү башлап малсылыҡ һәм ер эшкәртеүселек барлыҡҡа килә. Керамикаға тиклемге В неолитына Мүрәйбәт мәҙәниәтенең дүрт мөйөшлө өйҙәре хас. Кешеләр был осорҙа таштан, гипстан һәм яндырылған бурташтан яһалған һауыттар ҡулланған. 11000 йыл элек Тель Карассала ауыл хужалығы тармағына башланғыс һалынған. Tell Qarassa North төбәгендә бөртөклө культураларҙың йортлаштырылыуына дәлилдәр табылған, унда арпа һәм бойҙайҙың ике төрө (борай һәм спельта) барлыҡҡа килтерелгән. Неолит осороноң башына ҡараған Джәдә әл-Мөғәрә торамаһында (Сүриәнең төньяғы) бөгөнгө көнгә билдәле булған иң боронғо йортлаштырылған һыйыр ҡалдыҡтары табылған, ул беҙҙең эраға тиклем VIII мең йыллыҡҡа ҡарай. Был табышҡа яһалған молекуляр-генетик анализ һөҙөмтәләре хәҙерге заман һыйырҙары Джәдә әл-Мөғәрә һәм көньяҡ-көнсығыш Төркиәләге Чайоню-Тепеси торамаларында йортлаштырылған 80 турҙан килеп сыҡҡанлығын күрһәтә. Беҙҙең эраға тиклем 5-се мең йыллыҡта хәҙерге Сүриәнең төньяғында һалаф мәҙәниәте була, ул өбәйд мәҙәниәте тарафынан йотола. Төньяҡ Месопотамиялағы Нагарҙа (хәҙерге Тель-Брак) ҡала тормошоноң башланғысын күрергә була. Беҙҙең эраға тиклем 3800 йылда ҡалала ҙур биналар, иркен оҫтаханалар булған, сама менән 20 меңләп кеше йәшәгән (биҫтәләрендәгенән тыш). Месопотамияның көньяғындағы иғтибарға лайыҡ беренсе торама беҙҙең эраға тиклем 3700 йылдар тирәһендәге Эриду булған. Неолит ахыры һәм иртә бронза быуаты осоронда Хамукар һәм Эмар тигән ҡалалар әһәмиәтле булған. Дамаскты тәүге телгә алыуҙар беҙҙең эраға тиклем 2500 йылдарға ҡарай, әммә археологик ҡаҙыныуҙар бында беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡта уҡ ҡала халҡы йәшәгәнен раҫлай. Ер эшкәртеүҙән тыш халыҡ сауҙа менән шөғөлләнгән. # Сүриә тарихы ## Арам Беҙҙең эраға тиклем X—VIII быуаттарҙа батшалар Ризон I менән Таб-Риммондың яулап алыу һуғыштарынан һуң Дамаск ҡалаһы ҡеүәтле арам дәүләтенең үҙәгенә әүерелә. Беҙҙең эраға тиклем IX быуат башында Таб-Риммондың улы Бән Һадад I Израиль батшалығы менән һуғыша һәм төньяҡ Галилеяның бер өлөшөн тартып ала. Ләкин бер нисә тиҫтә йылдан һуң Дамасктың өҫтөнлөклө хәленә йылдам көсәйә барған ассирийҙар янай. Улар Сүриә идарасыларынан беренсе тапҡыр яһаҡ түләмдәрен беҙҙең эраға тиклем 859 йылда йыя. Дошманға ҡаршы тороу маҡсатында урындағы хакимдар көстәрен берләштерергә була. Бән Хадад I-нең улы Бән Хадад II Ассирияға ҡаршы ҙур союз туплай, был союзға Хамат, Израиль, Арвад, Аммон һәм башҡа ил батшалары инә. Беҙҙең эраға тиклем 853 йылда Сүриәнең Каркар тигән ҡалаһы эргәһендә ҡан ҡойғос алыш була. Тик һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Бер аҙҙан Ассирия батшаһы Салманасар III Сүриәгә тағы һөжүм итә, Дамаскты ҡамай, ләкин был юыл ла ала алмай. Сүриә һәм Фәләстин хакимдарының ассирийҙарҙы шомландырып торған берләшмәһе ҡыҫҡа ғүмерле була. Тиҙҙән Израиль батшаһы Ахав менән Бән Хадад II (урыҫ. Библ. Венадад) араһында һуғыш башлана, беҙҙең эраға тиклем 850 йылда израилдәр еңелә. Б.э.т. 843 йылда Бән Хадад II лә мәрхүм була, уны ауырып ятҡанында яҡындарының береһе Азаил юрған менән томалап үлтерә һәм власты үҙ ҡулына ала. Б.э.т. 834 йылда 120 мең кешелек ассирий ғәскәре Дамаскҡа йәнә килә. Ассирияның батшаһы Салманасар III сүриәләрҙең Сенир тауында нығынғанын күрә. Ассирийҙар Сүриә ғәскәрен ҡыйрата, ҡаланы ҡамай, әммә барыбер яулай алмай. Беҙҙең эраның 802 йылында ассирийҙар Сүриәгә тағы һөжүм итә. Ададмерари III етәкселегендәге был яу сәфәре ниһайәт ассирийҙарға уңыш килтерә, улар сүриәлеләрҙе еңә, баш ҡалалары Дамаскты ала һәм нигеҙенә тиклем талай. Азаилға үҙен Ассирияның вассалы тип танырға тура килә. Ул беҙҙең эраның 796 йылына тиклем тәхеттә ултыра, уны улы Бән Хадад III алмаштыра. # Сүриә тарихы ## Көнсығыш батшалар ҡулы аҫтында Ассирияның сираттағы батшаһы Тиглатпаласар III, дәүләтенең сиктәрен киңәйтмәк булып, Сүриә яғына табан яуҙар менән ҡуҙғала. Беҙҙең эраға тиклем 739 йылда ассирий отрядтары Арпадты буйһондора. Бер йылдан улар Сүриәнең тағы 19 ҡалаһын ала. Сүриә хакимдары үҙ-ара ыҙғыштарын туҡтатып Дамасктың яңы батшаһы Ризон II тирәһендә туплана, әммә көстәр тигеҙ булмай. Беҙҙең эраға тиклем 734 йылда Тиглатпаласар III Израилде, 733 йылда Дамаскты яулай. Батша Ризон II аҫыла, батшалығы ассирий провинцияһы булып ҡала. Арамиҙарҙың күпселеге Ассирияның эске төбәктәренә күсенергә мәжбүр ителә. Ассирийҙарға алмашҡа халдейҙар, уларҙан һуң фарсылар килә. # Сүриә тарихы ## Антик осор Иссалағы алыштан һуң Искәндәр Зөлҡәрнәй Дарийҙы эҙәрләйһе урынға Сүриәгә китә. Парменион Дамаскта фарсы армияһының ылауын баҫып ала, ә Искәндәр үҙе Финикияны буйһондора. Шулай итеп, Сүриә беҙҙең эраға тиклем 332 йылда Македония батшалығына инә. Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең вафатынан һуң Сүриә тәүҙә Антигондың ҡулына эләгә, ул Исса эргәһендәге алышта (б.э.т. 301 йыл) батшалыҡтан да, ғүмеренән дә яҙа. Ә унан һуң Сүриә Селевк Никатор ҡулына ҡала. Уның хакимлығы осоронда Сүриә бығаса күрелмәгән үҫешкә өлгәшә, Сүриә дәүләтенең сиктәре Оксҡа (хәҙерге Аму-Даръя) һәм Индҡа тиклем етә. Селевк һәм уның улы Антиох Сотер бер нисә эллин ҡалаһын нигеҙләй (Тигрҙағы Селевкия, Оронттағы Селевкия, Антиохия һ.б.). Ошо яңы ҡалалар милләттәрҙе, диндәрҙе, телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе бергә ҡушып болғатыу ҡоралына әүерелә, сөнки уларҙа македондар ҙа, гректар ҙа, ерле халыҡтар ҙа йәшәй. Селевктың вариҫтары киң территорияларҙа власты һаҡлай алмай; беҙҙең эраға тиклем II быуатта уларҙа Сүриә генә ҡала. Б. э. т. 83 йылда Бөйөк Әрмәнстандың батшаһы Тигран II Сүриәне яулай, Селевкиҙарҙы ҡыуа һәм Сүриә батшалығының ҡалдыҡтарын үҙенекенә ҡуша. Беҙҙең эраға тиклем 64 йылда, Помпейҙың Митридат VI менән Тигран II-не еңгәненән һуң, Сүриә Рим провинцияһына әүерелә, уға Йәһүҙиәне лә ҡушалар. Рим империяһы көсһөҙләнгәс, Сүриә территорияһында Пальмира батшалығы хасил була. Көнсығыш Рим императорҙары хакимлыҡ иткән саҡта Сүриә, бөлгәндән-бөлә барып, сарациндарға эләгеп ҡуя. # Сүриә тарихы ## Урта быуаттар тарихы 635 йылға бөтөнләй хәлһеҙләнгән Сүриә ғәрәптәр тарафынан баҫып алына, улар арами халҡының күп өлөшөн ислам диненә күндерә. 660—750 йылдарҙа, Дамаск хәлифәләрҙең резиденцияһы булған саҡта, Сүриә йәнә хәлләнә башлай, әммә Дамаск хәлифәлеге бөлөү сәбәпле тағы фәҡирлеккә төшә. Тәре яуҙары Сүриәне ике быуат буйы хәрби бәрелештәр майҙаны итеп тота. Бында Антиохия кенәзлеге барлыҡҡа килә. 1187 йылда Сүриәне Мысыр солтаны Сәләх-әд-Дин баҫып ала. 1260 йылда Әйүбиҙәрҙең бөлгән дәүләте Хүләгү хан етәкселегендәге монгол ғәскәренең һөжүменә дусар була. Ул Халеб менән Дамаскты ала, ләкин Кутуз солтан ҡулы аҫтындағы мәмлүктәр тарафынан туҡтатыла. # Сүриә тарихы ## Ғосман осоро Мысыр хакимлығы аҫтында торған Сүриә 1517 йылда ғосман солтаны Сәлим I тарафынан алына. Ғосмандар осоронда Сүриә 4 провинцияға бүленә. Был провинцияларға туранан-тура Истанбул хакимиәтенә буйһонған губернаторҙар идара итә. XVIII быуатта Сүриәлә француз йоғонтоһо көсәйә. Ярына Наполеон ғәскәрҙәре аяҡ баҫа. 1833 йылда Мысыр хадифы (йәғни Мысыр вице-солтаны) Мәһәмәт-Али Сүриәне баҫып ала, ләкин 1840 йылда, Европа державаларының ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә, Сүриәне ҡабат Төркиәгә ҡайтарырға мәжбүр була. 1850-се йылдар аҙағы—1860-сы йылдар башында друздар менән марониҙар араһында ҡанлы бәрелештәр булып үтә, һөҙөмтәлә Ливанда марониҙарҙың ярымавтономиялы өлкәһе урынлаша. Европала индустриаль йәмғиәттең үҫеүе урындағы кәсептәрҙең бөлөүенә һәм Европа капиталы үтеп инеүгә сәбәп була. # Сүриә тарихы ## Бөйөк Сүриә проекты Европанан йәш төрөктәр хәрәкәте менән бергә Сүриәгә милләтселек идеялары үтеп инә, улар панғәрәпселек төҫө ала. Беренсе донъя һуғышы осоронда ғәрәптәр (башлыса Хижаздыҡылар) инглиздәр менән бергәләп Сүриәне Ғосман империяһынан азат итеүҙә ҡатнаша. 1918 йылдың октябрендә Фейсал ибн Хөсәйен етәкселегендәге ғәрәп армияһы Дамаскҡа инә, уны азатлыҡ килтереүсе кеүек күреп ҡаршы алалар. Ҡала бөтә Сүриәнең бойондороҡһоҙ хөкүмәте резиденцияһы тип иғлан ителә, был Дамаск хәлифәлеген тергеҙеү тип ҡабул ителә. Фейсал I 1919 йылда Парижға конференцияға бара, Хашимиҙар династияһының Ғәрәп Көнсығышы өҫтөнән хакимлығын танытырға тырыша. Сүриәгә ҡайтҡас, ул үҙен Сүриә короле тип иғлан итә. Дамаскта панғәрәп конгрестары үткәрә, 1920 йылда конституция проектын эшләй. Әммә уға өндәшмәй генә Бөйөк Британия Сүриәне нефткә бай Мосул өлкәһенә алмашҡа Францияға вәғәҙә иткән була. # Сүриә тарихы ## Француз мандаты 1920 йылда Франция Сүриәгә идара итеү өсөн мандат ала һәм яр буйынан көнсығышҡа табан 60 мең кешелек армияһы менән һөжүмен башлай. Тиҙҙән француздар Дамаскҡа инә һәм Фейсалды уның 8 мең кешелек армияһы менән ҡуша ҡыуып сығара. Франция менән Төркиә араһындағы 1921 йыл 20 октябрь договорына ярашлы, Александретта санжагы француз мандаты эсендә айырым административ берәмек итеп айырып алына, сөнки унда ғәрәптәр менән әрмәндәрҙән тыш төрөктәр ҙә байтаҡ була. 1925 йылда Жәбәл-Друз друздары француздарға ҡаршы баш күтәрә. 1925 йылдың октябрендә милли хәрәкәт лидерҙары Халебта һәм Дамаскта ихтилал ойоштора. Дамаскты ике көн буйы артиллерия утына тотоп, ихтилалды баҫтыралар, һөҙөмтәлә 5 меңләп сүриәле һәләк була. Друздарҙың ихтилалын француздар 1927 йылда ғына бөтөнләй һүндереүгә өлгәшә. 1930 йылда яңы конституция индерелә, ул илдә Франция контролен нығыта, әммә һайлап ҡуйыла торған президент һәм бер палаталы парламент булыуын күҙҙә тота. 1938 йылдың 7 сентябрендә Сүриәнең төньяҡ-көнбайышында Александретта санжагының территорияһында Хатай Дәүләте барлыҡҡа килә, 1939 йылдың 29 июнендә ул Төркиә тарафынан аннексиялана. Фәләстиндә британдарҙың ғәрәптәр ихтилалын баҫтырыуы милләтселәрҙе һәм идара итеүсе коалицияны тарҡата. Ошонан файҙаланып, француздар Дамаскта тағы ғәҙәттән тыш хәл индерә, һәм 1939 йылда юғары комиссар конституцияның ғәмәлдә булыуын туҡтата, парламентты тарата һәм милли һәм эшселәр хәрәкәттәренең иң әүҙем лидерҙарын ҡулға ала. Быға яуап итеп, илдең президенты 1939 йылдың 7 июлендә отставкаға китә, парламент таратыла, конституция ғәмәлдән сығарыла һәм эске эштәргә идара итеү өсөн француз властары тарафынан Директорҙар советы тигән ойошма төҙөлә. 1940 йылда Франция капитуляциялағандан һуң, Сүриәлә икмәк, шәкәр, бензин ҡытлығы башлана. 1941 йылдың февралендә Шөкри Ҡеүәтле етәкселегендәге Милли блок забастовка ойоштора, ул ике ай дауам итә, һөҙөмтәлә Виши хөкүмәтенең юғары комиссары Директорҙар советын тарата. Уның урынына уртаса милләтсел ҡараштарҙа торған Халед әл-Әзем етәкселегендә комитет формалаштырыла, комитет Сүриәгә 1941 йылға тиклем идара итә. Әммә Бөйөк Британия менән «Азат Франция» ғәскәрҙәре илде баҫып ала һәм конституцияны ҡабат ғәмәлгә индерә. Шөкри Ҡеүәтле, «Азат Франция» хакимиәте һәм Бөйөк Британия вәкилдәре араһында килешеүгә өлгәшелә, уға ярашлы, 1943 йылдың июлендә Сүриәлә парламентҡа яңы һайлау үткәрелә. Һайлауҙа Милли блок (Милли патриотик союз тип үҙгәртелә) еңә һәм парламентта күпселекте тәшкил итә. Сүриә 1945 йылда милли армия төҙөү тураһында иғлан иткәс кенә ысын бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшә. Ил Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына инә, шулай уҡ Ғәрәп илдәре лигаһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Әммә тулы бойондороҡһоҙлоҡҡа француз һәм британ ғәскәрҙәренең илдән сығыуы тамамланғас, 1946 йылдың 17 апрелендә генә өлгәшелә. Ошо көн Сүриәнең милли байрамы — Эвакуация көнө тип иғлан ителә. # Сүриә тарихы ## Хәҙерге Сүриә 1948 йылда Израиль дәүләте барлыҡҡа килеү һәм уның артынса башланған ғәрәп-израиль һуғышы киҫкен сәйәси кризисҡа сәбәпсе була. 1949 йылда Сүриәлә өс хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә өс диктатор алмашына: Хөсни әз-Заим, Сәми әл-Хиннави һәм Әдиб әш-Шишаҡлы. 1958 йылда Сүриә Мысыр менән берләшергә ынтылыш яһап ҡарай, һөҙөмтәлә Берләшкән Ғәрәп Республикаһы барлыҡҡа килә. Ләкин 1961 йылда сираттағы хәрби түңкәрелештән һуң Сүриә Берләшкән Ғәрәп Республикаһынан сығыуы тураһында белдерә. Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Сүриә 1963 йылда БААС партияһы (Ғәрәп Социалистик Яңырыу партияһы) власы аҫтында ҡала. БААС-та тоталь социализм йүнәлешен һайлаған милләтсел фракция өҫтөнлөк ала. Был йүнәлеш совет моделенә оҡшаш була. Тиҙҙән иҡтисадта социалистик акцент йомшара, әммә артынса 1966 йылғы хәрби түңкәрелеш була. БААС-ҡа оппозицияла исламсылар тора. 1976—1982 йылда илдә ойошҡан исламсы сығыштар һәм БААС-ҡа ҡаршы террористик көршә башлана. 1969 йылғы конституция Сүриәне демократик социалистик халыҡ республикаһы тип билдәләй, планлы иҡтисад һәм сиктәре закон менән билдәләнгән шәхси милекселек индерелә. 1970 йылдың 16 ноябрендә хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә президент Сәләх Жәдид ҡолатыла, 1971 йылда республика президенты вазифаһын Хафез әл-Асад ала. Уның идараһы диктатура тип баһалана. Хафез Асад идара иткәндә Сүриә төбәктә Израилдең йоғонтоһон сикләргә тырыша. Израиль ҡарамағына Сүриәнең Голан бейеклектәре күсә, уның урынына Сүриә Ливан өҫтөнән тулы сәйәси контроль урынлаштырыуға эйә була. 1976—1982 йылдарҙа Сүриәлә исламсы сөнниҙәрҙең, башлыса «Мосолман ҡәрҙәштәр» ойошмаһы ағзаларының ҡораллы сығыштары була. Улар башлыса БААС партияһына һәм алавит мосолмандарға ҡаршы йүнәлтелә, сөнки ил президенты һәм дәүләттең яуаплы вазифаларҙағы күп етәкселәре алавит була. Хафез Асад вафат булғас, 2000 йылда уның улы Бәшәр әл-Асад президент була. Бәшәр Асадтың сәйәсәте атаһыныҡы менән сағыштырғанда йомшағыраҡ һәм һығылмалыраҡ. 2005 йылда ул Ливандан Сүриә ғәскәрҙәрен сығарырға һәм хатта БМО тәфтишселәре менән хеҙмәттәшлек итергә ризалыҡ бирә, ә БМО тәфтишселәре Ливандың элекке премьер-министры Рафиҡ Хәририҙе Сүриәнең махсус хеҙмәттәре үлтергән тип шик белдергән була. К. Капитонов статьяһына ярашлы, Ираҡтағы 2003 йылғы һуғышҡа тиклем үк әле, БМО Именлек Советы тыйыуын боҙоп, Сүриә Сәддам Хөсәйен режимын ҡорал менән тәьмин итеүҙә ғәйепләнә. БМО Именлек Советының ваҡытлы ағзаһы булған Асад был һуғышты булдырмаҫҡа тырыша, әммә көтмәгәндә АҠШ яғына күсә. Шуға ҡарамҫтан, һуңынан АҠШ Асадты һуғыштан һуңғы Ираҡта террорға ярҙам итеүҙә ғәйепләй. Рәсәй (2008), АҠШ, Европа берләшмәһе, Израиль һәм Франция Асадты Израиль дошманы булған һәм донъяның байтаҡ илендә террорсы ойошма тип танылған хәрбиләштерелгән төркөмдәргә (Хезболла, ХАМАС, Ислам йыһаты) булышлыҡ итеүҙә ғәйепләй. 2011 йылда Сүриәлә ҡораллы конфликт башлана, уның барышында ил территорияһының бер өлөшө хөкүмәткә ҡаршы көстәр тарафынан тартып алына. 2014 йылда радикаль исламсылар үҙҙәренең дәүләте ИГИЛ-ды ойоштора, Ракканы баш ҡала итә. Сүриә территорияһында ИГИЛ-ға ҡаршы төрлө илдәрҙең хәрби хәрәкәттәре башлана. 2015 йылдың 30 сентябрендә Сүриә хөкүмәтенең үтенесе буйынса Рәсәй Федерацияһы Сүриәләге граждандар һуғышына ҡыҫыла, был илдә хәрби операциялар башлай.
128919
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сүриә_тарихы
Сүриә тарихы
# Шингал Шингал (Шангал) — Рәсәй йылғаһы. Һарытау өлкәһе, Пенза өлкәһе, Воронеж өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Сердоба йылғаһының уң ярына тамағынан 105 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км. # Шингал ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Дон һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Хопер йылғаһы, инештән Ворона йылғаһы ҡушылған урынға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Хопер, йылға бассейны — Дон (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө). Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 05010200112107000005391 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 107000539 * Бассейн коды — 05.01.02.001 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 07 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
19262
https://ba.wikipedia.org/wiki/Шингал
Шингал
# Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы (22 июль 1957 йыл — 2010 йыл) — этнограф-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1994), доцент. # Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы ## Биографияһы Флизә Фоат ҡыҙы Фәтихова (ҡыҙ фамилияһы — Исламова) 1957 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Ҡарман ауылында тыуған. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай, «Башҡорттарҙа терминдар һәм туғандашлыҡ системаһы» тигән темаға диплом эшен яҙа (етәксеһе Т. М. Ғарипов). 1979 йылдан СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында белем ала (етәксеһе — Н. В. Бикбулатов). 1980—2003 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының (1991 йылдан — Өфө фәнни үҙәгенең) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Этнография секторында (һуңыраҡ — Этнография һәм антропология бүлегендә) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1994 йылда Санкт-Петербургта «Традиционные обряды и обычаи башкир, связанные с рождением и смертью» темаһына диссертацияны уңышлы яҡлай һәм тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. 2003—2010 йылдарҙа Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының бөтә донъя тарихы һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты булып эшләй. # Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы ## Фәнни эшмәкәрлеге 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорттарҙың этнографияһына һәм тарихына арналған. Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе һ.б. 30-ан ашыу этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша, шулай уҡ фәнни һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа доклад менән сығыш яһай. Өфөләге Археология һәм этнография музейына экспонаттар йыйыу менән шөғөлләнә. # Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы ## Хеҙмәттәре * Бикбулатов Н. В., Фатыхова Ф. Ф. Cемейный быт башкир. ХIХ-ХХ вв. — М.: Наука, 1991. — 189 с. — ISBN 5-02-010106-0. * Фатыхова Ф. Ф. Традиционные обряды и обычаи башкир, связанные с рождением и смертью : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.07. — Уфа, 1994. — 185 с. * Бикбулатов Н. В., Юсупов Р. М., Шитова С. Н., Фатыхова Ф. Ф. Башкиры: Этническая история и традиционная культура. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002. — 248 с. — ISBN 5-88185-031-9. * Фатыхова Ф. Ф. Традиционные представления башкир о рождении и смерти // Башкирский фольклор. Исследования и материалы. Вып. III. Уфа: Гилем, 1999. С. 107—118. * Фатыхова Ф. Ф. Полисемантичность образа смерти в эпосе «Урал-батыр» // Башкирский фольклор. Исследования и материалы. Вып. IV. Уфа: Гилем, 2000. С. 284—292. * Фатыхова Ф. Ф. Этнология народов Урало-Поволжья : учебно-методическое пособие для студентов неисторических факультетов вузов. — Уфа : Восточный ун-т, 2006. — 138 с. ISBN 5-87865-383-4. * Фатыхова Ф. Ф., Галиева Ф. Г. Обряды, связанные с рождением ребенка // Башкиры / отв. ред. Р. Г. Кузеев, Е. С. Данилко ; Ин-т этнологии и антропологии им. Н. Н. Миклухо-Маклая РАН ; Ин-т этнологических исследований им. Р. Г. Кузеева Уфимского научного центра РАН ; Ин-т истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН. — М. : Наука, 2015. — 662 с. — ISBN 978-5-02-039182-6. # Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы ## Ғаиләһе Ире — Әхнәф Әмир улы Фәтихов, химик. Улы — Дауыт Әхнәф улы Фәтихов, медик.
136548
https://ba.wikipedia.org/wiki/Фәтихова_Флизә_Фоат_ҡыҙы
Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы
# Таганрог-Пассажир станцияһы Таганрог-Пассажир (I Таганрог) — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында урынлашҡан, Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге тимер юл станцияһы. Ҡаланың яңы тимер юл вокзалы. # Таганрог-Пассажир станцияһы ## Һүрәтләнеше Станция ҡала яны әйләнешендә, шулай уҡ алыҫҡа йөрөүсе поездарҙа пассажирҙар ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Станция бинаһы алдында Вокзал яны майҙаны урынлашҡан. # Таганрог-Пассажир станцияһы ## Тарихы Таганрог-Пассажир станцияһы вокзалы ҡаланың төньяҡ өлөшөндә, Москатов урамында, Таганрог-II тупик станцияһына эште кәметеү өсөн 1970 йылда төҙөлә. Таганрог-Пассажир станцияһы аша Дондағы Ростовтан башлыса Ҡырым һәм Донбасс — Донецк, Горловка, Луганск, шулай уҡ үҙәк Украина, һәм Молдавия йүнәлешендә барыусы пассажирҙар һәм йөк поездары үтә. Станция көн һайын бер нисә пар алыҫҡа йөрөүсе поезд үткәрә: Мәскәү — Адлер, Мәскәү — Кисловодск, Екатеринбург — Симферополь, Дондағы Ростов — Симферополь, Дондағы Ростов — Кишинёв, Адлер — Минск, Адлер — Киев һәм башҡалар. Вокзал бинаһы көньяҡ архитектура өлгөһө булып тора, ул асимметрик планда төҙөлгән. Фасадын бер яғы стенаға инеп торған дүрт ҡырлы ярым колонналар биҙәй. Көтөү залының бейек тәҙрәләре ярымтүңәрәк менән ослана. Үҙәк колонналар теҙмәһе Симферополь һәм Сочи тимер юл вокзалдарындағы архитектура ысулына оҡшаш 2014 йылда Украинала сәйәси кризистың ҡырҡа киҫкенләшеүе менән бәйле, был ил менән тимер юл пассажирҙар бәйләнеше кәмегән. Ҡалған поездарҙың маршруты үҙгәртелгән. Шулай итеп, 2014 йылдан алып Таганрог-Пассажир станцияһы, Таганрогты Дондағы Ростов һәм Украина менән сиктәге Авило-Успенка ауылы (Успенская станцияһы) менән бәйләгән ҡала яны электропоездарын ғына ҡабул итә һәм оҙата,. # Таганрог-Пассажир станцияһы ## Станция буйынса ҡала яны бәйләнеше | № поезд | Хәрәкәт маршрутын | № поезд | Хәрәкәт маршрутын | | Ҡала яны | Таганрог — Ростов | Ҡала яны | Ростов — Таганрог | | Экспресс | Таганрог — Ростов | Экспресс | Ростов — Таганрог | | Ҡала яны | Успенская — Ростов | Ҡала яны | Ростов — Успенская | # Таганрог-Пассажир станцияһы ## Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар 2015 йылға ҡарата, станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар юҡ. Быға тиклем станция аша Украина биләмәһе аша йөрөүсе пассажир поездары үтә.
119205
https://ba.wikipedia.org/wiki/Таганрог-Пассажир_станцияһы
Таганрог-Пассажир станцияһы
# Скабеева Ольга Владимировна Скабеева Ольга Владимировна (11 декабрь 1984 йыл) — Рәсәй журналисы һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы. Ире Евгений Попов менән бергә «Россия-1» телеканалында «60 минут» ток-шоуын алып барыусы. 2022 йылдың 9 мартынан Европа берлегенең шәхси санкциялары аҫтында тора. # Скабеева Ольга Владимировна ## Биографияһы Ольга Владимировна Скабеева 1984 йылдың 11 декабрендә Волгоград өлкәһенең Волжский ҡалаһында тыуған. Атаһы — һөнәре буйынса инженер-төҙөүсе, әсәһе — архитектор. Урта белемде дини йүнәлешле шәхси рус-америка мәктәбендә ала, уны 2003 йылда отличие менән тамамлай. Ата-әсәһенең ҡала төҙөүселәренең эшен дауам итеү теләгенә ҡаршы сыға, юғары кластарҙа журналист булырға ҡарар итеүе тураһында белдерә..Тәүге журналист тәжрибәһен урындағы «Ҡала аҙналығы» бушлай реклама-мәғлүмәт гәзитендә ала..Шулай уҡ «Волжская правда» гәзите хәбәрсеһе була, шоу-бизнес өлкәһендә шөғөлләнә. Тыуған ҡалаһында мәҙәни-күңел асыу саралары булмау сәбәпле, кистәрен Волгоградҡа юллана, унда концерт майҙансыҡтары артында гастроль йондоҙҙарынан интервью ала. 2003—2008 йылдарҙа Санкт-Петербург дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый. Потанин фонды стипендиаты була. Уҡыу ваҡытында бер йыл ГТРК «Санкт-Петербург» хәбәрсеһе булып эшләй. Ике йөҙҙән ашыу репортаждар һәм аналитик материалдар авторы, бының өсөн 2006 йылдың 14 декабрендә Санкт-Петербургтың йәштәр премияһына лайыҡ була. Йылдың иң яҡшы йәш журналисы тип иғлан ителә. Бүләкләү тантанаһы Смолный бинаһында үтә. 2007 йылдың 30 мартында «Перспектива года-2006» номинацияһында «Алтын ҡаурый» премияһына лайыҡ була. 2008 йылда ике тапҡыр ошо уҡ премияға номинациялана. 2008 йылда «Профессия — репортёр» конкурсының «Журналистское расследование» номинацияһында лауреат була. 2008 йылда юғары уҡыу йортон отличие менән тамамлайһәм ВГТРК федераль редакцияһына эшкә килә, унда «Вести» һәм «Вести Недели» программалары хәбәрсеһе булып эшләй башлай. Федераль эфирҙағы тәүге репортажы 2008 йылдың 2 июлендә трансляциялана. 2015—2016 йылдарҙа «Россия-1» телеканалында "Вести.doc"авторлыҡ программаһын алып бара. Был телепроектта журналистика тикшереүҙәр студияла фекер алышыу менән бергә алып барыла . 2016 йылдың 12 сентябренән ире Евгений Попов менән бергә «Россия-1» телеканалында бәхәсле темаларғафекер алышыу программаһы булараҡ иғлан ителгән «60 минут» социаль-сәйәси ток-шоу алып бара, һөҙөмтәлә ул тамашасылар араһында иң популяры була, конкурент программа — "Первая студия"ны уҙып китә. 2019 йылдың ғинуар-июненә тиклем — влога #сеемдобро н YouTube каналында «Рәсәй-24» алып барыусыһы. 2019 йылдың 21 июлендә йәйге ялға киткән Дмитрий Киселёв урынына ваҡытлыса «Вести» программаһын алып барыусы булараҡ сығыш яһай.. # Скабеева Ольга Владимировна ## Биографияһы ### Тәнҡит Төрлө ваҡытта уның менән булған бер нисә ҡыҙыҡ осраҡ билдәле. Мәҫәлән, 2016 йылдың июнендә Скабеева Кёльнда немец журналисы Хахо Сеппельттан интервью ала, ул Рәсәй олимпия йыйылма командаһының тыйылған препараттар ҡулланыуы тураһында документаль фильм төшөргән. Һөҙөмтәлә Сеппельт интервьюны туҡтата һәм киноэкипажды үҙе ҡуртымға алған ҡунаҡхана бүлмәһенән ҡыуып сығара. Үҙенең репортаждарында Рәсәй оппозицияһын даими тәнҡитләй. Телевизор тәнҡитселәре Ирина Петровская һәм Слава Таросчина репортаждар алып барыуҙа «прокурор һәм ғәйепләүсе» ҡәтғи стиленһәм «металл тауышын» билдәләй; был репортаж стиле өсөн интернетта «Железная кукла путинского ТВ» ҡушаматын ала. Эфирҙа «60 минут» программаһы ҡатнашыусыларын һәм ҡайһы бер украин сәйәсмәндәрен (мәҫәлән, генераль прокурор Юрий Луценко һәм Верховная Рада спикеры Андрей Парубийҙы, ПАСЕ-лағыУкраина делегацияһы ағзаларын) кәмһетеү менән сығыш яһай. Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы депутаттары алып барыусыны Украинаға ҡаршы сиктән тыш агрессив риторикала ғәйепләй. Яҙыусы һәм публицист Кирилл Бенедиктов ток-шоуҙың «60 минут» эпизодында алып барыусының профессиональ булмаған тәртибен билдәләй. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса Левада үҙәге үткәргән һорау алыуҙа рәсәйлеләр үҙҙәренең ихтирамы һәм ышанысы менән файҙаланған журналистарҙы һанап сыға. Ольга Скабеева 2 процент йыйып, тәүге унау иҫәбенә инә. 2019 йылдың мартында ошондай уҡ һорау алыу уға ышаныстың артыуын күрһәтте (6 %). Скабеева телевидениела иң абруйлы телетапшырыуҙар алып барыусы булып сыға. Профессиональ эшмәкәрлеге нигеҙендә Украинаға инеү тыйыла. 2022 йылдың февраль аҙағында, Рәсәйҙең ДПР һәм ЛПР тип иғлан итеүен танығандан һуң, «Украинаның территориаль бөтөнлөгөн, суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон ҡаҡшатыусы» кеше булараҡ Европа берлеге санкцияларына эләгә.. # Скабеева Ольга Владимировна ## Ғаиләһе 2013 йылдың апрелендә дәүләт телерадиотапшырыуҙар журналисы Попов Евгенийға кейәүгә сыға. Никах Попов өсөн дә Скабеева өсөн дә икенсе була. 2014 йылдың 14 ғинуарында улдары Захар тыуа. # Скабеева Ольга Владимировна ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * Рәсәй журналистар союзынан «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» (9 февраль 2017) — «Рәсәй телевидениеһында дискуссия майҙансыҡтарын үҫтереү өсөн» (Евгений Попов менән берлектә) * «Вечерняя премьера» (3 октябрь 2017) (Евгений Попов менән берлектә) номинацияһында «Прайм-таймдың социаль-сәйәси ток-шоуы алып барыусыһы» номинацияһында TEFI-2017 премияһы * Премия «ТЭФИ—2017» «Прайм-таймдың социаль-сәйәси ток-шоуы алып барыусыһы» номинацияһында категория «Вечерний прайм» (2017 йылдың 3 октябрендә) (Евгений Попов менән берлектә)
183057
https://ba.wikipedia.org/wiki/Скабеева_Ольга_Владимировна
Скабеева Ольга Владимировна
# 12-се лицей (Ишембай) Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы — 1940 йылдың 16 авгусында 16-сы мәктәп булараҡ асыла. Хәҙерге тулы исеме: Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы Ишембай ҡалаһының 12-се лицей муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы — Ишембай ҡалаһының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы. # 12-се лицей (Ишембай) ## Дөйөм мәғлүмәттәр Адресы: Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай ҡалаһы, Губкин урамы, 41. Транспорт өсөн туҡталыш: «12-се Лицей» Уҡыусылар һаны — 590, уҡытыусылар — 36 (шуларҙың 50 проценты юғары квалификация категорияһына эйә, 30 процентының званиелары бар). # 12-се лицей (Ишембай) ## Дөйөм мәғлүмәттәр ### Етәкселеге Беренсе директор — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы Адмаев Александр Федорович. 2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Винокурова Валентина Васильевна. # 12-се лицей (Ишембай) ## Тарихы ### башы 1940 йылдың 16 авгусында 16-сы мәктәп булараҡ асыла. СССР тарҡалғанға тиклем 12-се мәктәп булараҡ эшләй. # 12-се лицей (Ишембай) ## Тарихы ### Хәҙерге тарихы Белем биреү учреждениеһы 1992 йылдың февралендә 12-се дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә ойошторола һәм ҡалалағы берҙән-бер лицейға әйләнә. 1998 йылдан өлкән класс уҡыусыларын физик-математик, химик-биологик һәм социаль-иҡтисади йүнәлештәр буйынса уҡытыу башлана. 1999 йылдың декабренән уҡыу йорто хәҙерге статусында эшләй һәм әлеге атамаһын йөрөтә. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығының 1999 йылдың 21 декабрендәге 963-сө ҡарарына ярашлы 12-се лицей муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы булдырыла, ул 12-се лицей муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһының хоҡуҡ вариҫы була 2006 йылда лицей инновацион белем биреү программаларын ҡулланып эшләгән дөйөм белем биреү учреждениеларының Бөтә Рәсәй конкурсындпа еңеп сыға. 2011 йылда лицей уҡыусылары физика буйынса Башҡортостан Кубогын яулай 2011 йылдың апрелендә Ишембайҙың 12-се Лицейы уҡыусыһы Лидия Кочемасова обществознание фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры була. 2012 йылда Х Бөтә Рәсәй «Хат яҙыу буйынса иң яҡшы дәрес» конкурсының төбәк этабында лицей уҡыусылары Вероника Шерсткина (8 класс уҡыусыһы, «1941-се йылға хат» номинацияһы), Эллина Гимранова (7 класс уҡысыһы, Халыҡ-ара номинацияла) еңеп сыға 2014 йылда 12-се Лицейҙың биология уҡытыусыһы Ермакова Светлана Николаевна «Башҡортостандың Йыл уҡытыусыһы-2014» конкурсында абсолют еңеүсе була 2014 йылда Лицей уҡыусыларҙың талантын үҫтереү буйынса юғары мөмкинлектәр тәьмин иткән 200 белем биреү ойошмаһы һәм илдең 500 иң яҡшы мәктәбе исемлектәренә инә. 2017 йылда лицей уҡыусыһы Анастасия Бочкарёва «Рәсәй Федерацияһы гражданины булыу нимәне аңлата» темаһына ролик төшөрөүҙе талап иткән Бөтә Рәсәй «Беҙ Рәсәй граждандары» конкурсында еңеп сыға һәм, башҡа еңеүселәр кеүек үк, Кремлдә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимира Владимировича Путин ҡулынан паспорт ала. Шул уҡ йылда 12-се лицей Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары хәрәкәте проектын тормошҡа ашырыусы мәктәптәр иҫәбенә инә. Лицеист Никита Епифанов Бөтә Рәсәй «Минең шәхси көндәлегем» иншалар конкурсында еңә 2018 йылда Ишембайҙың 12-се лицейы 5-7 класс уҡыусылары араһында үткәрелгән «Китап уҡыусы ата-әсәләр — китап уҡыусы балалар» республика конкурсының лауреаты була. # 12-се лицей (Ишембай) ## Лицейҙы тамамлаусылар 2017 йылға уҡыу йортон 2,9 мең бала тамамлай. Улар араһында түбәндәгеләр бар: Н. А. Новиков — Мәскәү ҡалаһының Арбитраж суды рәйесе (2017 йылдан). Ә. Ф. Өмөтбаев — «Восход» гәзитенең баш мөхәррире. Ю. А. Козлов — Зенит йәштәр футбол клубы уйынсыһы. # 12-се лицей (Ишембай) ## Мәҙәни объекттар 2007 йылда лицей бинаһына Афғанстанда һәләк булған М. С. Таймасовҡа һәм А. А. Анофревҡа, Чечняла һәләк булған М. В. Филипчевҡа мемориаль таҡталар ҡуйыла.. # 12-се лицей (Ишембай) ## Матбуғат Мәктәптә «САМОЕ ТО!» гәзите сығарыла. 2016 йылдың февралендә уның редакцияһы Бөтә Рәсәй Мәктәп матбуғаты конкурсы лауреаты исемен яулай. # 12-се лицей (Ишембай) ## Спорт ### Баскетбол 2015 йылдан 12-се лицей даими рәүештә баскетбол буйынса «КЭС-БАСКЕТ» муниципаль ҡала этабы, шулай уҡ зона ярыштары призеры. # 12-се лицей (Ишембай) ## Спорт ### Шашкалар Мәктәп командаһы Рәсәйҙең «Мөғжизәле шашкалар» мәктәп командалары ярышының муниципаль этабындадаими ҡатнаша; республика кимәлендә призлы урындар яулай, Рәсәйҙең финал ярыштарында ла ҡатнаша.
138755
https://ba.wikipedia.org/wiki/12-се_лицей_(Ишембай)
12-се лицей (Ишембай)
# Сармик-Яха (Надым ҡушылдығы) Сармик-Яха — Рәсәйҙәге йылға. Ямал-Ненец АО, Ханты-Манси АО биләмәләрендә аға. Йылға Надым йылғаһының һул ярына тамағынан 290 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 18 км. # Сармик-Яха (Надым ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Надым йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Надым. Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 15030000112115300048023 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115304802 * Бассейн коды — 15.03.00.001 * ГӨ буйынса томы — 15 * ГӨ буйынса сығарылыш — 3
62330
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сармик-Яха_(Надым_ҡушылдығы)
Сармик-Яха (Надым ҡушылдығы)
# Йүкәле (тау, Учалы районы) Йүкәле — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Учалы районы территорияһында урынлашҡан. # Йүкәле (тау, Учалы районы) ## Тасуирлама Башҡорт (Көньяҡ) Уралының Йүкәле һырты Башҡортостан Республикаһының Учалы районында субмеридиональ йүнәлеш буйлап Ҡарайылға (Миндәк ҡушылдығы) һәм Тимәш (Яйыҡ йылғаһы бассейны) йылғалары араһында һуҙылған. Һырттың оҙонлоғо 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абсолют бейеклеге 730 м (Ҡалантау). Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абсолют бейеклеге 730 м (Ҡалантау). 539 метрҙан 730 метрға тиклем бейеклектәге 6 түбәһе айырылып тора. Һырттың иң бейек түбәләре — Ҡараташ, Ишеғол, Ҡаҡҡотан тауҙары. Көнбайыш өлөшөндәге битләүҙәре текә, көнсығышта — һөҙәк. Көньяҡ-көнсығышында Юлситтәге төбәге урынлашҡан. Ирәндек свитаһының, йәғни бер заманда һәм бер шартта яралған тау тоҡомдары ҡатламдарының, андезибазальттарынан, карбон габброһынан һәм кемпирсай-войкар серпентиниттарынан тора. Һырт битләүҙәренән Яйыҡ йылғаһының ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы аҡһыл һоро урман-тау тупрағында үҫкән ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора. # Йүкәле (тау, Учалы районы) ## Топонимикаһы Атамаһы йүкә һүҙе менән бәйле. Силәбе топонимисы, башҡорт ауыҙ-тел ижадын, крайҙы өйрәнгән ғалим Николай Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән һүҙлегендә конкрет Учалы Йүкәле һыртын ҡарамаһа ла, Ҡытау-Ивановск биләмәһендәге Йүкәле һырты буйынса шундай мәғлүмәт бирә: {| Юкала, хребет, Катав-Ивановский район. В переводе с башкирского — «липовый» или «изобилующий липами», где юка — «липа» |}. Әйтергә кәрәк, Йүкәле атамаһы Тарихи Башҡортостандағы бик күп тауҙар, урмандар, ауылдар атамаһы булып киң таралған.
171778
https://ba.wikipedia.org/wiki/Йүкәле_(тау,_Учалы_районы)
Йүкәле (тау, Учалы районы)
# Сафар (Шишмә районы) Сафар (рус. Сафарово) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 991 кеше. Почта индексы — 452151, ОКАТО коды — 80257855001. # Сафар (Шишмә районы) ## Халыҡ һаны Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше) | Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) | | 1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | | | | | | | 1920 йыл 26 август | | | | | | | 1926 йыл 17 декабрь | | | | | | | 1939 йыл 17 ғинуар | | | | | | | 1959 йыл 15 ғинуар | | | | | | | 1970 йыл 15 ғинуар | | | | | | | 1979 йыл 17 ғинуар | | | | | | | 1989 йыл 12 ғинуар | | | | | | | 2002 йыл 9 октябрь | | | | | | | 2010 йыл 14 октябрь | 991 | 489 | 502 | 49,3 | 50,7 | Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ. 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны. 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар. * 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0. Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар. * 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0. Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар. * 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901) Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге. * 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0. Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән. * 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с. Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар. * 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны. * 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.) * Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар. # Сафар (Шишмә районы) ## Мәғариф һәм мәҙәниәт 1883 йылда ( башҡа сығанаҡтар буйынса 1882 й.)– Сәфәр ауылында 2 комплектлы земство училищеһы асыла. Мәктәп башланғыс белем бирә ( 4 йыл); Уҡытыусы Арыҫланғәли Ғәләүетдин улы Әлимғолов XIX быуат аҙағынаса ошо мәктәптә эшләй (хәҙерге Мәләүез ауылы Ҡамбулат ауылынан), уның уҡыуысылары араһынан бик күп һөнәр эйәләре сыға (уҡытыусылар, фельдшерҙар һ.б). 1913 йыл– 2 класлы 7 йыллыҡ мәктәп эш башлай; 1914 йыл – ҡыҙҙар өсөн башланғыс мәктәп асыла; 1918 йыл, 16 октябрь– 1 һәм 2 баҫҡыс хеҙмәт мәктәбе булдырыла; 1930 йыл – Сәфәр мәктәбе нигеҙендә педагогия техникумы асыла; 1935 – 1936 йылдар – Сәфәр тулы булмаған урта мәктәбе тулы урта мәктәпкә әйләнә; 1945 йыл – балалар йорто асыла; 1969 йыл, 18 октябрь – мәктәптең яңы бинаһында уҡыу башлана; 2002 йыл,27 марта – Сәфәр урта мәктәбе Сәфәр ауылы муниципаль дөйөм урта белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә; 2006 йыл – Сәфәр мәктәбе- Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы Сәфәр ауылы Урта дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль дөйөм урта билем биреү учреждениеһы . # Сафар (Шишмә районы) ## Географик урыны * Район үҙәгенә тиклем (Шишмә): 12 км * Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шишмә): 12 км # Сафар (Шишмә районы) ## Билдәле шәхестәр * Байбурин Ғабдулла Ғиндулла улы (1925—1994) — башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963), «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (1985). * Бикбулатов Мәхмүт Мөхәммәт улы (7.08.1948), дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2014 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостандың Мотофедерацияһы президенты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Орджоникидзе районының почётлы гражданы. * Зәйтүнә Бикбулатова (28.05.1908—23.02.1992), башҡорт театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1928—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР‑ҙың (1973) һәм РСФСР‑ҙың (1955) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР‑ының (1944) атҡаҙанған артисы. РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге (1967), БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге (1976) дәүләт премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958), «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры. * Бикбулатова Фәриҙә Ғариф ҡыҙы (1925 йыл) Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры
14086
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сафар_(Шишмә_районы)
Сафар (Шишмә районы)
# Нурумов Нурлан Марат улы Нурумов Нурлан Марат улы ( 14 сентябрь 1958 йыл) — ғалим-табип, медицина фәндәре докторы, Парма университеты профессоры, Ska-Sky Company етәксеһе, профессор IMAR VIP CLINIK профессоры. # Нурумов Нурлан Марат улы ## Биографияһы Нурлан Марат улы Нурумов — милләте ҡаҙаҡ, табип. Ҡаҙағстан Республикаһының Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһендәге Ачисай ҡасабаһында тыуған. Атаһы Нурумов Марат Есҡази улы тау инженеры, 100 ғилми хеҙмәт авторы. Улын да үҙенең һөнәре буйынса китер тип ниәт иткән. Ләкин Нурлан кесе йәшенән табип булырға хыялланған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Алм-Ата дәүләт медицина институтының хирургия факультетына уҡырға ингән. Уҡыуын уңышлы тамамлап, Ҡаҙағстандың хирургия буйынса ғилми-тикшеренеү институтында (КазНИИхирургия) хирург булып эш башлай. # Нурумов Нурлан Марат улы ## Тормош юлы Һәләтле йәш хирургты һөнәрен камиллаштырыу маҡсатында 1984 йылда Украиналағы Харьков ҡалаһына, 1986 йылда Мәскәүгә ебәрәләр. 1989 йылға Нурлан Нурумовтың 15 фәнни эше донъя күреп өлгөрә. Һәм перспективалы ғалим булараҡ, Нурумовты, СССР һәм Италия табиптары араһында тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында, Италиялағы Ватикан патронатына ҡараған Сондрио ҡала госпиталенә йүнәлтәләр. Нурлан Марат улы был госпиталдә йөрәккә операциялар эшләй. Йәш ҡаҙаҡ белгесенең юғары профессиональ күнекмәләре, интеллектуаль потенциалын Италия медицина элитаһы күреп ҡала замечен Уны Рим Папаһы Иоанн Павел II индульгенцияға ҡабул итә. Рим Папаһы уның исеме Нурҙың мәғәнәһенә төшөнә һәм йәш табипҡа халыҡты «нур һәм һыу менән дауала» тип кәңәш бирә. Чехиялағы Карловы Вары курорт ҡалаһына килә. Бында санитар-курорт медицинаһы буйынса тикшеренеүҙәр башлай. IMAR VIP KLINIK итальян клиникаһы менән берлектә Германияла, Италияла, Рәсәйҙә, Монголияла, Төркиәлә, Ҡытайҙа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм Ҡаҙағстанда эстетик медицина үҙәктәре аса. Төрлө илдәрҙә элек һәм хәҙер йәшәгән ғәрәп, ҡытай руханиҙарының, европа бағымсы-табиптарының, дауалаусыларының медицина буйынса трактаттарын өйрәнә. Уларҙың хеҙмәттәрендә үләндәр, тәбиғәт, йыһан тураһындағы тәрән фекерҙәр, файҙалы кәңәштәр менән таныша. 2005 йылда Мәскәү ҡалаһында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Нурлан Марат улы сәләмәт һәм әүҙем ижади тормош алып бара. Павел Иванович Пещерский һәм башҡа ижадташ дуҫтары менән донъяның 5 континентында үҫкән 189 үлән-үҫемлектәрҙән һалҡын алым менән һығып сығарылған һуттарҙан үҙенсәлекле «Pavloff Spring» концентратын булдырған. Нурлан Марат улы фитоһыу, бальзам һәм эликсир етештереү буйынса яңы технологиялар өҫтөндә эшләй. # Нурумов Нурлан Марат улы ## Тормош юлы #### Ҡаҙаныштары 1993 йылда Италиялағы Парма университетының «Вотта» клиникаһында профессор исеменә лайыҡ була. Медицина фәндәре докторы (2005 йыл). # Нурумов Нурлан Марат улы ## Маҡтаулы исемдәре * «Вотта» клиникаһы профессоры (1993) * Медицина фәндәре докторы (2005) # Нурумов Нурлан Марат улы ## Был ҡыҙыҡлы «Ғалимдар, кеше, бауырында Q-10 эшләп сығарылмау сәбәпле, 35 йәштән ҡартая башлай тигән һығымтаға килгән. Q-10 ферменты ҡан тамырҙары системаһын тондорған бөтә шлактарҙы иретә. Шулай уҡ ғалимдар һәр бер капилляр йөрәктең кескәй миниатюраһы икәнен раҫлаған. Һәм ошо „миллиард йөрәк“, ҡалдыҡтар һәм холестерин тығылып, эшләүҙән туҡтай икән, беҙҙең органдар һулый башлай. Төрлө ғилми-тикшеренеү институттарында үткәрелгән тәжрибәләр был продукция насар холестерин күләмен генә төшөрмәүен, шулай уҡ кеше организмынан радионуклеидтарҙы һәм ауыр металл тоҙҙарын да сығарыуын дәлилләгән». Нурумов Н. М.
181318
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нурумов_Нурлан_Марат_улы
Нурумов Нурлан Марат улы
# Дисәтинә Дисәтинә (бор.-йәһ. מַעְשַׂר‎; бор. грек. δεκάτη; лат. decima) — Иудаизмдә, христиан динендә һәм башҡа дини йолаларҙа дини ойошма файҙаһына уңышыңдың унынсы өлөшөн биреү. Дисәтинә үҙенең тамырҙары менән Авраам осорона барып тоташа һәм һуңыраҡ Тора (Втор. 12:17-18;14:22-23) дини ҡанундар итеп нығытыла.
108828
https://ba.wikipedia.org/wiki/Дисәтинә
Дисәтинә
# Гистология Гистология (от грек. «туҡымалар» + λόγος «белем, фән») — биология фәненең тере организм туҡымалары төҙөлөшөн, эшмәкәрлеген һәм үҫешен өйрәнеүсе бүлеге. Ғәҙәттә,өйрәнеү өсөн ярҙамында туҡыманан йоҡа ғына ҡатлам ҡырҡып алына. Анатомиянан айырмалы рәүештә, гистология организм төҙөлөшөн туҡыма кимәлендә өйрәнә. Кеше гистологияһы — медицинаның кеше организмындағы туҡымалар төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлеге Патогистология (гистопатология) — зарарланған туҡымаларҙың микроскопик төҙөлөшөн өйрәнә. Был патоморфологияның (патологик анатомия) мөһим инструменты булып тора. Сөнки яман шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙың теүәл диагнозы өсөн зарарланған туҡыма өлгөһөн тикшереү талап ителә. Суд-медицина гистологияһы — суд медицинаһы бүлеге. Тәндәге йәрәхәттәрҙе туҡыма кимәлендә өйрәнә. Күләмле (һанлы, иҫәп) истология— туҡымаларҙың эшмәкәрлек һәм үҫеш законлылыҡтарын өйрәнә. Бының өсөн үҙгәреү кисерә торған параметрҙарҙың һанлата ҡиммәтен һәм гипотезаны тикшереүҙең ҡәтғи алымдарын ҡуллана . # Гистология ## Туҡыма сығанағы Туҡымаларҙы гистологик тикшереүҙәр хирургиянан, биопсиянан йәки аутопсиянан башлана. # Гистология ## Тарихы Гистология фәне микроскоп барлыҡҡа килгәнгә тиклем үҡ барлыҡҡа килгән. Туҡымаларҙың тәүге һүрәтләмәләре Аристотель, Гален, Әбүғәлисина , Везалий хеҙмәттәрендә үк табыла. 1665 йылда Р. Гук күҙәнәк төшөнсәһен индерә, ҡайһы бер туҡымаларҙың микроскопик төҙөлөшөн өйрәнә. Шулай уҡ, М. Мальпиги, А Левенгук, Я Сваммердам, Н. Грю һәм башҡалар гистологик тикшеренеүҙәр үткәрә. Фәндең яңы үҫеш этабы эмбриологияға нигеҙ һалыусы К. Вольф һәм К. Бэк исемдәре менән бәйле. XIX быуатта гистология фәне тулы хоҡуҡлы академик дисциплина булып китә. XIX быуат уртаһында Келликер, Лейдинг һәм башҡа күп кенә ғалимдар туҡымалар тураһындағы хәҙерге тәғлимәт нигеҙҙәрен булдыра. Цитология фәне өлкәһендәге асыштар һәм күҙәнәк тураһында тәғлимәт барлыҡҡа килеү гистологияның үҫешенә көслө этәргес бирә. Р. Вирхов күҙәнәк һәм туҡыма патологияһы үҫешенә башланғыс һала. Фән үҫешенә И. Мечников һәм Л.Пастерҙың тамаша төп иммун системаһы хаҡында башланғыс төшөнсәләр биргән хеҙмәттәре ҙур йоғонто яһай. Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһын 1906 йылда ике гистолог бирергә ҡарар итәләр: Камилло Гольджа һәм Рамон Сантьяго-и-Кахалға. Улар баш мейеһенең нервы төҙөлөшөн күрһәткән һүрәттәргә ҡарата ҡапма-ҡаршы фекерҙә булалар. Xx быуатта методологияны камиллаштырыу дауам итә. Был хәҙерге гистология фәнен барлыҡҡа килтерә. Гистология цитология, эмбриология, медицина һәм башҡа фәндәр менән тығыҙ бәйләнгән. Гистология үҫеш законлылыҡтарын, күҙәнәктәрҙең һәм туҡымаларҙың махсуслашыу, күҙәнәк һәм туҡыма кимәлендә яраҡлашыу законлылыҡтарын, туҡымалар һәм ағзаларҙың тергеҙелеү (регенерация) проблемаларын һәм башҡа күп кенә һорауҙар менән шөғәлләнә. Патологик гистология ҡаҙаныштары медицинала киң ҡулланыла. Сирҙәрҙең механизмдарын асыҡларға ярҙам итә. Ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлеге биргән ысулдарҙы тәҡдим итә. # Гистология ## Тикшеренеү методтары Гистологияның тикшеренеү методтары гистологик препараттар әҙерләү һәм артабан уларҙы яҡтылыҡ йәки электрон микроскоп ярҙамында өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Гистологик препараттар лайла (мазок) алыу, ағзаларҙың табын (отпечатки) һәм йоҡа ғына киҫемдәрен алыу, махсус буяу менән эшкәртеү, предмет быялаһына урынлаштырып консервациялау, ҡапланғыс быяла менән ҡаплау юлы менән .эшләнә. # Гистология ## Тикшеренеү методтары ### Гистологик препараттар әҙерләү Гистологик препараттар әҙерләү эҙмә-эҙлекле бер нисә этапты үҙ эсенә ала. Өйрәнә торған материалды махсус әҙерләк үткәргәндән һуң ғына тикшереп була. * Фиксациялау (лат. fixatio — нығытыу) — туҡыма өлөшөн нығытыусы шыйыҡса ярҙамында эшкәртеү ысулы. Йыш ҡына бының өсөн формалин, һирәгерәк — спирттәр, пикрин кислотаһы һәм башҡалар ҡулланыла. Бындай эшкәртеү туҡыма күҙәнәктәрен һәм туҡыманы үҙ ферменттары тарафынан тарҡалыуҙан һаҡлай. Тере туҡыма структураһын һаҡлай һәм уны өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Нығытыусы шыйыҡса тәьҫире күҙәнәкте тиҙ генә үлтереп, аҡһымдарын ойоштороу (коагуляция) принцибына нигеҙләнә. Иң киң таралған төрө — иммерсион фиксация (лат. immersio — батырыу, күмдереү).Был осраҡта туҡыма тотошлай. шыйыҡса эсенә батырыла. Шулай уҡ, эксперименталь шарттарҙа перфузион фиксация ысулы (лат. perfusio — вливание) ҡулланыла, йәғни шыйыҡса ҡан тамырҙары системаһы аша индерелә. Был ваҡытта техник формалин (1625-89 ГОСТ ФМ маркалы), шулай уҡ, махсус әҙерләнгән («забуференный») формалин ҡулланыла. Һуңғыһы тотороҡлолоҡ менән айырыла — техник формалин кеүек 40 °С-тан түбән температурала аҡ ултырма барлыҡҡа килтермәй. * Тығыҙлау (проводка) — туҡыма киҫәген (фрагментын) һыуһыҙландырыу (дегидратация) һәм парафин һеңдереү. Был этап туҡыманының тығыҙланыуын тәьмин итә. Киҫем алғанда туҡыма (туҡыма йомшаҡ булһа микротомирование арҡаһында "йәлпәшә, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килтерә, өйрәнеүгә яраҡһыҙ булып сыға) боҙолмаһын өсөн эшләнә. Ғәҙәттә,тығыҙлауҙы ксилол һәм этил спиртыэретмәһендә эҙмә-эҙлекле батырыу юлы аша башҡарыла. Әммә бындай ысулдың бер нисә ҙур етешһеҙлектәр бар: оҙайлы булыуы (дүрт тәүлеккә тиклем), реагенттарҙың һауаға осоуы (лаборатория хеҙмәткәрҙәре өсөн хәүефле) һәм шартлаусан ҡатышма барлыҡҡа килтереүе, ҡан тамырҙарында киҫкен һәм хроник сирҙәр, тире менән бәйләнештә — дерматит тыуҙыра, Шулай уҡ, алынған туҡыманың сифаты ла тотороҡһоҙ һәм лаборанттың эшенә бәйле була (атап әйткәндә,кеше факторына бәйле). Был проблеманы хәл итеү өсөн альтернатив реагенттар — ағыулы булмаған изопропанол, шулай уҡ, ағыулы быуҙы сығармай торған ябыҡ аппарат — гистопроцессор ҡулланыла. Гистопроцессор (Xpress 120) ярҙамында вакуум-инфильтрацион һәм микротулҡын методикаһын ҡулланып туҡыманы бер сәғәт тирәһе генә ваҡыт эсендә тығыҙлап була. * Беркетеү (заливка) — киҫем алыу өсөн яраҡлы (микротомирование) ҡатылыҡта блок булдырыу процесы. Был туҡыма өлөшөнә (фрагменттҡа) шыйыҡ парафин, целлоидин, пластмасса һәм махсус мөхит ҡойоу юлы менән эшләнә. Һуңынан туҡыманы блогы туңғансы һыуыталар. Әлеге ваҡытта целлоидин ғәмәлдә ҡулланылмай шулай уҡ , таҙа парафин ҡулланғанда ла кристалдар барлыҡҡа килә һәм туҡыманың күләме 5-10%-кә кәмей. Был үҙ сиратында, туҡымаларҙың деформацияһына алып бара Кристалл структура арҡаһында киҫем ыуала. Шуға күрә блок парафинға бал ҡорто балауыҙы йәки полимерҙар ҡушымтаһы өҫтәлгән мөхиттән эшләнә. Был ҡушымта парафинға һығылмалыҡ бирә. Ул саҡта туҡыманан киҫем эшләгәндә ыуалыу күҙәтелмәй. Әммә гомоген мөхит булдырыу өсөн, парафин һәм балауыҙҙы 5-10 тапҡыр иретәләр, болғайҙар һәм тағын һыуыталар. Шуға күрә ҡайһы бер лабораториялар завод шарттарында әҙерләнгән һәм махсус шарттар талап итмәгән мөхиттән файҙаланалар. * Киҫем алыу (микротомирование) махсус прибор — микротом ярҙамында бик йоҡа ғына киҫем эшләүҙән ғибәрәт. Ҡиҫем ҡалынлығы, яҡтылыҡ микроскопия өсөн тәғәйенләнгәне — 4-5 мкм-ҙан, электрон микроскоп өсөн булғаны 50-60 нанометрҙан артырға тейеш түгел. * Буяу. Туҡыма составындағы химик матдәләр структураһындағы айырма сәбәпле гистологик буяуҙар уның айырым өлөштәрен күрергә һәм өйрәнергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, гематоксилин һәм эозин ҡулланыу туҡыманың әсе реакциялы структураһын асыҡларға мөмкинлек бирә.Шулай итеп, ДНК һәм РНК һелтеле реакциягә эйә гематоксилин менән, ә күҙәнәк цитоплазмаһы эозин менән бәйләнә (төп мәҡәлә — гематоксилин һәм эозин менән буяу). Буяр алдынан киҫемде предмет быялаһына беркетәләр. Киҫемдә йыйырсыҡтар булмаһын өсөн тәүҙә йылы һыуҙа тигеҙләп алалар, унан предмет быялаһына йәйеп һалалар. Гистологик препаратты буяу автоматик рәүештә йәки ҡулдан эшләнә. Электән килгән(традицион) һәм иммуногистохимик буяу ысулдары бар. * Урынлаштырыу (заключение). Буялған һәм предмет быялаһына урынлаштырылған киҫемде ҡаплағыс быяла аҫтына беркетеү өсөн махсус мөхит файҙаланалар. Мөхиттең һәм ҡаплағыс быяларың нур һындырыу коэффициенты тура килергә тейеш. Бындай мөхит булып канада бәлзәме, полистирол тора (йәбештереүсе махсус мөхит). Бындай препаратты бик оҙаҡ ваҡыт һаҡлап була. Полистирол ҡулланғанда ғына препарат әкренләп асыҡлығын юғалта һәм юғалта, ә полистирол үҙе сатнай башлай. Етешһеҙлекте кәметеү өсөн полистиролға пластификатор (мәҫәлән, дибутилфталат) өҫтәйҙәр. Был осраҡта гистологик препараттың һаҡланыу ваҡыты (хатта ҡаплағыс быялаһыҙ ҙа) 10 йылға тиклем арта. Ә өс йыл дауамында бөтөнләй үҙгәреш кисермәй. # Гистология ## Тикшеренеү методтары ### Гистологик тикшеренеүҙең төп ысулдары * Яҡтылыҡ микроскопияһы * Фазалы-ҡаршылыҡлы микроскопия * Ҡараңғы яланлы микроскопия (темнопольный) * Интерференциялы микроскопия * Николь микроскопия * Люминесцентлы (флуоресцент) микроскопия * Ультрафиолет микроскопия * Электрон микроскопия * Цитоспектрофотометрия * Радиоавтография * Иммунноцитохимик ысул * Күҙәнәктәр культураһы ысулы * Күҙәнәктәрҙең микроскопик хирургияһы
150180
https://ba.wikipedia.org/wiki/Гистология
Гистология
# Конкур Конку́р (франц. concours hippique — ат ярыштары) — конкур майҙанында билдәле бер тәртиптә, билдәле бер ҡатмарлылыҡта һәм бейеклектә урынлаштырылған ҡаршылыҡтарҙы еңеү буйынса ярышыу. Конкур — ат спортының бик тамашалы төрө. Уңышҡа өлгәшеү өсөн спортсының һәм аттың ныҡышмалы һәм оҙайлы күнекмә үтеүе мөһим. Һыбайлы ҡыйыу, тәүәккәл, һиҙгер булырға, атҡа оҫта идара итергә тейеш. Аттың иһә бик ҡеүәтле булыуы, ҡаршылыҡҡа еткән мәлдә көслө этәрелеп, таһыллы һикерә белеүе, хәрәкәттәренең теүәллеге, ҡаршылыҡ өҫтөнән ырғып үткән һәм ергә баҫҡан саҡта тигеҙлек һаҡлай алыуы, һығылмалы булыуы зарур. # Конкур ## Тарихы Конкур Францияла барлыҡҡа килгән тип һанала. XIX быуаттың 50-се йылдарында Париждағы аттар күргәҙмәһендә беренсе тапҡыр төрлө ҡаршылыҡтар аша һикереү буйынса ярыш үткәрелә, уны «конкур-иппик» тип атайҙар. XIX быуаттың икенсе яртыһынан конкур-иппиктар — Бельгияла һәм Италияла, 1895 йылдан — Рәсәйҙә, шунан Германияла һәм Америкала үткәрелә башлай. Ҡыҫҡартып, конкур тип аталған был ярыштар Британ утрауҙарында ла тарала. Тиҙҙән конкур халыҡ-ара спортҡа килеп инә. 1900 йылда ат менән һикереү ярышы Париждағы II Олимпия уйындары программаһына индерелә. 1902 йылда Рәсәй конкурсылары тәү башлапТуриндағы халыҡ-ара ярышта ҡатнаша. Кавалергард полкы корнеты Александр Родзянко Туриндағы ярышта уңышҡа өлгәшә алмай, уның ҡарауы Рәсәйгә алдынғы ысулдарҙы алып ҡайта. 1910 йылда Рәсәйҙән ротмистр Бертрен Лондонда Канада кубогын яулай. 1911 йылда шунда уҡ Рәсәйҙән тағы бер ярышсы Король Георг V Кубогына лайыҡ була, ә 1912, 1913 һәм 1914 йылдарҙағы сағыу еңеүҙәре өсөн урыҫ конкурсыларына король Эдуард VII-нең күсмә алтын кубогы мәңгелеккә тапшырыла. Ат спорты СССР-ҙа ла популяр була. 1952 йылда СССР йыйылма командаһы беренсе тапҡыр Хельсинкиҙағы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе булмағанлыҡтан, команда арттан икенсе урынға ҡала. Конкур артабан да совет спортсыларына еңел бирелмәй. 1959 йыл сенсация килтерә: Парижда совет конкурсылары Милләттәр кубогына команда ярышында еңеп сыға. Был спортсылар Эрнст Шабайло, Андрей Фаворский, Владимир Распопов һәм Борис Лилов була. Лилов өҫтәүенә артистарса йөрөү стиле өсөн парижлыларҙың призы менән билдәләнә. СССР-ҙың конкур командаһы (Виктор Асмаев, Вячеслав Чуканов, Николай Корольков, Виктор Погановский) 1980 йылғы Олимпия уйындарында еңә. Күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр 2004 йылда Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғына Рәсәй конкурсыһы Владимир Туганов эйә була. # Конкур ## Конкур төрҙәре Конкур ярыштарының төрҙәре бик күп, мәҫәлән: «Үҙ маршрутың» — һәр ҡатнашыусы ойоштороусылар тәҡдим иткән ҡаршылыҡтарҙы индереп үҙ маршрутын төҙөй. «Көҙгө маршруты» — бер юлы ике һыбайлы ике майҙанда бер үк маршрутты үтә. Насарыраҡ һөҙөмтә менән үткәне уйындан сыға. Иң һуңғы булып ҡалған спортсы еңеүсе була. «Ҡатмарлылыҡ арта барыу» — был төрҙә алты, һигеҙ йә ун ҡаршылыҡлы маршрут бирелә, ҡаршылыҡтар ҡатмарлаша бара. Һәр үтелгән ҡаршылыҡ өсөн мәрәй бирелә: беренсеһе өсөн — бер, икенсеһе өсөн — ике, өсөнсөһө өсөн — өс һ.б. «Һунар паркуры» — ҡаршылыҡтар мәжбүри маршруттан тыш үтелә. Ярыш тураһындағы положениела бары тик ҡаршылыҡтарҙың бейеклеге һәм иҫәбе күрһәтелә. Бөтә ҡаршылыҡтарҙы иң ҡыҫҡа ваҡытта үтеп, иң әҙ штраф мәрәйе алған спортсы еңә. «Стилле» — балдар һыбайлының эйәрҙә нисек ултырыуына, эш итеүенә, аттың техникаһына, парҙың бергә көйлө эшләүенә ҡарап бирелә. «Ваҡыт нормаһына яҡынлашыу буйынса» — был төрҙә һыбайлы ойоштороусылар биргән ваҡыт нормаһына һыйырға тырышырға тейеш. «Ырғыу көсө буйынса» — ырғыу көсө буйынса ярыш (пьюсанс) бер нисә гиттан тора, улар барышында һыбайлы маршрутты таҙа үтһә генә, сираттағы әйләнешкә эләгә. һәр гиттан һуң ҡаршылыҡты бейегәйтәләр, ярыш аҙағына ул 2,25 метрға етергә мөмкин. Ғәҙәттә дүрт гиттан һуң йомғаҡ яһала. Бер нисә һыбайлы бер төрлө мәрәй йыйған булһа, приз аҡсаһы улар араһында бүленә. «Тиҙлекле, ҡабатлап ырғыулы классик конкур» — классик конкур ҡаршылыҡтарҙы еңеүҙә аттың һәм һыбайлының һәләттәрен асыҡлау маҡсатын ҡуя. Маршрутты таҙа һәм етеҙ үтеү иҫәпкә алына. Әгәр ике йә унан күберәк һыбайлы гитты бер төрлө һөҙөмтә менән үтһә, ырғыу тағы ла бер йә ике тапҡыр ҡабатлап үткәрелә һәм еңеүсе асыҡлана. # Конкур ## Ҡағиҙәләр FEI (Халыҡ-ара ат спорты федерацияһы) ҡағиҙәләренә ярашлы, конкур өсөн асыҡ арена майҙаны 3200 квадрат метрҙан да кәм булырға тейеш түгел. Иң ҡыҫҡа яғы 40 метрҙан кәм булмай. Пони өсөн конкур кәм тигәндә 2400 квадрат метрҙа үткәрелә. Ябыҡ конкур манежының майҙаны кәм тигәндә 1200 м² һәм минималь киңлеге 20 м була. Тәнде яҙыу һәм күнегеү яланының майҙаны Асыҡ күнекмәләр майҙанының минималь үлсәме — 15 м × 35 м. «Конкур Иппик» һәм ябыҡ биналарҙағы ярыштар өсөн яҙылыу һәм күнегеү яланының майҙаны кәм тигәндә 15 м киңлектәге 400 квадрат метр минималь майҙанлы була. Күнекмәләр яланында кәм тигәндә бер бейеклек һәм бер киңлек барьеры торорға тейеш. Ҡыңғырау Ҡатнашыусыларға хәбәр биреү өсөн ҡыңғырау ҡулланыла, мәҫәлән, сираттағы ҡатнашыусыға майҙанға сығырға әҙерләнеү тураһында: * сығыш башланыуы тураһында сигнал * сығыш яһаусыны туҡтатыу тураһында сигнал * ҡатнашыусыны туҡтатҡандан һуң сығышын дауам итергә рөхсәт сигналы * ҡатнашыусыны дисквалификациялау (оҙайлы зыңлау йә 3 тапҡыр һуғыу) Әгәр ҡатнашыусы таҡтатыу сигналынан һуң туҡтамаһа йә тейешле сигнал булмайынса тороп сығышын яңыртһа, уның дисквалификацияланыуы ихтимал. Флагтар Барьер сиктәре буйлатып флажоктар ҡаҙап сығыла. Киңлекле ҡаршылыҡта кәм тигәндә ике ҡыҙыл һәм ике аҡ флажок торорға тейеш. Ҡатнашыусы һәр ваҡыт аҡ флагты — һулда, ҡыҙылын уңда ҡалдырып үтергә тейеш. Сығыш яһау ваҡыты Гит ваҡыты һыбайлы менән аттың старт һыҙығын аша үткәненән алып иҫәпләнә башлай һәм финиш һыҙығын киҫкәндә тамамлана. «Ҡабатлап ырғыу» Ике йә бер нисә ҡатнашыусы гитты берҙәй таҙа итеп һәм бер тигеҙ штраф мәрәйҙәре менән үтһә, улар тағы бер ҡыҫҡараҡ, ләкин бер-ике ҡаршылыҡ өҫтәлгән маршрутты үтергә тейеш була. Ҡабатлап үтеү маршрутында иң әҙ штраф мәрәйе алып, уны иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үткән ҡатнашыусы еңеүсе тип табыла. Маршрут Старт һыҙығынан финиш флажогына тиклем үтелә торған дистанция маршрут тип атала. Үтеү тәртибенә ярашлы маршруттағы ҡаршылыҡтарға номер һуғыла, ҡатнашыусы маршрутты үҙе һайлай ала торған ярыш төрҙәрендә генә улай булмай. Маршрутты күрһәтеү Конкурҙа ҡатнашыусылар ҡаршылыҡтарҙың урынлашыу тәртибе менән танышһын өсөн уларға маршрут буйлап бер тапҡыр үтеү рөхсәт ителә. Ярыш яланына эш кейемендә инеү тыйыла. Спортсы ҡаршылыҡтар урынлашҡан грунт торошон ҡарай, ҡаршылыҡтарҙың үлсәмдәрен самалай ала. Маршрутты төҙөүсе (курс-дизайнер) Маршрутты төҙөүсе (курс-дизайнер) маршрутты һалғанда ҡатнашыусыларҙың да, тамашасыларҙың да мәнфәғәттәрен иҫәпкә ала. Ҡаршылыҡтар ат гитты таҙа үтерлек итеп теҙелергә тейеш. Маршрутты проектлағанда һәм ҡорғанда ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле иҫәпкә алына һәм ҡаршылыҡтарҙың ҡатмарлылығы шуға ярашлы итеп ҡорола. Ярыш башланырҙан ярты сәғәт элек маршрутты төҙөүсе маршруттың ентекле һыҙмаһын яланға сыға торған урынға мөмкин тиклем яҡыныраҡ итеп элеп ҡуйырға тейеш. Судьяларға ла һыҙманың күсермәләре тапшырыла. «Конкурстан тыш» Конкурсһыҙ ҡатнашыусы «конкурстан тыш» тип билдәләнә. «Конкурстан тыш» тигән ат һәм һыбайлы пары призға дәғүә итә алмай, үтелгән гит өсөн мәрәйҙәр башҡа класҡа йә ярышҡа күсерелә лә, иҫәпкә алына ла алмай. Конкурстан тыш ҡатнашыусыларға ҡабат ырғыу ҙа ҡатнашыу ҙа рөхсәт ителмәй. Судьялар Ҡатнашыусылар һаны 120-нән артмаһа, конкур ярышын өс судья хөкөм итә. Әгәр көнөнә 120-ләп гиттан артыҡ үтеләһе булһа, дүрт судья эшләй, 200 гиттан күберәк булыр тип күҙ алланһа, судьялар биштән дә кәм булырға тейеш түгел. Һыу ҡаршылығы булһа, өҫтәмә судья индерелә. Гиттар һаны 50-нән артмаһа, ике судья етә. Судьяларҙы сәләмләү Конкурҙа ҡатнашыусыларҙың һәр береһе судьяларҙы сәләмләргә тейеш. Ҡулдарҙы төшөрөп, баш эйеү хөрмәт күрһәтеүҙе аңлата. Каскеткалар эләктереп ҡуйылғанлыҡтан, баш кейемен сисеү талап ителмәй. Конкур өсөн тәғәйенләнгән кейем Ҡағиҙәләргә ярашлы, ат та, һыбайлы ла бөхтә булырға тейеш. Үҙ формаһы булған ассоциация ағзалары ярыш ваҡытында уның униформаһында булырға тейеш. Башҡа осраҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ ҡатнашыусылар һыбай йөрөү өсөн редингот кейә. Ирҙәр аҡ галстук менән редингот кейә. Халыҡ-ара ярыштарҙа рединготтың төҫө һыбайлының ҡайһы илдән булыуына ишараларға мөмкин. Ирланд һыбайлылары, мәҫәлән, йәшелде кейә. Һаҡлыҡ каскаһын кейеү мәжбүри. Ҡамсы рөхсәт ителә, ләкин оҙонлоғо 750 миллиметрҙан артырға тейеш түгел. Һыбайлыларға шпорҙар ҙа рөхсәт ителә, тик осло остары аҫҡа һәм ситкә ҡарап торорға тейеш. Бынан тыш һыбай йөрөү кейеменән итек йә крага, бридж һәм күлдәк кейелә. Көн бик эҫе булһа, судьялар редингот кейеү мотлаҡ түгеллеге тураһында ҡарар сығара. Ямғыр яуһа, плащ кейергә рөхсәт итеүҙәре мөмкин. # Конкур ## Ҡағиҙәләр ### Һикергәндәге хаталар Һикергәндә ҡаршылыҡҡа зыян килтерелһә йә ат һыулы канауға баҫһа, был хаталар теркәлә. Һайғау йә барьерҙың башҡа элементы бәреп төшөрөлөп, ҡаршылыҡтың бейеклеген йә киңлеген боҙған осраҡ та иҫәпкә алына. Бейеклек ҡаршылығын үткәндә аҫҡы һайғауҙың төшөүе хатаға һаналмай. Маршрут һыҙмаһын боҙоу Әгәр ярышта ҡатнашыусы ҡаршылыҡтарҙы эҙмә-эҙлекле тәртиптә үтмәһә, ул «маршрут һыҙмаһын боҙа». Был ҡатнашыусы дисквалификациялана. Йығылыу Гит барышында ат менән һыбайлының бер-береһенән айырылыуы йығылыуға һанала. Бөтә конкур ярыштарында ла йығылыу автомат рәүештә дисквалификацияға килтерә (айырым осраҡтарҙа — штраф мәрәйҙәренә). Ваҡыт нормаһын ашып китеү Гитҡа бүленгән ваҡыт нормаһын үтеп киткән ҡатнашыусыға ярыш ҡағиҙәһенә ярашлы штраф мәрәйҙәре тейә. Максималь һәм минималь рөхсәт ителгән ваҡыт була, һәм унан сығып киткән өсөн ҡатнашыусыға штраф мәрәйҙәре бирелә. Ваҡыт сиктәренә ике тапҡыр һыймаған һыбайлы ярыштан сығарыла. Ырғыуҙан баш тартыу/Туҡтап ҡалыу Аттың барьер алдында туҡтап ҡалыуы, шулай уҡ маршрутта вольт (әйләнеш) яһауы ырғыуҙан баш тартыу тип һанала. Халыҡ-ара ат спорты федерацияһы (FEI) ҡағиҙәләренә ярашлы, ат «туҡтап ҡалһа», һыбайлы-ат пары штраф мәрәйҙәре ала, ат өс тапҡыр ҡаршылыҡты үтеүҙән баш тартһа, дисквалификациялана. Урап үтеү Ат флажоктар араһынан ырғымайынса ҡаршылыҡты урап үтеп китһә йә маршруттың тейешле өлөшөн тулыһынса үтмәһә, был урап үтеү тип баһалана. Бының өсөн штраф мәрәйҙәре бирелә. Ҡарышыу Ат алға барыуҙан баш тартһа, был ҡарышыу була. Штраф мәрәйҙәре бирелмәй. Күнегеүҙең тыйылған ысулдары Конкурҙа ҡатнашыусылар өсөн атты бейегерәк ырғырға мәжбүр иткән ысулдар, мәҫәлән, күнекмә үткәндә атты юрамал аяғы менән һайғауға бәрелдереү, тыйыла. Әгәр ярышта ҡатнашыу өсөн ғариза биргән спортсы тыйылған ысулдар ҡулланһа, ул кәм тигәндә 24 сәғәткә ярышыуҙан мәхрүм ителә. Штраф мәрәйҙәре Маршрутты үткәндә яһалған хаталар өсөн штраф мәрәйҙәре яҙыла. Ярыштарҙың күбеһе Халыҡ-ара ат спорты федерацияһы (FEI йәки ФЕИ) ҡағиҙәләре буйынса үткәрелә. Уларға ярашлы, беренсе тапҡыр баш бирмәү йә баш тартыу = 4 штраф мәрәйе (ш. м.), икенсе баш тартыу — дисквалификация. Ат бер тапҡыр барьерҙы ауҙарһа йәки бер йә күберәк аяғы менән һыулы канауға баҫһа = 4 ш. м., ваҡыт нормаһынан сығып киткәндә норманан артҡан һәр 4 секунд өсөн = 1 ш. м. Ҡабат ырғығанда ваҡыт нормаһынан артҡан һәр секунд өсөн бер штраф мәрәйе бирелә. Ваҡыттың максималь нормаһынан сыҡҡан осраҡта һыбайлы һәм ат дисквалификациялана. # Конкур ## Ҡаршылыҡ төрҙәре Конкурҙа ат көсөнөң төрлө миҡдарын талап иткән төрлө ҡаршылыҡтар ҡулланыла. * Арҡысаҡ * Чухонец * Ел ҡапҡа * Стенка * Тройник * Канау * Шлагбаум * Джокер * Оксер (брустар) Йәнә системалар була. Улар бер нисә ҡаршылыҡты бер-береһенән бер/ике/өс темп алыҫлыҡта ҡуйып ҡорола. Ҡаршылыҡтар һанына ҡарап, системалар ике ҡатлы йә өс ҡатлы була.
130924
https://ba.wikipedia.org/wiki/Конкур
Конкур
# Сармик-Яха (Полуй ҡушылдығы) Сармик-Яха — Рәсәйҙәге йылға. Ямал-Ненец АО, Ханты-Манси АО биләмәләрендә аға. Йылға Полуй йылғаһының уң ярына тамағынан 144 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 110 км. # Сармик-Яха (Полуй ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Обь йылғаһы Төньяҡ Сосьва йылғаһы ҡушылған урынған Салехард ҡалаһына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Обь ҡушылдыҡтары бассейны, Төньяҡ Сосьва тамағынан түбән, йылға бассейны — (Түбәнге) Обь, Иртыш ҡушылғанға тиклем. Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 15020300112115300033160 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115303316 * Бассейн коды — 15.02.03.001 * ГӨ буйынса томы — 15 * ГӨ буйынса сығарылыш — 3
63735
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сармик-Яха_(Полуй_ҡушылдығы)
Сармик-Яха (Полуй ҡушылдығы)
# Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы Альбина Хәмит Ҡыҙы Әхәтова (13 ноябрь 1976 йыл, Никольск ҡалаһы, Вологда өлкәһе) — Рәсәй биатлонсыһы, 2006 йылда эстафетала олимпия чемпионы, 4 тапҡыр донъя чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998). 2010 йылдың 6 декабрендә дисквалификация срогы тамамлана һәм Альбина Хәмит ҡыҙы биатлондан китергә ҡарар итә. 34 йәшендә спорт карьераһын тамамлай. # Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы ## Спорт карьераһы ### Тәүге йылдары Альбина Әхәтова спортсылар, Ленинград физик культура институтын тамамлаусы Хәмит Фәйзрахман улы һәм Татьяна Вениаминовна Әхәтовтар ғаиләһендә тыуған. 1985 йылдан саңғы спорты менән шөғөлләнә, уның беренсе уҡытыусыһы — атаһы Хәмит Әхәтов. 1991 йылда саңғы ярыштары буйынса спорт мастеры нормативын үтәй. 1993 йылда биатлонға килә, был саҡта уға 17 йәш була. Уның тренеры — Леонид Александрович Гурьев. # Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы ## Спорт карьераһы ### 1996—2008 йылдарҙағы сығыштары Донъя Кубогында 1996 йылдың 13 ғинуарында дебют яһай һәм 56-сы һөҙөмтә күрһәтә. Тәүге тапҡыр Донъя Кубогы уҙышында (мәрәйҙәр төркөмө) 1997 йылдың 11 декабрендә Швецияның Эстерсунд ҡалаһында шәхси уҙышта (1997—1998 йылдарҙағы Донъя Кубогының 2-се этабында) 17-се һөҙөмтә күрһәтә һәм 30 иң көслө ҡатнашыусы иҫәбенә инә. 1998 йылдың 16 декабрендә Словакияның Брезно ҡалаһында шәхси уҙышта (1997—1998 йылдарҙағы Донъя Кубогының 2-се этабы сиктәрендә) 2-се һөҙөмтә күрһәтә һәм беренсе тапҡыр пьедесталға күтәрелә. Донъя кубогында беренсе еңеүҙе 2003 йылдың 26 ғинуарында масс-стартта яулай (2002—2003 йылдарҙағы Донъя Кубогының 6-сы этабы, Италияның Разун-Антерсельва коммуннаһы). Альбина Әхәтова эстафета уҙыштарында 1998 йылда Наганолағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында көмөш миҙал, 2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙал һәм 2006 йылда Туриндағы ҡышҡы Олимпия уйындарында алтын миҙал яулай. Ольга Пылева допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, миҙалдан мәхрүм ителгәс, Альбина Әхәтова шәхси 15 километрға йүгереүҙә бронза призеры була. 10 километрға эҙәрлекләү уҙышында икенсе бронза миҙалын яулай. 2003 йылда Ханты-Мансийскиҙа үткән донъя чемпионатында Альбина Әхәтова масс-стартта алтын миҙал, шулай уҡ 1999 йылда Ослолағы биатлон буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал һәм 2004 йылда Оберхофта биатлон буйынса донъя чемпионатында 15 километр дистанцияла көмөш миҙал яулай. 1998 йылда команда спринтында һәм 2000 һәм 2003 йылдарҙа эстафетала алтын миҙалдар яулай; 1999 һәм 2004 йылдарҙа эстафеталарҙа көмөш призер. Шулай итеп, әлеге ваҡытта Альбина Әхәтова Рәсәй биатлонсылары араһында иң титуллыларҙың береһе булып тора, уның активында донъя чемпионатының 10 миҙалы (4 алтын) һәм 5 олимпия миҙалы (1 алтын) бар. 2002/2003 йылдарҙағы Донъя Кубогының дөйөм иҫәбендә икенсе призёр була, шул уҡ миҙгелдә спортсы күмәк стартта уҙыштар иҫәбе буйынса бәләкәй гәлсәр глобуста яулай. Үҙ карьераһында шәхси зачетта Донъя Кубогының 3 этабында еңеү яулай, шулай уҡ 8 тапҡыр икенсе һәм 10 тапҡыр өсөнсө була. 2006/2007 спорт миҙгелен улы (Леонид) тыуыу сәбәпле ҡалдырып тора. 2007/2008 йылдарҙа ҙур спортҡа ҡайта һәм 2008 йылғы донъя чемпионатында ике миҙал яулай. # Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы ## Спорт карьераһы ### 2008—2010 йылдарҙағы дисквалификацияһы 2008 йылдың 4 декабрендә Донъя Кубогы этабында спортсынан «А» допингҡа тикшереү алына, ул ыңғай була. 2009 йылдың 11 авгусында биатлонсы тыйылған препараттар ҡулланыуҙа ғәйепле тип таныла һәм ике йылға дисквалификациялана. Ванкуверҙағы Олимпиадала ғына түгел, Сочиҙағы Олимпиадала ла ҡатнашыу хоҡуғы бирелмәй. Әхәтованың дисквалификация срогы 2010 йылдың 5 декабрендә тамамлана. 2010 йылдың 6 декабрендә дисквалификация срогы тамамланғас, Альбина Әхәтова биатлондан китергә ҡарар итә. # Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы ## Спорт карьераһын тамамлағандан һуң ### Тренер карьераһы Спорт карьераһын тамамлағас, Альбина Әхәтова ире Максим Максимовтың шәхси тренеры була. 2012/2013 миҙгеленән Төмән өлкәһенең йыйылма командаһында атыу буйынса тренер була. # Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы ## Һөҙөмтәләре ### Донъя Кубогы Таблицала спортсының биатлон миҙгеле ярыштарында биләгән урындары сағылдырылған. — — ярыш үткәрелмәй * — спортсмен ярышта ҡатнашмай # Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы ## Йыһаздары * Винтовкаһы — Anschutz * Саңғыһы — Fischer # Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы ## Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре * Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998 йылдың 22 феврале) * Дуҫлыҡ Ордены (22 февраль 2007) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн * "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн"ордены I дәрәжә миҙалы (5 май 2003)— физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2002 Йылда Солт-Лейк-Ситиҙа Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн * "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн"ордены II дәрәжә миҙалы (1998) * Лабытнанги ҡалаһының почетлы гражданы (2006)
192200
https://ba.wikipedia.org/wiki/Әхәтова_Альбина_Хәмит_ҡыҙы
Әхәтова Альбина Хәмит ҡыҙы
# Новомосковск (Рәсәй) Новомосковск (рус. Новомосковск) — Тула өлкәһендәге ҡала. Халыҡ һаны буйынса Тулаҙан һуң өлкәлә икенсе урында тора. # Новомосковск (Рәсәй) ## Географияһы Тула-Новомосковск агломерацияһынең уҙәге. # Новомосковск (Рәсәй) ## Иҡтисад * Азот (компания) * ОАО «Оргсинтез» * ООО «Полипласт Новомосковск»
134889
https://ba.wikipedia.org/wiki/Новомосковск_(Рәсәй)
Новомосковск (Рәсәй)
# Роммельянс йорто Роммельянс йорто (нем. Haus Rommeljans йәки нем. Haus Romilian) — рыцарь поместьеһы Ганза ҡалаһы Ратингенда (Төньяҡ Рейн-Вестфалия ере) урынлашҡан; тәүге тапҡыр 1517 йылғы документтарҙа тапҡыр телгә алына — 1551 һәм 1555 йылдар араһында уны урындағы лордтар йырын һәм башня менән нығытылған рыцарҙар замогына тиклем ҙурайта, 1985 йылдың 31 майынан архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
151403
https://ba.wikipedia.org/wiki/Роммельянс_йорто
Роммельянс йорто
# Сергиев Посад Сергиев Посад (рус. Сергиев Посад) — Мәскәү өлкәһендәге ҡала.
129648
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сергиев_Посад
Сергиев Посад
# Толстой Лев Николаевич Лев Николаевич Толстой (28 август (9 сентябрь) 1828(18280909) — 7 (20) ноябрь 1910) — граф, рус әҙәбиәтендә һәм рус фәлсәфәһендә киң билдәле, бар донъяға танылған яҙыусы. Севастополь оборонаһында ҡатнашыусы (1854—1855). Мәғрифәтсе, публицист, дини — фәлсәфәүи фекерләүсе, «Толстовсылыҡ» тигән яңы ағым барлыҡҡа килтереүсе. 1873 йылдан Санкт-Петербург Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, һүҙ сәнғәтендә маҡтаулы академик (1900). # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы Лев Никола́евич Толсто́й 1828 йылдың 9 сентябрендә Рәсәй империяһы Тула губернаһының Ясная Поляна усадьбаһында тыуған. Толстойҙарҙың дворян нәҫеленән, Петр Беренсе көрәштәше П. А. Толстой нигеҙ һалған графтар заты вәкиле. Яҙыусының юғары аристократия ҡатламдарында ҡәрҙәшлек бәйләнештәре күп. Ағалы-ҡустылы һәм апалы-һеңлеле ике туғандары араһында — авантюрист һәм бретер Ф. И. Толстой, рәссам Ф. П. Толстой, сибәркәй М. И. Лопухина, билдәле аҡ һөйәк ҡатын А. Ф. Закревская, камер-фрейлина А. А. Толстая. Шағир Алексей Константинович Толстой (1817—1875) Лев Толстойҙың өс туған ағаһы. Әсәһе яғынан ике туғандар араһында — генерал-лейтенант Дмитрий Волконский һәм бай эмигрант Н. И. Трубецкой. А. П. Мансуров һәм А. В. Всеволожский әсәһенең ике туған һеңлеләренә өйләнгән була. Толстой министрҙар А. А. Закревский һәм Л. А. Перовский (уның ата-әсәһенең ике туған һеңлеләренә өйләнгәндәр), 1812 йылдың генералдары Л. И. Депрерадович (оләсәһенең һеңлеһенә өйләнгән) һәм А. И. Юшков (бер инәһенең ҡайнағаһы), шулай уҡ канцлер А. М. Горчаков менән туғанлыҡ бәйләнештәре була. Лев Толстойҙың һәм Пушкиндың дөйөм ата-бабаһы адмирал Иван Головин, ул Петр Беренсегә рус флотын төҙөргә ярҙам иткән. Олатаһы Илья Андреевичтың һыҙаттарын «Һуғыш һәм солох» әҫәрендәге эскерһеҙ, тәжрибәһеҙ ҡарт граф Ростовҡа бирә. Илья Андреевичтың улы, Николай Ильич Толстой (1794—1837), Лев Николаевичтың атаһы була. Характерының ҡайһы бер үҙенсәлектәре һәм биографияһының факттары менән ул «Бала саҡ» һәм «Үҫмерлек» әҫәрҙәрендәге Николеньканың атаһына, өлөшләтә «Һуғыш һәм солох» әҫәрендәге Николай Ростовтың атаһына оҡшай. Әммә реаль тормошта Николай Ильич Николай Ростовтан яҡшы белеме менән генә түгел, Николай Беренселә хеҙмәт итергә мөмкин булмаған ҡараштары менән айырыла. Рус армияһының сит илгә Наполеонға ҡаршы походында ҡатнашыусы, шул иҫәптән Лейпциг янында «халыҡтар алышында» ҡатнашҡан һәм француздарҙа әсирлектә булған, әммә ҡасып китә алған, солох төҙөлгәндән һуң Павлоград гусар полкының подполковнигы чинында отставкаға китә. Енәйәт эштәре тикшереүе аҫтында үлеп ҡалған атаһының, Ҡазан губернаторының хеҙмәттәге бурыстары арҡаһында бурыс төрмәһенә эләкмәҫ өсөн, отставканан һуң бер аҙҙан чиновник хеҙмәтенә барырға мәжбүр була. Атаһының кире өлгөһө Николай Ильичҡа үҙенең тормош идеалын — ғаилә шатлыҡтары менән бойондороҡһоҙ шәхси тормош булдырырға ярҙам итә. Үҙенең емерек эштәрен тәртипкә килтереү өсөн, Николай Ильич 1822 йылда (Николай Ростов кеүек), Волконскийҙар нәҫеленән булған инде йәш түгел кенәз ҡыҙы Мария Николаевнаға өйләнә, никах бәхетле була. Ғаиләлә биш бала тыуа: Николай (1823—1860), Сергей (1826—1904), Дмитрий (1827—1856), Лев, Мария (1830—1912). Толстойҙың әсәһе яғынан олатаһы, Екатерина генералы, кенәз Николай Сергеевич Волконский, «Һуғыш һәм солох» әҫәрендәге ҡырыҫ ригорист Болконский менән күпмелер оҡшашлыҡҡа эйә. Лев Николаевичтың әсәһе «Һуғыш һәм солохта» һүрәтләнгән кенәз ҡыҙы Марияға оҡшап китә, ул да иҫ киткес һөйләү һәләтенә эйә була. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Бала сағы Лев Толстой 1828 йылдың 28 авгусында Тула губернаһының Крапивен өйәҙендә — әсәһенең нәҫелдән-нәҫелгә килгән имениеһы Ясная Полянала тыуа. Ғаиләлә дүртенсе бала була. Әсәһе 1830 йылда, ҡыҙы тыуып ярты йыл үткәс, өҙлөгөүҙән вафат була. Левҡа ул саҡта ике йәш тә тулып өлгөрмәй. Етем ҡалған балаларҙы тәрбиәләү менән йыраҡ туғандары Т. А. Ергольская шөғөлләнә. 1837 йылда ғаилә Мәскәүгә күсеп килә, Плющихала урынлаша, сөнки өлкән улына университетҡа инеү өсөн әҙерләнергә кәрәк була. Тиҙҙән ҡапыл ғына аталары, Николай Ильич эштәрен тамамламай вафат булып ҡала (шул иҫәптән милек менән бәйле ғаиләнең бурыстары буйынса), һәм өс кесе бала яңынан Ясная Полянаға күсә, унда улар Ергольская һәм атаһы яғынан инәһе, графиня А. И. Остен-Сакен күҙәтеүе аҫтында йәшәй. Бында Лев Николаевич 1840 йылға тиклем ҡала, Остен-Сакен вафат булғас, балалар Ҡазанға, яңы опекунға, — атаһының һеңлеһе П. И. Юшковаға күсә. Юшковтарҙың йорто Ҡазанда иң күңеллеһе булып һанала, ғаиләнең бөтә ағзалары ла тышҡы ялтырауыҡты юғары баһалай. «Минең йомшаҡ күңелле инәйем, — тип һөйләй Толстой, — изге йән эйәһе, һәр ваҡыт миңә минең өсөн ирле-ҡатын менән бәйләнеш булдырыуҙы теләмәҫ инем тип һөйләй». Лев Николаевичтың йәмғиәттә айырылып торғоһо килә, әммә уға тәбиғи тартыныусанлығы һәм тышҡы һөйкөмлөлөгөнөң булмауы ҡамасаулай. Беҙҙең йәшәйештең төп мәсьәләләре — бәхет, үлем, Аллаһ, мөхәббәт, мәңгелек тураһындағы төрлө, үҙе әйткәнсә аҡыл һатыуҙар, ул дәүерҙә уның тормошоноң характерына йоғонто яһай. «Үҫмерлек», «Йәшлек» повестарында, «Терелеү» романында ул һөйләгән Иртеньевтың һәм Нехлюдовтың үҙ-үҙен камиллаштырыуға ынтылыштары тураһында Толстой тарафынан үҙенең был ваҡыттың аскетлыҡ уҡталыуҙары тарихынан алына. Былар бөтәһе лә, тип яҙа тәнҡитсе С. А. Венгеров, Толстойҙың, «Үҫмерлек» повесынан әйтелгәнсә, «хистәрҙең сафлығын һәм аңдың асыҡлығын юҡ итеүсе даими әхлаҡи анализлау ғәҙәтен» булдыра. Был осорҙоң үҙ-үҙен анализлау миҫалын килтереп, үҙенең үҫмерлек фәлсәфәүи мин-минлегенең ҡабартылыуы тураһында көлөп әйтә һәм шул уҡ ваҡытта реаль кешеләр менән аралашҡанда, уларға игелек күрһәтеүсе булып күренеп, «үҙенең һәр һүҙе һәм хәрәкәте өсөн уңайһыҙланмаҫҡа күнегергә» һәләтһеҙлеген билдәләп китә. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Белеме Тәүҙә уның белеме менән йомшаҡ күңелле немец Россельманын (уны Карл Иванович исеме аҫтында Толстой «Бала саҡ» повесында күрһәтә) алмаштырыусы гувернер-француз Сен-Тома ("Үҫмерлек"повесында St.-Jérôme прототибы) шөғөлләнә. 1843 йылда П. И. Юшкова, бәлиғ булмағандар туғандарының опекуны ролен үҙ өҫтөнә алып, (өлкән Николай ғына бәлиғ була) уларҙы Ҡазанға килтерә. Лев ағалары Николай, Сергей һәм Дмитрий кеүек Ҡазан Император университетына (ул ваҡытта иң данлыҡлы) уҡырға инергә ҡарар итә, унда математика факультетында Лобачевский, ә Көнсығыш факультетында Ковалевский эшләй. 1844 йылдың 3 октябрендә Лев Толстой көнсығыш (ғәрәп-төрөк) теле төркөмөнә үҙе түләп уҡыу сифатында ҡабул ителә. Имтихан биргәндә, уҡырға инеү өсөн мотлаҡ «төрөк-татар теленән» яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Йыл һөҙөмтәләре буйынса тейешле предметтарҙан өлгәшмәй, күсерелеш имтиханын бирә алмай һәм беренсе курс программаһын яңынан үтергә мәжбүр була. Курсты тулыһынса ҡабатлауҙан ҡотолоу өсөн юридик факультетҡа күсә, унда ла ҡайһы бер предметтарҙан баһалар буйынса проблемалар дауам итә. 1846 йылдың күсерелеш май имтихандары ҡәнәғәтләндерерлек тапшырыла (бер биш ала, өс дүртле, дүрт өслө; уртаса һөҙөмтә өс килеп сыға), һәм Лев Николаевич икенсе курсҡа күсерелә. Юридик факультетта Лев Толстой ике йылдан әҙерәк уҡый: «башҡалар тарфынан Һәр төрлөсә көсләп бирелгән белемде ул ауыр ҡабул итә, һәм тормошта өйрәнгәндәренең барыһына ла ул үҙе — ҡапыл, тиҙ һәм көсөргәнешле хеҙмәте менән өйрәнә», — тип яҙа С. А. Толстая үҙенең «Л. Н. Толстойҙың биографияһына материалдарҙа». 1904 йылда Толстой былай тип хәтерләй: "…тәүге йылда… мин бер нәмә лә эшләмәнем. Икенсе йылда мин шөғөлләнә башланым… унда профессор Мейер бар ине, ул… миңә эш бирҙе — Екатеринаның «Наказы» менән Монтескье. Esprit des lois <"Дух законов" сағыштырырға…был эш мине мауыҡтырҙы, мин ауылға киттем, Монтескьены уҡый башланым, был уҡыу миңә сикһеҙ горизонттар асты, мин Руссоны уҡый башланым һәм университетты ташланым, сөнки ысынында шөғөлләнгем килде". # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Әҙәби эшмәкәрлегенең башланыуы 1847 йылдың 11 мартынан Толстой Ҡазан госпиталендә була. 17 марттан көндәлек алып бара, унда, Бенджамин Франклинға оҡшатып, үҙ-үҙен камиллаштырыу буйынса үҙ алдына бурыс һәм маҡсаттар ҡуя һәм уларҙың үтәлешен билдәләй, уңыштарын һәм уңышһыҙлыҡтарын, фекерҙәр барышын, ҡылыҡтарының мотивтарын анализлай. Был көндәлекте ҙур булмаған тәнәфестәр менән ғүмере буйына алып бара. 1847 йылдың яҙында дауаланыуын тамамлап, Толстой университетта уҡыуын ҡалдыра һәм Ясная Полянаға китә, ундағы эшмәкәрлеге өлөшләтә «Алпауыт иртәһе» әҫәрендә һүрәтләнә: Толстой крәҫтиәндәр менән яңыса мөнәсәбәттәрҙе яйларға тырыша. Йәш алпауыттың халыҡ алдында ғәйеп хисен нимә менән булһа ла юйырға маташыу Д. В. Григоровичтың «Антон-хәсрәт тоҡсайы» повесы һәм Иван Сергеевич Тургеневтың «Һунарсы яҙмалары» барлыҡҡа килгән йылға ҡарай. Көндәлегендә Толстой үҙенә күп һанлы тормош ҡағиҙәләре һәм маҡсаттар ҡуя, әммә уларҙың тик аҙ өлөшөнә генә өлгәшә. Насип булғандары араһында — инглиз теле, музыка, юриспруденция менән етди шөғөлләнеү. Бынан тыш, 1849 йылда тәүге тапҡыр крәҫтиән балалары өсөн мәктәп асһа ла, Толстойҙың педагогика һәм хәйриә менән шөғөлләнә башланыуы был көндәлектә лә, хаттарында ла яҙылмаған. Төп уҡытыусыһы булып, крепостной Фока Демидович була, ләкин Толстой үҙе лә йыш ҡына дәрестәр үткәрә. 1848 йылдың октябрь урталарында Толстой Мәскәүгә китә, шунда төпләнә, унда—Арбат районында күп туғандары һәм таныштары йәшәй. Сивцево Вражекта ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн Иванованың фатирына инә. Мәскәүҙә ул кандидатлыҡҡа имтихандар тапшырырға әҙерләнә башлай, әммә дәрестәр башланмай ҡала. Бының урынына уны тормоштоң бөтөнләй башҡа яғы — донъяуи тормош йәлеп итә. Донъяуи тормоштан тыш, Мәскәүҙә Лев Николаевичтың 1848—1849 йылдың ҡышында беренсе тапҡыр кәрт уйыны менән мауығыуы барлыҡҡа килә. Бик ҡомарлы уйнағаны һәм йөрөштәрҙе һәр ваҡытта ла төптән уйламағаны арҡаһында йыш ҡына еңелә. 1849 йылдың февралендә Петербургҡа китеп, буласаҡ ҡатынының ағаһы К. А. Иславин менән ваҡытты типтереп үткәрә («Иславинға булған ғишыҡ минең өсөн 8 ай Петербургтағы ғүмеремде боҙҙо»). Яҙ еткәс, Толстой хоҡуҡ кандидатына имтихан тапшыра башлай; енәйәт хоҡуғынан һәм енәйәт суд эшмәкәрлегенән ике имтиханды уңышлы тапшыра, ләкин өсөнсө имтиханды тапшырып тормай һәм ауылға күсеп китә. Һуңыраҡ тағы Мәскәүгә килә, унда ваҡытын йыш ҡына ҡомарлы уйындарҙа үткәрә, был уның финанс хәленә кире йоғонто яһай. Ғүмеренең был осоронда Толстой бигерәк тә музыка менән ҡыҙыҡһына (үҙе роялдә һәйбәт уйнай һәм яратҡан әҫәрҙәрен башҡалар башҡарыуында юғары баһалай). Музыка менән мауығыуы һуңыраҡ уны «Крейцер сонатаһын» яҙыуға дәртләндерә. Толстойҙың яратҡан композиторҙары Йоһанн Себастьян Бах, Георг Фридрих Гендель һәм Фредерик Шопен була. Толстойҙа музыкаға ҡарата һөйөү уяныуына уның 1848 йылда Петербургҡа сәфәре ваҡытында бейеү класының бик үк уңайлы булмаған шарттарында һәләтле, әммә юлдан яҙған немец музыканты менән осрашыу булышлыҡ итә, ул музыкантты һуңынан Толстой «Альберт» повесында һүрәтләй. 1849 йылда Лев Николаевич үҙенең янына музыкант Рудольфты саҡырып ала, уның менән Ясная Полянала дүрт ҡул менән фортепианола уйнай. Шул уҡ ваҡытта музыка менән мауығып, көнөнә бер нисә сәғәт Роберт Шуман, Фредерик Шопен, Вольфганг Амадей Моцарт, Феликс Мендельсон әҫәрҙәрен уйнай. 1840 йылдар аҙағында Толстой үҙенең танышы Зыбин менән авторҙашлыҡта вальс ижад итә, уны 1900 йылдар башында композитор Сергей Иванович Танеевҡа уйнап ишеттерә. күрһә янында башҡара, Танеев Толстойҙың берҙән-бер музыкаль әҫәрен нотаға һала. Вальс Л. Н. Толстойҙың повесы буйынса төшөрөлгән «Отец Сергий» фильмында яңғырай. Күп ваҡыты шулай уҡ күңел асыуға, уйынға һәм һунарға китә. 1850— 1851 йылдарҙа «Бала саҡ» повесын яҙа башлай. 1851 йылдың мартында «Кисәге көндөң тарихын» яҙа. Уның университетты ҡалдырыуына 4 йыл үткәс, Ясная Полянаға Лев Николаевичтың Кавказда хеҙмәт иткән ағаһы Николай килә, ул ҡустыһын Кавказдағы хәрби хеҙмәткә ҡушылырға саҡыра. Лев ҡапыл ғына риза булмай, әммә Мәскәүҙәге ҙур отолоу һуңғы ҡарарҙы тиҙләтә. Яҙыусының биографтары ағаһы Николайҙың йәш, тормош тәжрибәһе булмаған Левҡа ыңғай йоғонтоһон билдәләй. Өлкән ағаһы ата-әсәһе булмаған саҡта уға дуҫ һәм остаз була. Бурыстары буйынса иҫәпләшеү өсөн, үҙ сығымдарын минимумға тиклем ҡыҫҡартырға кәрәк була —һәм 1851 йылдың яҙында Толстой Мәскәүҙән Кавказға бер маҡсатһыҙ сығып китә. Тиҙҙән ул хәрби хеҙмәткә урынлашырға ҡарар итә, ләкин уның өсөн кәрәкле документтар етмәй, улар Мәскәүҙә ҡала, Толстой биш ай самаһы Пятигорскиҙа ябай өйҙә документтарының килгәнен көтөп йәшәй. Ваҡытының байтаҡ өлөшөн казак Елишка даирәһендә һунарҙа үткәрә, ул «Казактар» повесында Ерошка исеме аҫтында бер геройҙың прототибы була. 1851 йылдың көҙөндә Толстой, Тифлиста имтихандар тапшырып, Терек ярындағы Кизляр янындағы казактар станицаһында урынлашҡан 20-се артиллерия бригадаһының 4-се батареяһына юнкер булып инә. Ҡайһы бер үҙгәрештәр менән ул «Казактар» повесында һүрәтләнә. Повесть Мәскәү тормошонан ҡасып киткән йәш бариндың эске йәшәү рәүеше картиналарын тергеҙә. Толстой казактар станицаһында ҡабаттан яҙа башлай һәм 1852 йылдың июлендә, ул ваҡытта популяр булған «Современник» журналы редакцияһына, буласаҡ «Бала саҡ» автобиографик трилогияһының беренсе өлөшөн ебәрә, уға «Л. Н. Т.» инициалдары менән генә ҡул ҡуя. Ҡулъяҙманы журналға ебәргән сағында Лев Толстой хат яҙа: «…мин һеҙҙең хөкөмдө түҙемһеҙлек менән көтәм. Ул мине яратҡан шөғөл менән дауам итеүгә дәртләндерер, йәки башланған эште яндырырға мәжбүр итер». «Современник» журналының мөхәррире Н. А. Некрасов, «Бала саҡ» ҡулъяҙмаһын алғас, шунда уҡ уның әҙәби ҡиммәтен таный һәм авторға уны дәртләндереүсе яғымлы хат яҙа. И.С. Тургеневҡа яҙған хатында Н. А. Некрасов былай ти: «Был яңы, һәм, күрәһең, ышаныслы талант». Әлегә тиклем билдәһеҙ булған авторҙың ҡулъяҙмаһы шул уҡ йылдың сентябрендә баҫылып сыға. Ысынында яңы башлаусы һәм илһамланған автор «Осорҙоң дүрт үҫеше» тетралогияһының дауамы өҫтөндә эшләй, һуңғы өлөшө— «Йәшлек»— яҙып бөтөлмәй. Ул «Алпауыт иртәһе», «Һөжүм», «Казактар» әҫәрҙәренең фабулаһын төптән уйлай (тамамланған хикәйә «Урыҫ алпауытының романы» фрагментынан ғибәрәт"). 1852 йылдың 18 сентябрендә «Современник» журналында баҫылып сыҡҡан «Бала саҡ» ҙур уңышҡа эйә була; баҫылып сыҡҡандан һуң авторҙы киң әҙәби билдәлелек яулаған Иван Сергеевич Тургенев, Гончаров, Д.В. Григорович, Островскийҙар менән бер рәттән йәш әҙәбиәт мәктәбенең корифейҙарына беркетәләр. Тәнҡитселәр Аполлон Григорьев, Анненков, Дружинин, Чернышевский психологик анализ тәрәнлеген, төплө авторлыҡ ниәтен һәм реализмдың сағыу баҙыҡлығын баһалай. Сағыштырмаса һуң яҙа башлағанлыҡтан Толстой үҙен бер ҡасан да профессиональ әҙип тип һанамай, профессионаллекте һөнәр мәғәнәһендә түгел, ә әҙәби ҡыҙыҡһыныуҙарҙың өҫтөнлөгө мәғәнәһендә аңлай. Ул әҙәби партияларҙың мәнфәғәттәрен йөрәгенә яҡын ҡабул итмәй, әҙәбиәт тураһында теләр-теләмәҫ әңгәмәләшә, әхлаҡ, иман, ижтимағи мөнәсәбәт мәсьәләләре тураһында һөйләшеүҙәргә өҫтөнлөк бирә. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Хәрби хеҙмәттә Юнкер булараҡ, Лев Николаевич Кавказда ике йыл була, унда Шамил етәксеһе аҫтында күп кенә тау кешеләре менән бәрелештәрҙә ҡатнаша, һәм хәрби кавказ тормошоноң хәүефтәренә дусар була. Георгий тәреһе хоҡуғына эйә була, әммә үҙенең ҡараштарына ярашлы уны хеҙмәттәш һалдатҡа «тапшыра», хеҙмәттәштең хеҙмәт шарттарын еңеләйтеү шәхси шөһрәткә ынтылыусанлыҡтан юғары тора, тип һанай. Ҡырым һуғышы башланыу менән Толстой Дунай армияһына күсә, Ольтениц алышында һәм Силистрия ҡамауында ҡатнаша, ә 1854 йылдың ноябренән 1855 йылдың авгусына тиклем Севастополдә була. Оҙаҡ ваҡыт йыш ҡына һөжүмгә дусар булған 4-се бастионда йәшәй, Черная янындағы алышта батарея менән командалыҡ итә, Малахов Курганын штурмалау ваҡытында утҡан тотҡан ерҙә була. Ҡамауҙың бөтә ауырлыҡтары һәм ҡурҡыныстарына ҡарамаҫтан, Толстой был осорҙа «Урман киҫеү» хикәйәһен яҙа, унда кавказ тәьҫораттары сағыла, һәм 1854 йылдың декабрендә" өс "Севастополь хикәйәләре"нең беренсеһен — "Севастополь хикәйәһен яҙа. Был хикәйәне «Современник» журналына ебәрә. Ул тиҙ арала баҫтырып сығарыла, һәм Севастополь һаҡсыларының өлөшөнә төшкән ҡот осҡос картиналары менән тетрәндергес тәьҫир яһап, бөтә Рәсәй уҡыусылары тарафынан ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Хикәйәне Рәсәй императоры Александр II күреп ҡала; ул һәләтле офицерҙы һаҡларға ҡуша. Толстой Севастополь оборонаһы өсөн «Батырлыҡ өсөн» яҙыуы менән 4-се дәрәжәләге Изге Анна ордены, «1854—1855 йылдарҙа Севастополде һаҡлаған өсөн» һәм «1853—1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалдары менән бүләкләнә, Һуңынан ул «Севастополде яҡлауҙың 50-йыллығы иҫтәлегенә» тигән ике миҙал менән : Севастополь оборонаһының ҡатнашыусыһы булараҡ көмөш һәм «Севастополь хикәйәләренең» авторы булараҡ бронза миҙалдар менән бүләкләнә. Толстой батыр офицер абруйы менән файҙалана һәм билдәлелек менән уратып алынғанға күрә, уның карьера өсөн бөтә мөмкинлектәре була. Шуға ҡарамаҫтан, һалдат стиленә һалынған бер нисә сатирик йыр яҙыуы карьераһының боҙолоуына килтерә. Йырҙарҙың береһе 1855 йылдың 4 (16) авгусында Черная йылғаһы эргәһендә үткән алыштағы уңышһыҙлыҡҡа арнала, унда генерал Реад баш командующийҙың бойороғон дөрөҫ аңламай Федюхин бейеклектәренә һөжүм итә. Бер нисә мөһим генералдың намыҫына тейгән «Как четвёртого числа, нас нелёгкая несла горы отбирать» тип аталған йыры ҙур уңышҡа эйә була, Ул йыр өсөн Лев Николаевичҡа штаб начальнигы ярҙамсыһы А. А. Якимах алдында яуап бирергә тура килә. Штурмдан һуң 27 августа (8 сентябрь) Толстой Петербургҡа курьер итеп ебәрелә, унда 1855 йылдың майында «Севастополь» хикәйәһен тамамлай һәм 1855 йылдың авгусында" "Севастополь хикәйәһен яҙа, улар 1856 йылда авторҙың тулы ҡултамғаһы менән «Современник» журналының беренсе һанында сыға. «Севастополь хикәйәләре» уның яңы әҙәби быуын вәкиле булыу абруйын тулыһынса нығыта, һәм яҙыусы 1856 йылдың ноябрендә поручик званиеһында хәрби хеҙмәтте бөтөнләйгә ҡалдыра. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Европа буйлап сәйәхәте Петербургта йәш яҙыусыны аҡһөйәктәр салонында һәм әҙәби түңәрәктәрҙә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар. Ул бигерәк тә Иван Сергеевич Тургенев менән тиҙ дуҫлаша, уның менән күпмелер ваҡыт бер фатирҙа йәшәй. Тургенев уның менән «Современник» түңәрәгендә таныша, бынан һуң Толстой Н. А. Некрасов, И. С. Гончаров,И. И. Панаев, Д. В. Григорович, А. В. Дружинин, В. А. Соллогуб кеүек билдәле яҙыусылар менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдыра. Был ваҡытта «Буран», «Ике гусар» яҙыла, «Севастополь августа» һәм «Йәшлек» әҫәрҙәре тамамлана «Казактар» дауам ителә. Әммә күңелле һәм бай тормош Толстойҙың күңелендә әсе тәьҫир ҡалдыра, был ваҡытта уның өсөн яҡын булған яҙыусылар түңәрәге менән аңлашылмаусанлыҡ башлана. Һөҙөмтәлә ул кешеләрҙән дә, үҙ-үҙенән дә ялҡа. 1857 йылдың башында Толстой Петербургты ҡалдыра һәм сәйәхәткә сығып китә. Көнбайыш Европа — Германия, Франция, Англия, Швейцария, Италия буйлап сәйәхәте (1857 һәм 1860—1861 йылдарҙа) унда кире тәьҫир ҡалдыра. Европа мәҙәниәтенең тышҡы ялтырауыҡ ҡатламы араһынан күргән фәҡирлек менән байлыҡ араһындағы тәрән ҡапма-ҡаршылыҡ яҙыусыла ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра һәм ул ундағы йәшәү рәүешен «Люцерн» хикәйәһендә әйтеп бирә. Лев Николаевич «Альберт» повесын яҙа. Яҙыусы беренсе һәм икенсе сәфәрҙәре араһында «Казактар» хикәйәһе өҫтөндә эшләй, «Өс үлем» хикәйәһен һәм «Ғаилә бәхете» романын яҙа. Һуңғы романы Михаил Катковтың «Русский вестник» журналында баҫылып сыға. «Современник» менән 1852 йылдан алып хеҙмәттәшлек итеүе 1859 йылда тамамлана. Ошо уҡ йылда Толстой Әҙәби фонд ойошмаһында ҡатнаша. Әммә уның тормошо әҙәби ҡыҙыҡһыныуҙар менән генә тамамланмай: 1858 йылдың 22 декабрендә айыуға һунарҙа саҡ һәләк булмай ҡала. Яҡынса ошо уҡ ваҡытта уның крәҫтиән ҡатын Аксинья Базыкина менән романы башлана, уға өйләнергә уйлай. Киләһе сәфәрендә уны, башлыса, халыҡтың белем кимәлен күтәреү маҡсатында халыҡ мәғарифы һәм учреждениелары ҡыҙыҡһындыра. Халыҡ мәғарифы мәсьәләләрен Франция һәм Германияла ул теоретик яҡтан ентекләп өйрәнә, практик яҡтан белгестәр менән әңгәмәләшә. Уны Германияның иң күренекле кешеләре араһынан, халыҡ көнкүрешенә арналған «Шварцвальд хикәйәләре» авторы һәм халыҡ календарҙарын нәшер итеүсе булараҡ, Бертольд Ауэрбах күберәк ҡыҙыҡһындыра. Толстой уға визит яһай һәм уның менән дуҫлашырға тырыша. Бынан тыш Толстой немец педагогы Дистервег менән осраша. Брюсселдә булған сағында Толстой прудон һәм Лелевель менән таныша. Лондонда А. И. Герценға бара, Чарльз Диккенстың лекцияһында була. Францияның көньяғы буйлап икенсе сәйәхәте ваҡытында яратҡан ағаһы Николайҙың туберкулездан вафат булып ҡалыуы Толстойҙың кәйефенә етди йоғонто яһай. Ағаһының үҙ ҡулында тиерлек үлеүе Толстойға ныҡ тәьҫир итә. Яйлап, бер 10-12 йыл тирәһе «Һуғыш һәм солох» әҫәре барлыҡҡа килгәнсә, Лев Толстойға тәнҡит эләкмәй башлай. Ул үҙе лә әҙиптәр менән яҡынайырға ынтылмай, тик Афанасий Фетҡа ғына ташлама яһай. Был ситләшеүгә Толстойҙың И. С. Тургенев менән араларының боҙолоуы сәбәпсе була, был хәл улар икеһе лә 1861 йылда Феттың иемниеһы Степановкала ҡунаҡта булғанда килеп сыға. Талаш саҡ дуэль менән тамамланмай һәм яҙыусылар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе оҙайлы 17 йылға тиклем боҙа. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Башҡорт йәйләүе Кәрәлектә дауаланыуы 1862 йылдың май айында депрессия менән яфаланыусы Лев Николаевич, табиптарҙың тәҡдиме буйынса шул ваҡытта яңы һәм киң билдәле алым һаналған ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн Һамар губернаһындағы башҡорт утары Кәрәлеккә сығып китә. Башта ул Постниковтың ҡымыҙ дауаханаһына барырға йыйына, әммә шул уҡ ваҡытҡа күп һанлы юғары вазифалы чиновниктар килергә тейеш булғанын белеп (аҡһөйәктәр йәмғиәтен йәш граф ене һөймәй), Һамарҙан 130 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Кәрәлек йылғаһы буйындағы башҡорт йәйләүе Кәрәлеккә юллана. Толстой үҙе башҡорт тирмәһендә йәшәй, һарыҡ ите менән туҡлана, ҡояш ванналары ҡабул итә, ҡымыҙ, сәй эсә, шулай уҡ башҡорттар менән шашкала уйнап, күңел аса. Тәүге тапҡыр ул бында ай ярым була. 1871 йылда «Һуғыш һәм солохто» яҙып бөткәс, һаулығы насарйыу сәбәпле Кәрәлеккә тағы ла килә. Үҙенең тәьҫораттары тураһында ул былай тип яҙа: «Эс бошоу һәм битарафлыҡтар үтте, үҙемде скиф хәленә килгән кеүек тоям, бөтә нәмә ҡыҙыҡ һәм яңы…. Яңы һәм ҡыҙыҡ барыһы: Геродот еҫе аңҡыған башҡорттар һәм урыҫ крәҫтиәндәре, ауылдар, бигерәк тә ябайлығы һәм халыҡтың изгелеге менән матурҙар». Кәрәлек менән хайран ҡалып, Толстой был урында имение һатып ала, һәм икенсе йәйҙе инде, 1872 йылда, ул бөтә ғаиләһе менән бергә бында үткәрә. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Башҡортостанға ҡағылышлы әҫәрҙәре Толстой 1873—74 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында матбуғатта «Нәшер итеүселәргә хат» («Письмо к издателям») менән сығыш яһай, унда батша хөкүмәте тарафынан яҙмыш ҡосағына ташланған Һамар губернаһының урыҫ крәҫтиәндәре һәм башҡорттары араһындағы ҡот осҡос аслыҡ картинаһын һүрәтләй. Һөҙөмтәлә асығыусылар өсөн байтаҡ аҡса һәм иген йыйып бирелә. Башҡорттар тураһындағы бай тәьҫораттары «Дошмандыҡы йәбешкәк, ә Алланыҡы ныҡлы» («Вражье лепко, а божье крепко»; 1886), «Ни өсөн?» («За что?», 1906; башҡортса тәржемәһе 1978), «Төшөмдә мин нимә күрҙем?» («Что я видел во сне?»; 1906) һ.б. хикәйәләренең материалы булып тора. «Ильяс» (1885; башҡортса тәржемәһе 1978) әҫәренең нигеҙендә — толстойса «яуызлыҡҡа ҡаршылашмау» идеяһы, яҙмышҡа буйһоноу, «Кешегә күпме ер кәрәк» («Много ли человеку земли нужно», 1886; башҡортса тәржемәһе 1954; шулай уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлгән, 1915, реж. В. Р. Гардин) хикәйәһендә — ер алыу менән бәйле башҡорт йолаларын тасуирлай. 1876 йылда Толстой Ырымбур ҡалаһына килә, Н. А. Крыжановский, М. М. Биксурин менән осраша, В. А. Перовский тураһында материалдар йыя. 1877 йылда башҡорт далаларына күсеп килеүселәр тураһында тарихи роман планы өҫтөндә әүҙем эшләй. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Педагогик эшмәкәрлеге 1859 йылда крәҫтиәндәрҙе азат иткәнгә тиклем Толстой үҙенең Ясная Полянаһында һәм бөтә Крапивен өйәҙендә ең һыҙғанып мәктәп ойоштороу менән шөғөлләнә. Ясная Поляна мәктәбе үҙенсәлекле педагогик тәжрибәләр һанына ҡарай: немец педагогик мәктәбе алдында баш эйеү дәүерендә Толстой һәр регламентация һәм мәктәптәге дисциплинаға ҡаршы сыға. Уның фекере буйынса уҡытыуҙа барыһы ла индивидуаль булырға тейеш — уҡыусы ла, уҡытыусы ла һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте лә. Ясная Поляна мәктәбендә балалар ҡайҙа, нисек, күпме теләй, шулай ултыра. Уҡытыуҙың билдәле программаһы булмай. Уҡытыусының берҙән-бер бурысы класты ҡыҙыҡһындырыу була. Дәрестәр уңышлы бара. Уларҙы Толстой бер нисә яҡын таныш, даими һәм осраҡлы уҡытыусылар ярҙамында үҙе алып бара. 1862 йылдан Толстой «Ясная поляна» тип аталған педагогик журнал сығара башлай, төп хеҙмәткәр булып үҙе тора. Нәшер итеү һәләте булмағанлыҡтан, Толстой журналдың 12 һанын ғына сығара. Теоретик мәҡәләләрҙән тыш, ул башланғыс мәктәп өсөн ябайлаштырылған бер нисә хикәйә, нәҫер, күсермәләр яҙа. , Толстойҙың бергә берләштерелгән педагогик мәҡәләләре бер том йыйылма әҫәрҙе тәшкил итә. Үҙ ваҡытында улар иғтибарһыҙ ҡала. Мәғариф тураһында Толстой идеяларының социологик нигеҙенә, Толстойҙың белемлелектә, фәндә, сәнғәттә һәм техника уңыштарында юғары ҡатлам тарафынан халыҡты эксплуатациялауҙа камиллаштырылған алымдар күреүенә бер кем дә иғтибар итмәй. Бынан тыш, Толстойҙың европа белемлелегенә һәм үҫешенә ғәйеп ташлауҙан тыш, уны «консерватор» тип һығымта яһайҙар. Тиҙҙән Толстой педагогика эшен ҡалдыра. Өйләнеүе, балалары тыуыу, «Һуғыш һәм солох» романын яҙыу менән бәйле пландары, уның педагогик ғәмәлдәрен ун йылға кисектерә. Тик 1870 йылдың башында ғына үҙенең «Әлифбаһын» булдырыуға тотона һәм уны 1872 йылда баҫтырып сығара, ә һуңынан «Яңы әлифба» һәм "Уҡыу өсөн урыҫ китаптары"ның дүрт серияһын сығара, улар оҙайлы михнәттәрҙән һуң башланғыс уҡыу йорттары ҡулланмаһы сифатында Халыҡ мәғарифы министрлығы тарафынан хуплана. 1870 йылдар башында Ясная Полянала ҡабаттан оҙайлы булмаған уҡыу дәрестәре тергеҙелә. Ясная Поляна мәктәбе тәжрибәһе артабан ҡайһы бер ватан педагогтарына ярҙам итә. С. Т. Щацкий, 1911 йылда үҙенең «Йәнле тормош» мәктәп-колонияһын ойоштороп, Лев Толстойҙың хеҙмәттәшлек педагогикаһы өлкәһендәге тәжрибәгә таяна. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### 1860 йылдарҙа йәмәғәт эшмәкәрлеге 1861 йылдың майында Европанан әйләнеп ҡайтҡас, Толстойға Тула губернаһы Крапивен өйәҙенең 4-се участкаһы буйынса мировой аралашсы булырға тәҡдим итәләр. Халыҡҡа бәләкәй ҡустыға ҡараған һымаҡтарҙан айырмалы рәүештә, Толстой киреһенсә уйлай, уныңса халыҡ мәҙәни синыфтарҙан сикһеҙ юғары һәм байҙарға рух күтәренкелеген ябай кешенән алырға кәрәк тип уйлай, шуға күрә аралашсы вазифаһын ҡабул итеп, йыш ҡына батша указдарын боҙоп, крәҫтиәндәрҙең ер мәнфәғәттәрен әүҙем яҡлай. «Аралашсы булыу ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс, ләкин дворянлыҡтың бөтә йәне менән мине күрә алмауы яҡшы түгел, ул бөтә яҡлап тәгәрмәскә таяҡ тығырға маташа». Аралашсы эше яҙыусының крәҫтиәндәр тормошон күҙәтеү даирәһен киңәйтә, әҙәби ижады өсөн уға материал бирә. 1866 йылдың июлендә Толстой хәрби-ялан судында Мәскәү пехота полкының рота писары Василий Шабуниндың яҡлаусыһы сифатында сығыш яһай. Иҫерек хәлдә булғаны өсөн Шабунинды офицер сыбыҡ менән һуҡтырыуға бойороҡ бирә, Шабунин офицерға һуға. Толстой Шабуниндың иҫһеҙлек хәлен иҫбатлай, әммә суд уны ғәйепле тип таный һәм үлем язаһына тарттыра. Шабунин атып үлтерелә. Был эпизод Толстойға ныҡ тәьҫир итә, сөнки был ҡурҡыныс күренештә ул йәбер-золомға нигеҙләнгән хөкүмәттең рәхимһеҙ көсөн күрә. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Ижадының алға китеше Өйләнгәндән һуң 12 йыл эсендә ул «Һуғыш һәм солох», «Анна Каренина» әҫәрҙәрен ижад итә. Толстойҙың әҙәби тормошоноң икенсе дәүере сигендә 1852 йылда уйланылған һәм 1861—1862 йылдарҙа тамамланған «Казактар» әҫәрен яҙа, был әҫәрҙә өлгөргән Толстойҙың таланты асыҡ сағыла. Толстойҙың төп ижади ҡыҙыҡһыныуы «характерҙарҙың тарихында», уларҙың ҡатмарлы һәм өҙлөкһөҙ үҫешендә". Уның маҡсаты шәхестең әхлаҡи үҫешенә һәләтен, камиллашыуын, рухи көсөнә таяныуын күрһәтеү була. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### «Һуғыш һәм солох» «Һуғыш һәм солох» әҫәренең донъя күреүенә «Декабристар» (1860—1861) романы өҫтөндәге әҙерлек эше булышлыҡ итә, автор уға бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡайта, әммә роман тамамланмай ҡала. Ә «Һуғыш һәм солох» өлөшөнә иҫ китмәле уңыш яуа. Роман «1805 йыл» исеме аҫтында 1865 йылда «Русский вестник» журналында баҫылып сыға; 1868 йылда уның өс өлөшө, тиҙҙән башҡа ике өлөшө лә баҫылып сыға. Романдың тәүге дүрт томы тиҙ тарала, һәм тағы икенсе баҫма кәрәк була, ул 1868 йылдың октябрендә сығарыла. Бишенсе һәм алтынсы томдары күп һанлы тираж менән бер баҫмала сыға. «Һуғыш һәм солох» рус әҙәбиәтендә лә, сит ил әҙәбиәтендә лә уникаль күренеш була. Был әҫәр психологик романдың тәрәнлеген һәм эпик фресканың киңлеген, күп фигуралылығын үҙ эсенән ала. В. Я. Лакшин һүҙҙәре буйынса, яҙыусы «героик 1812 йылда халыҡ аңының айырым торошона мөрәжәғәт итә, был осорҙа халыҡтың төрлө ҡатламдары сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы берләшә», был үҙ сиратында эпопея өсөн ерлек тыуҙыра". Рус милли һыҙаттарҙы автор «йәшерен патриотик йылылыҡ» менән, яһалма героикаға сирҡанып, ябай һалдаттарҙың ябайлығында һәм батырлығында күрһәтә. Рәсәйҙең наполеон ғәскәрҙәре менән һуғышын бөтә халыҡ һуғышы итеп һүрәтләй. Әҫәрҙең эпик стилен һүрәтләүҙең тулылылғы һәм һығылмалылығы, яҙмыштарҙың киҫелеше һәм тармаҡлығы аша бирә. Толстой романында йәмғиәттең төрлө ҡатламдары киң күрһәтелә, Александр I батшалыҡ иткән арауыҡтағы император һәм королдәрҙән алып һалдаттарға тиклем, бөтә йәштәгеләр һәм бөтә темпераменттар ҡатнаша. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Анна Каренина Мөхәббәт тураһында драматик һәм етди роман булып «Анна Каренина» әҫәре тора (1873—1876 йыл). Алдағы романдан айырмалы рәүештә, унда йәшәйеш менән сикһеҙ ләззәткә урын юҡ. Левин менән Китиның автобиографияға оҡшаған романында әле шатлыҡлы кисерештәр бар, әммә Доллиның ғаилә тормошон һүрәтләүҙә күберәк әсенеү, ә Анна Каренина менән Вронскийҙың мөхәбәтенең бәхетһеҙ тамамланыуында шул тиклем күңел тынысһыҙлығы бар, был Толстой әҙәби эшмәкәрлегенең өсөнсө осорға, драматик осорға күсеүе тураһында һөйләй. Әҫәрҙең төп геройҙарының характерҙары ҡатмарлыраҡ һәм нескәрәк. Автор мөхәбәттең, күңел ҡайтыуҙың, көнсөллөктөң, өмөтһөҙлөктөң рухи аныҡлыҡтың нескә нюанстарын күрһәтергә тырыша. Был әҫәрҙең проблематикаһы Толстойҙы туранан-тура 1870 йылдар аҙағындағы идеяһы һынылышына алып килә. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Башҡа әҫәрҙәре 1879 йылдың март айында Мәскәүҙә Лев Толстой Щеголенок Василий Петрович мнән таныша, ул шул уҡ йылда Толстой саҡырыуы буйынса Ясная Полянаға килә, унда ай-ай ярым тирәһе була. Щеголенок Толстойға күп кенә халыҡ хикәйәттәре, легендалар һәм былиналар һөйләй, шуларҙың егерменән ашыуын Толстой яҙып ала (улар Толстойҙың йыйылма әҫәрҙәре баҫмаһында сыға), ә ҡайһыларының сюжетын Толстой иҫендә ҡалдыра: Толстой тарафынан яҙылған алты әҫәрҙең сығанағы булып Щеголенок хикәйәләре була (1881 — «Чем люди живы», 1885 — «Два старика» и «Три старца», 1905 — «Корней Васильев» и «Молитва», 1907 — «Старик в церкви»). Бынан тыш, Толстой Щеголенок һөйләгән күп мәҡәлдәрҙе, айырым һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе яҙып ала. Толстойҙың донъяға яңы ҡарашы «Исповедь» (1879—1880, 1884 йылда баҫылып сыға) һәм «В чём моя вера?» (1882—1884) әҫәрҙәрендә тулыраҡ сағыла. Эскерһеҙ булған мөхәбәттең христиан башланғысы темаһына «Крейцерова соната» (1887—1889, 1891 йылда баҫылып сыға), «Дьявол» (1889—1890, 1911 йылда баҫылып сыға) повестарын яҙа. 1890 йылдарҙа сәнғәткә ҡарашын «Нимә ул сәнғәт?» трактатында белдерә.(1897—1898). Әммә шул уҡ йылдарҙа уның төп художество эше булып «Воскресение» романы була (1889—1899), сюжеты ысын суд эшенә нигеҙләнгән. Был әҫәрҙә сиркәү йолаларын ҡырҡа тәнҡитләүе арҡаһында 1901 йылда Толстой Изге синод тарафынан православие сиркәүенән ҡыуыла. 1900 йылдар башында Толстойҙың юғары ҡаҙанышы булып «Хаджи-Мурат» повесы һәм «Живой труп» драмаһы тора. «Живой труп» пьесаһы Толстойҙың чехов драмаһына яҡын яңы художестволы эҙләнеүҙәренең дәлиле. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Мәскәү халҡы иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуы Л. Н. Толстой 1882 йылда Мәскәү халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша. Сөнки ул Мәскәүҙә күпме ярлы барлығын асыҡлап, уларға аҡса менән дә,эше менән дә ярҙам итергә теләй. Толстой иң ҡатмарлы участкаларҙың береһен ала, һәм иҫәп алғанға тиклем бер нисә көн алда план буйынса участкаларын ҡарап сыға. Бәләкәй, бысраҡ тыҡрыҡта урынлашҡан ҡараңғы ике ҡатлы бина «Ржан ҡәлғәһе» тип атала, хәйерселектең төбөнә төшкән өмөтһөҙ кешеләр менән тулған был ҡуналҡа Толстойҙы үҙенең билдәле «Мәскәү иҫәбен алыу тураһында» мәҡәләһен яҙырға мәжбүр итә. Лев Николаевич байҙарҙа ҡала ярлыларына ҡарата мәрхәмәтлелек уятырға, аҡса йыйырға, был эшкә булышлыҡ итеүсе кешеләрҙе тупларға һәм иҫәп алыу менән бергә бөтә фәҡирҙәрҙең ояларын йөрөп сығырға өмөт итә. Иҫәп алыу бурысынан тыш, яҙыусы бәхетһеҙҙәр менән аралашырға, мохтажлыҡтарының нескәлектәрен белергә һәм уларға аҡса, эш менән ярҙам итергә, балаларҙы мәктәптәргә, ҡарт-ҡороларҙы приюттарға урынлаштырырға теләй. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Мәскәүҙә Мәскәү тарихын өйрәнеүсе Александр Васькин Толстойҙың Мәскәүгә йөҙ илле тапҡырҙан ашыу килгәнен яҙа. Уның Мәскәү тормошо менән танышыуының дөйөм тәьҫораттары, ҡағиҙә булараҡ, кире була, ә ҡаланың социаль хәл-торошо тураһындағы фекерҙәре — ҡырҡа тәнҡитле. Мәҫәлән, 1881 йылдың 5 октябрендә ул үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: Яҙыусының ижады һәм тормошо менән бәйле күп кенә биналар һаҡланып ҡалған. Яҙыусы йыш ҡына ҡатынының ғаиләһе — Берстар йәшәгән Кремлдә була. Толстой Мәскәү буйлап, хатта ҡышын да йәйәү йөрөргә яратҡан. Һуңғы тапҡыр ул Мәскәүгә 1909 йылда килә. Бынан тыш, Воздвиженка, 9 урамында Лев Николаевичтың олатаһының — кенәз Волконский Николай Сергеевичтың 1816 йылда һатып алған йорто урынлашҡан, ул уны Прасковья Васильевна Муравьева-Апостолдан (генерал-поручик В. В. Грушецкийҡыҙы, яҙыусы-сенатор И. М. Муравьев-Апостолдың ҡатыны, өс бер туған декабрист Муравьев-Апостолдарҙың әсәһе) һатып ала. Кенәз Волконский йортҡа биш йыл хужа була, шуға күрә был йорт Мәскәүҙә кенәз Волконскийҙарҙың төп усадьбаһы йәки Балконскийҙар йорто булараҡ та билдәле. Йорт Толстой тарафынан Пьер Безуховтың йорто кеүек һүрәтләнә. Лев Николаевичҡа был йорт яҡшы таныш — йәш сағында ул бында балдарҙа йыш була, сибәр кенәз ҡыҙы Прасковья Щербатова артынан йөрөй. Прасковья һыҙаттарын «Анна Каренина» романында Кити Щербацкаяға бирә. 1886, 1888 һәм 1889 йылдарҙа Л. Н. Толстой Мәскәүҙән өс тапҡыр Ясная Полянаға йәйәүләп ҡайта. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Дингә өндәүе һәм рухи кризисы Лев Николаевичты йыш ҡына балаларҙы тәрбиәләү, халыҡты етеш тормошта йәшәтеүгә өлгәшеүе кеүек хәл иткеһеҙ мәсьәләләр борсой башлай. Был өлкәлә ярҙам итә алмауына эсе боша һәм хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыу һымаҡ уйҙар ҙа килә. Үҙен борсоған һорауҙарға һәм икеләнеүҙәргә яуап табыу өсөн, Толстой дин тәғлимәттәрен тикшерергә тотона һәм 1891 йылда Женевала «Догматик дини тәғлимәтте тикшереү» эшен баҫтырып сығара һәм митрополит Макарийҙың (Булгаков) «Догматик-православие дини тәғлимәтен» тәнҡитләй. Руханиҙар һәм монахтар менән әңгәмәләшә, Оптина Пустынгә ҡарт монахтарға бара (1877, 1881 һәм 1890 й.й), дини тәғлимәт трактаттарын уҡый, ҡарт монах Амвросий менән осраша, Толстойҙың тәғлимәттәренә ҡаршы сыҡҡан К. Н. Леонтьев менән һөйләшә. 1890 йылдың 14 мартында Т. И. Филипповҡа хатында Леонтьев Толстой менән һөйләшеүе ваҡытында былай тип әйткәнен яҙа: «Йәл, Лев Николаевич, миндә фанатизм әҙ. Минең бәйләнештәрем булған Петербургҡа яҙырға кәрәк ине, һеҙҙе Томскҡа һөргөнгә ебәрһендәр тип, һәм ҡатынығыҙға ла, ҡыҙҙарығыҙға ла һеҙгә барып йөрөмәҫкә һәм аҡсаны ла әҙ генә һалырға тип. Юғиһә һеҙ ыңғай зарарлы кеше». Быға яуап итеп Лев Николаевич ҡыҙыулыҡ менән ҡысҡырып ебәрә: «Ҡәҙерлем, Константин Николаевич! Яҙығыҙ, аллаһы тәғәлә өсөн, мине һөргөнгә ебәрһендәр тип. Был минең хыялым. Хөкүмәт алдында үҙемдең абруйымды төшөрөү өсөн мин мөмкин булғандың барыһын да эшләйем, һәм барыһы ла язаһыҙ ҡала. Яҙығыҙ инде, зинһар өсөн». Христиан тәғлимәтен төп нөсхәһендә өйрәнер өсөн боронғо грек һәм боронғо йәһүд телен өйрәнә (өйрәнеүҙә уға Мәскәү раввины Шломо Минор ярҙам итә)). Шуның менән бергә ул старообрядсылар менән таныша, дингә өндәүсе крәҫтиән Василий Сютаев менән яҡынлаша, молокан, штундистар менән әңгәмәләшә. Лев Николаевич философияла, теүәл фәндәрҙең һөҙөмтәләре менән танышыуҙа тормош мәғәнәһен эҙләй. Ул мөмкин тиклем тормошто ябайлаштырырға, тәбиғәткә һәм игенселеккә яҡын булған тормош менән йәшәргә тырыша. Толстой яйлап бай тормоштан һәм уңайлыҡтарҙан баш тарта башлай, физик хеҙмәт менән күп шөғөлләнә, ябай кейем кейә, вегетариан булып китә, ғаиләһенә үҙенең бөтә эре милеген тапшыра, әҙәби милек хоҡуғынан баш тарта. Әхлаҡи камиллашыуына ихлас ынтылышында әҙәби эшмәкәрлегенең өсөнсө осоро башлана, уның айырым һыҙаттары булып дәүләт, ижтимағи һәм дини тормоштоң нығынған формаларын инҡар итеү була. Александр III хакимлығы башында Толстой батша үлтереүселәрҙе инжил рухында аҡлау үтенесе менән яҙма рәүештә императорға мәрәжәғәт итә. 1882 йылдың сентябренән уның артынан сектанттар менән мөнәсәбәттәрен асыҡлау маҡсатында йәшерен күҙәтеү ойошторола; 1883 йылдың сентябрендә ул присяжный вазифаһын үтәүҙән баш тарта, үҙенең был ҡылығын донъяға дини ҡарашының тап килмәүе менән аңлата. Шул ваҡытта уға, Тургеневтың үлеме менән бәйле, асыҡ сығыш яһау тыйыла. 1885 йыл башында Рәсәйҙә Толстойҙың дини ҡараштарына һылтанып хәрби хеҙмәттән баш тартыу осрағы башлана. Толстой ҡараштарының байтаҡ өлөшө Рәсәйҙә асыҡтан-асыҡ белдерелмәй һәм уның дини-социаль трактаттарында тик сит ил баҫмаларында ғына тулыһынса яҙыла. 1891—1892 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында Толстой Рязань губернаһында асығыусыларға һәм мохтаждарға ярҙам учреждениелары ойоштора. Уның тарафынан 187 ашхана асыла, унда 10 мең кеше ашай, шулай уҡ балалар өсөн бер нисә ашхана аса, утын таратыла, сәсеү өсөн картуф орлоғо бирелә, игенселәргә аттар һатып алынып таратыла (аслыҡ йылында бөтә хужалыҡтарҙа тиерлек аттар бөтә), яҡынса 150 000 һум иғәнә йыйыла. «Царство Божие внутри вас…» трактаты тәнәфес менән 3 йыл тиерлек яҙыла. Трактат тәнҡитсе В. В. Стасовтың һәм И. Е. Репиндың һоҡланыуын тыуҙыра. Цензура арҡаһында уны Рәсәйҙә баҫтырып сығарыуы мөмкин булмай, һәм ул сит илдә баҫылып сыға. Китап Рәсәйҙә күп һанлы экземплярҙа йәшерен рәүештә тарала башлай. Трактат Толстойҙың әҫәрҙәр йыйынтығына инә, ул авторҙың үлеменән һуң 1911 йылда баҫылып сыға. Һуңғы ҙур әҫәрендә, 1899 йылда нәшер ителгән «Воскресение» романында Толстой суд практикаһын һәм аҡһөйәктәр көнкүрешен ғәйепләй, руханиҙарҙың һәм ғибәҙәт ҡылыуҙың донъяуи властар менән берләшкәнлеген һүрәтләй. 1908 йылдың 6 декабрендә Толстой көндәлегенә шулай тип яҙа: «Мине кешеләр уларға мөһим булып күренгән „Һуғыш һәм солох“ һ.б. ваҡ-төйәктәр өсөн ярата». 1909 йылдың йәйендә Ясная Полянаға килеүселәрҙең береһе «Һуғыш һәм солох», «Анна Каренина» әҫәрҙәре өсөн үҙенең һоҡланыуын белдерә һәм рәхмәт әйтә. Толстой яуап бирә: «Был, Эдисонға кемдер берәйһе килеп: „Мин һеҙҙе мазурканы яҡшы бейегәнегеҙ өсөн бик хөрмәт итәм“ тип әйтеүгә тиң. Мин үҙемдең бөтөнләй башҡа китаптарыма әһәмиәт бирәм (дини!)». Шул уҡ йылда Толстой үҙенең әҙәби әҫәрҙәренең ролен былай тип билдәләй: «Улар минең етди әйберҙәргә иғтибарымды йәлеп итә». Ҡайһы бер тәнҡитселәр Толстойҙың әҙәби эшмәкәрлегенең һуңғы этабында уның художество көсө теоретик ҡыҙыҡһыныуҙарҙан зыян күрә һәм уға ижад тик ижтимағи-дини ҡараштарын һәр кем аңларлыҡ формала пропагандалау өсөн генә кәрәк тип билдәләй. Икенсе яҡтан, Владимир Набоков, мәҫәлән, Толстойҙың дингә аныҡ өндәүе юҡ һәм уның ижадының ҡеүәте һәм бөтә кешелек өсөн уртаҡ мәғәнәһе сәйәсәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡҡа эйә түгел һәм ысынын әйткәндә, уның тәғлимәтен ҡыҫырыҡлай, тип билдәләй: «Асылда Толстойҙы һәр ваҡыт ике генә тема ҡыҙыҡһындыра: Йәшәү һәм Үлем. Ә был темаларҙан бер ниндәй ҙә ижадсы ҡотола алмай». Шундай фекер ҙә әйтелә, йәнәһе «Нимә ул сәнғәт?» әҫәрендә Толстой бер ни тиклем Дантеның, Рафаэльдың, Гетеның, Шекспирҙың, Бетховендың художество әһәмиәтен кәметә, ул ижадтың әхләҡи тупланмаһының эстетиканан өҫтөнлөгөн раҫлап, туранан-тура «беҙ ни тиклем күберәк матурлыҡҡа бирелһәк, шул тиклем күберәк изгелектән алыҫлашабыҙ» тигән һығымтаға килә. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Сиркәүҙән ҡыуылыуы Тыуғандан һуң Толстой христиан диненә суҡындырыла. Үҙ ваҡытының белемле йәмғиәте вәкилдәре кеүек үҫмер һәм йәш сағында дини мәсьәләләргә битараф була, әммә уға 27 йәш булғанда көндәлегендә шундай яҙыу барлыҡҡа килә: «Алла, дин тураһында һөйләшеү миндә бөйөк фекер тыуҙыра, уны тормошҡа ашырыу өсөн ғүмеремде бағышлауға үҙемде һәләтле итеп тоям. Был фекер — кешелектең үҫешенә, Ғайса пәйғәмбәр диненә тап килеүсе, әммә серлелектән таҙарынған, ғәмәли дин, киләсәк хозурлыҡты вәғәҙә итмәгән, ләкин ерҙә хозурлыҡ биреүсе яңы диндең нигеҙе». 40 йәшендә әҙәби эшмәкәрлегендә уңыштарға ирешеп, йәмғиәттә күренекле урын биләп һәм мул ғаилә тормошо менән йәшәп, ул тормоштоң мәғәнәһеҙлеген кисерә башлай. Үҙ-үҙенә ҡул һалыу кеүек уйҙар уны эҙәрлекләй. Һуңынан ул хәҡикәтте тик халыҡ тормошонда күрә һәм ябай халыҡтың дине менән берләшергә тырыша. Ошо маҡсат менән ул ураҙалар тота, ғибәҙәт ҡылыуҙарҙа ҡатнаша һәм христиан сиркәүенең йолаларын үтәй. Күп йылдарҙан һуң уның беренсе ҡушылыуы онотолмаҫ ғазаплы хис тыуҙыра. Һуңғы тапҡыр Толстой 1878 йылда ҡушыла, шунан һуң ул тулыһынса сиркәү диненән күңеле ҡайтып, сиркәү тормошонда ҡатнашыуҙы туҡтата. Уның өсөн христиан сиркәүе тәғлимәтенән ситкә боролош булып 1879 йылдың икенсе яртыһы тора. 1880—1881 йылдарҙа Толстой «Четвероевангелие: Соединение и перевод четырёх Евангелий» эшен яҙа, унда ул донъяға хөрәфәтһеҙ һәм бер ҡатлы хыялһыҙ динде таратыу буйынса күптәнге теләген башҡара. Шулай итеп, 1880 йылдарҙа ул сиркәү дини ҡағиҙәләрен инҡар итеү позицияһына күсә. Толстойҙың ҡайһы бер әҫәрҙәренең баҫмалары дин цензураһы яғынан да, донъяуи цензура яғынан да тыйыла. 1899 йылда Толстойҙың «Воскресение» романы сыға, унда автор заманының төрлө социаль ҡатламдарын күрһәтә, руханиҙар йолаларҙы ашыҡ-бошоҡ күрһәтеүсе итеп һүрәтләнә, ә әҙәпһеҙ Топорковты күптәре Изге Синодтың обер-прокуроры К. П. Победоносцевҡа карикатура тип ҡабул итә. Лев Толстойҙың тормош рәүеше тураһында төрлө баһалар бар. Юғары ҡатлам йәмғиәтенең уңайлыҡтарынан баш тартыу, вегетарианлыҡ, физик хеҙмәт менән шөғөлләнеү һәм киң шәфҡәтлелек үҙенең тормошона ҡарата уның тәғлимәтенең ихлас сағылышы кеүек фекер таралған. Бының менән бер рәттән яҙыусының әхлаҡи позицияларының етдилегенә шикләнгән тәнҡитселәр ҙә бар. Дәүләтте инҡар итеп, ул юғары ҡатлам аристократияһының күп кенә өҫтөнлөктәре менән файҙаланыуын дауам итә. Алпауыт хужалығын ҡатынына тапшырыу, тәнҡитселәр фекеренсә, «милектән баш тартыуҙан» алыҫ. Иоанн Кронштадтский граф Толстойҙың "йәш сағындағы тәрбиәһеҙлегендә һәм хәтерһеҙлегендә, мажаралы тиккә үткән ғүмерендә «ҡәтғи динһеҙлек» сығанағы күрә. Ул үлемһеҙлектең сиркәү аңлатыуын кире ҡаға һәм сиркәү авторитетын танымай, дәүләт хоҡуғын инҡар итә, сөнки ул (уның фекеренсә) мәжбүр итеүгә һәм көс ҡулланыуға ҡорола. Лев Толстой сиркәүҙең кеше тыуғандан алып үҙ асылында гонаһлы һәм әҙәпһеҙ була тигән тәғлимәте менән риза түгел, сөнки, уның фекренсә, ундай тәғлимәт «кеше тәбиғәтендәге бөтә яҡшы нәмәне тамырынан киҫеп ташлай». Сиркәүҙең халыҡҡа йоғонтоһоноң юғалтыуын күреп, яҙыусы, К. Н. Ломунов фекеренсә, «Бер йәнлелек тә —сиркәүҙән тормай» тигән һығымтаға килә. 1901 йылдың 24 февралендә синодтың рәсми органы булған «Церковные ведомости» баҫмаһында граф Лев Толстой сиркәү йолаларын кире ҡаҡҡаны, һәм әҙәби эшмәкәрлеген һәм алланан бирелгән талантын халыҡ араһында Пәйғәмбәргә һәм Сиркәүгә ҡаршы таратҡан тәғлимәте өсөн сиркәүҙән ҡыуыла тигән ҡарар сығара. «Синодҡа яуабында» Лев Толстой үҙенең сиркәү менән араны өҙөүен былай тип раҫлай: «Үҙен христиан тип атаған сиркәү менән ара өҙөүөм төптән ғәҙел. Мин уның менән Аллаһҡа ҡаршы сығыуым өсөн өҙмәнем, ә киреһенсә, бөтә йәнем менән уға хеҙмәт итеү өсөн өҙҙөм». 1910 йылдың 28(10) октябрендәге төндә Л. Н. Толстой, һуңғы йылдарын үҙенең ҡараштарына ярашлы йәшәргә ҡарар итеп, үҙенең шәхси табибы Д. П. Маковицкий оҙатыуында Ясная Полянаны йәшерен рәүештә мәңгелеккә ҡалдырып китә. Шул уҡ ваҡытта Толстойҙың билдәле эш итеү планы булмай. Ул үҙенең һуңғы сәйәхәтен Щекино станцияһынан башлай. Шул уҡ көндө Горбачево станцияһында башҡа поезға күсеп ултыра һәм Тула губернаһының Белево ҡалаһына барып етә, артабан — шулай уҡ, тик башҡа поезда Козельск станцияһына тиклем бара, ямсы яллай һәм Оптин Пустынгә юллана, ә унан икенсе көнөнә — Шамордин монастырына, унда апаһы Мария Николаевна Толстая менән осраша. Һуңыраҡ Шамординоға йәшерен рәүештә Толстойҙың ҡыҙы Александра Львовна килә. 31 октябрҙең иртәһендә (13 ноябрь) Л. Н. Толстой һәм уны юлда оҙатып барыусылары Шамординонан Козельскҡа юллана, унан көнсығыш юнәлешендәге 12-се «Смоленск — Раненбург» юнәлешендәге поезға ултыра. Билет алып өлгөрмәгәнлектән, Белевола Волов станцияһына тиклем билет һатып алалар, унда көньяҡ юнәлештәге берәй поезға ултырырға ниәт итәләр. Толстойҙы оҙатып барыусылар һуңынан Толстойҙың билдәле сәйәхәт планы булмауы тураһында раҫлай. Кәңәшләшеп алғандан һуң Новочеркасск ҡалаһындағы ҡыҙ туғаны Денисенко Елена Сергеевнаға барырға ҡарар итәләр. Унда сит ил паспорты алып, Болгарияға сығырға, әгәр был мөмкин булмаһа— Кавказға юлланырға маташалар. Әммә юлда Л. Н. Толстой үҙен насар тоя, һалҡын тейеү үпкә шешеүенә килтерә, һәм оҙатып барыусылар шул уҡ көндә сәйәхәтте туҡтатып, ауырыу Толстойҙы тәүге тораҡ пункт эргәһендә сығарырға мәжбүр була. Был Астапово станцияһы була (хәҙер Лев Толстой станцияһы, Липецк өлкәһе). Лев Толстойҙың ауырыуы тураһында хәбәр юғары даирәләрҙә, шулай уҡ Изге Синод ағзалары араһында көслө шау-шыу тыуҙыра. Мәскәү тимер юлдары жандармы идаралығына һәм эске эштәр министрлығына уның һаулығы һәм хәленең торошон даими рәүештә шифрлы телеграммалар ебәрелә. Синод тарафынан йәшерен, ашығыс ултырыш саҡырыла, унда обер-прокурор Лукьянов инициативаһы буйынса, Лев Николаевичтың аяныслы үлем осрағы була ҡалһа, сиркәүҙең мөнәсәбәте тураһында мәсьәләләр ҡуйыла. Әммә мәсьәлә ыңғай хәл ителмәй. Лев Николаевичты алты табип ҡотҡарырға тырыша, тик уларҙың ярҙам итеүенә ул былай тип яуап бирә: «Барыһын да Хоҙай башҡара». Шул ваҡытта унан нимә теләгәнен һорайҙар, ул: «Мине береһе лә маҙаһыҙламауын теләйем»,- тип яуаплай. Ул үлеренән бер нисә сәғәт алда һуңғы мәғәнәле һүҙҙәрен өлкән улына әйтә, уныһы тулҡынланыуынан бер нәмә лә аңламай, әммә уларҙы табип Маковицкий ишетә: «Сережа, хәҡиҡәтте… мин күп яратам, мин бөтәһен дә яратам…». 1910 йылдың 7 (20) ноябрендә ауыр һәм ғазаплы ауырыуҙан һуң, Толстой Лев Николаевич 83-сө йәшендә станция начальнигы Озолин Ивандың йортонда вафат була. 1910 йылдың 9 ноябрендә Лев Толстойҙы ерләүгә Ясная Полянаға бер нисә мең кеше йыйыла. Йыйылғандар араһында яҙыусының дуҫтары һәм уның ижадына табыныусылар, урындағы крәҫтиәндәр һәм Мәскәү студенттары, шулай уҡ дәүләт органдары вәкилдәре һәм ерләү церемонияһының хөкүмәткә ҡаршы белдереүҙәренән, хатта демонстрацияға әүерелеүенән ҡурҡҡан властар тарафынан ебәрелгән урындағы полициейскийҙар була. Бынан тыш —был хәл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр билдәле кешене, Толстой үҙе теләгәнсә, христиан йолаһы менән булмаған асыҡ ерләү була (доғаларһыҙ, дин әһелдәр булмайынса, икона һәм шәмдәрһеҙ). Ерләү тантанаһы тыныс үтә, был полицияның рапортында билдәләнә. Оҙатырға килеүселәр, тулы тәртип һаҡлап, станциянан алып усадьбаға тиклем Толстойҙың кәүҙәһе менән табутты оҙата бара. Кешеләр сиратҡа теҙелеп, уның кәүҙәһе менән хушлашыу өсөн өндәшмәй генә бүлмәгә инә. Ошо уҡ көндә гәзиттәрҙә эске эштәр министры докладында Николай Беренсенең Лев Николаевич Толстойҙың үлеме тураһында резолюцияһы нәшер ителә: «Үҙенең һәләтенең сәскә атҡан осоро ижадында рус тормошонда данлыҡлы йылдарҙың образдарын кәүҙәләндергән бөйөк яҙыусының үлеме менән бәйле ысын күңелдән үкенәм. Аллаһы тәғәлә уға үҙе мәрхәмәтле хөкөмдар булһын». # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Ғаиләһе Лев Николаевич үҫмер сағынан уҡ Любовь Александровна Иславина һәм уның ҡыҙҙары Лиза,Соня, Таня менән таныш була. Ҡыҙҙар үҫеп еткәс, ул башта өлкән ҡыҙ Лизаға өйләнергә уйлай, һуңынан уртансы ҡыҙ Софьяны һайлай. Өйләнгәндә Софья Андреевнаға 18, ә графҡа 34 йәш була, һәм Лев Николаевич уға 1862 йылдың 23 сентябрендә өйләнә. Уның тормошонда бер ни тиклем бәхетле осор башлана. Ҡатыны йөҙөндә ул бөтә эштәрендә лә, ғәмәли һәм әҙәби эштәрендә ярҙамсы таба. Әммә аңлашмаусынлыҡтар, әрләшеүҙәр арҡаһында был бәхет тиҙҙән боҙола һәм ул йылдар үтеү менән киҫкенләшә. Балалары: * Сергей (1863—1947), композитор, музыка белгесе. Яҙыусының Октябрь революцияһын кисергән берҙән-бер балаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. * Татьяна (1864—1950). 1899 йылдан Михаил Сухотинда кейәүҙә. 1917—1923 йылдарҙа Ясная Поляна музей-усадьбаһының һаҡлаусыһы була. 1925 йылда ҡыҙы менән сит илгә китә. Ҡыҙы Татьяна Сухотина-Альбертини (1905—1996). * Илья (1866—1933), яҙыусы, мемуарсы. 1916 йылдап Рәсәйҙе ташлап АҠШ-ҡа китә. * Лев (1869—1945), яҙыусы, скульптор. 1918 йылдан сит илдә — Францияла, Италияла, һуңынан Швецияла. * Мария (1871—1906).1897 йылдан Николай Леонидович Оболенскийҙа кейәүҙә (1872—1934). Үпкә шешенән вафат була. Крапивен өйәҙенең Кочаки ауылында ерләнә. (хәҙерге Тула өлкәһе, Щекин р-ны, Кочаки ауылы). * Пётр (1872—1873). * Николай (1874—1875). * Варвара (1875—1875). * Андрей (1877—1916), Тула губернаторы янында айырым йомоштар чиновнигы. Рус-япон һуғышы ҡатнашыусыһы. Ҡаны ағыуланып Петроградта вафат була. * Михаил (1879—1944). 1920 йылда сит илгә сығып китә, Төркиәлә, Югославияла, Францияла һәм Мароккола йәшәй. 1944 йылдың 19 октябрендә Мароккола вафат була</ref>. * Алексей (1881—1886). * Александра (1884—1979). 16 йәшенән атаһының ярҙамсыһы була. Беренсе донъя һуғышында хәрби-медицина отрядының начальнигы була. 1920 йылда ВЧК тарафынан по делу «Тактик үҙәк» эше буйынса ҡулға алына, өс йылға хөкөм ителә, азат ителгәс, Ясная Полянала эшләй. 1929 йылда СССР-ҙан сит илгә китә, 1941 йылда АҠШ гражданлығы ала. 1979 йылдың 26 сентябрендә Нью-Йорк штатында Лев Толстойҙың барлыҡ балаларының һуңғыһы булып, 95 йәшендә вафат була. * Иван (1888—1895). # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Ғаиләгә ҡарашы. Толстой ижадында ғаилә Лев Толстой шәхси тормошонда ла, ижадында ла, төп иғтибарҙы ғаиләгә бирә. Яҙыусының фекере буйынса, кеше ғүмеренең төп институты булып дәүләт йәки сиркәү түгел, ә нәҡ ғаилә тора. Толстойҙы әҙәби эшмәкәрлегенең башында ғаилә тураһында фекерҙәр биләй, уға ул үҙенең беренсе әҫәре «Бала саҡ» повесын арнай. Өс йылдан һуң 1855 йылда ул «Маркёр яҙмалары» хикәйәһен яҙа, бында әҙәбиәтсенең ҡомарлы уйындарға, ҡатын-ҡыҙҙарға тартылыуы күҙәтелә. Ошо уҡ уның «Ғаилә бәхете» романында сағыла, унда ир менән ҡатындың мөнәсәбәте Толстойҙың үҙенең һәм ҡатыны Софья Андреевнаның мөнәсәбәтенә иҫ киткес оҡшаш. Ғаиләнең бәхетле ғүмер иткән осоронда (1860 йыл), яҙыусының ике бөйөк әҫәре: «Һуғыш һәм солох», «Анна Каренина» әҫәрҙәре яҙыла. Әгәр ҙә «Һуғыш һәм солох» әҫәрендә Толстой ғаилә тормошоноң ҡиммәттәрен, яҡлаһа, «Анна Каренина» әҫәрендә идеалдарҙың тоғролоғона өлгәшеүгә шик белдерә. Шәхси тормошонда уның мөнәсәбәттәре ҡатмарлашҡан осорҙа, был киҫкенләшеүҙәр «Иван Ильичтың үлеме», «Крейцер сонатаһы», «Иблес» һәм «Отец Сергий» әҫәрҙәрендә сағыла. Лев Николаевич Толстой ғаиләгә ҙур иғтибар бүлә. «Бала саҡ», «Үҫмерлек», «Йәшлек» трилогияһында автор бала саҡ донъяһының сағыу художестволы һүрәтләнешен бирә, уның тормошонда ата-әсәһенә ҡарата һәм үҙе уларҙан алған мөхәббәт мөһим урын ала. «Һуғыш һәм солох» әҫәрендә ғаилә мөнәсәбәттәренең һәм мөхәббәттең төрлө тибын асып һала. Ә «Ғаилә бәхете» һәм «Анна Каренина» әҫәрҙәрендә ғаиләләге мөхәббәттең төрлө аспекттары «eros» көсө аҫтында юғалып ҡала. «Һуғыш һәм солох» романы сыҡҡас, тәнҡитсе һәм философ Н. Н. Страхов Толстойҙың алдағы барлыҡ әҫәрҙәрен «ғаилә хроникаһы» менән тамамланған алдағы тикшеренеүҙәр категорияһына индерергә мөмкин тип билдәләй. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Библиография Толстойҙың яҙылған 174 әҙәби әҫәре, шул иҫәптән тамамланмаған әҫәрҙәре һәм ҡаралама һыҙмалары һаҡлана. Толстой үҙенең эштәренән 78 әҫәрен тулыһынса тамамланған тип иҫәпләй, улар ғына ул тере саҡта донъя күрә. Ҡалған 96 эше яҙыусының архивында ҡала һәм тик яҙыусы вафат булғас ҡына донъя күрә. Баҫылып сыҡҡан беренсе әҫәре —"Бала саҡ" повесы 1852 йылда сыға. Тере сағында баҫылған беренсе китабы — «Граф Л. Н. Толстойҙың һуғыш хикәйәләре» 1856 йылда Санкт-Петербургта донъя күрә; Шул уҡ йылда икенсе «Бала саҡ һәм үҫмерлек» китабы сыға. Үҙе тере сағында баҫылған һуңғы әҫәре «Уңдырышлы тупраҡ» 1910 йылда донъя күрә. Вафат булырынан бер ай элек Толстой «Донъяла ғәйеплеләр юҡ» повесының өсөнсө варианты өҫтөндә эшләй. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Тере сағында һәм үлгәндән һуң баҫма әҫәрҙәре йыйынтығы 1886 йылда Лев Николаевичтың ҡатыны беренсе тапҡыр яҙыусының әҫәрҙәре йыйынтығын баҫтырып сығарыуға өлгәшә.Толстойҙың 90 томлыҡ әҫәрҙәре йыйынтығының баҫмаһы (1928—58) әҙәби фән өсөн әһәмиәтле була, ул яңы күп художестволы текстар, хаттар һәм яҙыусының көндәлектәрен үҙ эсенә ала. Хәҙерге ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының А. М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты яҙыусының 100 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтырып сығарыуға әҙерләй (120 китап). Бынан тыш һәм һуңынан уның әҫәрҙәр йыйынтығы бер нисә тапҡыр нәшер ителә: * 1951—1953 йылдарҙа «14 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Гослитиздат), * 1958—1959 йылдарҙа «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Гослитиздат), * 1960—1965 йылдарҙа «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Худ. литература), * 1972 йылда «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Худ. литература), 1978—1985 йылдарҙа «22 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы (20 китап)» (М.: Худ. литература), * 1980 йылда «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Современник), * 1987 йылда «12 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы» (М.: Правда), — 1 500 000 дана менән. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Әҫәрҙәре тәржемәһе Рәсәй империяһы ваҡытында Октябрь революцияһына тиклем 30 йыл дауамында Толстойҙың 10 миллион дана китабы 10 телдә баҫылып сыға. 1918—1986 йылдарҙа СССР-ҙа Лев Толстойҙың 436,261 дана китабы 114 телдә 3199 дөйөм тираж менән нәшер ителә, был уны СССР-ҙа иң уҡыла торған яҙыусы итә. Толстой әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын ҡытай теленә тәржемә итеү Цао Ин тарафынан башҡарыла, уның өҫтөндә ул 20 йыл эшләй. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Донъяға танылыуы. Хәтер Рәсәй территорияһында Лев Толстойҙың тормошо һәм ижадына арналған дүрт музей булдырылған. Ясная Поляна усадьбаһы музей-ҡурсаулыҡҡа әүерелә һәм уның филиалы Никольское-Вяземское ауылында музей-усадьбаһы бар. Владимир Ильич Ленин күрһәтмәһе буйынса мемориаль музейға әйләнгән Мәскәүҙәге йорт-усадьбаһы (Лев Толстой урамы, 21) дәүләт һағы аҫтына алынған. Мәскәү- Курск-Донбасс тимер юлы станцияһындағы (хәҙер Көньяк-көнсығыш тимер юлының Лев Толстой станцияһы) Астаповолағы (яҙыусы шунда вафат була) йорт шулай уҡ музейға әүерелә. Толстойҙың иң эре музейы, шулай уҡ яҙыусының тормошон һәм ижадын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса үҙәк Мәскәүҙә Дәүләт музейы булып һанала. (Пречистенка урамы, № 11/8 һанлы йорт). Рәсәйҙә яҙыусының исемен бик күп мәктәптәр, клубтар, китапханалар һәм башҡа мәҙәни учреждениелар йөрөтә. Уның исемен Липецк өлкәһенең район үҙәге һәм тимер юл станцияһы (элекке Астапово), Калуга өлкәһенең районы һәм район үҙәге; Грозный өлкәһе ҡасабаһы (элекке Иҫке Йорт), унда ул йәш сағында була) атала. Рәсәй ҡалаларының күп урамдары һәм майҙандары Лев Толстойҙың исемен йөрөтә. Рәсәйҙә һәм донъяның төрлө ҡалаларында яҙыусыға һәйкәл ҡуйылған. Лев Николаевич Толстойҙың һәйкәле Мәскәү, Тула (Тула губернаһында тыуған), Пятигорск, Ырымбур ҡалаларында бар. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Кинола * 1912 йылда йәш режиссёр Яков Протазанов Лев Николаевичтың ғүмеренең һуңғы осорон раҫлаусы мотивтарға таянып, 30 минутлыҡ «Уход великого старца» тауышһыҙ фильмын төшөрә. Фильм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә күрһәтелә. * Лев Толстой һәм уның ғаиләһенә арналған Сергей Герасимовтың «Лев Толстой» исемле совет тулы метражлы нәфис фильмы. Совет телефильмы «Берег его жизни» (1985) * Рәсәй сериалы «Прощайте, доктор Чехов!» (2007), Толстой ролен Александр Пашутин башҡара. * Америка режиссёры Майкл Хоффмандың 2009 йылғы «Последнее воскресение» фильмында Лев Толстой ролен канадалы Кристофер Пламмер башҡара, был эше өсөн ул «Оскар» премияһының «Икенсе пландағы иң һәйбәт ир-аттар роле» номинацияһына лайыҡ була. * «О чём ещё говорят мужчины» (2011) фильмында Лев Толстойҙың эпизодик ролен Владимир Меньшов башҡара. * «Поклонница» (2012) фильмында яҙыусы ролен Иван Краско башҡара. * «Дуэль. Пушкинъ — Лермонтовъ» (2014) фильмында йәш Толстой ролендә — Владимир Балашов. * Режимссер Рене Ференың 2015 йылғы комедиялы фильмында «Антон Чехов — 1890» Лев Толстойҙы Фредерик Пьерро уйнай # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Ижадының әһәмиәте һәм йоғонтоһо Лев Толстой Европа гуманизмы эволюцияһына, донъя әҙәбиәтенең реалистик традициялары үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Уның йоғонтоһо Францияла Ромен Роллан, Франсуа Мориака һәм Роже Мартен дю Гара ижадында, АҠШ-та Эрнест Хемингуэй һәм Томас Вулф, инглиз яҙыусылары Джон Голсуорси һәм Бернард Шоу, Германияла Томас Манн һәм Анна Зегерс, Швецияла Август Стриндберг һәм Артур Лундквист, Австрияла Райнер Рильке, Польшала Элиза Ожешко, Болеслав Пруско, Чехословакияла Мария Пуйманова, Ҡытайҙа Лао Шэ, Японияла Токутоми Рок ижадтарында һиҙелә. Өҫтәүенә, уларҙың һәр береһе был йоғонтоно үҙенсә кисерә. Көнбайыш гуманист яҙыусылары Ромен Роллан, Анатоль Франс, Бернард Шоу, ағалы-ҡустылы Генрих һәм Томас Манндарҙың аңына Толстойҙың тәнҡитсел донъяға ҡарашы уның публицистикаһы һәм фәлсәфәүи хеҙмәттәре аша ғына түгел, шулай уҡ уның художестволы әҫәрҙәре аша ла үтеп инә. Толстойҙың донъяға ҡарашының эстетик идеялары Ромен Ролландың «Народный театр» китабында, Бернард Шоу менән Болеслав Прустың мәҡәләләре («Нимә ул сәнғәт?» мәҡәләһе) һәм Фрэнк Морристың «Ответственность романиста» китабында сағыла, бында автор бер нисә тапҡыр Толстойға һылтанма яһай. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Яҙыусылар, аҡыл эйәләре, дини эшмәкәрҙәр Толстой тураһында * Француз яҙыусыһы һәм Француз академияһы ағзаһы Андре Моруа Лев Толстойҙы бөтә мәҙәниәт тарихында өс бөйөк яҙыусының береһе (Шекспир һәм Бальзак менән бер рәттән) тип раҫлай. * Немец яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты Томас Манн донъя Толстойҙыҡы һымаҡ эпик һәм гомерик башланғысы көслө булған рәссамды әле күргәне юҡ, уның әҫәрҙәрендә эпос стихияһы һәм ҡаҡшамаҫ реализм йәшәй тип билдәләй. * Һинд философы һәм сәйәси эшмәкәр Махатма Ганди Толстойҙы үҙ ваҡытының иң ғәҙел кешеһе, бер ҡасан да дөрөҫлөктө йәшерергә, үтә матурлап күрһәтергә маташмай, хәҡиҡәт өсөн дин һәм аҡһөйәктәр власынан ҡурҡмай, өгөт-нәсихәттәрен эш менән нығытып, теләһә ҡайһы ауырлыҡтарға бара тип әйтә. * Толстой поэманан тыш һүрәтләнәсәк ысынбарлыҡты (тарихи һәм ағымдағы) иң бәләкәй дөрөҫлөгөнә тиклем белә, тип әйтә 1876 йылда рус яҙыусыһы һәм аҡыл эйәһе Федор Достоевский. * Рус яҙыусыһы һәм тәнҡитсеһе Дмитрий Мережковский Толстой тураһында былай тип яҙа: «Уның йөҙө —кешелектең йөҙө. Әгәр икенсе донъяла йәшәүселәр беҙҙең донъянан һеҙ кем? тип һораһалар—кешелек Толстойға күрһәтеп: бына мин», -тиер ине. * Рус шағиры Александр Блок Толстойҙы былай тип баһалай: «Толстой —хәҙерге заман Европаһының бөйөк һәм берҙән-бер генийы, Рәсәйҙең иң ҙур ғорурлығы, исеме генә —хуш еҫ, ул сафлыҡтың һәм изгелектең яҙыусыһы». * Рус яҙыусыһы Владимир Набоков ингизсә «Рус әҙәбиәте буйынса лекцияларында» Толстой тураһында былай тип яҙа: «Толстой — тиңе булмаған рус прозаигы. Бер яҡ ситтә алдан булған Пушкинды һәм Лермонтовты ҡалдырып, бөтә бөйөк рус яҙыусыларын ошондай эҙмә-эҙлектә теҙергә була: беренсе —Толстой, икенсе—Гоголь, өсөнсө—Чехов, дүртенсе—Тургенев». * Рус дини философы һәм яҙыусы Василий Розанов Толстой тураһында: «Толстой — тик әҙәбиәтсе, әммә пәйғәмбәр, әүлиә түгел һәм шуға күрә уның тәғлимәте береһен дә ҡанатландырмай». * Толстой әлеге көнгә тиклем намыҫ тауышы һәм әхлаҡи принциптарға ярашлы йәшәйем тип үҙенә ныҡ ышанған кешеләрҙе фашлай, тип билдәләй билдәле дин белгесе Александр Минь. # Толстой Лев Николаевич ## Биографияһы ### Портреттар галереяһы * И. Е. Репин. Лев Николаевич Толстой портреты (1887). * В. Н. Мешков. Л. Н. Толстой китапханала (Ясная поляна) (1910). * И. Е. Репин. Һабансы. Лев Николаевич Толстой ер һөргән ерҙә (1887). * М. В. Нестеров. Л. Н. Толстой Ясная Поляналағы быуа ярында(1907). * Н. Н. Ге. Л. Н. Толстой портреты (1884). * И. Е. Репин. Лев Николаевич Толстой урманда ял итә. (1891). * И. Е. Репин. Лев Николаевич Толстой яланаяҡ. (1901). Фрагмент. * И. Н. Крамской. Л. Н. Толстой портреты (1873). # Толстой Лев Николаевич ## Факттар * Лев Николаевич Толстой Ырымбур станцияһының тәүге пасажирҙарының береһе тип һанала.
59290
https://ba.wikipedia.org/wiki/Толстой_Лев_Николаевич
Толстой Лев Николаевич
# Езильница Езильница — Рәсәйҙәге йылға. Ярославль өлкәһе, Кострома өлкәһе, Иваново өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Горький һыу һаклағысы (Кострома ҡултығы) һыу һаклағысына ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км. # Езильница ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Волга йылғаһыРыбинск ГЭС-ынанКострома ҡалаһына тиклем, Кострома йылғаһын Исады һыу үлсәү посына тиклем индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Волга ҡушылдыҡтары бассейны, Рыбинск һыуһаҡлағысынан түбән Ока тамағына тиклем, йылға бассейны — (Үрге) Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысына тиклем (Ока бассейны ҡушылмай). Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 08010300212110000013164 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 110001316 * Бассейн коды — 08.01.03.002 * ГӨ буйынса томы — 10 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
46927
https://ba.wikipedia.org/wiki/Езильница
Езильница
# Өсәй (Санар ҡушылдығы) Өсәй (рус. Осейка) — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Санар йылғаһының һул ярына тамағынан 46 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км. # Өсәй (Санар ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Тубыл йылғаһы, Уй йылғаһы инешенән тамағына тиклем, Уйылға йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш. Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500212111200000935 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200093 * Бассейн коды — 14.01.05.002 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11 * ГӨ буйынса сығарылыш — 2
17888
https://ba.wikipedia.org/wiki/Өсәй_(Санар_ҡушылдығы)
Өсәй (Санар ҡушылдығы)
# Воробьёв Анатолий Андреевич Воробьев Анатолий Андреевич (1923—2006) — совет ғалимы һәм педагогы, микробиолог һәм иммунологы, медицина фәндәре докторы, профессор, СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1991; 1984 йылдан ағза-корреспонденты), медицина хеҙмәте генерал-майоры. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1980) һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (2001). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). # Воробьёв Анатолий Андреевич ## Биографияһы 1923 йылдың 5 февралендә Красноярск крайының Курғанный ҡалаһында тыуған. 1940 йылдан алып 1945 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡый, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Каспий хәрби флотилияһы частарында хеҙмәт итә һәм Ленинград оборонаһында ҡатнаша. 1945 йылдан 1948 йылға тиклем Төньяҡ флот караптары берләшмәһенең хәрби-диңгеҙ табибы сифатында СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1948—1951 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының физик һәм коллоидлы химия кафедраһы һәм микробиология кафедраһы буйынса адъюнктураһында уҡый, академик П. Ф. Здродовскийҙың уҡыусыһы була. 1951 йылдан 1956 йылға тиклем был академияла өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында педагогик эштә. 1956 йылдан 1978 йылға тиклем СССР Оборона министрлығының ғилми-тикшеренеү институтында ғилми эш менән шөғөлләнә, фән буйынса бүлек начальнигы һәм был институттың фән буйынса начальнигы урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1978 йылдан 1987 йылға тиклем СССР Медицина һәм микробиология сәнәғәте министрлығы системаһында, Биопрепарат баш идаралығында ғилми-тикшеренеү эштәрендә, фән буйынса был бүлек етәксеһенең беренсе урынбаҫары була. 1987 йылдан 2006 йылға тиклем И.M. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина институтында вирусология һәм иммунология менән микробиология кафедраһы мөдире булып эшләй.. # Воробьёв Анатолий Андреевич ## Биографияһы ### Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм фәнгә индергән өлөшө А. А. Воробьёвтың төп фәнни-педагогик эшмәкәрлеге микробиология өлкәһендәге мәсьәләләр, иммунитетты модуляциялау принциптарын эшләү, йоғошло ауырыуҙарҙың дөйөм иммунопрофилактикаһы һәм иммунология мәсьәләләре менән бәйле. Уның етәкселегендә эпидемик сабыртмалы тифҡа һәм Q биҙгәгенә ҡаршы химик вакциналар, шулай уҡ полианатоксиндар һәм дифтерия һәм һын ҡатыу ауырыуына ҡаршы иммунлаштырыу өсөн ҡулланылған юғары таҙартылған сорбланған анатоксиндар булдырыла. А. А. Воробьёв СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының вакциналар һәм сывороткалар буйынса комитеты ағзаһы, Иммунологтарҙың Бөтә Союз ғилми йәмғиәте идараһы ағзаһы, «Иммунология» һәм «Микробиология, эпидемиология һәм иммунобиология» фәнни-медицина журналдарының редколлегия ағзаһы. 1951 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы, 1960 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1964 йылда уға профессор ғилми исеме бирелә.1984 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, ә 1991 йылда мөхбир ағзаһы итеп һайлана. А. А. Воробьёв етәкселегендә дүрт йөҙгә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән ун монография яҙылған. 1980 йылда «күпләп иммунлаштырыу сараларын эшләгәне өсөн (перораль, аэрозоль, энәһеҙ)» СССР дәүләт премияһына лайыҡ була. 2001 йылда «клиник ҡулланыуҙың фундаменталь принциптарын эшләгәне һәм Экспресс-мониторинг диагностикалау өсөн лазерлы флуоресценция ысулдарын индергәне, эренле инфекция һәм дисбиоз менән ауырыған пациенттарҙа ауырыуҙы дауалауҙың һөҙөмтәлелеген баһалағаны һәм прогнозлағаны өсөн» Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһына лайыҡ була.. 2006 йылдың 23 мартында Мәскәүҙә вафат булған, Троекуров зыяратында ерләнгән. # Воробьёв Анатолий Андреевич ## Библиография * Анатоксины / А. А. Воробьев, Н. Н. Васильев, А. Т. Кравченко. — Москва : Медицина, 1965. — 488 с. * Адъюванты: (Неспециф. стимуляторы иммуногенеза) / А. А. Воробьев, Н. Н. Васильев. — Москва : Медицина, 1969. — 206 с. * Безыгольный способ введения биологических препаратов в организм / А. А. Воробьев, И. Л. Некрасов, Л. Ф. Бандаков. — Москва : Медицина, 1972. — 102 с. * Массовые способы иммунизации / А. А. Воробьев, В. А. Лебединский. — Москва : Медицина, 1977. — 255 с. * Использование микроорганизмов для получения биомедицинских препаратов / [А. А. Воробьев, Г. Ф. Лапина]. — М. : ВНИИСЭНТИ, 1985 * Не подводя черты : Науч.-публицист. повесть / А. А. Воробьев. — М. : Мед. информ. агентство (МИА), 2003. — 415 с. ISBN 5-89481-166-X * В круге моём / А. А. Воробьев. — Москва : Особая книга, 2007. — 159 с. ISBN 5-98811-066-5 * Медицинская и санитарная микробиология : учебное пособие по микробиологии, вирусологии, иммунологии для студентов медицинских вузов / А. А. Воробьев, Ю. С. Кривошеин, В. П. Широбоков. — 4-е изд., стер. — Москва : Академия, 2010. — 46 с. ISBN 978-5-7695-6565-6 # Воробьёв Анатолий Андреевич ## Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре * 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены * Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены * ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены * «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы * Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы (2001) * СССР Дәүләт премияһы (1980) * Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999) # Воробьёв Анатолий Андреевич ## Хәтер * 1997 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институты бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. * 1997 йылда юғары уҡыу йортонан һуңғы һөнәри белем биреү И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының медицина-профилактика факультетының инфектология кафедраһына уның исеме бирелә.
183110
https://ba.wikipedia.org/wiki/Воробьёв_Анатолий_Андреевич
Воробьёв Анатолий Андреевич
# Йыһаншин Азат Надир улы Йыһаншин Азат Надир улы (11 май 1971 йыл) — театр һәм кино актёры, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996). # Йыһаншин Азат Надир улы ## Биографияһы Азат Надир улы Йыһаншин 1971 йылдың 11 майында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 2-се мәктәбендә уҡый, шул йылдарҙа уҡ йырлай, гитарала уйнай. 1990—1994 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында һөнәри белем ала. Институттан һуң ул Стәрлетамаҡ театраль берләшмәһенә эшкә саҡырыла. Ошо уҡ йылда Азат «Аҡйондоҙ» төркөмөн ойоштора һәм үҙе вокалист булараҡ сығыш яһай башлай. Йәштәр араһында бик популяр була. 1995 йылда А. Йыһаншин Милли йәштәр театрына күсә. Мостай Кәримдең «Салауат» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Илеш роле һәм юғары актёрлыҡ оҫталығы өсөн 1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге премияһына лайыҡ була. 1998—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт итә. Академтеатрҙа эшләгән осорҙа ул иң билдәле актёрҙарҙың береһе була. 2002 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме бирелә. 2008 йылдан Азат Йыһаншин Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләй, башта — ҡуйыусы режиссёр (2009 йылдан), һуңынан — (2012 йылдан) театрҙың художество етәксеһе вазифаларында. Ошо уҡ ваҡытта Мәҙәниәт министрлығы юлламаһы буйынса Е. Вахтангов исемендәге Дәүләт театре ҡарамағындағы Б. Щукин исемендәге театраль институтының режиссёрлыҡ бүлегендә уҡый. 2014 йылда бик ҡыҫҡа ваҡыт (15 июлдән 1 декабргә тиклем) Салауат башҡорт дәүләт драма театрында директор булып эшләй. 2014 йылдың декабренән — Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры директоры. 2020 йылдың 1 сентябрендә Азат Йыһаншин Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнде. # Йыһаншин Азат Надир улы ## Театрҙағы ролдәре * Айгөл иле (Мостай Кәрим) * Роже — Минең ҡатынымдың исеме Морис * Көнләш, Америка, көнләш!… * Собака на сене (Лопе де Вега, реж. А. Нәҙерғолов, 1998) * Толай — Сыңғыҙхандың аҙаҡҡы төйәге (реж. Н. Абдыҡадиров, 2012) * Тимерхан — Нәркәс (И. Йомағолов) * «Теләктәр бишеге» (Н. Абдыҡадиров, режиссёры Н. Абдыҡадиров) * Аттила (Ғ. Шафиҡов) * Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр (А. Островский) * Ал яулыҡлы тирәккәйем (С. Айытматов) * Салауат (Мостай Кәрим) * Их, өс егет, өс егет… (Өсәүҙең мажаралары) # Йыһаншин Азат Надир улы ## Киноролдәре * Две далекие-близкие зимы (1996) * Ай ҡыҙы — төп герой (реж. Ә. Нурмөхәмәтов, 2002) * День хомячка (2003) * Тайна Аркаима — Ник роле (2006) * Рәхмәт — Мәскәй әбей роле (реж. Ә. Райбаев, 2007) * Әсә — ҡартатай роле (реж. А. Асҡаров, 2015) * Из Уфы с любовью — Герман Альфредович (реж. А. Асҡаров, 2017) # Йыһаншин Азат Надир улы ## Режиссерлыҡ эштәре * «Тылсымлы күл мөғжизәһе» (С.Сурина, Стәрлетамаҡ театры, әкиәт) * «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…» (Ф. Бүләков, Стәрлетамаҡ театры, Ф. Бүләков, трагикомедия, 2008) * «Мәскәү — Васютки» (Ф. Бүләков, Стәрлетамаҡ театры, Ф. Бүләков, 2009) * «Мин һайлаған яҙмыш» (М. Бураҡаева, Стәрлетамаҡ театры, 2011) * «Ҡоҙаса» (Б. Бикбай, Стәрлетамаҡ театры, 2012) * «Аҫылйәр» (М. Фәйзи, Стәрлетамаҡ театры, 2013) * «Калигула» (Альбер Камю, Стәрлетамаҡ театры (2014), Милли йәштәр театры (Өфө, 2016)) * «Мөхәббәт күле» (М.Багаев, 2012, салауат театры), * «Әлдермәштән Әлмәндәр» (Т.Миңнуллин, 2014, Салауат театры) * «Ледниковый период» (Алекс Тарн, 2013, Милли йәштәр театры) * «Ул ҡайтты» (Ә. Атнабаев, 2017, «Нур» татар театры) * «Йән киҫәккәйҙәрем минең» (Ф. Бүләков,, Башдрамтеатр (Өфө), 2007) * «Аҡса булһа бер муҡса» (М. Багаев, 2015, «Нур» татар театры) # Йыһаншин Азат Надир улы ## Дискографияһы ### «Аҡйондоҙ» төркөмө составында * Аҡйондоҙ (1998) # Йыһаншин Азат Надир улы ## Ижад иткән йырҙары * Айым * Тик hиңә табынам * Ай ҡыҙы * Аҡ ҡайын * Бағышлайым һиңә * Заятүләк һәм Һыуһылыу * Илайым — йырлайым * Ҡыңғыраулы сәскә * Нәркәсем * Һин генә * Тирәккәйем * Хушығыҙ, хыялдарым * Яратам һине * Мөхәббәтем (Алһыу Бәхтиева менән берлектә). # Йыһаншин Азат Надир улы ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * «Урал моңо» фестиваленең Гран-прийы (1993) * Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002) * Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996) — Милли йәштәр театрының «Салауат» спектаклендә (Мостай Кәрим әҫәре) башҡарған роле өсөн * «Театр яҙы — 2009» фестиваленең «Өмөт» дипломы (Ф. Бүләков, Һөйәһеңме-һөймәйһеңме) * «Колонсак» Республика балалар спектаклдәре фестиваленең 3 тапҡыр дипломанты (И. Йомағоловтың «Тылсымлы моң» пьесаһы буйынса режиссёр-консультанты). * III Халыҡ—ара театраль фестивале дипломанты (Ф. Бүләков, Мәскәү-Васютки, 2010) * Республика башҡорт драматургияһы фестиваленең 4 номинацияла еңеүсе, «Иң яҡшы режиссёр эше» (Ф.Бүләков, «Мәскәү-Васютки») * Төрки телле халыҡтарҙың «Мең тын алыш — бер тауыш» Халыҡ-ара театраль фестиваленең дипломанты (Конья ҡалаһы, Төркиә). * «Ремесло» Бөтә Рәсәй йәш татар режиссураһы фестивале (Ҡаҙан, 2012, Гран-при «Мәскәү—Васютки» спектакле өсөн) * «Туғанлык» халыҡ-ара төрки театрҙары фестивалендә Гран-при (Өфө, 2012, «Мәскәү—Васютки» спектакле өсөн)
142972
https://ba.wikipedia.org/wiki/Йыһаншин_Азат_Надир_улы
Йыһаншин Азат Надир улы
# Аҡ Ҡуйлылар Аҡ Ҡуйлылар — төркүмән ҡәбиләләре конфедерацияһы, баяндур ҡәбиләһе берләшмәлә баш булып торған. Аҡ Ҡуйлылар Көнсығыш Анатолияла һәм Көнбайыш Иранда 1501—1503 йылдарҙа Сәфәүиҙәр тарафынан ҡыйратылғанға тиклем хакимлыҡ итә. «Аҡ Ҡуйлылар» тигән шартлы атама баяндур ҡәбиләһенең ырыу тамғаһы булған аҡ ҡуйҙан килеп сыҡҡан. Византия сығанаҡтарында был династияны Аспропробатидтар тип атайҙар. # Аҡ Ҡуйлылар ## Ҡәбилә тарихы Аҡ Ҡуйлы тигән төркүмән ҡәбиләләре беренсе тапҡыр 1340 йылғы византий йылъяҙмаларында телгә алына, ул саҡта был ҡәбилә Көнсығыш Анатолияла күсмә тормош алып бара. Ул ваҡытта башлыҡтарҙың күбеһе, шул иҫәптән ырыуҙың билдәле вәкиле Оҙон Хәсән хан да, византий принцессаларына өйләнгән булған. XIV быуат уртаһында илханиҙар осоро тамамланған саҡта уғыҙ Аҡ Ҡуйлы ҡәбиләләре Әрмәнстандағы, атап әйткәндә Тигр йылғаһының үрендәге, йәйләүҙәрҙә йәйләп, Диярбаҡыр менән Ойвас ҡалалары араһында ҡышлап йөрөйҙәр. XIV быуат аҙағынан уҡ Аҡ Ҡуйлылар уғыҙ ҡәбиләләренең Ҡара Ҡуйлы тигән берләшмәһе менән туҡтауһыҙ һуғыштар алып бара. Аҡ Ҡуйлыларҙа баяндур ҡәбиләһе баш булып йөрөй. Был ҡәбиләнең тамырҙары 24 уғыҙ ҡәбиләһенең береһен нигеҙләгән һәм легендар Уғыҙ хандың ейәне булған Баяндур ханға барып тоташа. XIV быуатта Трапезунд империяһы менән Аҡ Ҡуйлыларҙың ҡораллы төркөмдәре араһында бәрелештәр йыш булып тора. Тик 1352 йылда ғына солох төҙөлә. Трапезунд хакимы Алексей III-нөң ҡыҙ ҡәрҙәше Мария Комнина Аҡ Ҡуйлыларҙың башлығы Фәхр-әл-әд-Дин Ғутлуның улына ҡатынлыҡҡа бирелгәс кенә Аҡ Ҡуйлы уғыҙҙарының барымталары туҡтала. Фәхр-әл-әд-Дин Ғутлу вафат булғандан һуң 1389 йылда власть уның улы Әхмәткә күсә, әммә холоҡһоҙлоғо арҡаһында уны ҡустыһы Ҡара Осман алмаштыра. Ираника энциклопедияһына ярашлы, нәҡ ошо Ҡара Осман Аҡ Ҡуйлылар дәүләтен нигеҙләүсе булып иҫәпләнә. 1402 йылда Аҡһаҡ Тимер уларға Диярбаҡыр тирәһендәге өлкәне (хәҙерге Төркиәнең көнсығышында, Тигр йылғаһының үрге ағымында) бүләк итә. Байтаҡ ваҡыт ҡәрҙәштәре Ҡара Ҡуйлылар уларға киңәйеү мөмкинлеген бирмәй килә. 1435 йылда, Ҡара Ҡуйлылар дәүләтенең көсһөҙләнеүенән файҙаланып, биләмәләрен киңәйтәләр, Әрмәнстанда үҙ хакимлығын урынлаштыралар, мысыр мәмлүктәренең биләмәләренә баҫып инәләр, бының һөҙөмтәһендә элек дуҫтарса мөнәсәбәттә булған Мысыр солтанлығы дошманға әйләнә. Ҡара Осман вафат булғас, власть өсөн талаш башлана, вариҫ итеп тәғәйенләнгән Али ҡәбиләләрҙең башлығы булып китә, әммә власты ҡулында тота алмай һәм Мысырға ҡаса. Уның урынынан ҡустыһы Хәмзә килә, ләкин ул да 1444 йылда мәрхүм була. Бынан һуң власть Йыһангирға күсә, ул оҙаҡ яулашҡандан һуң Ҡара Ҡуйлыларҙың хакимы Йыһаншахтан 1452 йылда сюзеренитет ала. Солох килешеүе Йыһангирҙың ҡустыһы Оҙон Хәсәнгә әйтеп тормайынса төҙөлә, ә ул быны хыянат тип баһалай. Оҙон Хәсән ғәскәр менән ағаһы Йыһангиргә ҡаршы китә һәм уны тиҙ генә еңә, шунан Ҡара Ҡуйлылар менән һуғышты ҡабат башлай. Был осорҙа Аҡ Ҡуйлылар Ҡара Ҡуйлыларға ҡаршы Аҡһаҡ Тимер менән, артабан уның улы Шаһрух менән создаш була. 1459 йылда Ҡара Ҡуйлы хакимы Йыһаншаһ тимериҙәр солтаны Әбү Сәйет менән союз төҙөгәнсе, дошманлашыу дауам итә. Аҡ Ҡуйлыларҙың Осман империяһы менән аралары насар була, ә грек Трапезунд империяһы менән татыу йәшәйҙәр. Трапезунд Аҡ Ҡуйлылар өсөн сауҙа порты булып хеҙмәт итә. Трапезунд хакимының ҡыҙы Феодора Деспине Хатун Оҙон Хәсәндең ҡатыны була. 1467 йылда Оҙон Хәсән менән Йыһаншаһтың ғәскәрҙәре араһында Муш һуғышы була. Оҙон Хәсәндең еңеүе менән Ҡара Ҡуйлы дәүләте юҡҡа сыға. Аҡ Ҡуйлы тигән яңы дәүләткә яйлап хәҙерге Әзербайжан, төньяҡ-көнбайыш Иран, (Иран Әзербайжаны), хәҙерге Әрмәнстан территориялары, Ҡурдстандың, Ираҡтың төньяғы, Ирандың Хузистан, Фарс һәм Керман провинциялары инә. # Аҡ Ҡуйлылар ## Дәүләттең тарихы ### Дәүләтте нигеҙләү, хәрби походтар һәм еңеүҙәр 1467 йылда Оҙон Хәсән (1453—1478 йылдарҙа идара итә) Аҡ Ҡуйлы ҡәбиләләре башында, Тимериҙәр дәүләте менән союзға инеп, көндәш Ҡара Ҡуйлылар дәүләтен ҡыйрата, Әрмәнстанға, Көнбайыш Иранға, Ираҡҡа хужа була һәм дәүләт төҙөй. Трапезунд дәүләте менән Осман империяһына ҡаршы берләшә. Османдарҙың хәрби өҫтөнлөгө һәм 1461 йылда Трапезундтың солтан Мәхмәт II тарафынан яулап алыныуы ғына уны төрөктәргә һуғыш башлауҙан туҡтата. Оҙон Хәсән башҡа фронттарҙа эш итә, 1462 йылда — Әйүбиҙәрҙең һуңғы нығытмаһы булған Хәсәнкәйфте, 1465 йылда Карпут (Ҡарпузлу) ҡәлғәһен ала, Керман менән Фарсҡа барымталар яһай. 1468 йылда Иран Әзербайжанын баҫып ала һәм баш ҡаланы Тәбризгә күсерә. Осман империяһы менән аралар ҡатмарлаша. 1472 йылда Аҡ Ҡуйлылар ғәскәре Сивас менән Ҡайсериға инә, ләкин османдар уларҙы тиҙ арала ҡыуып сығара. 1473 йылдың 1 авгусында Оҙон Хәсән османдарҙы Малатьяла ҡыйрата. Ә 11 августа Тержән эргәһендәге яуҙа османдар тарафынан ҡыйратыла. Артиллерияның көсһөҙлөгө, утлы ҡоралдың етешмәүе, ғәскәрҙең иҫкесә ойошторолошо Аҡ Ҡуйлыларҙың еңелеү сәбәбе була. Оҙон Хәсәндең вафатынан һуң (1478) власҡа уның улы солтан Яҡуп килә. Яҡуп финанс реформаһын дауам итә. Дини һәм хәрби аҡһөйәктәргә ер буйынса элекке өҫтөнлөктәр юҡҡа сығарыла, ә 1489 йылда ерҙәргә яңы кадастр иҫәбе үткәрелә. 1490 йылда солтан Яҡуп көтмәгәндә үлә — уны ағыулайҙар. Яҡуптың үлеме реформаларҙы туҡтата. 1490—1497 йылдарҙа дәүләткә Яҡуп солтандың улы Байсанғур хан һәм Рөстәм хан идара итә. 1497 йылда Аҡ Ҡуйлыларҙың һуңғы солтаны Әхмәттең хакимлығы башлана. Ул дәүләттең тарҡалыуын күсмә төрки феодалдарын көсһөҙләндереү юлы менән туҡтатырға тырыша. Ҡайһы берҙәрен аҫа, уларға элек билдәләнгән өҫтөнлөктәрҙе юҡҡа сығара. Күсмә феодалдар төркөмө менән көрәштә Әхмәт солтан иран граждандар бюрократияһына таяна. Крәҫтиәндәрҙең ыңғай мөнәсәбәтен яулау өсөн һалым реформаһы үткәрә, бөтә төр түләмдәрҙе бөтөрөп, шәриғәт яһаҡтарын ғына ҡалдыра. Был сараларҙы күсмә феодалдар оҡшатмай һәм фетнә күтәрә. Әхмәт солтан Исфаһан эргәһендә фетнәселәр менән бәрелештә һәләк була, уның бөтә указдары ғәмәлдән сығарыла. Власть өсөн көрәш башлана, 1500 йылда Аҡ Ҡуйлы биләмәләре ике ҡәбилә башлығы араһында бүленә: Алвенд — Әзербайжан менән Әрмәнстанды, Морат Ираҡ менән Фарсты ала. # Аҡ Ҡуйлылар ## Дәүләттең тарихы ### Иҡтисады Оҙон Хәсән үткәргән иҡтисади һәм ер реформалары сәйәсәте иҡтисадҡа ярҙам итә алмай. Элгәрге тиҫтә йыллыҡтарҙа яһаҡ күләмдәре артыу ауыл хужалығының тарҡалыу сәбәбе булғанлыҡтан, Оҙон Хәсән һалым реформаһын үткәрә, яңы устав — «Ғануннамә» сығарыла. Уның тексы һаҡланмаған, бары тик ер түләмдәренең тотороҡло ставкаһы, тауар хаҡының 5 проценты күләмендә һалым (тамға) булдырылғаны ғына билдәле. Оҙон Хәсән вафат булғас, финанс чиновниктары был нормаларҙы күҙәтмәй. Хакимиәткә ҡала аҡһөйәктәренең йоғонтоһо арта бара, шул уҡ ваҡытта ул хәрби функцияларҙан ситтә ҡалдырыла килә. Төрки күсмә яугирҙәре менән ултыраҡ иран халҡы араһында этник һәм социаль айырма бөтөрөлмәй, был да дәүләттең сәйәси-иҡтисади үҫешенә ҡамасаулай. Аҡ Ҡуйлыларҙың финанс килемдәре ултыраҡ халыҡтан йыйылған һалымдарҙан һәм йыйымдарҙан, шулай уҡ Көнсығыш Анатолия аша үткән төп сауҙа юлдарында йыйылған түләмдәрҙән тора. # Аҡ Ҡуйлылар ## Дәүләттең тарихы ### Дәүләттең ҡолауы Оҙон Хәсәндең вариҫтары осоронда Аҡ Ҡуйлы дәүләтенең эске кәмселектәре асыла. Феодаль тарҡаулыҡ арҡаһында һәм өлкәләр араһында ныҡлы иҡтисади бәйләнештәр булмағанлыҡтан күсмә феодалдар араһында бөткөһөҙ янъял-бәрелештәр бара. Хәрби түрәләр һәм феодалдар (бәктәр) Оҙон Хәсән тоҡомон солтан итергә тырыша. Һөҙөмтәлә, Оҙон Хәсәндең вафатынан һуң сирек быуат эсендә ун солтан алмашына. Аҡ Ҡуйлылар менән Сәфәүиҙәр хакимдарҙы ҡоҙалашһа ла, аралары һалҡын була. Ә сөнни Аҡ Ҡуйлы биләмәһе булған Көнсығыш Анатолияла шиғилыҡ таратыла. Былар һәммәһе лә Сәфәүиҙәр менән Аҡ Ҡуйлылар араһында хәрби бәрелештәргә килтерә. Аҡ Ҡуйлының һуңғы хакимдарының береһе Сәфәүиҙәрҙең ҡыҙылбаштары тарафынан ҡыйратыла. Тағы бер солтан — Морат — осман ғәскәрҙәренән еңелә. XV быуат аҙағына көсһөҙләнгән Аҡ Ҡуйлы дәүләте 1501 йылда Исмал Сәфәүи етәкселегендәге Сәфәүиҙәр тарафынан ҡыйратыла. Аҡ Ҡуйлыларҙың яулап алған бөтә биләмәләре Сәфәүиҙәргә күсә. # Аҡ Ҡуйлылар ## Армияһы Аҡ Ҡуйлының хәрби ойошмаһы күсмәселектең дә, урта быуаттар Көнсығышының ултыраҡ цивилизацияларының да элементтарын һәм принциптарын үҙ эсенә ала. Төбәктә ул монгол өлгөһөндәге һуңғы армия була. Ойошторолоуы буйынса ике өлөшкә бүленә: хакимдың гвардияһы — горчу һәм феодаль атлы ополчение — черик. Горчу тоғро ырыуҙарҙан, беренсе сиратта баяндур ырыуынан алынған яугирҙәрҙән тора. Дөйөм һаны 2,5 мең кеше була. Уға горчу башы етәкселек итә. Ғәскәрҙең күп һанлы төп өлөшө булған черик буйһоноулы ҡәбиләләрҙән йыйылған ополчениенан төҙөлә. Черик та ике өлөштән тора. Төп өлөшө — атлы ополчение, икенсеһе — йәйәүлеләр һәм ярҙамсы ғәскәрҙәр. Аҡ Ҡуйлыларҙың ғәскәрендәге яугирҙәр һанын төрлө сығанаҡтар нигеҙҙә бер сама баһалай. Мәҫәлән, Амброджио Контарини әйтеүенсә, Оҙон Хәсәндең 50,000 кешеле атлы ғәскәре була. Катерино Дзено хәбәр итеүенсә, 1473 йылда Оҙон Хәсән ғәскәре 40,000 яугирҙән һәм 60,000 ярҙамсы гуллугчынан тора. Иософат Барбаро 1472 йылда походҡа сыҡҡан ғәскәрҙә 25,000 һыбайлы, 3,000 йәйәүле, 2,000 уҡ-һаҙаҡлы гөләм, 1,000 ҡылыслы гөләм булыуын билдәләй. Уртаса алғанда Аҡ Ҡуйлыларҙың ғәскәре 40,000-46,000 атлы ополчениенан, 6,000 йәйәүленән, 2,5 мең горчунан, 5,000-7,0000 гарнизон һәм ҡала һағы яугирҙәренән тора. Яугирҙәр әҙерләү номадик традицияларҙа бара. Өс йәше тулғас, баланы атҡа мендергәндәр, ете йәшкә тиклем ул ағас ҡорал менән уйнаған. Ете йәштән тимер ҡорал һәм балалар өсөн әҙерләнгән яу кәрәк-ярағы бирелгән. Ун йәштән баланы хәрби күнекмәләргә өйрәтә башлағандар. Бының өсөн хәрби эш буйынса төрлө трактаттар ҡулланылған: фурусиййа («рыцарь трактаттары»), силаһ (ҡорал тураһында трактаттар), хәрбиййа (хәрби эш буйынса трактаттар), римаййа (уҡ атыу буйынса трактаттар), хиял (хәрби хәйләләр буйынса трактаттар). Ошондай әҙерлекте үткәс, 14 йәштән үҫмерҙе пушандар (ауыр ҡораллы атлы яугир) свитаһына яҙғандар, ул башта хәрби походтарҙа ҡорал йөрөтөүсе булараҡ ҡатнашҡан. 17-18 йәштәргә егеттәр профессиональ яугиргә әйләнгән. 20 йәштәрҙә, хәрби кампанияларҙа үҙен нисек тотоуына ҡарап, яугир үҙ ерен алыу өсөн дивандың исемлегенә яҙыла алған. Йәйәүле ғәскәрҙәгеләр, атлыларҙан айырмалы, бик насар әҙерлек менән айырылып торған. Тик бала саҡтан атырған өйрәтелгән уҡсылар ғына һәйбәт әҙерлекле булған.
122627
https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡ_Ҡуйлылар
Аҡ Ҡуйлылар
# Тяфсора Тяфсора — Рәсәйҙәге йылға. Архангельск өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Кимжа йылғаһының уң ярына тамағынан 125 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 63 км. # Тяфсора ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Мезень Малонистогорская ауылы янындағы һыу үлсәү посынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Мезень. Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03030000212103000050473 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103005047 * Бассейн коды — 03.03.00.002 * ГӨ буйынса томы — 03 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
61586
https://ba.wikipedia.org/wiki/Тяфсора
Тяфсора
# Викимедиа фонды Викимедиа фонды (ингл. Wikimedia Foundation йә ҡыҫҡа WMF) — табышһыҙ партнерлыҡ, шәфҡәтлек ойошмаһы, Википедия, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә, Викимилек вики-проектарына ярҙам итә. Викимедиа фондының штаб-фатиры Сан-Францискола урынлашҡан (Калифорния штаты). Рәсәй Федерацияһы территорияһында ҡулланыу өсөн ирекле энциклопедик, белем биреү һәм башҡа кешелек тарафынан тупланған мәғлүмәтте төҙөү һәм таратыу менән бәйле төҙөлгән проекттар үҫеше өсөн барлыҡҡа килгән. # Викимедиа фонды ## Проектар * Википедия — ирекле энциклопедия. * Викиһүҙлек — функциональ һүҙлек. * Викикитапхана — ‎асыҡ контентлы китапхана. * Мета-вики — вики-проекттар эшмәкәрлеген координациялаған проект. * Викитөрҙәр — ‎биология буйынса белешмә. * Викияңылыҡтар — ирекле текслы яңылыҡтар. * Викиуниверситет — ирекле уҡытыу материалдары һәм курстары. * Викимилек — медиафайлдар һаҡлау урыны. * Викиөҙөмтә — өҙөмтәләр йыйылмаһы.
67386
https://ba.wikipedia.org/wiki/Викимедиа_фонды
Викимедиа фонды
# Коломенская (метро станцияһы) «Коло́менская» — Замоскворецкая юлының станцияһы. Нагатино-Садовники һәм Нагатинский Затон сигендә ята. # Коломенская (метро станцияһы) ## Тарих 1969 йылда асыла. # Коломенская (метро станцияһы) ## Исем Станция исеме «Коломенское» дәүләт музей-заповеднигы менән бәйле. # Коломенская (метро станцияһы) ## Фотографиялар * платформа. 26 февраль 2000 йыл. * 26 февраль 2000 йыл.
72243
https://ba.wikipedia.org/wiki/Коломенская_(метро_станцияһы)
Коломенская (метро станцияһы)
# Нима-Тума Нима-Тума — Рәсәйҙәге йылға. Ханты-Манси АО биләмәләрендә аға. Йылға Юма-Ега йылғаһының уң ярына тамағынан 42 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 75 км. # Нима-Тума ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Обь йылғаһы Нефтеюганск ҡалаһынан Иртыш йылғаһы ҡушылғанға тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Вах, йылға бассейны — (Үрге) Обь, Иртыш ҡушылғанға тиклем. Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 13011100212115200046768 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 115204676 * Бассейн коды — 13.01.11.002 * ГӨ буйынса томы — 15 * ГӨ буйынса сығарылыш — 2
64341
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нима-Тума
Нима-Тума
# Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы (14 март, 1924 йыл, БАССР, Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районы Ҡарағол ауылы — ?, Өфө ҡалаһы) — нефтсе. # Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы ## Биографияһы Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы 1924 йылдың 14 мартында БАССР-ҙың Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районы Ҡарағол ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Тирмән ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Ялан-Ҡатай педучилищеһында уҡый. # Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы ## Тормош һәм хеҙмәт юлы 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Унда авиация өсөн химик-инструктор әҙерләү курсанты булып китә. Һуңынан егетте Тымыҡ океан флотының Хәрби-Һауа Көстәренә химик-инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай уҡ телеграфист булып эшләй. Еңеү хаҡындағы тәүге хәбәрҙе лә карапта ул, Яҡуп Шәмсетдинов, ала. Немец баҫҡынсылары менән алышҡандан һуң, Яҡуп Мөхәммәт улы квантун Японияһына ҡаршы һуғыша. Японияға ҡаршы һуғыш тамамланғандан һуң, ул тыуған ауылына ҡайтҡан һәм бер йыл колхозда эшләгән. 1947—1952 йылдарҙа Өфө нефть институтына уҡырға ингән. Уҡыу тамамланғандан һуң, «Башвостокнефтеразведка» тресына эшкә тәғәйенләнә. Был ойошмала ябай инженерҙан алып разведка начальнигына саҡлы хеҙмәт юлы үтә. Тәжрибәле нефтсене артабан Балаҡатай, Балтас, Дыуан нефть разведкалары етәксеһе булып эшләй. 1963 йылда Көнсығыш Себер ятҡылыҡтары асыла башлағас, Яҡуп Шәмсетдиновты Сургут ҡалаһына саҡыралар. Ул «Төмәннефтегаз» нефть разведкаһына өлкән инженер, "Обь-нефтегаз-геология"ның бүлек мөдире булып эшләй. Себер нефтен үҙләштергәндән һуң, Яҡуп Мөхәммәт улы тыуған яҡтарына ҡайта һәм «Баштрансгаз» берекмәһендә 12 йыл хеҙмәт итә. # Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы ## Ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләре * Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб. * Шәмсетдинов Я. М. Ҡурҡыу белмәҫ осоусы (Раян Ҡасимов тураһында) — Башҡортостан, 2006, 22 июнь, 124-се һан, 3-сө бит
138593
https://ba.wikipedia.org/wiki/Шәмсетдинов_Яҡуп_Мөхәммәт_улы
Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы
# Печуга (Кострома ҡушылдығы) Печуга — Рәсәйҙәге йылға. Кострома өлкәһе, Вологда өлкәһе, Ярославль өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Кострома йылғаһының һул ярына тамағынан 90 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км. # Печуга (Кострома ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Кострома йылғаһы Исады һыу үлсәү посына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Волга ҡушылдыҡтары бассейны, Рыбинск һыуһаҡлағысынан түбән Ока тамағына тиклем, йылға бассейны — (Үрге) Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысына тиклем (Ока бассейны ҡушылмай). Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 08010300112110000012618 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 110001261 * Бассейн коды — 08.01.03.001 * ГӨ буйынса томы — 10 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
61052
https://ba.wikipedia.org/wiki/Печуга_(Кострома_ҡушылдығы)
Печуга (Кострома ҡушылдығы)
# Күбрауыйлыҡ Күбраүилек (рус. Кубравия) — Урта Азияла таралған суфый тәриҡәте. Нигеҙ һалыусы хиуалы Нәжметдин Күбра исеме менән аталған (1145—1221). # Күбрауыйлыҡ ## Тарихы Күбраүилек суфый тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы Нәжметдин Күбра (1145—1221) Исмәғил Кәсри, Әбү Йәсир Ғәммәр Бидлиси һәм Рузбехан Вәззән Мисриҙә уҡый. Хорезмға ҡайтҡас, үҙенең суфый тәғлимәте мәктәбен аса. Күбрауи шәйехтәренең Бохарала, Сәмәрҡәндтә, Ирандың бер нисә ҡалаһында, Кашмирҙа һәм Ҡытайҙа үҙ үҙәктәре булған. # Күбрауыйлыҡ ## Доктринаһы Башҡа суфый шәйехтәре кеүек, Нәжметдин Күбра кеше рухи юлдан барып, Аллаһты тоя һәм, остаҙының (мөршидтең) кәңәштәрен тотоп, Уға яҡыная ала, тип һанаған. Нәжметдин буйһоноусанлыҡ, донъяуилыҡтан ситләшеү һәм яңғыҙ ғибәҙәттәргә бирелеү тарафдары була. Күбраүиҙәр төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәренә һәм уларҙың суфыйлыҡ алымдарына һәм практик гармонияһына ҙур әһәмиәт бирә һәм үҙҙәрен Али ибн Әбү Талиптың рухи вариҫтары тип иҫәпләй. Ғәләүиҙәрҙең ике сектаһы — нурбахшы һәм зәһәбиҙәр — күбраүиҙәрҙән айырылып сыҡҡан. Күбраүи әс-Симнәни XIV быуатта шәһәҙәттең берҙән-берлеге (үәхдәт әш-шүһүд; ғәр. وحدة الشهود‎) концепцияһын эшләгән һәм мистик «юл» формулаһын үҙгәртеп, хәҡиҡәт — тәриҡәт — шәриғәт өслөгөнә таянып ҡына ысын ғилемгә һәм илаһи ҡанунға өлгәшеп була тип һанаған 2022 йыл 27 июнь архивланған. # Күбрауыйлыҡ ## 10 принцип * Тәүбә; * Зүһд (заһитлыҡ-аскетлыҡ); * Тәүәккүл; * Ҡәнәғәтлек; * Үҙгәлек * Зекер * Тәүәжүһ * Сабырлыҡ * Мураҡҡаба * Ризалыҡ.
189168
https://ba.wikipedia.org/wiki/Күбрауыйлыҡ
Күбрауыйлыҡ
# Рабовалюк Михаил Иванович Рабовалюк Михаил Иванович (18 октябрь 1915 йыл — 10 февраль 1945 йыл) — 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының 45 миллиметрлы пушкалар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). # Рабовалюк Михаил Иванович ## Биография Михаил Иванович Рабовалюк 1915 йылда Отрада ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. Баландин мәктәбендә белем ала. Отрада ауылында зоотехник, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әлшәй район Советы башҡарма комитетының ер бүлегендә участка зоотехнигы булып эшләй. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. # Рабовалюк Михаил Иванович ## Батырлығы 487-се уҡсылар полкының 45-миллиметрлы пушкалар взводы командиры (143-сө уҡсылар дивизияһы, 47-се армия, 1-се Белоруссия фронты) лейтенант Рабовалюк, 1945 йылдың 15 ғинуарында уҡсылар батальоны составында, Польшаның Легвоново ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ, үҙенең танкка ҡаршы пушкалары уты менән совет ғәскәрҙәренең йылдам алға хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә. Көн аҙағына Висла йылғаһы сигенә етә, ә аҙаҡ тиҙ генә үҙенең взводының техник йыһаздарын һәм бар булған хеҙмәткәрҙәрен йылғаның көнбайыш ярына сығара. Рабовалюк взводы күп йәһәттән Ҡыҙыл Армияның башҡа подразделениеларының Висла йылғаһын һуғышып уңышлы аша сығыуына һәм биләгән позицияларҙа нығыныуына булышлыҡ итә. Ошо һуғыштан һуң Рабовалюк Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Рабовалюк Михаил Иванович 1945 йылдың 10 февралендә, Көнсығыш-Померан операцияһының башында һәләк була. 143-сө уҡсылар дивизияһының кире ҡайтмай торған юғалтыуҙар исемлегенә ярашлы, Карлсруэ тораҡ пунктының көньяҡ ситендә, Валч (Дойч-Кроне) ҡалаһынан 7 километр алыҫлыҡта ерләнгән. Хәҙер был Польшаның Көнбайыш-Поморск воеводалығы Валецкий повят Валч (гмина) Ługi Wałeckie ауылы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, лейтенант Рабовалюк Михаил Ивановичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
142268
https://ba.wikipedia.org/wiki/Рабовалюк_Михаил_Иванович
Рабовалюк Михаил Иванович
# Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены (рус. орден Красного Знамени) — СССР-ҙың иң беренсе һәм юғары ордендарының береһе, ВЦИК декреты менән Совет Рәсәйе осоронда уҡ, граждандар һуғышы ваҡытында — 1918 йылдың 16 сентябрендә булдырылған. Тәүге исеме — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены. Вручается за массовое убийство полицаев, белогвардейских недобитков дизертиров и членов их семей, массовое уничтожение соисполнителей врагов, пособников оккупантов, подстилок немецкофашистских, выблядков с белосинекрасным флажком власовских предателей, массовое уничтожение новых членов нато, в т.ч. сша, жидов, британцев, латышей, финов, турок, шведов, французских недобитышей в т.ч. канадцев. За Родину! За Сталина!.. Граждандар һуғышы ваҡытында ошондай уҡ ордендар башҡа Совет республикаларында ла булдырылған. 1924 йылдың 1 авгусында Совет республикаларының бөтә ордендары СССР-ҙың дөйөм ордены — Ҡыҙыл Байраҡ ордены итеп үҙгәртелә. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, хәрбиҙәрҙең тәҡдиме буйынса, һуғыш ваҡытында айырыуса батырлыҡ, фиҙәҡәрлек һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән кешеләрҙе, хәрби частәрҙе, хәрби караптарҙы, хәрби берләшмәләрҙе бүләкләү өсөн булдырыла. Был хәрби орден менән СССР Оборона министрлығы органы булған «Красная звезда» гәзите, Ленинград, Ташкент, Волгоград, Севастополь һәм башҡа ҡалалар бүләкләнгән. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән тәүге бүләкләнеүселәр: 1-се орден — Василий Константинович Блюхер; 2-се орден — Иван Фёдорович Федько; 3-сө орден — Иосиф Виссарионович Сталин. Климент Ворошилов Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән алты тапҡыр, Василий Блюхер — биш тапҡыр бүләкләнә. 1930 йылда Ленин ордены булдырылғанға тиклем Ҡыҙыл Байраҡ ордены йәш Совет дәүләтенең иң оло бүләге була. # Ҡыҙыл Байраҡ ордены ## Орден тасуирламаһы Ордендың уртаһында аҡ эмаль менән ҡапланғын түңәрәктә алтын ураҡ һәм сүкеш урынлашҡан. Түңәрәк үҙе алтын лавр таж менән уратылған. Түңәрәк аҫтына ҡыҙыл йондоҙ, уның аҫтына сатрашланғын ҙур сүкеш, һабан, факел һәм ҡыҙыл байраҡ урынлашҡан. Ҡыҙыл байраҡта «Пролетарии всех стран соединяйтесь!»тигән яҙыу бар. Ордендың ситен уратҡан алтын лавр тажда «СССР» тигән яҙыулы ҡыҙыл таҫма урынлашҡан. Ҡыҙыл Байраҡ ордены көмөштән эшләнә. Ордендың бейеклеге — 40 мм, киңлеге — 36,3 мм. Беренсе Ҡыҙыл Байраҡ ордендары ҡыҙыл таҫма өҫтөнә тағып йөрөтелгән. Һуңыраҡ ситтәрендә тар һәм уртаһында киң аҡ һыҙат төшөрелгән ҡыҙыл таҫмаға уратылған биш мөйөшле нигеҙгә эленгән.
1741
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡыҙыл_Байраҡ_ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
# Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы (рус. Гильманова Райхана Гарифулловна; 25 ғинуар 1954 йыл) — журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2001), Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, бер нисә киң мәғлүмәт сараһы мөхәррире. 1987—1993 йылдарҙа Башҡортостанда экологик йәмәғәт ойошмаһында һәм протест хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы. # Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы ## Биографияһы Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы Ғилманова (ҡыҙ фамилияһы Мәсәғүтова) 1954 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Федоровка районының Өсбүләк ауылында тыуа. 1971 йылда Бала-Сытырман урта мәктәбен тамамлай. 1975 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 1975—1977 йылдарҙа — Федоровка районының «Еңеүгә» гәзитендә (2007 йылдан — «Ашкаҙар таңдары») бүлек мөдире. 1979 йылда — ВЛКСМ Үҙәк комитетының Юғары комсомол мәктәбенең (хәҙер — Мәскәү гуманитар университеты) журналистика бүлеген тамамлай. 1979—1985 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле кафедраһы ассистенты. # Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы ## Биографияһы ### Хеҙмәт юлы 1985—1991 йылдарҙа — «Вечерняя Уфа» гәзите хәбәрсеһе. Август путчы көндәрендә (1991 йылдың 18-21 авгусы) һәм унан һуң бер аҙна Рәйхана Гильманова «Волга — Урал» гәзите базаһында «В последний час» тигән гәзит баҫтырып сығара. Гәзитте активистар төркөмө ҡала буйлап тарата. 1991 йылда Рәйхана Ғилманова "Уфимская воскресная газета"ны (1992 — йылдан «Воскресная газета») ойоштора һәм уның баш мөхәррире урынбаҫары була. Гәзит тиражы беренсе йылдарҙа 100000 дананан артып китә. 1994 йылда Өфө мэры М. А. Зайцев саҡырыуы буйынса ҡала хакимиәтенең матбуғат үҙәге етәксеһе була. Был вазифаһында ул быға тиклем бер өлөшө коммерция милегенә күскән Өфө сәнғәт галереяһы бинаһының төп өлөшөн һаҡлап алып ҡала. 1995 йылда ҡабат "Воскресная газета"ның баш мөхәррир урынбаҫары булып ҡайта. 2002 йылда ул Рәсәйҙең әйҙәүсе журналистары өсөн Халыҡ-ара журналистикаға үҙәге ICFJ (Журналистарҙың халыҡ-ара үҙәге) ойошторған «Яңы офоҡтар: медиа менеджерҙар уңыш өсөн асҡыстары» («Новые горизонты: ключи к успеху для медиаменеджеров») семинарында уҡый, үҙ проектын яҡлап, халыҡ-ара сертификатҡа эйә була. 2000 йылдарҙа «Воскресная газета» Башҡортостанда берҙән-бер бойондороҡһоҙ гәзит була. 2006 йылда редакцияның бер өлөшө гәзитте ООО «Альтернативное подписное агентство по РБ»ға һатырға ҡарар иткәс, быға риза булмаған журналистар, шул иҫәптән Рәйхана Ғилманова, эштән китә. 2008 йылда «Воскресная газета» сығыуҙан туҡтай. 2006—2007 йылдарҙа- «Охрана труда и промышленная безопасность» республика гәзитенең баш мөхәррире. 2007—2012 йылдарҙа — «Уфимская неделя» гәзитенең мөхәррире. 2013 йылда — «Наша Версия» гәзитенең төбәк ҡушымтаһы баш мөхәррире. Был осорҙа гәзит эсәр һыу сығанағының санитар һаҡлау зонаһында ағас эшкәртеү заводы төҙөлөшөнә ҡаршы тороусы «Антикроношпан» йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәтенә әүҙем ярҙам күрһәтә. Башҡортостандың шихандарын яҡлап материалдар баҫтыра. Гәзит республиканың киҫкен экологик проблемаларын актив тикшерә һәм аса. Етемдәргә, инвалидтарға һәм һуғыш ветерандарына торлаҡ бүлеүҙәге хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса тикшереүҙәр ҙә алып бара. 2014 йылда — «Башмедиа» мәғлүмәт агентлығы мөхәррире. Рәйхана Гильманова социаль һәм сәйәси, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф темаларын, мигранттар һәм мәжбүри күскенселәр проблемаларын яҡтырта. Ул гәзит уҡыусыларҙан чиновниктарҙың эшлекһеҙлеге, хеҙмәт закондарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса килгән мөрәжәғәттәре менән эшләй. Ғилманова күренекле Рәсәй сәйәсмәндәре һәм популяр мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осраша, әңгәмәләр эшләй. Уның геройҙары араһында Б. Н. Ельцин, А. М. Оболенский, Валерий Фокин, Алексей Козлов һәм башҡалар бар. # Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы ## Журналист тикшереүҙәре Рәйхана Ғилманованың бер эш йүнәлеше — тикшеренеү журналистикаһы. Ул Өфөнөң Ленин районында социаль торлаҡ бүлеүҙә оло хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлай.. Архитектура һәйкәлдәренең емерелеүенә килтергән эшмәкәрлекте аса. Уның «Дәүләт башҡа һаҡламай» («Государством больше не охраняется») мәҡәләһе һөҙөмтәләре буйынса тикшереү үткәрелә, факттар дөрөҫ тип табыла, ләкин республика прокуратураһы енәйәт эше ҡуҙғатмай. # Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы ## Йәмәғәт эшмәкәрлеге Рәйхана Ғиоманова — Башҡортостандың экологик ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Төбәк-ара атомға ҡаршы хәрәкәттә ҡатнашып ҡына ҡалмай, уның эшмәкәрлеген дә яҡтырта. 1989 йылда Башҡортостан һайлаусылар һәм депутаттар ассоциацияһын (БАИТ) төҙөүселәрҙең береһе. Ассоциацияның уставы һәм программаһы авторҙарының береһе һәм БАИТ идараһы ағзаһы. БАИТ барлыҡ кимәлдәге депутаттарҙың беренсе демократик һайлауҙарын ойоштороуҙа актив ҡатнаша. Ассоциация — Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары комитетын булдырыу инициаторҙарының береһе һәм уның коллектив ағзаһы. Яңы ойошторолған комитет 3-7 мең кешене йыйған бер нисә митинг үткәрә. 1990 йылда «Уфахимпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ғәйебе арҡаһында Өфөнәң һыу менән тәьмин итеү системаһына ҙур күләмдә фенол эләккәс, Ижтимағи ойошмалар комитеты «Йәшел сылбыр» («Зеленая цепочка») кампанияһын ойоштора. Халыҡ баҫымы аҫтында техноген авария сығанағы консервациялана. 1995 йылда Рәйхана Ғилманова бер мандатлы 5-се һайлау округы буйынса РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелә. 9 кандидат араһынан бизнесмен һәм милләтсел «Русь» йәмәғәт ойошмаһы берләшмәһе лидеры Александр Арининдан ғына ҡалыша . # Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * «Асыҡ йәмәғәт институты» (ингл. Open Society Institute, OSI) үткәргән мәҙәни мәсьәләләр тураһында яҙыусы журналистарҙың бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (1997). * «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре». (2001). * Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Ҡасаҡтар буйынса Юғары Комиссары аппараты тарафынан ойошторолған «Бергә» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе (2002). * «Алтын гонг» (рус. «Золотой Гонг») Бөтә Рәсәй журналистика конкурсы лауреаты (2002). * «Көс ҡулланыуҙы туҡтатайыҡ» (рус. «Остановим насилие») Беренсе Бөтә Рәсәй милли конкурсы (ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуға ҡаршы йүнәлтелгән) лауреаты (2003). * «Медицинала йәш ғалим: ҡаҙаныштар һәм проблемалар» («Молодой ученый в медицине: достижения и проблемы») Беренсе Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсы еңеүсеһе (2012).
160112
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғилманова_Рәйхана_Ғарифулла_ҡыҙы
Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы
# Волга буйы немецтары Волга буйы немецтары (шулай уҡ волга буйы немецтары, үҙатамаһы Wolgakolonisten, Wolgadeutsche) — башлыса Екатерина II манифесы нигеҙендә 1760-се йылдарҙа Түбәнге Волга буйында таралып ултырған һәм 1941 йылға тиклем шунда йәшәгән герман дәүләттәре күскенселәре тоҡомдарынан XX быуат башына Рәсәйҙә формалашҡан халыҡтарҙың береһе. Һуң 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң территориаль автономия ала — Волга буйы немецтары АССР-ы. 1941 йылда Себергә һәм Ҡаҙағстанға СССР немецтары депортациялана. Немецтарҙы депортациялау милли телен һәм мәҙәниәтен емергән, һыу ҡала халҡы менән СССР-ҙың башҡа халҡы менән ассимиляцияһын тиҙләткән. Депортация эҙемтәләре Германияға күсенеү хәрәкәте барлыҡҡа килеүгә сәбәп булған, 1990-сы йылдарға ул айырыуса көсәйгән. Волга буйы немецтарының этник тамырҙары әлеге ваҡытта, башлыса, Рәсәй, Германия, Ҡаҙағстан, АҠШ, Канада һәм Аргентина.территорияһында йәшәй. # Волга буйы немецтары ## Күсенеүе ### Екатерина II манифесы 1762 йылдың 4 декабрендә Екатерина II «Сит ил кешеләренә Рәсәйгә килеп йәшәргә һәм сит илгә ҡасҡан кешеләрҙең ҡайтып ирекле йәшәүенә рөхсәт биреү тураһында» манифесына ҡул ҡуя. Был документтың органик дауамы булып 1763 йылдың 22 июлендә сыҡҡан «Рәсәйгә күсеп килеүсе бөтә сит ил кешеләренә төрлө губерналарҙа йәшәү рөхсәте, уларҙың хоҡуҡтары һәм льготалары тураһында» манифесы тора. Манифест шарттары буйынса, колонистар сифатында Рәсәйгә килергә теләүселәрҙең, юл сығымдарына аҡсаһы булмаған осраҡта, урыҫ дипломаттарына йәки уларҙың резиденттарына мөрәжәғәт итергә кәрәк булған, һәм улар, колонистарҙы аҡса менән тәьмин итеп, оҙатырға тейеш булған. Рәсәйгә килгән күскенселәр төрлө мөҙҙәткә «төрлө һалымдан һәм мәшәҡәттән» азат ителгән. Атап әйткәндә, исемлектә нигеҙләнеү өсөн ирекле тип билдәләнгән ерҙәргә колониялары менән урынлашҡан сит ил кешеләре 30 йылға һалымдан азат ителгән. 1763 йылғы Манифест йорт төҙөү, беренсе уңыш алғанға саҡлы аҙыҡ-түлек, мал, ауыл хужалығы инвентары һәм һөнәрселек ҡоралдары һатып алырға ун йылға процентһыҙ вәғәҙә иткән. Бынан тыш, колонияларҙа дәүләт чиновниктары яғынан биләмәләрҙең эске тормошон ҡороуға ҡыҫылыу тыйылған һәм тулы үҙидара рөхсәт ителгән. Сит ил кешеләренең килеү, урынлашыу, таралып ултыртыу процестары менән идара итеү эшмәкәрлеге Санкт-Петербург Коллегияһы вәкәләтлегенә «Сит ил кешеләрен ҡурсалау канцелярияһы» ҡараған. Канцелярия Президенты итеп генерал-адъютант һәм камергер граф Орлов Григорий Григорьевич тәғәйенләнгән. Һуңынан Һарытауҙа Сит ил күкенселәренең Һарытау контораһы булдырылған, һәм ул үҙ эшмәкәрлеге менән туранан-тура Санкт-Петербургтағы Сит ил кешеләрен ҡурсалау Канцелярияһына буйһонған. # Волга буйы немецтары ## Күсенеүе ### Колонистарҙы Рәсәйгә вербовка менән алып килеү Манифестар төрлө телдәрҙә айырым дана йә гәзиттә баҫылып таратылған. Рәсәй властары телдән агитация алып барыу маҡсатында, Ульмда һәм Майндағы Франкфуртта комиссарҙар вазифаһы булдырылған. Улар колонистарҙы йыйып, Любекка оҙатырға тейеш булған. Бынан тыш, Рәсәйгә колонистарҙы вербовкалау һәм оҙатыу менән туранан-тура Ҡурсалау канцелярияһы менән килешеү төҙөгән шәхси эшҡыуарҙар ҙа (ул саҡтағы терминология буйынса — саҡырыусылар) шөғөлләнгәндәр. Улар колонистар йыйыу, Рәсәйҙә хосуси ауылдар ойоштороу, улар менән идара итеү һәм килемдең күпмелер өлөшөн үҙ файҙаһына алыу хоҡуғына эйә булған. Барлығы 1763 йылдан алып 1766 йылға саҡлы Рәсәйгә 30 меңдән артыҡ кеше күсерелгән. Саҡырыусылар, агитация ярҙамында, Рәсәйгә 14960 кеше ебәреүгә өлгәшкән, был Рәсәйгә килеүсе колонистарҙың дөйөм һанының яртыһын, йәки Һарытау районында урынлашҡандарҙың 56 %-ын тәшкил иткән. Рәсәйгә 1763 йылда килгән колонистар Петербургтың үҙендә урынлашҡан, һуңғараҡ уларҙы баш ҡала янында, Ораниенбаум (хәҙер Ломоносов) ҡалаһында ҡалдырырға ҡарар иткән. Улар бында уртаса 1-2 ай йәшәгән. Ораниенбаумда колонистарҙы рәсәй закондары һәм традициялары менән таныштырғандар, ә һуңынан улар урыҫ тәхетенә тоғролоҡҡа ант иткәндәр, ант тексын граф Орлов 1763 йылдың 3 авгусында раҫлаған. # Волга буйы немецтары ## Күсенеүе ### Волга буйына күсереү һәм беренсе колониялар булдырыу Санкт-Петербургтан һәм Ораниенбаумдан Волга буйына күсереү нигеҙҙә йылға транспорты менән тормошҡа ашырылған һәм бер нисә айға һуҙылған. Юл колонистар өсөн ҙур һынауға әйләнгән. Һарытау районына йәшәргә оҙатылған 26676 кешенән юлда 3293 колонист үлгән, был дөйөм һандың 12,5 %-ҡа яҡынын тәшкил иткән. Ҡайһы бер әҙерлек эштәренән һуң, ауылдар төҙөргә ерҙәр билдәләнгән һәм 1764 йылдан алып 1773 йылға саҡлы һарытау Волга буйында 105 колония ҡалҡып сыҡҡан, шуларҙан тәүгеһе 1764 йылдың 29 июнендә нигеҙләнгән Түбәнге Добринка (хәҙерге Камышинский районы) булған. Дәүләт 42 колонияға, 63 — саҡырыусылар нигеҙ һалған. 1768 йылдың 26 февралендә сыҡҡан Хөкүмәт Бойороғо менән колонияларға, Волгала немец автономияһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем, рәсми рәүештә документтарҙа ҡулланылған урыҫ атамалары (ҡайһы бер иҫкәрмәләр менән) ҡушылған. # Волга буйы немецтары ## XVIII—XIX быуаттар ### Волга буйы немецтарының хужалыҡ үҫеше Рәсәйгә Көнбайыш илдәренән колонистар килтереүҙең иң төп буоысарының береһе булып ер эшкәртеүҙе үҫтереү торған. Немец күскенселәре был бурысты үтәргә тейеш булған. Колонистар үҙҙәре менән тыуған илдәренән Рәсәйҙә бөтөнләй ҡулланылмаған тиерлек һабан, салғы, ағас һуҡҡыс килтергән, ер эшкәрткәндә өс баҫыулы сәсеү әйләнешен ҡулланғандар. Рәсәйҙә башлыса арыш һәм аҙ һанда бойҙай етештерелгән. Колонистар ауыл хужалығы культураларын байтаҡҡа киңәйткән. Улар белотурка, картуф сәскән, етен, тарма майҙанын ҙурайтҡан, тәмәке һ. б. культуралар үҫтергән. Әммә Рәсәй Көньяғына килеп урынлашҡан шул уҡ немец колонистарынан айырмалы, волга буйы немецтары дөйөм урыҫ ер эшкәртеү культураһын камиллаштырмаған, ә, киреһенсә, урыҫ община ер эшкәртеү системаһын өйрәнгән. XVIII быуат аҙағына колонистар тулыһынса туғай бойҙайын һәм тәмәке, арыш, һоло, арпа үҫтереүҙе яйға һалған. Бөтә колонистар ҙа ғәмәлдә йәшелсә үҫтергән. Ер менән файҙаланыуҙың үҙгәрмәй торған системаһы булып өс баҫыулы сәсеү әйләнеше ҡалған, ергә киҫкен ҡытлыҡ кисерелгән урындарҙа хатта дүрт баҫыулы сәсеү әйләнеше лә ҡулланылған. XIX быуат аҙағына бойҙай етештереү ун миллион ботҡа еткән. Игенселек һәм етеш тормош үҫеше менән колонияларҙа үҙҙәренең колонист сәнәғәте барлыҡҡа килгән. XIX быуат башына эргәлә һалынған һыу тирмәндәрендә он етештереү, май етештереү сәнәғәте, ауыл хужалығында ҡулланыу өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ йөн материяһын һәм сей киндер туҡыма етештереү ныҡышмал рәүештә үҫешкән. Артабан Һарытау ерҙәрендәге Голый Карамышта, Садовоела (Севастьяновка) һәм Олешняла (хәҙерге Новгород өлкәһе) ҙур масшаб яулаған күн етештереү барлыҡҡа килгән. 1871 йылға колонияларҙа 140 күн һәм 6 туң май заводы булған. Волга буйы немец колонияларында сәнәғәт туҡыусылығы Волгалағы Сарептала үҫешкәнлектән, урындағы туҡыманы ла — сарпинка тип йөрөткәндәр. Бында Силезия һәм Саксониянан килтерелгән иләнгән ептән кизе-мамыҡ материялар һәм яулыҡтар етештергәндәр, ә Италиянан ебәк килтерелгән. Был продукцияға һорау бик күп булғанлыҡтан, 1797 йылда уҡ был фабрикала икенсе таш корпус төҙөлгән. Сит ерҙән сеймалды алдыртыу ҡыйынлыҡтар менән бәйле булғанлыҡтан, Астрахань аша Персиянан килтерелгән кизе-мамыҡтан епте үҙҙәре етештереү ихтыяжы тыуған. Сарептанан башҡа Поповка, Севастьяновка, Норка, Лесной Карамыш еп иләү фабрикалары ла етештереүҙә ҡатнашҡан. Туҡыманы төрлө төҫтәргә буяу өсөн Сарептаның үҙендә буяу оҫтаханаһы ҡоролған. Сарпинка етештереүҙең килемлеге һәм үҫә барған көнәркәшлек 1816 йылда Сарепта производствоһын Һарытауға күсереүгә килтерә, сөнки урындағы эшҡыуарҙар ағалы-энеле эшҡыуарҙар Шехтелдәр сарепталыларҙы туҡыусылыҡ тармағынан ҡыҫырыҡлап сығарған. 1850-се йылдарҙа сарпинка етештереү өс эшҡыуар — Шмидт, Эммануил Иванович Борель һәм Рейнеке ҡулында тупланған. Үҙҙәрендә генә түгел, күрше колонияларҙа ла күп һанлы предприятиеға эйә булып, улар күп ваҡ фабриканттарҙың хеҙмәттәре менән файҙаланған. 1866 йылға 69 сарпинка фабрикаһында 6 меңгә яҡын туҡыу станогы булып, 1156 мең һумлыҡ материал өлгөртөлгән. 1870-се йылдарҙа сарпинка етештереү бөлгөнлөк кисерә һәм эре эшҡыуарҙар төп капиталдарын он етештереү сәнәғәтенә күсергән. Сарпинка етештереү үҙәге булып Голый Карамыш ҡалған. Сарпика етештереү үҫеше А. Л. Степанов эшмәкәрлеге менән бәйле, сөнки ул, әгәр ҡул эше арзанланһа һәм заман модаһы стандарттарына яҡынайһа ғына, ҡулдан эшләнгән сарпика машинала етештерелгәне менән ярыша ала, тигәнде аңлаған. Эшҡыуар тарҡау сарпинка фабрикаларынан товарищество ойошторған, туҡыу станоктарының камиллаштырылыуына ирешкән. Шуның арҡаһында ярым ебәк, хатта ебәк әйберҙәр етештерелгән, дөйөм алғанда етештерелгән тауарҙарҙың сифаты байтаҡҡа яҡшырған. Биш йыл эсендә Голый Карамыш сарпинка етештереүе бөтә Рәсәйҙә танылған һәм таралған. Сарпинка етештереүҙең килемлелеген һәм әһәмиәтен (XX б. башына) уның үҙәге тип һаналған Вольск өйәҙе Сосновский волосында, ерҙең аҙ булыуына ҡарамаҫтан, хатта аслыҡ йылдарында ла, крайҙа иң яҡшы үҫеш менән билдәләнеүе раҫлай. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтарының дине һәм дин азатлығы ### Иртә осор Колонистар өсөн өҫтөнлөктәр араһында төп льгота булып дин тотоу иреклеге торған. Әммә немец колонистарына, Рус православие сиркәүенең мәнфәғәттәрен ҡыҫыу яғынан бик һаҡ булыуҙы иҫкәртеп, бындай мөмкинлек рөхсәт ителгән. Сит ил кешеләре колония булып, йәғни бер дингә ҡарағандар ғына ултырғанда ғына сиркәү биналарын төҙөү һәм кәрәк һанда патерҙар һәм пасторҙар тотоу рөхсәт ителгән. Рәсәй ҡалаларында йәшәгән колонистарға бындай өҫтөнлөктәр ҡаралмаған. Колонистарға, «Беҙҙең закондарҙың ҡатылығы менән ҡурҡытып», православ халыҡты үҙ диндәренә күсергә димләү тыйылған. Шул уҡ ваҡытта, мосолмандарҙы иркенләп христиан диненә күсергә өндәү һәм хатта крепостной итеп алыу рөхсәт ителгән. Волга буйы немецтары берләшмәһе, Рәсәйгә төрлө сәбәп менән килгәндәрҙең төрлө социаль төркөмдәренән, төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән килгән бер нисә төркөм һәм тулҡын күскенселәрҙең ҡушылыу һөҙөмтәһе булғанлыҡтан, Волга буйы немецтары тормошоноң бер төрлөлөгө тураһында әйтеп тороп та булмай. Рәсәйгә Екатерина II саҡырыуы буйынса йәшәргә килгән колонистарҙың төп төркөмдәре рим йолаһы лютерандары һәм католиктары булғвн. Шулай, волга буйы немецтарының буласаҡ биләмәһе үҙәгендә — Һарытауҙа — три четверти проживавших там немцев на конец XVIII быуат аҙағына унда йәшәгән немецтарҙың дүрттән өс өлөшө (ләкин 1774 йылда Крәҫтиән һуғышы баш күтәреүселәре талағандан һуң, бары тик 20 кеше генә тере ҡалған) протестант һәм бары тик дүрттән бер өлөшө генә — католик булған. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтарының дине һәм дин азатлығы ### XIX быуат XIX быуатта Волга буйы немецтары католик берләшмәһе менән ситуация байтаҡ ҡатмарлы булған. Рәсәйҙә момент появления колонист-католиктар килгән осорҙа уның территорияһында бер католик епискобы ла булмаған, ә империя хөкүмәте Волга буйының төрлө колонияларындағы католик динле 6 мең кешегә бер патер менән генә сикләнергә булған. Динлеләрҙең лютеран сиркәүе идаралығындағы күп һанлы тәртипһеҙлектәр буйынса ризаһыҙлыҡтары властарҙың бөтә идара итеү системаһын үҙгәреүенә килтергән. 1810 йылда айырым орган — Сит ил диндәренең рухани эштәре буйынса Баш идаралығы булдырылған. Александр I батшаның 1819 йылдың 20 июль Бойороғо менән инжил-лютеран сиркәүендә Швециялағы, Даниялағы, Пруссиялағы кеүек вәкәләткә эйә епископ саны индерелгән: епископ барлыҡ протестант сиркәүҙәре һәм руханиҙары менән идара итә. Бынан тыш, Петербургта, уға юстиц-коллегияның барса функциялары күсергә тейеш булған, инжил-лютеран Генераль консисторияһы барлыҡҡа килгән, ул 1819 йылдың 25 октябре монарх бойороғо менән Һарытауҙа булдырыла; ойошманың тулы атамаһы былай булған: протестант общиналары менән идара и итеү һәм күҙәтеү өсөн инжил-лютеран консисторияһы; уның функцияһына Һарытау, Астрахань, Воронеж, Тамбов, Рязань, Пенза, Сембер, Ҡаҙан, Ырымбур губерналары менән етәкселек итеү ингән, епископ һәм Һарытау суперинтенданты итеп дини тәғлимәт докторы Игнатий Аурелий Фесслер тәғәйенләнгән. 1832 йылда рәсәй императоры Николай I рәсми рәүештә Рәсәй империяһы территорияһындағы лютеран сиркәүҙәре суперинтенденты итеп тәғәйенләнә. Ул фәҡәт дөйөм ойоштороу мәсьәләрен генә түгел, ләкин богослужение тртибенә үҙгәрештәр индереү, пастор санын алыуҙы ла, дини мәсьәләләрҙе лә хәл иткән. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтарының дине һәм дин азатлығы ### XX быуат Коммунистар 1920-1921 йылдарҙағы крәҫтиән ихтилалдарын баҫтырғандан һуң, христиан руханиҙарына рәсми властары яғынан аяуһыҙ репрессиялар ябырылған, шулай уҡ улар артынан килгән 1921—1922 йылғы сиркәү байлыҡтарын күпләп тартып алыуҙар реквизиции ябырылғандан һуң, сиркәү коммунистик режимға ҡарата нейтраль позиция алған һәм өлкәнең сәйәси тормошона ҡыҫылмау позицияһын алған. Баш сәйәси идаралык йәшерен донесениеһы тексына ярашлы, * өлкә буйынса лютеран һәм католик руханиҙары үҙҙәренең дини культтары һәм матди хәлдәрен яҡшыртыуҙан башҡа сиктәргә сыҡмайҙар. Волга буйы немецтары араһында партия һәм комсомол ойошмалары алып барған әүҙем атеистик пропаганда ғәмәлдә уңышҡа өлгәшмәгән. Киреһенсә, халыҡ башына төшкән ҡайғы һөҙөмтәһе булараҡ берләшмәлә динилек көсәйеүе күҙәтелгән. Атап әйткәндә, был динилек волга буйы немецтарының традицион диндәре: лютеранлыҡ, католицизм йүнәлешендә үҫешмәгән, ә булған ағымдарҙың эсендәге сектантлыҡ («йырлаусы ағай-эне», «бейеүсе ағай-эне» һ. б. булараҡ барлыҡҡа килгән.). # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтары АССР-ы ### Нигеҙ һалыныуы 1918 йылдың 19 октябрендә РСФСР Халыҡ комиссарҙары СНК декреты менән Һарытау һәм Һамар губерналары территориялары өлөштәренән была образована первая в РСФСР-ҙа тәүге автономлы өлкә — административ үҙәге Һарытау ҡалаһында (1918 йылдың 19 октябренән 1919 йылдың майына саҡлы) булған Волга буйы немецтары АССР-ы (автономлы өлкәһе, шулай уҡ Волга буйы немецтарының хеҙмәт коммунаһы тип тә йөрөтөлгән), артабан Марксштадт ҡалаһы административ үҙәк булған (1919 йылдың майынан 4 июненә тиклем Екатериненштадт тип аталған). 1922 йылдың 24 июленә тиклем автономлы өлкәнең административ үҙәге автономияға 22 июндә ҡушылған Покровск ҡалаһына күскән (1931 йылда исеме Энгельс тип үҙгәртелгән). # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтары АССР-ы ### Тормош-көнкүрештәре Немец ауылындағы коллективизация хәсрәтле эҙемтәләргә алып килгән. Тарихсыларҙың баһаһына ярашлы, мғңләгән иң бай крәҫтиән хужалыҡары юҡ ителгән, хужалары атылған, ҡулға алынған, төрмәгә ултыртылған, һөргөнгә оҙатылған, йәки, иң ахырҙа, «кулактар» махсус ҡасабаларҙа дәүләт батрактарына әйләнгәндәр. Яңы ғына барлыҡҡа килгән көсһөҙ колхоздар, бигерәк тә тәүге йылдарында, ауыл хужалығы етештереүендәге юғалтыуҙарын ҡапларлыҡ булмаған, бигерәк тә дәүләт, ауылдан аҙыҡ-түлекте һығып алырлыҡ уңайлы «һауын һыйырҙай» күреп, уларға нығынырға ирек бирмәгән. Немецтар йәшәгән төбәктрҙә былай ҙа көсөргәнешле аҙыҡ-түлек ситуацияһын күтәрә алмаҫлыҡ әҙерләүҙәр күләме киҫкен рәүештә аяҡтан йыҡҡан. Дәүләт ауылдағы хәлдең үҙгәреүен иҫәпкә алмаған һәм икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек әҙерләүҙең нормаһын үҙгәртмәгән. Крәҫтиәндәрҙең үҙҙәренә ҡалған аҙыҡ-түлек көндән-көн аҙая барған. Немец ауылдарына аслыҡ янаған, иң ярлы хужалыҡтарҙа аслыҡтан интеккәндәр йә теләнселәргә сығып киткәндәр. Колхоз хужалыҡтарында хаос хөкөм һөргән. Колхозсылар үҙ хәлдәрен үҙҙәре хәл итә алмаған, улар өҫтән төшкән күрһәтмәләрҙе генә үтәргә тейеш булған. Ирекле крәҫтиән хеҙмәте ялланыусыларҙың хеҙмәт повинносына әүерелгән. Всё это усугублялось постоянными злоупотреблениями на местах, вопиющим насилием и беззаконием. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтары АССР-ы ### Тормош-көнкүрештәре #### 1931—1933 йылдарҙағы аслыҡ 1931—1932 йй. ҡышында Покровский, Фёдоровский, Марксштадтский, Краснокутский һ. б. кантондрының күп ауылдарында, бөтә булған иген уңышы дәүләткә тапшырылғанлыҡтан, аслыҡ башлана. Волга буйы немецтары АССР-ы Баш сәйәси идаралығы органдары өлкә комитетҡа ауылдарҙа кешеләрҙең шешенеү, үтә ныҡ ябығыу, ташландыҡ аш ҡалдыҡтарын, үлгән ирле хайуандар мәйеттәрен ашау осраҡтары тураһында еткергәндәр. Үҙ сиратында, Волга буйы немецтары Республикаһы ВКП(б) өлкә комитеты Мәскәүгә түбәндәгене еткергән * хәҙерге ваҡытта республика буйынса бөтә кантондарҙа ла тиерлек аҙыҡ-түлек менән ғүмерҙә булмаған ҡырҡыу ҡыйынлыҡтар арҡаһында киҫкен сәйәси ҡараш формалаша. Аслыҡҡа бәйле ҡайһы бер ауылдарҙа төрлө планлы крәҫтиән сығыштары күҙәтелгән. Ҡайһы бер ауылдарҙа халыҡ түбәндәге йөкмәткеле «Совет власын тәбрикләйбеҙ, ас халыҡҡа икмәк менән ярҙамдан баш тартмауығыҙҙы һорайбыҙ» тигән транспаранттар менән сыҡҡан, башҡа колхозсылар аҙыҡ-түлек ылауҙарына һөжүм иткән; келәт йоҙаҡтарын ватып, үҙ белдектәренә икмәк алып сығыу осраҡтары булған. Шулай уҡ күп урындарҙа протест күрһәтеү ысулы булараҡ эшкә сығыуҙан баш тартҡандар. Волга буйы немецтары АССР-ының бик күп ауылдарында был осорҙа Баш сәйәси идаралыҡтың йәшерен ялыусылары «антисовет баш күтәреүселәргә хас һөйләшеүҙәр» тип еткергәндәр. 1932 йылдың йәйенә аслыҡ Немец республикаһының ҡалаларында һәм күпселек ауылдарында үҙен һиҙҙергән. Аслыҡтан ҡотолорға теләгән халыҡ яландарҙағы өлгөрөп етмәгән ашлыҡты ташый башлаған хатта.. Был процесс бөтә СССР-ға хас булғанлыҡтан, 1932 йылдың 7 авгусында хөкүмәт халыҡта «биш башаҡ тураһындағы закон» тигән атама менән билдәлелек алған йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса махсус закон ҡабул иткән, был закон икмәкте хатта аҙ күләмдә урлау өсөн дә атыу кеүек үлем язаһы ҡулланыуҙы раҫлаған. Был закон нигеҙендә, архив документтарына ярашлы, Волга буйы немецтары Республикаһында 7 августан 1 декабргә тиклем 474 кеше, шулар араһынан — 32 кеше атылырға, 325 кеше - 10 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителгән. Хөкөм ителгәндәрҙең күпселге, ас балаларын ашатыу маҡсатында, яландарҙан ашлыҡ урлаған ҡатын-ҡыҙ булған. 1932 йылдың көҙөндә сираттағы иген әҙерләү планы буйынса Немецтар Республикаһынан игендең күп өлөшө тағы сығарылған, колхозсыларға ғәмәлдә тәғәм ризыҡ та ҡалмаған. Волга буйы немецтары Республикаһы ВКП(б) өлкә комитетының икенсе секретары А. Павлов, 1932 йылдың көҙөндә партия өлкә комитеты пленумындағы сығышында асыҡтан-асыҡ былай тигән: * Колхоздарҙа килем бүлеү былай булды: колхозсылар ҡулына беҙ иген бирмәнек, ә уны йәмәғәт туҡланыуына иҫәпләнек, һәм, ысынбарлыҡта, колхозда ашалып бөткән икмәк кенә иҫәпләнде… Был раҫлау признание үҙенән-үҙе 1932—1933 йй. ҡышында СССР крәҫтиәндәренең йәшәрлек сараһы йәки мөмкинлеге ҡалмағанын күрһәтә, йәғни аңлы рәүештә астан үлерлек хәлгә дусар ителә. Халыҡтың аслыҡтан үлеүе ысынында сәйәси төҫкә эйә булған. Тәү сиратта, алдан уйланылған ҡара ниәт менән йәшәрлек сырсаһыҙ ҡалған элекке хосуси милекселәр, репрессияланыусыларҙың ғаиләләре, йәғни «совет власы дошмандары» һәләк булған. Әммә режимға лояллек һаҡлаған «хеҙмәт ударниктарының» да үлеме етәкселектең бөтә кимәлдәрҙә лә ситуацияны контролдә тота алмаҫлыҡ дәрәжәгә етеүе, аслыҡтың киң йәйелеүе, хаҡында һөйләй. Элегерәк осылки от высланных ранее в Ҡаҙағстанға һәм Себергә оҙатылған «кулак» туғандары һалған аҙыҡ-түлек посылкалары һәм аҡсалата ярҙам күсереүҙәре адресаттарға килеп етмәгән сөнки Баш сәйәси идаралыҡ бүлеге «синфи дошман элементтар»ҙан ярҙам алыуҙы тыйған. 1933 йыл башында ас ҡаты-ҡыҙҙың һәм балаларҙың иген тейәлгән вагондарҙы абордажға алырға маташыу осраҡтары йышыраҡ ҡабатланған; ҡағиҙә булараҡ бындай прецеденттар милиция нарядтары һәм ОГПУ отрядтары тарафынан аяуһыҙ баҫтырылған. , 1933 йылда аслыҡ иң ҡыҙған мәлдә Волга буйы немецтары Республикаһы иген һәм башҡа аҙыҡ-түлек экспортлау планын үтәргә тейеш булған. Шул йылда республиканан бер нисә мең тонна иген, 29,6 т. бекон, 40,2 т. аҡ май, 2,7 вагон ҡош-ҡорт түшкәһе, 71 т. ҡара ҡарағат һ. б. экспортланған. Өйрәнелгән урындарынан, колхоздарҙан ҡалаларға, төҙөлөштәргә ҡасып китеү аслыҡтан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы булған. Крәҫтиәндәрҙең ауылдан ҡасып китеүе 1930 йылда башлана, һәм артабанғы йылдарҙа тағы көсәйгән, ә 1933 йылда 100 меңдән артыҡ кеше тәшкил иткән. Түбәндә килтерелгән таблицала Волга буйы немецтары Республикаһында коллективизация һәм 1931—1933 йй. аслыҡ йылдарында халыҡ (кеше) үлеме осрағы бирелгән. | Йылдар | 1925/28 | 1929 | 1930 | 1931 | 1932 | 1933 | | Вафат булыусылар һаны | 12365 | 14606 | 16777 | 14055 | 20152 | 50139 | Күрһәтелгән мәғлүмәт аша Яңы Иҡтисади Сәйәсәт йылдары тамамланыуға һәм етди йәмғиәти кире үҙгәрештәр алып килгән коллективизация йәйелдерелгән йылдарҙа, бигерәк тә 1933 йылда, халыҡтың өҙлөкһөҙ ҡырылыуына килтергән. Йыш ҡына каннибализм, каннибализм маҡсатында үҙҙәренең сабыйҙарын үлтереү осраҡтары һ. б. күҙәтелгән. 1933 й. сентябренән иген тапшырыу (1932 й. менән сағыштырғанда байтаҡ кәметелгән) планын, бөтә төр бурыстарын үтәгән, орлоҡҡа ҡалдырыу, страховой һәм фураж фонды булдырған колхоздарға ғына артып ҡалған игенде колхозсыларға бүлеп бирергә рөхсәт ителгән. Шулай уҡ иптәш Сталиндың колхоздар большевистик булырға, ә колхозсылар мул тормошта йәшәргә тейеш тигән күрһәтмәһен үтәргә колхозсылар араһында килемде бүлеү күмәк халыҡтың тантанаһы итеп үткәрергә кәрәк булған 1933 йылдың көҙөндә Волга буйы немецтары Республикаһы һәм башҡа төбәктәрҙәге немец райондары икмәк әҙерләүҙең яңы системаһы буйынса дәүләт планын бер ҡасан да булмағанса иртә үтәгән; партия органдарына крәҫтиән ғаиләләрен икмәк һәм фураж менән мотлаҡ тәьмин итеү күрһәтмәһе бирелгән. Шул уҡ ваҡытта урындағы властарҙың өҫтәмә фондтар булдырыуы һәм иген етештереү буйынса юғары пландар ҡабул итеүе кеүек үҙешмәкәрлеге ҡәтғи тыйылған. 1933 й. ноябрь — декабрендә илдең партия-совет етәкселеге Волга буйы немецтары Республикаһының күп кантондарына хәлһеҙләнгән мал-тыуарҙарн ашатыу өсөн фураж бүленгән, һәм был 1933—1934 йй. ҡышҡы айҙарында мал башының ниндәйҙер кимәлдә һаҡланып ҡалыуына килтергән. Алда илдәләнгән бөтә саралар ҙа немецтар йәшәгән ерҙәрҙә аслыҡтың кире тәьҫирен яйлап еңергә булышлыҡ иткән. Шулай, архив мәғлүмәттәренә ярашлы, Волга буйы немецтары Республикаһында 1933 йылдың ноябренә вафат булыусылар һаны арыу йәшәгән йылдар күрһәткесенә тиклем кәмегән, ә былтырғы, 1932 йылдың октябрендәге, күрһәткес 1,5 тапҡырға яҡын артвҡ булған. Әммә былар барыһы ла ҡуллаыу кимәленең түбән булыуы менән билдәләнгән; СССР-ҙа йәшәгән немец халҡының (шулай уҡ башҡа халыҡтарҙың да) туйғансы ашай алмауы байтаҡ йылдарға һуҙылған. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтары АССР-ы ### Тормош-көнкүрештәре #### 1930-сы йылдарҙағы репрессиялар СССР һәм Германия араһында мөнәсәбәттәр насарайыу арҡаһында совет немецтарына ла ҡараш насарая барған. 1935—1936 йылдарҙа ике йөҙҙән артыҡ немецты Украинаның сиккә яҡын зоналарынан Ҡаҙағстанға күсергәндәр. 1937—1938 йылдарҙа СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты НКВД «немец операция»һын ойошторған. Согласно приказу народного комиссара внутренних дел СССР № 00439 от 25 июля 1937 года, все немцы, работавшие на предприятиях оборонной промышленности (или имеющих оборонные цеха) должны были быть арестованы. С 30 июля начались аресты и увольнения, а с осени 1937 началась массовая операция. С наибольшей силой она затронула приграничные зоны и окружение столичных городов; сама АССР пострадала непропорционально слабо. Согласно директиве наркома обороны СССР 200ш все немцы, в числе представителей всех национальностей, не входящих в состав Советского Союза, были уволены из армии (часть впоследствии восстановлена). В конце 1930-х гг. за пределами АССР НП были закрыты все национально-территориальные образования — немецкие национальные сельсоветы и районы, а школы с преподаванием на родном немецком языке переведены на русский. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтары АССР-ы ### Волга буйы немецтарын депортациялау После издания Указа Президиума Верховного Совета СССР «О переселении немцев, проживающих в районах Поволжья» от 28 августа 1941 года была ликвидирована Автономная Республика немцев Поволжья и произведена тотальная депортация немцев из АССР. Для этой цели заранее (по воспоминаниям жителей АССР НП, ещё 26 августа) на территорию АССР НП были введены войска НКВД. Немцам было отдано распоряжение в течение 24 часов подготовиться к переселению и с ограниченным количеством своего имущества прибыть в пункты сбора. Немецкие жители республики были вывезены в отдалённые районы Сибири, Казахстана и Средней Азии. Согласно этому указу в сентябре-октябре 1941 г. было депортировано 446 480 советских немцев (по другим данным 438 280). В сентябре 1941 года многие военнообязанные лица немецкой национальности были отправлены с фронта в тыловые части. В последующие месяцы депортация коснулась почти всего немецкого населения, проживающего на территории Европейской России и Закавказья, не занятых вермахтом. Переселение немцев производилось постепенно и завершилось к маю 1942 года. Всего в годы войны было переселено до 950 тыс. немцев. 367 000 немцев было депортировано на восток (на сборы отводилось два дня): в республику Коми, на Урал, в Казахстан, Сибирь и на Алтай. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтары АССР-ы ### 1979 йылда автономия булдырырға маташыу В июне 1979 года возникло предложение о создании новой Автономной немецкой Республики в Казахстане, со столицей в городе Ерментау. Целью данного предложения властям было поднятие вопроса о текущих условиях существования поволжских немцев. На тот момент, в Казахстане проживало примерно 936 тысяч этнических немцев, и они были третьей по величине этнической группой в республике, после казахов и русских. 16 июня 1979 года в Целинограде на улицы вышла демонстрация протеста против данного предложения. Как результат данных протестов, боясь негативной реакции этнического большинства республики, а также опасаясь создания прецедента (также на тот момент существовала возможность возникновения таких же тенденций в среде уйгуров), ЦК КПСС отклонил предложение о создании автономии немцев Поволжья в Казахстане. # Волга буйы немецтары ## Хәҙерге ситуация Поволжские немцы не сумели возвратиться в регион Поволжья в том количестве, в каком их забрала оттуда советская власть. Им не было позволено селиться там в течение десятилетий. После войны многие поволжские немцы остались жить в том регионе, куда их распределило НКВД в момент депортации — Урал, Сибирь, Казахстан (178400 человек на 2009 год — 1,07 % от всего населения современного Казахстана — самоопределяются как немцы), Киргизия и Узбекистан (примерно 16 тысяч — 0,064 % от населения страны). После длительного периода гонений, немцы восстановили свою жизнь в местах нового проживания, их количество там возрастало естественным образом, и им удалось сохранить свою уникальную культурную аутентичность, свои культурные традиции. Десятилетия после войны, некоторые из них всё чаще поднимали вопрос относительно переселения обратно, туда, где ранее существовала Автономия немцев Поволжья. Однако на местах бывшего проживания сами переселенцы встречали жёсткий отпор со стороны населения, вселённого в их старые дома тем же сталинским режимом в тот же момент и занимавшего их родные земли. # Волга буйы немецтары ## Хәҙерге ситуация ### СССР-ҙың тарҡалыуы һәм миграция С конца 1980-х годов и падения коммунистического режима в СССР, некоторые этнические немцы в малом количестве (относительно всего населения города) вернулись в город Энгельс, но значительно большее их число эмигрировало в Германию. Уезжавшее большинство пользовалось немецким законом о возвращении — законодательным документом, дающим возможность получения немедленного гражданства Германии тем, кто бы сумел доказать свой статус беженца или репатрианта с немецкими национальными корнями или же является потомком такового гражданина какой-либо страны. Данное переселение происходило невзирая на тот факт, что многие поволжские немцы к тому времени уже очень плохо говорили по-немецки или совсем не владели языком. В Октябре 1991 года состоялся ранее неоднократно перенесённый властями I Съезд немцев СССР, на который возлагались надежды о разрешении вопроса переселения немцев обратно в Поволжье, а также о компенсациях пересленцам пострадавшим в ходе депортации, однако фактически у делегатов съезда не было никаких возможностей решить возникшие проблемы. Символичным «итогом» форума стало подписание в Ноябре того же года между Колем и Ельциным формального заявления о взаимной поддержке расселённых по советскому союзу немцев и непрепятствии им в выезде из страны. Сам Ельцин на създе не присутствовал С момента получения независимости прибалтийскими государствами многие этнические российские немцы начали возвращаться для постоянного проживания в Калининградскую область (бывшую часть Восточной Пруссии); таковой процесс получил особенно широкое распространение среди поволжских немцев из сибирских частей России и из Казахстана. Данное движение только возросло после того, как Германия приостановила широкую практику предоставления права свободного возвращения и получения гражданства лицам немецкой национальности из стран бывшего Советского Союза. На момент всероссийской переписи 2002 года на территории Калининградской области проживало 8 340 немцев, что представляет собой 0,87 % всего населения области. К концу 1990-х годов Германия усложнила процесс предоставления гражданства потомкам этнических немцев, особенно тем из них, кто не говорит на поволжском диалекте немецкого языка. Определённое количество немецких семей, иммигрировавших в Германию ранее, переехало в ряд других мест, как, например, в канадскую провинцию Манитоба (город Штайнбах), где в настоящий момент образован крупнейший в мире ареал проживания этнических немцев-меннонитов. По переписи населения СССР 1989 года в СССР проживало 2 038 603 немцев, в том числе — 842 295 человек в РСФСР и 957 518 в Казахской ССР. Согласно Всероссийской переписи населения 2002 года, в России проживало 597 212 немцев. По Всероссийской переписи населения 2010 года, в России проживало 394 138 немцев и четыре немца-меннонита. # Волга буйы немецтары ## Ғөрөф-ғәҙәттәре К примечательным обычаям поволжских немцев относится т. н. «венчание покойников» (нем. Totenhochzeit). Особенность этого погребального обряда заключалась в том, что умершие младенцы и девушки считались будущими ангелами, «невестами Господа», поэтому их хоронили в свадебных нарядах. Подобные церемонии считались торжественными и лишёнными траурного антуражаҠалып:Проверить авторитетность. Мертвецов хоронили разутыми и порицалось открытое выражение скорби. Помимо общехристианских праздников поволжские немцы как и прочие немцы отмечали в октябре Праздник урожая. На Пасху, считалось, детям приносит сладости пасхальный заяц. Рождество праздновали более религиозные люди. В доме украшали ёлку и проводили богослужения, где кроме чтения библии и проповеди в этот вечер (24 декабря) читали стихи в виде вопросов и ответов связанных с Рождеством Христовым. Детям дарили сладости и фрукты за прочтение стишка. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтарының аш-һыуы К числу особенностей кухни поволжских немцев называют куриный суп с лапшой, клёцки, шницель, картофельное пюре, колбасы. Из десертов популярен штрудель или сладкие гренки с кофе (или его имитацией). По праздникам часто готовили гуся с тушенной капустой. # Волга буйы немецтары ## Волга буйы немецтарының кейеме Традиционной женской одеждой поволжских немцев была белая рубаха, синяя юбка, передник-фартук, шнурованный лиф-корсаж и чепец. Мужская одежда состояла из белой рубахи с отложным воротником, жилета, узких брюк по колено, куртки (синий полукафтан) и башмаков с пряжкой (или сапогов). На голове — чёрная широкополая шляпа или картуз. # Волга буйы немецтары ## Фильмографияһы * Беженцы (нем. Flüchtlinge) — немецкий пропагандистский фильм 1933 года
152946
https://ba.wikipedia.org/wiki/Волга_буйы_немецтары
Волга буйы немецтары
# Эҫек-Күл Эҫек-Күл (ҡырғ. Ысык-Көл — «ҡайнар күл») — Ҡырғыҙстандағы иң ҙур күл, донъялағы 25 иң ҙур майҙанлы күлдәрҙең береһе, шулай уҡ тәрәнлеге буйынса алтынсы урында тора. Йөмһүриәттең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Төньяҡ Тәңретауҙа: Көнгәй Алатау һәм Тәреҫкәй Алатау һырты араһында 1609 метр бейеклегендә урынлашҡан. Аҡмаған күлгә 80-гә яҡын бәләкәй йылға ағып төшә. Иң ҙурҙары — көнсығыштан Төп һәм Йырғалан. Көнбайыштан Сөй йылғаһы ла бик яҡында, шуға ла яҙғы ташҡын ваҡытында Күтмаллы йылғаһы (оҙонлоғо 6 км) ҡушылып киткән саҡта һыуының бер өлөшө күлгә ағып төшә. Күлдең һыу кимәле үҙгәреүсән (йәғни йә таша, йә кәмей); даирә тиҫтә йылдар дауам итә. Һыуы тоҙло (минерализацияһы — 5,90 процент). Һыу күләме 1738 куб метр, һыу өҫтө майҙаны — 6236 квадрат километр, яр буйы оҙонлоғо — 688 км, уртаса тәрәнлеге — 278 м, иң тәрән урыны 2,5 тапҡырға күберәк һәм 702 метрға етә. Оҙонлоғо көнбайыштан көнсығышҡа — 182 километр, ә көньяҡтан төньяҡҡа — 58 км. # Эҫек-Күл ## Климат Яр буйында уртаса континенталь, йылы һәм ҡоро климат һаҡлана. Һыуығайҙың уртаса йылылығы: Тамғала −2°, Сулпан-Атала −3°, Ҡараҡулда −6°. Июлдәге уртаса температура: +17°. Күлдең көнбайыш ярында яуым-төшөм әҙ, ә иң ҡаҙанһыуҙың көнсығыш өлөшөндә күп. Ҡояш 2700 сәғәт ҡыҙҙыра, Ҡара диңгеҙ менән сағыштырғанда күберәк. Сағыштырыу өсөн, Мәскәүҙә был күләм 700 сәғәткә тиң. # Эҫек-Күл ## Исеме Күлдең урыҫса исеме «Иссык-Куль», төрки яҙманан килә — «Иссиқ-Кўл». «Ысык кёль» (ысык көл) ҡырғыҙ теленән «ҡайнар (эҫе) күл» тип тәржемә ителә., сөнки күл ҡыш көнө лә туңмай. Ҡаҙанһыуҙың йылы ҡышы, һыуҙың йылылығы һаҡланып ҡалыуы, күлдең тоҙлолоғо уны туңыуҙан һаҡлай. Әммә Э. М. Мурзаев фекеренсә, (географ һәм топонимист) күлдең исеме элекке «ызык, эзых» (изге) һүҙенән килеп сыҡҡан. Күлдең изгелеге һәм уға ҡарата ҡырғыҙ халҡының ихтирамлы мөнәсәбәте хәҙерге көнгә тиклем дә һаҡланып ҡалған. Әммә был географик дәлилдәргә лә (Хакасия күлдән 2000 километр алыҫлыҡта ятанаходится на расстоянии), тел факттарына ла ҡаршы килә, сөнки ҡырғыҙ телендә «изге» мәғәнәһенә эйә һүҙ ыйык формаһына тура килә, а хакас телендәге зның ҡырғыҙ телендә сға әйләнеүе бер нисек тә аңлатылмай. Жуңғар ханлығы осоро өсөн күлдең Тэмиртунор монгол атамаһы теркәлгән. (Ч. Ч. Валиханов күлде 1756 йыл осорона шул атамала иҫкә ала). # Эҫек-Күл ## Тикшереү тарихы Эҫек-Күл тураһында беренсе тапҡыр беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағындағы ҡытай йылъяҙмаларында иҫкә алына. Унда ул Же-Хай, йәғни «йылы диңгеҙ» тип теркәлә. Әммә күлде фәнни тикшереү бары тик XIX быуатта Рәсәй ғалимдары, шул иҫәптән үҙен Эҫеккүл ярында ерләргә васыят әйтеп ҡалдырған Н. М. Пржевальский тарафынан башлана. Ғалим, офицер, сәйәхәтсе Александр Фёдорович Голубев 1859—1864 йылдарҙа Европа ғалимдарынан беренселәрҙән булып Эҫек-Күлдең тирә-яғында астрономик билдәләмәләр менән шөғөлләнә башлай. Яр буйлап хәрәкәт итеп, ул төп пункттарҙың географик координаталарын билдәләй, ушл арҡала күл контуры карталарға аныҡ төшөрөлә. 2006 йылда Ҡырғыҙ-Рәсәй славян университетының Ҡырғыҙстан Фәндәр академияһының вице-президенты Владимир Плоских етәкселегендә ойошторған күл төбөнә археологик экспедиция 2,5 мең йыл элек йәшәгән билдәһеҙ боронғо цивилизауцияны аса. # Эҫек-Күл ## Туризм Диңгеҙ һәм тау климатының һирәк осраған берлеге күп һанлы ял итеүселәрҙе һәм туристарҙы йәлеп итә. Ярҙың буйынан-буйы пансионаттар һәм ял йорттары урынлашҡан. Эҫек-Күл Ҡырғыҙстан туризмының төп килем сығанағы булып тора. Шуға ҡарамаҫтан, уның ярында һаман да әле үҙләштерелмәгән ерҙәр бик күп һәм шуға ла яңынан-яңы уңайлы ял урындары барлыҡҡа килеп тора. Туристар араһында Эҫек-Күлдә иң популяр урындар — Сулпан-ата һәм Ҡараҡул ҡалалары, Буҫтәре, Һары-Уй, Суҡтал, Болан-Һүгәтте, Суң Һары-Уй, Тамсы курорт ауылдары, шулай уҡ Барыҫҡыуан, Ете Үгеҙ, Григорьевское һәм Семёновское тарлауыҡтары. Яр буйы туризмы Тамсы ауылынан төньяҡ ярҙан Ҡурымды аулына тиклем һуҙыла. Миҙгел июнь уртаһынан август һуңына тиклем дауам итә. Эҫек-Күлдә күбеһенсә Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй туристары ял итә. # Эҫек-Күл ## Транспорт Кәмеләрмән йөк һәм пассажирҙар ташыу киң таралған. Төп порттар — Эҫек-Күл һәм Пржевальск пристане. Эҫек-Күл өлкәһенең Тамчи ауылында ошо уҡ атамалы аэропорт урынлашҡан (элек — «Иссык Куль» аэропорты). # Эҫек-Күл ## Экологияһы Экологик хәл-торошо ыңғай. Күл урынлашҡан районда тирә-яҡты бысратыусы эре сәнәғәт предприятиелары юҡ. 1998 йылдың йәйендә ағыулы матдәләрҙе ташығанда авария һөҙөмтәһендә күл ҡушылдыҡтарының береһе булған Барскон суусу йылғаһына, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 0,5 — 1,7 тонна натрий цианиды эләгә. Һәр йыл авария урынында тикшереү үткәрелә һәм һөҙөмтәләр хәүеф юҡлығын күрһәтә. # Эҫек-Күл ## Һынауҙар СССР заманында күлдә һыу аҫты ҡоралланыуын тикшереү үткәрелә. Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының «Каракол» һынау базаһы әле лә бар.В Киргизии пройдёт парад российских военных кораблей — Артём Петров — Российская газета</ref>. Шулай уҡ заманында күл ярында конструктор О. К. Антонов ҡатнашлығында Ан-10 самолеты ла һынау үтә. Аняыҡлап әйткәндә, самолеттың ҡырсын һыҙатына ултырыу мөмкинлеге тикшерелә. Дивгатель эшләмәгән осраҡ та имитациялана. Был хаҡта билдәле конструктор үҙенең китабында ентекләп яҙа. # Эҫек-Күл ## Спорт 2014 йылда Рәсәй ультрамарафонсыһы Дмитрий Ерохин Ҡырғыҙстандың Балалар яман шешенә ҡаршы көрәш фондын хуплау йөҙөнән Эҫек-Күл яры буйлап 350 километр йүгерә. # Эҫек-Күл ## Легендалар ### Апостол Матфей ҡеүәте тураһында легенда Күл менән күп легендалар бәйле. Шуларҙың береһе төньяҡ яр эргәһендә һыу аҫтында ҡалған апостол Матфей ҡеүәте һаҡланған әрмән монастыре булыуы хаҡында һөйләй. 1375 йыл менән билдәләнгән Каталон картаһында күлдең төньяҡ ярында тәреле бина һүрәтләнгән һәм: «Эҫек-Күл тип аталған урын. Был әрмән туғандар монастырендә Апостол һәм Евангелист изге Матвей ерләнгән», — тип яҙылған. # Эҫек-Күл ## Легендалар ### Аҡһаҡ Тимер тураһында легенда Тамерлан Эҫек-Күл ярҙарында кәм тигәндә өс тапҡыр — 1376, 1389 һәм 1392 йылдарҙа була. Ул урындағы ҡәбиләләрҙе оҙаҡ һәм уңышһыҙ буйһондорорға тырыша, әммә походтары һәр саҡ бер үк һөҙөмтә менән тамамлана: ғәскәр яҡынлашыу менән күсмә ҡәбиләләр күсенә, ғәскәр киткәс, ҡабат әйләнеп ҡайта. Сираттағы походы алдынан Тамерлан Эҫек-Күл ярына килә. Һәм ғәскәренә берәр таш алып, уларҙы бер урынға ташларға ҡуша. таштарҙан бейек тау хасил була. Походтан ҡайтҡас, уны күпме яугиры ҡалғаны ҡыҙыҡһындыра һәм ул иәүге өйөмдән таш алып, икенсе өйөмгә өйөргә ҡуша. Һәм икенсе тауҙың беренсеһенән күпкә ҡайтыш икәнлеген күреп эсе боша. Ә таш өйөмө Санташ (Һанташ — «иҫәп ташы») тигән атама ала — Эҫек-Күлдән көнсығыштараҡ шундай атамалы артылыш бар. Совет заманында артылыштағы ҡурғандарҙы тикшереүсе археологтар уларҙың береһе сак-усунь осорона ҡараған ҡәберлек булыуын асыҡлай. # Эҫек-Күл ## Легендалар ### Башҡа легендалар Шулай уҡ батырылған ҡалалар һәм байлыҡтар хаҡында легендалар йәшәй. уларҙың күпселеге аныҡ факттарға нигеҙләнә. Һыу аҫты тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, яр буйы эргәһе зонаһында, ысынлап та, һуңыраҡ осорҙа батырылған урта быуат ҡалалары, шул иҫәптән усундарҙың баш ҡалаһы Чигу бар.
108087
https://ba.wikipedia.org/wiki/Эҫек-Күл
Эҫек-Күл
# Попья Попья (Попия, Попка) — Рәсәй йылғаһы. Архангельск өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Юла йылғаһының һул ярына тамағынан 201 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 20 км. # Попья ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Вага йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны — Төньяҡ Двина, Вычегды һәм Малая Төньяҡ Двины ҡушылған урындан түбәнерәк, йылға бассейны — Төньяҡ Двина. Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса: * Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 03020300312103000036876 * Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 103003687 * Бассейн коды — 03.02.03.003 * ГӨ буйынса һаны (номеры) — 03 * ГӨ буйынса сығарылыш — 0
21466
https://ba.wikipedia.org/wiki/Попья
Попья
# Нуриман районы Нуриман районы (рус. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята. Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең). Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Халҡының күпселеген татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә. # Нуриман районы ## Билдәле шәхестәр * Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы (1893—1918) — Башҡортостандағы инҡилаб хәрәкәте етәкселәренең береһе, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышыунда әүҙем ҡатнашыусы. * Абдулов Марсель Хәбиб улы (8.05.1930—23.11.2007), совет һәм Рәсәй урмансыһы, дәүләт эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры, БАССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (1991), РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Ҡуранса ауылынан (хәҙер бөткән). * Исмәғилев Рафаэль Ришат улы (25.03.1951), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир-ағзаһы (1998), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Байгилде ауылынан. * Исмәғилев Фоат Ришат улы (25.01.1949) ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (2000). Байгилде ауылынан. # Нуриман районы ## Географияһы Территорияһы төньяҡлап — Өфө яҫы таулығында, ә көньяҡлап Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территорияһының 78 процентын урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күле; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күле шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә. Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл Шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған. # Нуриман районы ## Иҡтисад Нуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең гектар ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмә ҡас.), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында — Павловка ГЭС-ы, Ҡыҙылъярҙа РТП һәм май заводы эшләй. 44,6 мең гектарҙы (район территорияһының 16,9 проценты) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең гектар. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән. # Нуриман районы ## Халыҡ һаны 1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше): | Йыл | Халыҡ һаны | | 1939 | 62 249 | | 1959 | 42 205 | | 1970 | 34 119 | | 1979 | 28 077 | | 1989 | 22 985 | | Йыл | Халыҡ һаны | | 2002 | 21 932 | | 2008 | 21 421 | | 2009 | 21 410 | | 2010 | 20 824 | | 2012 | 20 667 | | Йыл | Халыҡ һаны | | 2013 | 20 723 | | 2014 | 20 620 | | 2015 | 20 591 | | 2016 | 20 522 | | 2017 | 20 353 | | Йыл | Халыҡ һаны | | 2018 | 20 120 | | 2019 | 19 906 | | 2021 | 20 523 | # Нуриман районы ## Транспорт Район территорияһы аша Иглин — Ҡыҙылъяр — Павловка автомобиль юлы үтә. Ҡыҙылъяр ауылы, Ҡыҙыл Шишмә һәм Павловка ҡасабаларында пристандәр бар. # Нуриман районы ## Социаль-мәҙәни өлкә Районда 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта; музыка мәктәбе (Ҡыҙылъяр ауылы), лицей һәм һөнәрселек училищеһы (Павловка ҡасаба), Б.Й.Нуриманов музейы (Яңы Күл ауылы), 25 дөйөм китапхана, 33 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар. Районда урыҫ телендә “Красный Ключ” гәзите сыға.
9189
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нуриман_районы
Нуриман районы
# Кардашёв Николай Семёнович Кардашёв Николай Семёнович (25 апрель 1932 йыл, Мәскәү — 3 август 2019 йыл, шунда уҡ) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, эксперименталь һәм теоретик астрофизика һәм радиоастрономия өлкәһендә белгес. Физика-математика фәндәре докторы (1965), РФА академигы (1994). Рәсәй Фәндәр академияһы физика институтының астрокосмик үҙәге директоры (1990 йыл), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1980, 1988). # Кардашёв Николай Семёнович ## Биографияһы Николай Семенович Кардашев революция эшмәкәрҙәре, революцияға тиклемге стажға эйә большевиктар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Семён Карлович Брике (1898—1937, атыла) революциянан һуң яуаплы партия хеҙмәткәре — Коминтерн хеҙмәткәре, артабан Азов-Кара диңгеҙ крайында Партия контроле комиссияһы вәкиле була; әсәһе, Кардашева Нина Николаевна (1899—?), Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын һәм Ҡыҙыл профессура институтын тамамлай, 1956 йылға тиклем төрмәлә һәм һөргөндә була. Н. С. Кардашёв ата-әсәһен ҡулға алғандан һуң балалар йортонда тәрбиәләнә. 1955 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, һуңынан П. К. Штернберг исемендәге Дәүләт астрономия институтында эшләй. Иосиф Шкловский етәкселегендә 1962 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1960-сы йылдарҙа асылғанға тиклем үк пульсарҙарҙың барлығын әйтә. 1963 йылда СТА-102 квазарын тикшерә, был Ерҙән ситтәге интеллектты (SETI) эҙләүгә беренсе совет өлөшө була. Был хеҙмәттә ул ҡайһы бер галактик цивилизациялар беҙҙекенә тиклем миллиард йылдар элек булғандыр, тигән фекер әйтә һәм бындай цивилизацияларҙың рейтинг шкалаһын — Кардашев шкалаһын иҫәпләп сығара. Ерҙән ситтәге интеллектты эҙләү буйынса етди совет тикшеренеүҙәре АҠШ-тағы бындай программаларҙан бер нисә йылға алда бара. СССР-ҙың башҡа билдәле эксперттары — Всеволод Троицкий һәм Иосиф Шкловский (Кардашевтың ғилми етәксеһе). 1976 йылдың 12 декабрендә СССР Фәндәр академияһының дөйөм физика һәм астрономия буйынса ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1994 йылдың 21 мартынан Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән. # Кардашёв Николай Семёнович ## Кардашев шкалаһы Кардашёв, Ғаләмдең ерҙән тыш цивилизациялары стадияларын энергияны ҡулланыу кимәле буйынса классификацияларға мөмкин, тигән фекер белдерә. Ул мөмкин булған бөтә цивилизацияларҙы өс төркөмгә бүлә: * Цивилизацияның I төрө: Ергә төшкән ҡояш яҡтылығын тулыһынса файҙаланып, планета энергияһын йыйыусылар. Планетаның бөтә энергияһы ла уларҙың контролендә. * Цивилизацияның II тибы: кемдәр үҙҙәренең яҡтыртҡыс энергияһын тулыһынса файҙалана, был уларҙы I типтағы цивилизациянан 10 миллиард тапҡырға ҡеүәтлерәк итә. * Цивилизацияның III тибы: бөтөн галактика энергияһы менән файҙалана алыусылар, был уларҙы II типтағы цивилизациянан 10 миллиард тапҡырға ҡеүәтлерәк итә. Ошо цивилизацияларҙың һәр береһе миллиардлаған йондоҙ системаларын колониялаштырған һәм үҙенең галактикаһы үҙәгендә ҡара упҡын энергияһын файҙаланырға һәләтле. Кардашев фекеренсә, ниндәй цивилизацияның энергетик ҡулланыуы уртаса тиҙлектә үҫә (йылына бер нисә процент), ул бер баҫҡыстан икенсе баҫҡысҡа күсә ала, бындай күсеү унан бер нисә меңдән бер нисә тиҫтә мең йылға тиклем ваҡыт аласаҡ. Шулай уҡ Кардашев, әгәр Мультиғаләм гипотезаһы дөрөҫ булһа, иң үҫешкән цивилизациялар Ғаләмебеҙҙе ташлап, үҙҙәре өсөн ҡулай булған башҡа ғаләмдәргә күсенгән, тип тә фаразлай. # Кардашёв Николай Семёнович ## Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре * 1980 — СССР Дәүләт премияһы лауреаты; * 1988 — СССР Дәүләт премияһы лауреаты; * 2011 йыл 25 апрель — Почет ордены: ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн; * 2012 — Гроут Реберҙың Алтын миҙалы; * 2014 — Демидов премияһы.
183577
https://ba.wikipedia.org/wiki/Кардашёв_Николай_Семёнович
Кардашёв Николай Семёнович
# Тригорский Тригорский — А. С. Пушкиндың алпауыт дуҫтары Осипова-Вульфтарҙың музей-усадьбаһы. Ул Псков өлкәһе Пушкиногорский районының Шаробыки ауылынан бер километр алыҫлыҡта. Сороть йылғаһы ярында торған Пушкин ҡурсаулығында урынлашҡан. Усадьбаның исеме ауыл торған урындың үҙенсәлегенән килеп сыҡҡан — усадьба үҙе өс күрше убала (тауҙа) тора, унда Воронич ҡаласығы һәм элекке Воронич посад ҡалаһы урынына терәлеп тигәндәй төҙөлгән Воронич ауылы бар. # Тригорский ## Тарих Тригорский ауылы XVIII быуаттан Егорьевский ирененең өлөшө кеүек билдәле: 1762 йылда Екатерина II Шлиссельбург коменданты Д. М. Вындомскийға был ауылды һәм ерҙәрен бүләк иткән. Артабан ауылдың хужаһы булып Александр Максимович Вындомский ҡалған, ә 1813 йылда Тригорскийҙың хужабикәһе булып, статский советница Прасковья Александровна Осипова-Вульф ҡала. Ул бында ире И. С. Осипов (1824 йылдың 5 февралендә вафат була) һәм балалары: Алексей, Анна, Евпраксия, Валериан, Михаил Вульф, Александра һәм Екатерина Осипова һәм үгәй ҡыҙы Александра Осипова менән йәшәй. Прасковья Александровнаның туғаны Керн Анна Петровна, шағир А. С. Пушкин, уларға ҡунаҡҡа килеп йөрөй. 1826 йылда шағир Н. М. Языков та бында ҡунаҡта була, ул бер нисә шиғырын усадьба хужаларына бағышлаған, шул иҫәптән — «Тригорский». 1918 йылда алпауыттарҙың Тригорскийҙағы йорто яна. 1922 йылдан алып Тригорский А. С. Пушкин музей-ҡурсаулығының бер өлөшө булып тора. 1962 йылда йорт иҫке фундаментта электән һаҡланып ҡалған һүрттәр нигеҙендә тергеҙелә (архитекторы В. П. Смирнов). Ҡунаҡ бүлмәһе, Прасковья Александровна, Алексей һәм Евпраксия Вульфтарҙың бүлмәләре тергеҙелә. уларҙың һаҡланған әйберҙәре музейға ҡуйыла. # Тригорский ## А. С. Пушкин Тригорскийҙа Александр Сергеевич Пушкин Осиповтар ғаиләһе менән беренсе тапҡыр Михайловскийға 1817 йылда, Лицейҙы тамамлап килгәс, таныша. Ләкин Одессанан Михайловскийға һөргөнгә килгәс, шағир был ғаилә менән ныҡлап ҡатнаша башлай. 1824 йылда көн һайын тиерлек Тригорскийҙа була. Тригорский хужабикәһе Прасковья Александровнаға Пушкиндың бер нисә шиғырын бағышлай: «Подражание Корану», «Простите, верные дубравы», «Быть может, уж недолго мне…», «Цветы последние милей…». Осипованың өлкән ҡыҙҙары үҙҙәрен «Евгений Онегин» романының геройҙары прототиптары тип һанай. Алексей Вульф менән Пушкин хаттар алыша, был ваҡытта А. Вульф Дерпт университетында уҡый (1822—1826 йылдар) һәм Тригорскийға ялға ғына килә. Пушкин уның аша шағир Н. М. Языков менән таныша. Ғаилә: * Осипова, Прасковья Александровна — поместье хужабикәһе. Уның балалары: ** Вревский Евпраксия Николаевна ** Вульф Алексей Николаевич ** Вульф Анна Николаевна * Керн Анна Петровна — хужабикәнең беренсе иренең туғаны. * Вульф Анна Ивановна — хужабикәнең беренсе иренең туғаны. * Осипова Александр Ивановна — хужабикәнең икенсе иренең ҡыҙы # Тригорский ## Документаль фильм * «Тригорский ышығы аҫтында». Реж. Николай Алексеев. Рәсәй, 2004 йыл. # Тригорский ## Иҫкәрмә * ↑ GEOnet Names Server — 2018. * ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974 * ↑ Гордин А. М. Пушкин в Псковском крае. Л.: Лениздат, 1970 г.
166290
https://ba.wikipedia.org/wiki/Тригорский
Тригорский